Сценарий открытия детского сада.
материал на тему
Готовый и очень красивый сценарий на башкирском языке со стихами для открытия детского сада.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 53 КБ |
Предварительный просмотр:
Балалар баҡсаһын асыу
тантанаһы сценарийы
Талғын ҡурай тауышы.
Фоно яҙма:
Ниндәй моң был, ҡайҙан ишетелә?
Ҡоштар тауышымы - кем белә?
Шишмә тауышымы әллә?
Сихри моң ҡайҙан килә?
(Малай ҡурай макеты янына килә)
Малай:
- Ҡурай...
- Әү!
- Ҡайҙа үҫтең?
- Урманда...
- Кем ҡырҡты?
- Ҡурайсы?
- Ни эшләргә?
- Уйнарға!
(малай ҡурайҙы ҡырҡып, уны йунып талғын көй уйнап ебәрә)
Малай: Тылсымлы ҡурай иле
Серле сәскәләр иле
Мөғжизә булып беҙгә
Изге нур сәсһен ергә!
(Ҡурайҙа күңелле көй уйнап ебәрә (имитация).
- Сынаяҡтар менән бейеү.(ҡыҙҙар бейергә сыҡҡанда фона яҙма яңғырай)
Үҫәргәндең ҡыҙҙарында
Ҡулдарында сынаяҡ.
Хуш еҫле сәйҙәр менән
Улар беҙҙе һыйламаҡ!
- “Батырҙар” бейеүе.
Беҙҙең батыр егеттәр
Бөрйән ырыуынан, дуҫтар.
Шундай батырҙар үҫкәндә
Тыныс йоҡлар халыҡтар!
- “Беләҙегем-йөҙөгөм”бейеүе.
Тамъян ҡыҙҙары килгән
Ҡулдарында беләҙек.
Сыңлап тора ҡумыҙҙары
Тыңлап таң ҡала халыҡ.
- “Һыбайлылыр” бейеүе.
Түңгәүерҙең егеттәре
Оҫта елә аттарҙа
Бер кем ҡыуып етә алмай
Улар менһә толпарға.
- “Шәл бәйләнем” бейеүе.
Камзулдары сағыу ҡояш
Меңлеләр моңло йырлай,
Тыпырлатып өҙә баҫып
Күңелдәрҙе бит арбай.
- “Һунарсылар”бейеүе.
Ҡыпсаҡтар – һунарсылар,
Тағы ла ҡунаҡсылдар,
Егәрле шәп малсылар
Һәм уңған игенселәр.
- “Ҡурай” бейеүе.
Табын ҡора Табындар
Ҡорға йыйылған улар.
Эй, йәмәғәт, килегеҙ,
Байрамды күрегеҙ!
Ете ырыу балалары
Ҙур байрамға килгәндәр
“Ҡурай”балалар баҡсаһының
Асылырын белгәндәр.
(Фанфаралар аҫтында алып барыусылар сыға)
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!
Ведущая: Здравствуйте, уважаемые гости и жители города! Мы очень рады видеть вас на этом замечательном празднике.
Алып барыусы: Бына, ниһәйәт, бөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙлек менән көтөп алған шатлыҡлы һәм иҫтәлекле көн дә килеп етте!
Ведущая: Сегодня в нашем городе радостное событие. Мы станем свидетелями открытия нового детского сада.
Алып барыусы: Матур, яҡты, иркен, заманса йыһазландырылған яңы баҡса бөтәһе 180 мәктәпкәсә йәштәге балаға тәғәйенләнгән.
Баҡсабыҙ халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы “ҡурай” исемен алған. Был исем наҙлы ла, моңло ла, яңғырашлы ла!
Ведущая: Праздничное мероприятие, посвященное открытию нашего детского сада позвольте считать открытым.
Фанфары.
Алып барыусы: Һүҙ Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәновҡа бирелә. Рәхим итегеҙ!
Сөләймәннов Х.Х. сығыш яһай.
Алып барыусы: Хөрмәтле ҡунаҡтар, ата-әсәләр һәм ҡәҙерле балалар! Алда һеҙҙе “Ҡурай” балалар баҡсаһының символик асҡысын тапшырыу тантанаһы көтә!
Ведущий: Право вручения ключа мы предоставляем Нуру Азаматовичу Тажетдинову, генеральному директору Открытого Акционерного Общества “Строймеханизация”.
Алып барыусы: Асҡысты ҡабул итеү өсөн “Ҡурай” балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Яныбай ҡыҙы Халисованы саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!
Г.Я.Халисоваға асҡыс тапшырыла.
Ведущий: Для разрезания символической ленты приглашаем наших уважаемых гостей.
Алып барыусы: Байрам таҫмаһын киҫеү хоҡуғы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәновҡа, уның урынбаҫары ... бирелә.
Фанфаралар аҫтында Алып барыусы батмустағы ҡайсыларҙы почетлы ҡунаҡтырға бирә.
Ведущий: (таҫманы киҫкән выҡытта)
С Днем рождения, детский сад!
Он сегодня встретить рад
Сибайских ребятишек:
Девчонок, и мальчишек,
И веселых, и смешных,
Любопытных, озорных.
Этот миг все долго ждали,
Радостные дни настали!
Алып барыусы: Хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле балалар баҡсабыҙға рәхим итегеҙ! Башта һеҙҙе экскурсия көтә, ә аҙаҡ байрам музыка залында дауам итәсәк.
Экскурсия
Музыка залында байрам дауам итә
Песня “Солнышко”(д.с “Сказка”)
Ведущий: Детский сад «Курай» открывается в преддверии двух замечательных дат: это 65-летний юбилей нашего родного города Сибай и 70-летие Великой Победы.
Алып барыусы: “Ҡурай” балалар баҡсаһын асыу Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың башланғысына ярашлы балаларҙы мәктәпкәсә тәрбиә учреждениелары менән тьәмин итеү федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Ведущий: За последние три года очередь в детские сады Республики Башкортостан сократилась в три с лишним раза.
Алып барыусы: Был мәсьәлә Сибай ҡалаһында ла уңышлы хәл ителә. Ҡалабыҙҙа һуңғы өс йыл эсендә генә мәктәпкәсә йәштәге сибайлылар өсөн дурт белем биреү учреждениеһы сафҡа индерелде. Улар: “Арҡайым” балалар баҡсаһы, “Сулпылар”, “Әкиәт” һәм “Ҡурай” балалар баҡсалары.
Ведущий: А сейчас, нам хотелось бы пригласить на сцену наших будущих воспитанников:
1бала: Беҙ уйнайбыҙ ҙа йырлайбыҙ
Бейейбеҙ ҙә көләбеҙ
Яңы баҡса бүләк иткән
Ололарҙы һөйәбеҙ
2бала: Взрослым скажем всем: «Спасибо
За подарок детворе!»
В новом доме так красиво!
И внутри, и на дворе.
Малай: Мин үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайым!
Беҙҙең яңы баҡса хыялдың үҙе кеүек матур!
Ҡыҙ: Тимәк, хыялланырға кәрәк, хыялдар тормошҡа аша!
Малай: Ә кем һуң хыялды тормошҡа ашыра?
Ҡыҙ: Әлбиттә, тылсым эйәһе!
Алып барыусы: Юҡ инде балалар! Был әкиәттә генә шулай,ә тормошта хыялды кешеләр ысын барлыҡҡа әйләндерә.
Ведущий: Да, ребята! И самые главные волшебники присутствуют в нашем зале, которые, сделали все для того, чтобы появился детский сад «Курай».
Алып банрыусы: Ә хәҙер һүҙҙе, ошо балалар баҡсаһын төҙөгән Ябыҡ Акционерҙар Йәмғиәте «Строймиханизация»ның генераль директоры Нур Азамат улы Тажетдиновҡа бирәбеҙ.
Н.А.Тажетдиновтың сығышы
Алып барыусы: Һәр ерҙә бер хикмәт көтә
Бөгөн ябай көн түгел
Бөгөн – баҡсабыҙ байрамы
Шуға шатлана күңел
“Башҡортса парлы бейеү”
Ведущий: Вот и подходит к завершению наш праздник, посвященный открытию детского сада «Курай».
Мы хотим пожелать всем вам долгих лет,
А детскому садику – процветания и успех, и чтобы в его стенах были слышны только радостные детские голоса.
Вместе: С праздником, детский сад!
С первым Днём рождения, маленькая страна детства!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
![](/sites/default/files/pictures/2013/08/24/picture-284436-1377364672.jpg)
Сценарий открытия детского сада
Сценарий открытия детского сада.У дверей детского сада ведущие встречают гостей.(Звучит музыка)Ведущий 1- Добрый день, уважаемые гости, родители и жители села Старого Тимошкино! Сегодня у ...
СЦЕНАРИЙ открытия детского сада №1 «УСПЕХ»
СЦЕНАРИЙ открытия детского сада №1 «УСПЕХ»...
![](/sites/default/files/pictures/2016/06/11/picture-427708-1465655266.png)
Сценарий открытия детского сада
В ноябре 2014 года после капитального ремонта распхнул свои двери на встречу воспитанникам детский сад селения Заманкул. На празднике присутствовало множество гостей, звучали теплые слова благодарност...
![](/sites/default/files/pictures/2016/12/25/picture-870522-1482697580.jpg)
сценарий открытия детского сада осенью
Данный сценарий был написан для открытия детского сада осенью. Участники используют карту для поиска ключа, который откроет двери нового дошкольного учреждения....
![](/sites/default/files/pictures/2016/12/25/picture-870522-1482697580.jpg)
сценарий открытия детского сада зимой
Данный сценарий был написан для открытия детского сада зимой. Сценарий написан на основе русского фольклёра....