БАШҠОРТ ХАЛЫҠ УЙЫНДАРЫ
презентация к уроку (подготовительная группа)

Анисимова Регина Руфкатовна

ПРЕЗЕНТАЦИЯ "ИГРЫ НАРОДОВ МИРА"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_halyk_uyyndary.docx29.09 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт халыҡ уйындары

Инеш

Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, культураһын, көнкүрешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итәлер. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Уйындар кешене күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен, ихтыяр көсөн үҫтерә (арттыра) һәм физик яҡтан нығыта. Уйын барышында һәр кем етеҙҙәрҙән, көслөләрҙән өлгө алыуҙы, үҙе лә беренселеккә ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тырыша, уңышҡа ирешһә, үҙенең еңеүе менән ләззәтләнә. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

Элек уйын ваҡыттарында туранан-тура һунар, хеҙмәт ҡоралдары ҡулланылһа, тора-бара уҡ-йәйә, һөңгө, таш урынына таяҡ, шар, туп һәм башҡа шундай нәмәләр ҡуллана башлағандар. Шул рәүешле хеҙмәт деталдәрен үҙ эсенә алған спорт уйындары тыуған.

Башҡорт халыҡ уйындары ҡатмарлы үҫеш баҫҡыстары үткән. Беҙҙең көндәргә килеп еткән уйындарҙа халыҡтың боронғо ышаныуҙарын, хәрби мөнәсәбәттәрҙе һәм күп төрлө хеҙмәт деталдәрен күреп була. Мәҫәлән, тәүтормош кешеләренең төрлө ышаныуҙары «Ҡарға бутҡаһы», «Убыр әбей», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Соҡор туп», «Ашыҡ сағыу», «Үгеҙ уйыны», «Һаҡыташ» кеүек уйындарҙа һаҡланған.

Ә бына «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын уйнаусы малайҙар билгә тиклем сисенеп, йәғни күлмәктәрен һалып уйнау барСәпәмә туп» уйынында ла һауанан осоп килгән тупты тотоп алып, йән-фарман ҡасып барған «дошманға» бәреп, уны «үлтереү», уйынсынан ҙур тәжрибә, көсөргәнешле күнегеү талап итә. Күреүебеҙсә, халыҡ уйындары — халыҡ көнкүрешенең кескәй бер сағылышы, тимәк, халыҡ үҙе ижад иткән төрлө уйындар ярҙамында йәш быуынды тормош көтөргә, матур ғүмер итергә әҙерләй.

Фәнни-ғәмәли эҙләнеү эшенең актуаллеге

Һуңғы йылдарҙа һәр бер йортта интернет селтәре барлыҡҡа килеү менән балалар компьютерға йомолдолар. Өйҙән сыҡмай ғына виртуаль уйындарҙы хуп күреүселәр артҡандан- арта бара. Ата- әсәләр ҙә әллә ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, әллә урам буйында йөрөүгә ҡарағанда өйҙә ултырыуҙы һәйбәтерәк күреп, балаларының уйындарына бик иғтибар бирмәйҙәр. Шуның менән уларҙың һаулығына ниндәй зыян килеүен уйламайҙар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар араһында элек- электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Беҙҙең төп маҡсат- балаларға хәрәкәт талап иткән уйындарҙың файҙаһы тураһында аңлатма эше алып барыу. Һәм, әлбиттә, уларҙы компьютерҙан айырып урам буйына алып сығыу.

Башҡорт халыҡ уйындары 

Башҡорт халҡының тарихи яҡтан нығынған күңел асыу, уйын-көлкө, тамаша ҡылыу саралары һәм спорт, бейеү, йыр бәйгеләре ул. Башҡорт халыҡ уйындары күсмә мәҙәниәт традицияларында формалашҡан һәм башҡорттарҙың тарихы, хеҙмәте, көнкүреше һәм йолалары менән бәйле үҫешкән. Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә.Уйындарҙың берәүҙәре ҡатнашыусыларҙың уҙышыуына, ярышыуына, икенселәре оҫталыҡты күрһәтеүгә, өсөнсөләре донъяны танып белеүгә ҡоролған.

