Көҙ бйрамы
методическая разработка (подготовительная группа)
Предварительный просмотр:
Көҙгө муллыҡ байрамы.
Маҡсаттар.
- Балаларҙы тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, ғорурлыҡ хисен тәрбиәләү.
- Икмәккә, хеҙмәт кешеләренә ихтирам тойғоһон уятыу.
- Балаларҙың физик, музыкаль һәләтен үҫтереү.
Ҡатнашалар: ололар: Көҙһылыу, Ҡарасҡы.
Балалар: йәшелсәләр, әбей, бабай.
Байрам барышы.
Вальс көйөнә бейеп, йәшелсә костюмдарында япраҡ тотҡан балалар инә.
Тунәрәк ярым әшләп торалар.
Алып барыусы:
- Һаумыһығыҙ, балалар!
-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән байрамға йыйылдыҡ.
-Ә ниндәй байрам икәнен, кем белә?
-Дөрөҫ, көҙ байрамы, мул уңыш, йәшелсә байрамы.
Тәбиғәтте йәмләндереп, Беҙҙгә көҙ килеп етте, Матур күлдәктәрен кейеп Урманды күркәм итте. Ҡайындарҙа-һары күлдәк, Муйылда-ҡыҙыл күлдәк. Көҙгө һырға таҡҡандар, Миләш менән баландар. Бына шулай куңелле, Беҙҙең яҡта көҙ көнө.
(Аяҡ аҫтына һары, ҡыҙыл, йәшел төҫтәге япраҡтар һибелгән).
(Йыр «Осень милая шурши» )
Алып барыусы:
-Афарин балалар!
-Ә беҙ кемде байрамға саҡырырға онотҡанбыҙ?
-Эйе, Көҙһылыуҙы.
-Әйҙәгеҙ балалар бергәләшеп, йырыбыҙҙы йырлап алайык,
-Бәлки йырыбыҙҙы ишетеп, Көҙһылыу беҙгә байрамға килер.
(Йыр “Что нам осень принесет”).
(Көҙһылыу инә).
Көҙһылыу:
- Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! -Һаумыһығыҙ, балалар! -Мин – уңыш, муллыҡ килтереүсе Көҙһылыу булам.
Һеҙгә ашығып килдем мин,
Һеҙҙе һағынып килдем мин,
Һеҙгә сәләм килтерәм
Йыраҡ-йыраҡ илдәрҙән
Көҙгө әсе елдәрҙән.
Мине көттөләрме икән.
Балалар: Көттөк, көттөк.
Алып барыусы:
Баҡсаларға көтмәҫтән,
Ниндәй алтын төҫ керҙе.
Япраҡтар яуҙы юлға,
Көҙ килде бит, көҙ килде
- Әйҙәгеҙ, Көҙһылыу, түрҙән үтегеҙ, байрамда бергәләп күнел асайыҡ.
Көҙһылыу:
Сер итеп һеҙгә әйтәм.
Шиғырҙар мин яратам.
-Ә һеҙ, балалар, шиғырҙар беләһегеҙме?
Алып барыусы:
-Әйҙәгеҙ, балалар, көҙ тураһында шигырҙар һөйләп ишеттерәйек Көҙһылыуға.
(Балалар шиғыр һөйләйҙәр).
Көҙһылыу:
-Афарин балалар!
-Бигерәк куп шиғырҙар беләһегеҙ икән.
-Матур итеп һөйләйһегеҙ, рәхмәт.
Алып барыусы:
Бөгөн беҙҙең баҡсабыҙҙа
Йәшелсәләр ҡунаҡта.
Шуға күрә һөйләшәбеҙ
Тик ошо ғына хаҡта.
-Ә хәҙер йомаҡ ҡойоп алайыҡ.
1. Алма тиһәң, алма түгел, ҡыяр тиһәң – түңәрәк. (Помидор.)
2. Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым. (Еләк.)
3. Осо нәҙек, төбө йыуан, ярата уны ҡуян. (Кишер.)
4. Башы юҡ – эшләпәле, аяғы бар – итекһеҙ. (Бәшмәк.)
5. Илай ҙа илай, бала-сағаны өйгә ҡыуалай. (Көҙ.)
6.Олоһо ла, кесеһе ла-эшләпә кейә(Бәшмәк).
7.Тышы буй-буй, эсэ-ҡыҙыл, Емештәре ҡап-ҡара. Бал тәме килә үҙенән. Киҫкеләп ашап ҡара.(арбуз). 8.Аяҡһыҙ,ҡулһыҙ ҡапҡа аса.( ел). 9.Үҙе илай, үҙе һыйлай.(көҙ). 10.Балалар, әйтегеҙ әле, күк йөҙөн болот ҡаплап, ямғыр яуһа, нимә беҙҙе ҡаплай?
