Баба Яга и Кощей
материал (старшая, подготовительная группа) на тему

Газизова Лэйсан Рауфовна

Сценарий новогоднего утренника в детском саду.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл baba_yaga_i_koshchey.docx24.09 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное дошкольное образовательное бюджетное учреждение Башкирский детский сад общеразвивающего вида № 25 «Теремок» г. Белорецк муниципального района Белорецкий район

Сценарий новогоднего утренника в старшей – подготовительной группе «Баба Яга и Кощей»

Составила: Музыкальный руководитель

Газизова Л.Р.

Ход праздника:

«Новогодняя считалочка» (Старшая группа)

«В лесу родилась елочка» (Подготовительная группа)

(Остаются на местах).

Алып барыусы:

 Ап – аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәне

Ҡарлы ел менән.

Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ:

“Яңы йыл менән!”

Өй түрендә күркәм ҡунаҡ-

Йәшел кейемдән.

Ул да ҡотлай беҙҙең дуҫтарҙы

Яңы йыл менән.

Беҙ гөрләйбеҙ, беҙ йырлайбыҙ

Бөтә ил менән.

Дуҫтарға бәхет теләйбеҙ

Яңы йыл менән!

Йыр “тек- тек итеп сәғәт һуға” (Старшая группа)

Песня “Тик - так” (Подготовительная)

(после песни садятся на свои места)

Сказки гуляют по свету, 
Ночь запрягая в карету. 
Сказки живут на полянах, 
Бродят на зорьке в туманах.

А принц Белоснежку полюбит. 
А жадность Кощея погубит... 
Пусть Зло на проделки хитро, 
Но все ж побеждает Добро!

(Звучит зловещая музыка).

Кощей керә (уфылдай, арҡаһын ыуа, ыңғыраша).

Ой, һыуыҡ, ел ыжғыра, бөтөн һөйәктәрем һыҙлай, билем ауырта. Ошо ҡарурманда үлеп китермен инде. Бер кем дә белмәй ҙә ҡалыр.

(звучит  музыка)Мәскәй әбей  керә.

Эй, сәләм! Ниңә күңелһеҙ? Нимә танауың  аҫҡа төшкән ? Әллә ауырып тораһыңмы?

Кощей. Эйе , ауырыйым.Дауалар инең тиҙерәк...

Мәскәй әбей. Мин был урманда – беренсе дауалаусы, белгес, аптекарь. Һин, Кощей, үҙеңә оҡшамағанһың. Башың ауырталыр, моғайын? Оҙаҡламай Яңы йыл етә, ә һинең менән мәшәҡәт күп.

Кощей. Әйтмә лә инде, былай ҙа башта аҡыл юҡ. Хәҙер бөтөнләй ҙә киселгә әйләнде. Шуға ла ултырам хәҙер.

Мәскәй әбей.Хәҙер, хәҙер. Ошоно эсһәң, үтәсәк. (кружка бирә).

Кощей  эсер ҡарай.Тфү, тфү... Әшәке.

Мәскәй. был бит дарыу, дарыу тәмле булмай инде ул.

Кощей . Нимәнән эшләнең һуң уны?

Мәскәй. Һөлөктән, ҡойроҡтан, әҙерәк тараҡан, ҡайын япрағы, киптерелгән мухомор ҡушып ҡайнаттым. Вареньенан да һәйбәтерәк килеп сыға. Бөтөн  ауырыуҙарҙы   бөтөрә. Яңы йылды күңелле итеп үткәрәсәкһең. Йәшлегең кире ҡайтыр.

Кощей. Киптерелгән мухомор тиһеңме? Эх һин, дауалаусы! Ошондай “белгес” менән оҙаҡ йәшәрһең инде? Иртәрәк үлмәһәң!? Минең мейемдә кисел булһа ла, ну-ка, дуй бынан тиҙерәк!

Мәскәй. О-е-ей? Һин ысынлап та үҙең үҙеңә оҡшамағанһың! (Баҫтырышып сығалар).

