"Һаумы , Ҡояш!" байрам кисәһе.
план-конспект занятия (средняя группа)

Ахмедьянова Гульнара Наиловна .Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы

Март уртаһында , көндәр йылыныуға үткәрелә торған байрам кисәһе. Ҡояш тураһында белемдәрен киңәйтеү, тел байытыу, күңел асыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл koyash_bayramyna_stsenariy.docx29.33 КБ

Предварительный просмотр:

Ҡояш байрамы

Өлкәндәр  төркөмдә күңел асыу кисәһе.

Маҡсат һәм бурыстар: Балаларҙы төрлө тәбиғәт күренештәре менән таныштырыу. Ҡатлыҡлы, “ҡояшлы” атмосфера булыдырыу. Эмоциональ йылылылыҡ һәм шатлыҡты тойоу һәм башҡаларға таратыу һәләтен үҫтереү.

Йыһаз: Залды тейешенсә биҙәү, бейеү өсөн зонтиктар, “ҡояш”тар әҙерләү. Ҡояш формаһындағы тәмлекәстәр менән һыйлау.

Әҙерләнеү процесы: Балаларға шиғыр таратыу, йыр-бейеүҙәр өйрәнеү, уйындар әҙерләү.

Сара барышы:

Музыка яңғырай – темаға ярашлы биҙәлгән залға балалар килеп инә.

Тәрбиәсе:

Балалар! Һеҙгә йомаҡ –

Йәй йылыта – ҡышын юҡ,

Бар донъяға нур сәсә,

Үҙе арымай һис тә,

Ана, тәҙрәнән ҡарай

Яғымлы-               ( Ҡояш апай!)

Эйе, балалалар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Ҡояш байрамына йыйылдыҡ. Күңелле йәй миҙгеле менән хушлашып, яҙҙан алып беҙҙе үҙенең йылыһы менән ҡыуандырған Ҡояш апайға рәхмәт әйтеп, йырлап-бейеп күңел асайыҡ, йәме.

Әйҙәгеҙ әле, физминутка эшләп алайыҡ.

Һаумы, алтын ҡояшым! (ҡулдар менән түңәрәк яһау)

Һаумы, зәп-зәңгәр күгем! (ҡулдарҙы болғау)

Иҫәнме һин, елкәйем, - (биткә ел елпеү)

Бөтәгеҙҙе сәләмләйем! (ҡулдарҙы ҡыҫыу)

Муз. етәксе:

Алтын Ҡояшҡайҙы данлап

Йырлап алайыҡ.

Күңелле йырыбыҙ менән

Уны бында саҡырайыҡ.

Балалар “Есть у солнышка дружок” йырын башҡара.

Тәрбиәсе:

Алтын юлдан Ҡояш атлай

Беҙҙең бүлмәгә ҡарай.

Бүлмәгә Ҡояш килеп инә .

Ҡояш:

Һаумыһығыҙ, балалар!

Матур ҡыҙҙар-малайҙар!

Һеҙгә килдем ҡунаҡҡа,

Йырлап-бейеп, уйнарға!

Балалар бергә: Һаумы, Ҡояш!

Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, Ҡояш апайҙың нурҙары нисек балҡый. Бүлмәбеҙ ҙә яҡтырып, тағы ла йылынып китте, шулаймы?!

Әйҙәгеҙ, Ҡояшҡайҙы дәртле бейеүебеҙ менән ҡыуандырайыҡ әле.

Бейеү “Светит солнышко для всех”

Ҡояш (тронға ултыра): йырларға, бейергә яратаһығыҙ, ә шиғырҙар һөйләй беләһегеҙме?

Балалар шиғыр ятлайҙар.

Тәрбиәсе:

Ҡояш байрамына беҙгә

Кемдер ашҡынып килә.

Тыңлайыҡсы, тауышын, (Көслө ел иҫә)

Йә әйтегеҙ, кем белә?

Залға Ел-малай йүгереп инә.

Ел-малай: Йөрөйөм мин йүгереп

Бик күп илдәрҙе гиҙеп.

Тәҙрәнән килеп индем

Һеҙҙә байрамды күреп.

Ҡояш: Балалар, был минең дуҫым Елкәй.

Тәрбиәсе: Ҡояш апай ныҡ ҡыҙҙырып ташлаһа, еләҫ кенә ел исҫкәнен биеҙ бик яратабыҙ, шулаймы?

Ел-малай: Малайҙар, күрһәтегеҙ әле, ел нисек була?

Муз. Етәксе: Күрһәтәйек әле. Тын юлына күнекмә “Ветерок”

Ел-малай: Әйҙә, уйнап алайыҡ.

Балаларға вертушкалар таратып бирелә.

Уйын “Вертушки”

Ел-малай: Рәхмәт, балалар, күңелде күтәрҙегеҙ. Ярай, мин ары киттем. Һау булығыҙ!

Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, балалар! Елкәй беҙгә тағы нимә килтергән?

Йомаҡ:

Ҡояштан көслө,

Елдән көсһөҙ.

Аяғы юҡ – ил гиҙә,

Күҙҙәре юҡ – йәш түгә.(Болот)

Тәҙрә төбөндәге болотто алып бер яҡҡа элеп ҡуя.

Ҡояш: Ой, болоттар күбәйә башланы, ямғыр яуырға уйлай.(Болот артына йәшенә)

Фонограмма - ямғыр яуа

Тәрбиәсе: Ямғыр яуа башланы, ҡыҙҙар алығыҙ зонтиктарығыҙҙы алығыҙ.