Халыҡ уйындарын бер нисә төркөмгә бүлергә була. Мәҫәлән, йыр менән башҡарылған уйындар- етеҙлек, йылғырлыҡ, осҡорлоҡ һәм башҡа физик тәрбиә биреү менән бергә эстетик тәрбиә лә бирә. Был төр уйындарына “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Аҡ ҡалас”, “Наза” кеүек уйындарҙы индерергә була.

Туп менән башҡарылған уйындар физик яҡтан үҫешергә ҙур ярҙам итә, күбеһе йүгереүгә ҡоролған. Улар етеҙлек, йылдамлыҡ, һиҙгерлек тәрбиәләйҙәр. “Өйрәк һәм һунарсы”, “Соҡор туп”, “Туҡта” һәм башҡа уйындарын туп менән уйнайҙар.

Киләһе төркөм- таяҡтар ярҙамында уйналған хәрәкәтле уйындар. Һәр ваҡыт таяҡтар менән эш итергә тура килгәнлектән, уларҙы саф һауала ойошторалар. Уйында ҡатнашыусылар йүгерәләр, һикерәләр. Мәҫәлән, “Ун таяҡ”, “Себен”, “Көршәк”, “Сәкән уйындары”.

Коллектив рәүештә башҡарылған төрлө хәрәкәтле уйындар бик күп һәм үҙенең төрлөлөгө менән айырылып тора. Уйындарҙың күбеһе хәрәкәткә, йүгереүгә, һиҙгерлекте арттырыуға, етеҙлеккә өйрәтә, балаларҙа берҙәмлек, намыҫлылыҡ, татыулыҡ сифаттары тәрбиәләй.

Был төркөмгә ошо уйындар инә: “Буяу”, “Бесәй һәм сысҡан”, “Энә һәм еп”, “Һәпәләк”, “Алтын тау”, “Кем һуҡты” кеүек уйындар.

Балаларҙы тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары

“Уйындарҙа- хәрәкәт, хәрәкәттә- бәрәкәт”, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки хәрәкәт- йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе ул. Бары хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй, үҫә, тормош ҡора, ижад итә һәм эшләй. Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Әкиәт, йырҙар уйлап сығарған кеүек уйындарҙы ла халыҡ уйлап тапҡан.

Ололарҙың һөйләүе буйынса, борон, балаларҙы мәргәнлеккә, сослоҡҡа өйрәтеү маҡсатында, аҡһаҡалдар балалар араһында “балдаҡ атыш”, шар, бура, туп һуғыу кеүек махсус ярыштар ойошторор булғандар. Физик һәм әхләҡи яҡтан сыныҡтырыуға ҡоролған бындай уйындар, асылда, һунарсының, малсының, балыҡсының көндәлек хеҙмәте өсөн мотлаҡ күнекмә булып торған. 4-5 йәшкә тиклем малайҙарҙы атайҙары үҙ тәрбиәһенә алған. Улар һыбай йөрөргә, уҡтан атырға, йүгерергә, көрәшергә өйрәткән. Төрлө уйындарҙы ла улар үҙҙәре уйлап тапҡан, әлбиттә. Мәҫәлән, бура һуғыу уйыны. Күпме сослоҡ, мәргәнлек һәм көс кәрәк. Ул-борондан килгән уйын.

Халыҡ уйындарының шундай һәйбәт яғы бар: улар ваҡыт һынауынан ҡурҡмайҙар, оҙаҡ йылдар һуҙымына бер аҙ үҙгәреш кисерһәләр ҙә, һаман да киләсәк быуынға хеҙмәт итеүен дауам итәләр. Шуныһы ла ҡыуаныслы — уйындар тел барьерына ла дусар түгелдәр. Әйтәйек, башҡорт малайҙарының уйындарын рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт һәм башҡа милләт халҡы ул балалары ла кинәнеп уйнайҙар.