Тауыш. Иғтибар! Иғтибар! Урманда  йәшәүселәрҙең радиостанцияһы һөйләй. Яңы йылға тиклем бер нисә көн ҡалды. Бөтәгеҙ ҙә мөһим ҡунаҡтарҙы: Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршыларға әҙерләнегеҙ. Ә Мәскәй әбей менән Кощейға иң яуаплы эш: урандан иң матур, иң ҡупшы шыршыны табырға кәрәк.

Мәскәй: әйҙә киттек инде,ул шыршыны ҡайҙан табабыҙ инде .

Кощей:Мин беләһеңме нимә тип ишеткәйнем, балалар баҡсаһында Яңы йыл ҡаршылайҙар.Шыршының иң матурын ултырталар икән. Әйҙә киттек эҙләп балалар баҡсаһын.

Икәуләп сығып китәләр.

Алып барыусы: Балалар, бәлә бит, ҡлай яуыз,  Ҡыш бабай килеп еткәнсе, беҙҙең шыршыбыҙҙы алып сығып китмәһендәр ул. Үҙебеҙгә тиҙерәк юлға сығып Ҡыш бабайҙы байрамға саҡырырға кәрәк. Беҙҙең күңелле йырҙарҙы, бейеуҙәрҙе ишетеп бәлки килеп тә етер үҙе.Тик беҙ бөтәбеҙ ҙә шыршыны ҡалдырып сығып китә алмайбыҙ.Әйҙәгеҙ башта юлға күңелле петрушкаларҙы ебәрәйек!

Танец “Петрушек” (со снежками).

(теҙелешеп урындарында ҡалалар).

Алып барыусы:Шунан,осраманымы юлығыҙҙа Ҡыш бабай?

Петрушкалар: Юҡ!!!

Алып барыусы: 

Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп

Баҫайыҡ шыршы тирәләп.

Байрамға бөтмәҫ йыр өҫтәп,

Йырлашып алайыҡ бергәләп.

Хоровод “Водим, водим, возле елки...” (старшая группа)

(подготовительная группа).

Алып барыусы:Балалар, беҙҙең күңелле йырҙы Ҡыш бабай ишетте шикелле.Мин ниндәйҙер тауыштар ишетәм...

Мәскәй әбей менән Кощей керәләр.

Мәскәй әбей: Бына эҙләй торғас, шыршының ваще суперскийын таптыҡ.

Кощей: Эйе, шул. Тик ҡарале, бында балалар әллә Яңы йылға йыйылған ул.

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ!Аҙашып килеп сыҡтығыҙмы әллә?

Кощей: Юҡсы, һеҙҙә байрам тип ишеткәйнек.

Мәскәй: Беҙҙең бер ҡасан да балаларҙың елка байрамын күргәнебеҙ юҡ, шуға һеҙҙең баҡсаға инеп сығырға булдыҡ.  

Мәскәй: нисек йырлайығыҙ әле һеҙ..

Мәскәй: В лесу родилась телочка...

Кощей.Телочка түгел, елочка.

Мәскәй. Ә, эйе... В лесу родилась елочка

     В лесу она росла.

     Зимой и летом бледная...

Кощей .Не бледная, а...

Мәскәй.Не бледная была.

В трусишках зайка серенький

Под елочкой скакал.

Кощей. Нимәлә скакал?

Мәскәй . В трусишках. Һуң ҡыш көнө һыуыҡ, өшөмәҫ өсөн шулай кейенгән. Йырларға ҡамасаулама!

В трусишках зайка серенький

Под елочкой скакал.

Порою волк, сердитый волк

С овцою пробегал.

Кощей. Ә ниңә һарыҡ менән?

Мәскәй. Бүреләр һарыҡты ныҡ ярата, шуға!

Кощей. Ә-ә.

Мәскәй. Чу, снег по лесу частому

Под полозом скрепит.

Лошадка вислоухая

Торопится, лежит.

Кощей . Лежит?

Мәскәй. Һуң, арыған да, ята!

Везет лошадка дровенки

И уголь, и овес.

А в дровнях тех мужик примерз,

Он елку детям вез.

