НИМӘ ҺУҢ УЛ ТӘБИҒӘТ?
рабочая программа (старшая группа)
НИМӘ ҺУҢ УЛ ТӘБИҒӘТ?
Мин түгел тик тере бер һүрәт,
Мин бит һеҙгә тормош, тәғлимәт.
Шәфҡәт, байлыҡ – йомарт йәнемдә.
Миһырбанлыҡ ҡына һин күрһәт:
Барын бирәм – мин бит тәбиғәт! (Риф Мифтахов)
Кешегә һәм тереклеккә тәбиғәтһеҙ йәшәү юҡ. Тәбиғәт - ул йәшәү, хеҙмәт, шиғриәт, бөтә нәмәнең нигеҙе. Тәбиғәт - ул һулаған һауабыҙ, эскән һыуыбыҙ, беҙҙе туйындырған тупрағыбыҙ. Шул тупраҡта үҫкән ағастар, емештәр, һоҡланғыс гөл-сәскәләр, төрлө-төрлө ҡоштар, йәнлектәр...
(Cәләх Кулибай)
Тәбиғәттең беҙгә биргән бүләктәре хисапһыҙ.
Ә беҙҙән ул бер генә нәмә һорай – һөйөү. (Шамил Анаҡ)
Тәбиғәтте һаҡлау — бөтә кешенең бурысы. Ошо маҡсат менән урмандарҙы иҫәпһеҙ ҡырҡыу, йылға һәм күлдәрҙә ау менән балыҡ тотоу, урмандарҙа ҡош-ҡортҡа һәм кейеккә һунар итеү тыйыла. Йәш ағастар ултыртыр өсөн саралар күреү — кешеләрҙең бурысы.
Бындай эштәрҙә уҡыусыларҙың да ҡатнашыуы мотлаҡ.
(Ноғман Мусин)
Тәбиғәттең ҡағиҙәһе ябай,
Ҡайһы берҙә уның сере юҡ:
Бөрөң ҡатһа, тамыр ниңә кәрәк?
Тамыр кипһә, ярылыр бөрө юҡ. (Рауил Бикбаев)
Урман күрке – йәнлек. (Ҡәҙим Аралбай)
Тәбиғәтте һаҡлау – үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау ул. (Ғәбит Садиҡов)
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 78.81 КБ |
Предварительный просмотр: