Ата-әсәләр өсөн сценка.
материал (подготовительная группа) по теме

Сығарылыш иртәлегенә тәрбиәселәрҙе ҡотлар өсөн ата-әсәләрҙән сюрприз-сценка.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenka.docx19.25 КБ

Предварительный просмотр:

Ата-әсәләр ҡатнашлығындағы сценка.

Автор. Йәшәгән ти, атай менән әсәй. Икәүһенә генә бик күңелеҙ булғанға  ҡамырҙан бала эшләргә булғандар.

  Ҡаптарҙан ондо ҡырғандар, һепертке менән һепергәндәр, ике ус он йыйғандар ти.  Әсәй онға һөт ҡушып, аҡ майға баҫып йомшаҡ ҡына ҡамырҙан ҡурсаҡ әүәләгән. Төнгөлөккә  йылы түшәккә төрөп, үҙҙәре йоҡларға ятҡандар ти.

(Бала илаған тауыш ишетелә).

Автор. Ҡараһалар ҡамыр ҡурсаҡҡа йән кереп, ысын балаға әйләнгән ти. Атай менән әсәй бик ҡыуанғандар.

  Ай үҫәһен, йыл үҫеп, ҡыҙҙарына ике йәш тулғас, балалар баҡсаһына барыр мәл еткәс, сығып киткәндәр ти, был өсәү. Аҙмы, күпме барғандар, энә буйы юл үткәндәр ти. Килеп тә еткәндәр .

(Өй ултыра. Балалар баҡсаһы тип яҙылған.)

Әсәй. Бик тыныс яҡын-тирә.

Ниндәй матур был тирмә.

Атай. Яңы ғына эшләнгән ти,

Ремонт фәлән кәрәкмәй ти.

Ҡыҙ. Тирмә-тирмә, тирмәкәй

Был тирмәлә кем йәшәй?

(Сысҡан килеп сыға.)

Сысҡан. Ҡыр сысҡаны булам мин,

Тирмәбеҙгә килһәң , ин!

Өйрәтермен барына:

Матур итеп ашарға,

Үҙ аллы кейенергә,

Ҡурсаҡтарҙы йыйырға,

Дөрөҫ итеп уйнарға.

Иң мөһиме – дуҫлыҡҡа!

Уңғанлыҡҡа, тәртипкә,

Аҡылға, бөхтәлеккә.

Әгәр инде бик ҡурҡһа,

Өйрәтәм батырлыҡҡа.

(Әрмәнде килеп сыға)

Әрмәнде. Ә мин-Әрмәнде,

Аҡыллы ғына башыңа

Һалырмын мин белемде.

Ҡуян . 1,2,3 миндә бөтә көс.

Мин йүгрек ҡуян,

Көнө буйы йүгреп туймам.

Тағыла шәп һикерәм

Если хочешь өйрәтәм.

Төлкө. Төлкө Төләймәновна,

Таныш булайыҡ әйҙә,

Бына шулай баҫырға,

Бына шулай сиртерг,

Моңло итеп йырларға

Өйрәтермен мин һиңә.

Бүре. Һор-р-ро бүр-р-ре,

Тештәр- р-рем минең эр-р-ре.

Әйтмәһәң өндө тоғр-р-ро

Әтрер-р-рер-р-рмен мин уны.

Айыу. (аҡ халатта, чепчик кейгән)

САНПИН-дың талаптарына,

Нормативҡа яратып,

Көн тәртибен теүәл үтәп,

Һаулығын сыныҡтырып,

Прививканы план буйынса

Ваҡытында эшләтеп

Үҫтерербеҙ.

Айыу ағайығыҙ булам-

Тайыштабанов.

Автор. Атай менән әсәй ҡыҙын ышаныслы ҡулдарға тапшырғандар ти. Шулай итеп, ваҡыт тиҙ генә үтеп тә киткән, ҡыҙ үҫеп тә еткән.

Ҡыҙ. Быйыл уҡырға барамын

Миңә ете йәш хәҙер!

Мәктәбемә барыр өсөн

Бар нәмәнән мин әҙер!

Бөтәһе. Тирмә –тирмә, тирмәкәй

          Булһаң да һин бәләкәй.

Эшләйҙәр бында актив

Шундай уңған коллектив.

Өйрәттеһегеҙ, тырыш

Теләйбеҙ һеҙгә уңыш!

Йәшәнек беҙ бик рәхәт,

Күрмәнек бер ҙә михнәт.

Шуға әйтәбеҙ РӘХМӘТ!

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценка "На горшочках".

Сценка для выпускного праздника....

Логопедическая сценка "Звук Р"

Логопедическая сценка вызывает положительный эмоциональный настрой удетей. Её показывают дети, научившиеся произносить звук Р, но которым требуется контролировать произношение, так как у каждого слов ...

наши мамы лучше всех-сценка для 8 марта или дню Матери

сценка для детей  к 8 марта или дню Матери...

Сценка для осеннего праздника "Лесные яблоки"

Сценка "Лесные яблоки" написана для детей старшего дошкольного возраста к осеннему празднику "Ярмарка в лесу". В сценке участвуют дети, исполняющие роли лесных зверей. Постановка сценки требует от уча...

"Урок для короля" Сценка на выпускной в детском саду

Методическая разработка- сценка для выпускного в детском саду. Текст написан замечательным педагогом и талантливой поэтессой Олейниковой Еленой Игоревной с моим скромным участием. Материал был разрабо...

Работа с родителями.Сценка на Рождество Христово Саши Черного

В документе представленно стихотворение Саши Черного " Рождественнское" с фотоотчетом. И комплекс гинастика на каждый день....

"Интересные стихотворения для мини - сценок"

Основная тема,по которой я работаю уже три года - подготовка и проведение театрализованных игр в детском саду. Подбирая литературный материал, я большое внимание уделяю коротким  динамичным стихо...