Мәскәй рәхәтләнеп көлә, баш эйә, воздушный поцелуй ебәрә. Не надо оваций,поклон.

Ә хәҙер шыршыны тоҡандырырға кәрәк.

Кощей.Шыршыны? Ниңә? Ул ана ниндәй матур.

Мәскәй.Шулай тейеш. Яңы йылда шыршыны яндыралар.

Мәскәй.Ну, әгәр тейеш икән... (кеҫәһенән шырпы сығара).

Алып барыусы.Һеҙ нимә? Башығыҙға һыуыҡ ҡаптымы? Бөтә балалар шыршының уттарын нисек ҡабыҙырға белә! Шулаймы , балалар? Әйҙәгеҙ әле бергәләп. 1, 2, 3 ! Шыршы уттарын ҡабыҙ!!!

Мәскәй:Ә мин уны яндырып ебәрәләр икән тип уйлағайным!

Кощей : ә һеҙҙең Ҡыш бабайығыҙ ҡайҙа һуң?

Алып барыусы:Беҙ уны көтәбеҙ, килеп етергә тейеш.

Кощей:Әй, улай ҡыҙыҡ түгел.

Мәскәй әбей : Ошолай көтөп тик ултырағыҙмы шунан?

Алып барыусы: Нишләп, юҡсы, йырҙар йырлайбыҙ, уйындар уйнайбыҙ.

Мәскәй : Әйҙәгеҙ беҙ ҙә уйнап алайыҡ улайһа.

Эстафеты

(уйындан һуң урындарына ултыралар)

Мәскәй: Былар беҙгә бер ҙә генә елкаларын бирмәйәсәк.

Кощей: Шулай шул. Әйҙә ваҡыттыбыҙҙы әрәм итмәйек, киттек икенсе ерҙән эҙләргә.

Кощей: Ә һеҙгә Ҡыш бабай бүләктәр ҙә таратамы? 

Балалар:Эйе!

Кощей: Ишетәһеңме?

Мәскәй:Ишетәм ишетәм, бәлки беҙгә юлда, осрарҙар.Ярай атыу һеҙҙең менән күңелле лә ул, тик беҙҙең үҙебеҙҙең эштәребеҙ бар.

(Сығып китәләр)

Алып барыусы: Ҡыш бабай һаман юҡ. Ҡарлы- буранда аҙашып йөрөйҙәр микән.Балалар әйҙәгеҙ, ҡар бөртөктәрен ебәрәйек юлға!

Балалар: Әйҙәгеҙ.

Танец “Снежинок” и “Снегурочек”

Бейеу менән бергә Ҡыш бабай килеп инә. Уның артынан һуңлап Ҡарһылыу инә.

Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ балалар!

Балалар:Һаумыһығыҙ!

Ҡыш бабай: Саҡырыуығыҙҙы алып

Килеп еттек ҡунаҡҡа.

Матур байрам йырҙарығыҙ

Яңғырап тора йыраҡҡа. Бына Ҡарһылыу ҡыҙым менән килеп еттек. Ҡарһылыу ҡыҙым, һин ҡайҙа? Беҙҙең менән бергә килә ине. Ҡарһылыу!  

Күңелле бейеу көйөнә Ҡарһылыу килеп инә.

Ҡыш бабай, ҡалай һеҙ шәп барып еткәнһегеҙ балалар баҡсаһына!

Ҡарһылыу: Һаумыһығыҙ, кескәйҙәр!

Ҡарһылыу: Тәрән ҡарҙарҙы йырып

Һеҙҙе бигерәк һағынып.

Оҙон юлдар үттек беҙ

Һеҙгә килеп еттек беҙ.

Йыр “Һаумы , һаумы Ҡыш бабай ” (Старшая группа)

Йыр “Ҡыш бабай килде выжлап”(подготовительная группа).

Ҡыш бабай: Рәхмәт, ҙурланығыҙ.

Ҡарһылыу: Бигерәк матур, шаян балалар йыйылған бында. Ә тағы ниндәй һөнәрҙәрегеҙ бар, күрһәтеп ебәрегеҙ әле.