Балалар: ҡулсатыр-зонтик.
Алып барыусы:
-Әйе кулсатыр, зонтик.
-Ә хәҙер кыҙҙар һеҙгә ҡулсатыр-зонтиктар менә бейеп курһәтер.
(Бейеу зонтиктар менән.)
Алып барыусы:
-Әйҙәгеҙ, балалар, беҙ аҙғына ял итеп, уйын уйнап алайык.
(Уйын “Йәшелсә менән йемеш-йеләкте айыр.”)
Көҙһылыу:
-Ай! Афарин балалар, һеҙҙен менән бигерәк кунелле икән.
Алып барыусы:
- Ә хәҙер кыҙҙар көҙһылыуға тамсы бейеуҙәрен буләк итәләр.
(Бейеү: «Тамсы бейеүе»)
Көҙһылыу:
-Ҡыҙҙар бейеуегеҙ минә бик нык окшаны.
Алып барыусы:
-Ә хәҙер, көҙһылыу менан, бер уйын уйнап алайык.
(Уйын «Тылсымлы кулсатыр»)
Көҙһылыу:
-Афарин, балалар, бик кунелле һеҙҙең менан.
Алып барыусы:
-Көҙ көнө баҡсанан, мул йәшелсә-емеш йыйып алалар. Ошо йомаҡты сисһәгеҙ, тағы ниндәй үҫемлек хаҡында һөйләргә онотҡаныбыҙ икәнен белерһегеҙ. Яҙын сәсәләр. Көҙөн уралар, Тирмәндә тарталар.
Нимә ул? – Дөрөҫ Бойҙай. -Бойҙай – беҙҙен иң ҙур байлығыбыҙ. Бойҙайҙан он эшләйҙәр. Ә ондан икмәк бешерәләр. -Кем икмәк тураһында мәҡәлдәр белә?
-Әйҙәгеҙ мин башын әйтәм мәкәлден, ә һеҙ аҙағын.
1.Икмәк – ил байлығы.
2.Икмәктән оло аш юҡ.
3.Ерҙе һөйгән ас булмаҫ.
4.Икмәкте ер уңдырмай, тир уңдыра.
5.Ағасты япраҡ, кешене хеҙмәт биҙәй.
6.Йәйен эшләһәң, ҡышын ашарһың.
7.Кем эшләмәй, шул ашамай.
8.Сәсмәһән яҙ көнө, ни ашарһың көҙ көнө?
9.Яман орлоҡ сәсеп, яҡшы иген көтмә.
10.Сәскән йыйыр, сәсмәгән илар.
11.Көҙ айы-байлыҡ, муллыҡ.
Көҙһылыу:
-Афарин, мәҡәлдәрҙе ҡайһылай күп беләһегеҙ икән.
Алып барыусы:
-Ҡарағыҙ але балалар беҙҙең баҡсала йашелсалар ниндай күп уңған быйыл .
(Бейеу: “Йәшелсәләр бейеуе”)
(Сценка: “Йәшелсәләр бәхәсе”)
(Йыр «Уңыш йыры» )
(Йыр «Хоровод - вышли дети в огород) (Хороводтан һуң ҡарасҡы инә.)
Ҡарасҡы:
Һаумыһығыҙ! Мин һуңламаным мы байрамға.
-Уф, олгорҙом щикелле, минең эшем бик куп баҡсала, йашелсаларҙе карап һаҡлап, богон байрам иканен онотоп боттом.
Алып барыусы:
-Һаумы Ҡарасҡы, байрамыбыҙ ботоп кила ине шул. Һин килгас берай уйын уйнап алайыҡ һинеңменан.
(Уйын «Пугало»)
Ҡарасҡы:
- Ҡалай һеҙҙең менан куңңелле икан. Рахмат һеҙга күңелемде астығыҙ
Көҙһылыу:
-Ә мин һеҙга буш ҡул менан килманем балалар, кәрҙинемә һеҙгә күстәнәс алып килдем.
(Балаларға кустәнәстәр өләшә).
Көҙһылыу: - Рәхмәт, балалар. Байрамығыҙ бик оҡшаны. -Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә китергә лә ваҡыт етте, мине бит икенсе балалар баҡсаһында ла көтәләр. -Икенсе йылға тиклем һау булығыҙ. Ҡарасҡы: Минә лә икенсе йәйгә тиклем ял итергә кәрәк, баҡсаларҙа йашелсаларҙе, емеш-елактарҙе алып бөттөләр, эш бөттө, һаү булып тороғыҙ.
(Музыка уйнай, көҙһылыу менән ҡарасҡы хушлашып сығып китәләр). (Йомғаҡлау). (Куңелле көй аҫтында, балалар сығып китә.)