Балалар уйыны (сценарий)

Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, баҫтырыш уйнап алайыҡ! (сәхнәгә ҡыҙҙар сыға)

Әйҙәгеҙ һуң! Кем баҫтыра?

Үҙем баҫтырам!

(Ҡыҙҙар баҫтырыша башлайҙар. Ошо ваҡытта сәхнәгә бер малай сыға)

Эй, ҡыҙҙар, һеҙ нимә уйнайһығыҙ ул?

Баҫтырыш.

Әйҙә, бергәләп уйнайыҡ!

Әйҙәгеҙ! (ҡыҙҙар)

Эй, малайҙар, килегеҙ бында! Ниндәй уйын уйнайбыҙ? (сәхнәгә малайҙар сыға)

Йәшенмәк уйнайыҡ!

Юҡ, әйҙә “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйнайыҡ!

Бөтәһе бергә:

-Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

(бер яҡта- малайҙар, икенсе яҡта- ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп баҫалар) Ҡыҙҙар башлай:

Аҡ тирәк, күк тирәк!

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк!

Беҙгә Нәргизә кәрәк! ( Нәргизә йүгерә, өҙә алмай, шул яҡта тороп ҡала)

Малайҙар һорай: Аҡ тирәк...

Ҡыҙҙар: “Баязит кәрәк!” Баязит өҙә, Айлинаны алып ҡайта.

Ҡыҙҙар һорай: ( 3 ҡыҙ тороп ҡалырға тейеш) Аҡ тирәк...

Малайҙар: Беҙгә Әминә кәрәк! ( Әминә өҙә, Эмилде алып ҡайта)

Уф, арытты! Әйҙәгеҙ икенсе уйын уйнайыҡ!

Әйҙәгеҙ, “Назаны”!

Әйҙә! (бергә)

Кем башлай?

Мин!

(Малайҙар, ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп торалар)

Амелия үҙенә иптәш эҙләй.( 2 тап)

Ул Кирилды (ярата.)2

(Амелия Кирилды етәкләп, алғы рәткә сығып баҫалар.)

Уйнап арығас;

Ҡыҙҙар, кемегеҙҙә яулыҡ бар? Әйҙәгеҙ, “Йәшерәм яулыҡты” уйнайыҡ!

Әйҙәгеҙ!

Мин һанашмаҡ әйтәм!

Бер бабай юлға сыҡҡан

Тәгәрмәсе ватылған.

Уны йүнәтер өсөн

Нисә сөй кәрәк булған?( биш)

Мин башлайым!

Йәшерәм-йәшерәм яулығымды

Йәшел ҡайын аҫтына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм

Бер иптәшем артына.

(Эмирға һала)

-Эмирға ни наказ? (Низам)

- Әтәс булып ҡысҡырһын! (Айнур)

-Кикиририк-ү-ү-ү-ү-к!

Эмир яулыҡты Амирханға һала.

-Ни наказ? (бөтәһе бергә)

-Йырлаһын! (Альбина)

(Әмирхан йырлай)

Әмирхан яулыҡты Заринаға һалып китә.

-Заринаға ни наказ? (Вика)

-Бейеһен! (Айнур)

Зарина бейей. Яулыҡты Асҡарға һала.

Асҡарға ни наказ?

Шиғыр һөйләһен!

Асҡар шиғыр һөйләй.

Эй, ҡыҙҙар, малайҙар! Иртәгә уйнарға киләбеҙме?

-Киләбеҙ! Киләбеҙ! ( бергә)

Сығып китәләр.