Танец “Бубенцы” (старшая группа)

Танец “Потолок ледяной”(подготовительная группа)

Ҡарһылыу : Афарин балалар, Ҡыш бабайҙың килеуенә әҙерләнгәнһегеҙ.

Ҡыш бабай:Эйе, рәхмәт. Балалар тик мин балалар менән уйнарға ла яратам. Тороғоҙ түңәрәккә.

Уйын – йыр “Ҡыш бабай менән балалар”(йырлайҙар)

 Ҡ.б. Ыж – ыж итәрмен,

Ап – аҡ ҡарҙы тетәрмен.

Осортормон туҙҙырып

Битегеҙҙе ҡыҙҙырып.

Балалар. Ыж – ыж итә бир,

Ап – аҡ ҡарҙы тетә бир.

Беҙҙең  биттәр һау булыр.

Алма кеуек ал булыр.

Ҡ.б. Ыж – ыж итәрмен,

Ап – аҡ ҡарҙы тетәрмен.

Баҡсағыҙҙы күмәрмен,

Ҡарҙан  тауҙар өйәрмен.

Балалар. Ыж – ыж итә бир,

Ап – аҡ ҡарҙы тетә бир.

Балалар таулы булыр

Шыуырға яйлы булыр.

Ҡ.б. Ыж – ыж итәрмен,

Ап – аҡ ҡарҙы тетәрмен.

Тауҙан теткән ҡар менән

Боҙҙо ҡаплап китәрмен.

Балалар. Ыж – ыж итә бир,

Ап – аҡ ҡарҙы тетә бир.

Ҡарҙарыңды көрәрбеҙ,

Боҙоңа һыу һибәрбеҙ.

Ҡыш бабай: Афарин, бер ҙә бирешмәйһегеҙ, афарин! Арыттығыҙ мине тамам.

Ҡарһылыу: Арыһаң олатай, бейеп тә күрһәт, шунда үҙеңә хәл дә кереп китер.

Ҡыш бабай: Әйҙә, ҡыҙым ярҙам ит миңә, бергәләп күңеллерәк тә булыр.

“Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың бейеуе.”

Ҡарһылыу: Ҡыш бабай, бына күрҙең инде,балалар шиғырҙар әҙерләгән , йыр – бейеуҙәр ҙә өйрәнгәндәр. Әллә бүләктәрҙе тарата башлайыҡмы.

Ҡыш бабай: Әйҙә ҡыҙым, таратайыҡ. (Шыршы эргәһенән санала бүләк индерәләр).

Ҡарһылыу: Олатай, бында балалар бит күмәктәр, ә һин бер генә ҡапсыҡ килтергәнһең. Бүләктәребеҙ етмәй бит.

(Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай бүләктәрҙе һанаған булалар, балаларҙы һанайҙар).

Ҡыш бабай: Ярай, көтөгөҙ  беҙ хәҙер киләбеҙ.(сығып китәләр).

Кощей менән Мәскәй әбей инәләр.

Кощей: Мәсекәй әхирәт, кил әле бында. Ҡара әле, ниндәй матур сана.

Мәскәй әбей: Кемдеке икән ул? Ҡара әле, Кощей дуҫ, сана эсендә нимәлер ялтырай.

(Сана тирәләй йөрөп сығалар, тирә яҡҡа ҡаранып, тоҡто иҙәнгә  ҡуялар.)

Кощей:Был тоҡтоң эсендә  нимә бар икән, әйҙә асып ҡарайыҡ.

Мәскәй әбей:Әйҙә. Һин бар, тирә яҡҡа күҙ һал, берәйһе килеп сыҡмаһын. Ә һандыҡты мин үҙем асырмын.

Кощей:Юҡ инде, уны мин беренсе күрҙем. (тартҡылаша башлайҙар. Тышта Ҡыш бабайҙың тауышын ишетелә, Кощей менән мәскәй әбей тоҡто итәктәре менән ҡаплайҙар)

Мәскәй әбей: Шаулама тип йттем бит мин һиңә.

Йыр башлайҙар.