Бейеү “Дождик”

Тәрбиәсе: Ҡояшҡай, сыҡ инде, ямғыр бөттө.

Залға Йәйғор килеп инә.

Йәйғор: Рәхмәт, балалар, йырлап-бейеп, тирә-яҡҡа ҡояшлы кәйеф бүләк иткәнегеҙ өсөн. Болоттар таралды, Ҡояш ҡалҡты, һәм мин – Йәйғор шундуҡ килеп тә сыҡтым.

Ҡояш: Рәхмәт, йәйғор! Күктә йәйғор балҡыуын балалар бик ярата. Балалар, йәйғорҙоң ете төҫө бар, һеҙ уларҙы беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ әле, ул төҫтәрҙе атап үтәйек.

Афарин.

Йәйғор : Балалар, әйҙәгеҙ ял итеп, уйын уйнап алайыҡ. “Ямғыр һәм ҡояш” тип атала ул. Музыканы иғтибар менән тыңлағыҙ, ямғыр яуһа, зонтик аҫтына йәшенәбеҙ, ҡояш ҡалҡһа, йүгерешеп уйнайбыҙ.

Уйын “Ямғыр һәм ҡояш”

Ял минуты

сәскәләр ҙә күренде (сүкәйеп ултыралар) Һәм ҡояшҡа үрелде. (ҡулдарҙы һоноп яйлап торалар) уларға йылы кәрәк, (Ҡулдарҙы күтәреп өйөрөләләр) ҡояш аҫтында рәхәт. ел иҫте... (Ҡулдар өҫтә) сәскәләрҙе һелкетте… Уңға бөгелдөләр, (Уң яҡҡа эйеләләр) ергә эйелделәр. (Алға эйеләләр) һулға бөгелдөләр, (Һулға эйеләләр) ергә эйелделәр. (сүкәйәләр) Бар һин, ел, бынан кит, (ике ҡулды һелтәп ҡыуалар) сәскәләргә теймәй үт, (бармаҡ янайҙар) улар ҙур булып үҫһен, (ҡулдар өҫтә) беҙгә бәхет килтерһен (өйөрөләләр)

Тәрбиәсе: Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, Ҡояштың күңелен күтәреп, уға рәхмәт әйтеп, сәскәләр тураһында йырлап-бейеп алайыҡ.

Йыр”Баҡсабыҙҙа гөл-баҡса”

Музыка уйнай. Төн килеп инә.

Төн: Ҡара, күңел асалар,

Ҡалай ҡыуанышалар.

Ҡояшты мин ҡаплайым,

 Оҙаҡҡа йоҡлатайым!      (Ҡара тауар менән Ҡояшты ҡаплай)

Тәрбиәсе: Ҡояш йоҡоға талды,

Донъя ҡараңғыланды.

Балалар, нимә эшләйбеҙ?

Бергә: Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ,

Төн ағай кит-кит!

Төн: Китәм мин, китәм. Тик Ҡояшты уятмайым. (Сығып китә)

Әтәс:        Балалар! Әйҙәгеҙ, ҡояш тураһында матур йыр йырлайыҡ.

                    Ул беҙҙе ишетер, йоҡоһонан уяныр.

Йыр “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!”

Ҡояш уяна.

Тәрбиәсе: Күрҙегеҙме, балалар, Ҡояш апай уянды!

Ҡояш: Рәхмәт, балалар! Һеҙ мине ҡотҡарҙығыҙ! Мине данлап бик матур байрам бүләк иттегеҙ!

Музыкаль етәксе: Әйҙәгеҙ балалар, түңәрәккә тороп, бөтәбеҙ бергә бейеп алабыҙ.

Хоровод”Утром солнышко встает...”

Тәрбиәсе:

Рәхмәт, Ҡояш, булғаныңа

Рәхмәт йылы нурҙарыңа!

Һин балҡыһаң, донъя була,

Һин яйылытһа, икмәк уңа!

-Беҙҙең байрам аҙағына яҡынлашты. Балалар, Ҡояш апай менән күңеллеме?(Балалар яуап бирә) Мин һеҙгә һәр ваҡыт йөҙөгөҙ шулай балҡып тороуын, кәйефегеҙ ҡояшлы, күңелегеҙ яҡты, күгегеҙ аяҙ булыуын теләйем. Ә уның өсөн бер-беребеҙгә яғымлы ҡараш, бер йылмайыу ҙа етә.

Ҡояш: Һеҙгә сюрпризым да бар – ҡояшлы тәмлекәстән ауыҙ итегеҙ!

Тәрбиәсе: Ҡояш апайға рәхмәт әйтәйек—РӘХ-МӘТ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

2014- жылдың 4- маусымында бала бақша аумағында, Астана қаламыздың астана күніне арналған спорттық велосайысы өткізілді.

2014- жылдың 4- маусымында бала бақша аумағында, Астана  қаламыздың астана күніне арналған спорттық велосайысы өткізілді.№5 КМҚК бала бақшасында, 4-7 жастар аралығындағы балаларға арналған жылдық...

Белем - тәрбиә биреү эштәрен планлаштырыу. Тема: « Һау бул балалар баҡсаһы! Һаумы мәктәп!»

  Календарно- тематический план  воспитательно - образовательного процесса в группах – это заблаговременное определение порядка, последовательности осуществления образ...