Уйындар:

«АҠ ТИРӘК, КҮК ТИРӘК» - күптәргә таныш һәм яратып уйналған уйындарҙың береһелер. Уның асылы шунда: балалар ике төркөмгә бүленеп, бер-береһенән 20-30 метр алыҫлыҡта ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡапма-ҡаршы баҫалар. Беренсе яҡтағылар һамаҡлай:
Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,
Ат башында кимерсәк.
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Икенсе яҡ яуаплай:
Аҡ тирәк, күк тирәк
Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк,
Беҙгә иң матур йырсыбыҙ
Зөһрә атлы ҡыҙ кәрәк.
Исеме аталған уйынсы ҡаршы яҡҡа йүгереп барып тотоношҡан ҡулдарҙы өҙөп сығырға тырыша. Өҙөп сыға алһа, үҙ яғына бер уйынсыны алып ҡайта. Кире хәлдә ҡаршы яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә. «Аҡ тирәк, күк тирәк» - балаларҙың аяҡ, ҡул мускулдарын нығытыуға, сыҙамлылыҡты тәрбиәләүгә нигеҙләнгән.

"БЕҘ УН ИКЕ ҠЫҘ ИНЕК"
Уйнаусылар түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар. Түңәрәк уртаһында бер ҡыҙ бала һамаҡлай.
Беҙ,беҙ,беҙ инек,
Беҙ ун ике ҡыҙ инек.
Баҙға төштөк, май ашаныҡ,
Аҡ келәттә бал ашаныҡ.
Бер таҡтаға теҙелдек,
Таң атҡансы юҡ булдыҡ!
Түңәрәктә ултырған ҡыҙҙар бер-береһенең баш бармаҡтарынан тотошалар ҙа “беҙ” тигәс, аҫҡа эйеләләр, икенсе тапҡыр “беҙ” тигән саҡта, баштарын күтәрәләр. Шулай итеп, һәр һүҙ әйтелгән һайын эйелеп-бөгөлөп ултыралар. “Юҡ булдыҡ” тигән һүҙ әйтелеү менән, бармаҡтарын ысҡындыралар ҙә төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасалар. Ә һамаҡлаған ҡыҙ уларҙы ҡыуа башлай. Иң тәүҙә кемде тота, шул уйынды тағы башлай.

«ТӨЛКӨ ҺӘМ ТАУЫҠТАР»

 Тәбиғәттәге йән эйәләренең холоҡ-фиғелен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен танып белеүгә, отҡорлоҡ һәм етеҙлекте үҫтереүгә ҡоролған. Уйын барышы түбәндәгесә ойошторола: балалар үҙҙәре араһынан «төлкө», «әтәс» һайлап ҡуялар. Ҡалғандары «тауыҡтар» була. Төлкө бер ситкә китеп үҙенә оя билдәләй. Тауыҡтар ҙа шаҡмаҡ һыҙып һарай яһайҙар һәм шунда урынлашалар. Шул ваҡыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар уянып һарайҙан сығалар. Әтәс тауышына үҙ ояһында йоҡлап ятҡан төлкө уяна һәм тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Әтәс, үҙ сиратында, тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы «әтәс» билдәләнә. Төлкө булмайынса ҡалған тауыҡ еңеүсе тип һанала.

"ҠАП ТА ҠОП"
Балалар түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар һәм һамаҡлайҙар.
Беҙ,беҙ,беҙ инек,
Бен ике ҡыҙ инек,
Баҙға төштөк, май ашаныҡ,
Аҡ келәттә бал ашаныҡ.
Бер таҡтаға теҙелдек,
Таң атҡансы юҡ булдыҡ.
Әпсен, төпсөн, ҡап та ҡоп!
"Ҡоп" һүҙе әйтелгәс тә бөтә балалар ауыҙҙарын йомоп шым ҡала һәм бер-береһен көлдөрөргә тырыша. Көлөп ебәреүсе наказ үтәй.