Уйлайыҡ әле ашыҡмайынса, Кощей дуҫ, Мәскәй дуҫ,

Бына бындаа ултырайыҡ, Кощей дуҫ, Мәскәй дуҫ.

Был һандыҡты бирмәҫ өсөн

Әйҙә берәй хәйлә ҡорайыҡ, Кощей дуҫ, Мәскәй дуҫ.

Һандыҡтағы бүләктәрҙе, Кощей дуҫ, Мәскәй дуҫ,

Икебеҙгә бүлербеҙ, Кощей дуҫ, Мәскәй дуҫ.

Ә Ҡыш бабай килеп сыҡһа,

Беҙ күрмәнек тиербеҙ, Кощей дуҫ, Мәскәй дуҫ.

(Ҡыш бабайҙың тауышы ишетелә. Кощей менән Мәскәй әбей шыршы тирәһенә ҡасалар. Ҡыш бабай менә Ҡарһылыу инәләр).

Ҡыш бабай: Әйттем мин бит һиңә,бөтә булған бүләктәр ошо һандыҡта тип, һандыҡ санала, ә сана ошонда...

Ҡарһылыу: Нисек инде юҡ? Сана тишек булып, әллә юлда төшөп ҡалды микән? Балалар, һеҙ күрмәнегеҙме?(Кощей менән Мәскәй балаларға әйтмәҫкә ҡушалар, ә балалар Ҡыш бабайға ярҙам итәләр. Ҡарһылыу менән Ҡыш аббай  ике яҡтан килеп уларҙы тотоп алалар)

Ҡарһылыу: Балалар, әйҙәгеҙ Ҡыш абайға ярҙам итәйек.(Түңәрәк эшләйҙәр, түңәрәктән сығармайҙар).

Ҡыш бабай: Эләктегеҙме, иптәштәр.

Ҡарһылыу: Ниңә урланығыҙ беҙҙең һпндыҡты?

Мәскәй әбей: Юҡ, беҙ уны урламаныҡ, юғала күрмеһен тип, йырағыраҡ йәшерергә уйлағайныҡ.

Кощей: Беҙ уны һиңә бирербеҙ тип алдыҡ, Ҡыш  бабайу ,йә онотоп ҡуйһаң таратырға тип уйлағайныҡ.

Ҡыш бабай: Ярай. Ярай, байрам  хөрмәтенә бер юлға ғәфү итәрбеҙ. Башҡаса улый тәртипһеҙлек күрһәтмәгеҙ. Ә хәҙер иғтибар! Мин тылсымлы һандыҡты асам. Бер, ике, өс...(Ҡыш бабай  һәм Ҡарһылыу бүләк тараталар, Кощей менән  Мәскәй әбей ҙә ярҙам итәләр.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Весна и Кощей Бесцветный"

Весенний утренник для детей старшей и подготовительной групп....

Сценарий для подготовительной группы на 8 марта "Баба Яга и Кощей Бессмертный"

Цель: Продолжать знакомить с праздником «Международный женский день 8 марта»Задачи: -Воспитывать эмоциональную отзывчивость на происходящее;-доставить эмоциональную радость детям...

Сценарий утренника в старшей группе с использованием дистанционных технологий "Как Баба Яга и Кощей Ивашку спасали"

Сценарий утренника в старшей группе с использованием дистанционных технологий "Как Баба Яга и Кощей Ивашку спасали" бы создан на основе материала интернет-пространства и адаптирован для реал...

Сценарий праздника 8 марта в старшей группе: «Баба Яга и Кощей Бессмертный на празднике бабушек и мам»

Сценарий праздника 8 марта в старшей группе: «Баба Яга и Кощей Бессмертный на празднике бабушек и мам»...

Сценарий спортивного досуга "Кощей и Баба Яга на Олимпиаде"

Сценарий спортивного досуга для второй младшей и средней группы....

Театрализованная сказка «Как Кощей Бессмертный и Баба Яга хотели детям в детском саду праздник испортить»

Театрализованная сказка  «Как Кощей Бессмертный и Баба Яга хотели детям в детском саду праздник испортить»...