"АЛЫРМЫН ҠОШ, БИРМӘМ ҠОШ”
Уйындың маҡсаты: иғтибарлылыҡты, сослоҡто, етеҙлекте,х әрәкәт әүҙемлеген үҫтереү; ойошҡанлыҡ тәрбиәләй.
Балалар был уйынды яҙ көндәре, ҡаҙҙар бәпкәләрен сығарғас, уларҙы көткән саҡта уйнағандар.
Уйында “ҡаҙ”, уның “бәпкәләре” һәм “төйлөгән” ҡатнаша.Төйлөгән булған бала ерҙе соҡоп ултыра. Ҡаҙ, бәпкәләрен эйәртеп уның эргәһенә килә һәм:
-Төйлөгән, төйлөгән, ни эшләйһең? -тип һорай.
Төйлөгән:
- Бына һинең балаларыңды атып алырға ултырам, -ти.
Ҡаҙ:
- Мин һиңә балаларымды бирмәйем! - ти.
Төйлөгән урынынан тора ла:
- Алам, алам, атар ҡош! - тип, ҡаҙ бәпкәләренә ташлана.
Ҡаҙ:
- Бирмәм, бирмәм битәр ҡош! -тип, бәпкәләрен ҡурсалай башлай.
Ә бәпкәләр, ҡаҙ артынан бер-бер артлы тотоношоп: Сип-сип-сип,-тип йөрөйҙәр. Төйлөгәндең ҡулы тейгән бала уйындан сыға бара. Уйын ҡаҙ бәпкәләре тотолоп бөткәнсе дауам итә.

"ЙӘШЕРӘМ ЯУЛЫҠ" уйыны
Балалар түңәрәк яһап ултыралар, араларынан көтөүсе һайлана. Ул яулыҡ ала. Балалар йырлай:
Йәшерәм-йәшерәм яулығымды
Йәшел ҡайын аҫтына.
Һиҙҙермәйсә һалып китәм
Бер иптәшем артына.
Көтөүсе булған бала түңәрәкте уратып йөрөй һәм бер уңайлы ваҡытта һиҙҙермәй генә яулыҡты бер иптәшенең артына һалып китә. Ә үҙе һаман яулыҡты йәшереп тотҡан һымаҡ йөрөй.
Артында яулыҡ ятҡан бала, көтөүсе түңәрәкте әйләнеп килгәнсе, үҙенең артында яулыҡ ятҡанын һиҙмәй ултырһа, көтөүсе уның янына килеп еткәс, яулыҡты ала ла уға яулыҡ менән һуға. Был бала көтөүсе булып ҡала. Әгәр ҙә түңәрәктәге бала артына яулыҡ һалынғанын һиҙеп ҡалһа, тиҙ генә тороп, көтөүсе артынан йүгерә. Ә көтөүсе яулыҡтан һуғылмаҫ өсөн, түңәрәк буйлап йүгереп, уны баҫтырған иптәшенең урынына ултырырға тырыша. Әгәр ултырып өлгөрмәһә, ул тағы көтөүсе була һәм уйын яңынан башлана.

Ҡара-ҡаршы әйтешеп уйнау

— Һике аҫтында май ҡайҙа? — Сысҡан ашаған. — Сысҡан ҡайҙа? — Һалам аҫтында. — Һалам ҡайҙа? — Үгеҙ ашаған. — Үгеҙ ҡайҙа? — Һаҙға батҡан. — Һаҙ ҡайҙа? — Һайыҫҡан соҡоған. — Һайыҫҡан ҡайҙа? — Кәртә башында. — Кәртә ҡайҙа? — Утта янған. — Ут ҡайҙа? — Көл булған. — Көл ҡайҙа? — Күккә осҡан.

«Осто-осто»

Уйынсылар теҙелешеп ултыра йәки баҫып тора. Алып барыусы оса торған һәм осмай торған нәмәләрҙе буташтырып әйтә лә ҡулын күтәрә.

-Осто-осто – торналар осто. -Осто-осто – тырмалар осто. -Осто-осто – ҡарғалар осто. -Осто-осто – арбалар осто. Башҡалар тик осоусы әйбер әйтелгәндә генә ҡул күтәрергә тейеш. Кем осмай торған әйбер әйтелгәндә ҡулын күтәрә, шул йә алып барыусыны алмаштыра, йә уйындан сығарыла, йә берәй “яза”ға тарттырыла: йырлай, бейей, шиғыр уҡый һ.б. Шулай итеп, таяҡты әйләндергән һайын берәр мәрәй йыйыла. Уйындың әһәмиәте: Уйын баланы көслө итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән. Физик яҡтан ыңғай тәьҫир иткән

«Кикрикүк»
Был уйынды урамда йәки яланда уйнарға мөмкин. Уйнаусылар ике рәт булып бер-бер артлы баҫалар, алда ишһеҙ бер бала була. Ул: “Аҡтыр, күктер, бөтәгеҙ ҙә йүгеректер, кикрикүк!” – тип ҡысҡыра.
Был һүҙҙәрҙән һуң иң арттағы иш икеһе ике яҡтан алға йүгерә, ә “кикрикүк” тигән бала уларҙың береһен тоторға тейеш. Теге иш тоталмай яңынан ҡауышһа, баҫтырған бала яңынан көтөүсе була булып ҡала. Көтөүсе береһен тотһа, тотолғаны менән рәттәр алдына барып баҫа, ә ишен юғалтҡан бала, көтөүсе булып, иң алда тора һәм уйынды дауам иттерә.

“Мәскәй – әбей”.
- Бер кеше әсәй, бер кеше Мәскәй әбей, ҡалғандары балалар булып бүленәләр һәм түңәрәккә торалар, әсә кеше балаларҙы уратып йөрөй:
«Тимер ситән үрәйем
Мәскәй әбей инмәҫкә»,- тип һамаҡлай ҙа һөткә китә, шул ваҡыт Мәскәй әбей тыңлап тора ла балаларҙы баҫтырып тота башлай, кем тотола - шул Мәскәй әбей затына әүерелә бара. Уйын шулай дауам итә.
Уйындың әһәмиәте:
Шулай уҡ тормошсан уйын. Яуыз заттарға ышанмаҫҡа, юҡһа үҙең дә шундай хәлгә ҡаласағыңды төшөндөрә. Етеҙлек, көс, иғтибарлылыҡ талап ителә был уйында.

«Йөҙөк һалыш”

Теҙелешеп ултыраһың. Һәр кемдең алдына һалған һымаҡ итәһең дә, берәүһенә генә һалып китәһең. Шанан:
— Йөҙөк кемдә? Әйт, — тиһең, көтөүсе эҙләй. Тапмаһа, уйын дауам итә, тапһа, кемдән таба, шал кеше — көтөүсе була, һин уның урынына ултыраһың.

"Ритайым” бейеүе.
Бейеүселәр түңәрәккә баҫалар. Береһе бейеүҙе башлай, ул үҙенең күңеленә хуш килгән бейеүсе янына бара ла, тыпырлап бейергә саҡыра ла, үҙе менән бейергә төшә. Ҡалған бейеүселәрҙе шулай уҡ тыпырлап, береләп бейергә саҡыра.

Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр. Һуңынан дүрт яҡҡа ҡулдары менән тотоношоп, ҡапҡа яһап баҫалар. Ҡаршы торғандары менән урындарын алышалар. Урындарында бейеүселәр бер-береһенең арҡаһына ҡулдарын ҡуйып, тыпырлап әйләнәләр. Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр.

“Тирмә”.

 Балалар дүрт төркөмгә бүленә.Дүрт төркөмгә  лә бер ултырғыс һәм бер яулыҡ кәрәк була.Һәр төркөм үҙенең ултырғыс уратып баҫып, көй ыңғайына бейеп йөрөйҙәр. Көй туҡтау менән, һәр төркөм тиҙ генә яулыҡ остарын баш өҫтөнә күтәреп тирмә яһарға тейеш.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы.

“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы. Маҡсат: балаларҙың физик һәм региональ белемдәрен үҙләштереү.Программа мәсәләһе:1.     Халыҡ уйындары аша балаларҙа физик үҙсә...

Башҡорт халыҡ уйындары.

Башҡорт (туған) теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү...

Башҡорт халыҡ уйындары

Башҡорт халыҡ уйындары...

Хәрәкәтле халыҡ уйындары.

Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә хәрәкәтле халыҡ уйындары ойоштороуҙа гендырлы алым....