Сценарий праздника "Беренсе сентябрь"
материал

Материал для старших дошкольников.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл berense_sentyabr_stsenariy_1.docx16.7 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы Баймаҡ районы Муниципаль районының Баймаҡ ҡалаһы муниципаль автономлы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы “Әкиәт “ҡатнаш төрҙәге балалар баҡсаһы

Беренсе сентябрь-белем байрамы

Тәрбиәсе: Йосопова Гөлирә Разаҡ ҡыҙы

Беренсе сентябрь- белем байрамы

Маҡсат:Уҡыу йылы башына балаларҙа уңай эмоциональ һәләт тыуҙырыу.

Бурыстар:

-балаларҙы яңы белем алырға әҙерләү;

-уҡыу,яҙыу әсбәптәрен иҫкә төшөрөү;

-байрам атмосфераһы тыуҙырыу;

Сара барышы:

Тәрбиәсе: Тыуған ерҙең һәр-бер нөктәһендә

Ҡаршылайҙар белем байрамын.

Яңғырай балаларҙың шат ауазы,

Ҡулдарында сәскә бәйләме.

  • Һаумыһығыҙ. Балалар, бөгөн илебеҙҙә ҙур байрам - беренсе сентябрь- белем көнө! Ә һеҙ уның ниндәй байрам икәнен беләһегеҙме?(балаларҙың яуаптары). Әйе,был көндө балалар мәктәпкә уҡырға, белем алырға баралар. Яңы уҡыу йылы башлана. Ҡыҙҙар,малайҙар,мин бөгөн һеҙҙе Әкиәт иленә сәйәхәткә саҡырам. Барабыҙмы?
  • Әйҙәгеҙ келәм-самолетҡа ултырып юлға сығайыҡ.

(Музыка аҫтында балалар әкиәт иленә баралар.Аҡланда Батшабикә ултыра.)

Батшабикә: Хәйерле көн, балалар! Мин һеҙҙе беренсе сентябрь-белем көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Яңы уҡыу йылында ҙур уңыштар теләйем. Мин батшалығымда “Байрам хужаһы”тигән бәйге иғлан итәм. Кем беҙҙең күңелде яулай,шул “Байрам хужаһы”буласаҡ.

(Алҡыштар аҫтында Математика инә).

Математика: Һаумыһығыҙ,ҡунаҡтар! Мин- ҡыҙыҡлы математика.Мин һеҙгә бер уйын тәҡдим итәм. Ул “Дөрөҫ баҫ” тип атала.(Балалар көй аҫтында бейеп йөрөйҙәр. Көй туҡтағас,Математика ниндәй һан күрһәтә,шул һан ҡәҙәр бергәләшеп түңәрәккә баҫалар.)

Математика: Батшабикә,оҡшанымы минең уйыным? Мине байрам хужаһы итеп һайлайһыңмы?

Батшабикә: Уйының оҡшаны, ләкин башҡаларҙы ла күрәйек әле.(Туған тел инә.)

Туған тел: Һаумыһығыҙ! Ә мин һеҙгә йомаҡтар алып килдем.

-Үҙе уҡый белмәһә лә,ғүмер буйына яҙа (ручка).

-Теле юҡ,үҙе аңлата (китап).

-Өҫтәлгә лә мин ҡуям,сумкагаға ла мин тығам,шунда мин яҙып барам (дәфтәр).

-Үҙе аҡ,үҙе матур,төҫлө буяуҙар менән унда рәсем төшөрәм (альбом).

-Бәләкәс кенә булһа ла ,яҙыуҙарҙы юҡ итә.(Юйғыс)

Туған тел: Мин һеҙгә тағы ла бер уйынтәҡдим итәм, “Әкиәтте таны” тип атала.(Туған тел әкиәттәр төшөрөлгән рәсемдәр күрһәтә,балалар әкиәттең исемен әйтәләр.)

Туған тел: Афарин, балалар! Йә Батшабикә,мине Байрам хужаһы итәһеңме?

Батшабикә:Туҡта әле,Туған тел, беҙҙең тағы ла бер дәғүәсебеҙ ҡалды.Рәхим ит ,Белем тылсымсыһы!

Белем тылсымсыһы: Хәйерле көн ,балалар! Иҫәнме, Батшабикә! Мин-Белем тылсымсыһы! Доньяла бөтә нәмәне белеп була. Әгәр ҙә балалар өйрәнергә теләһәләрмин ярҙам итергә әҙер. Ләкин бар нәмәне белер өсөн, иғтибарлы булырға кәрәк.хәҙер мин һеҙҙе тикшереп ҡарайым. Был уйын “Был мин,был мин,был минең дуҫым” тип атала.

-Кем бөгөн йоҡонан торғас йыуынды?

-Кем китаптар ярата,уларҙы һаҡлап тота?

-Кем уйындан һуң уйынсыҡтарын йыя?

-Кем тәртип боҙа,иптәштәрен рәнйетә?

-Км ашағанда һөйләшмәй,матур итеп ултыра?

Белем тылсымсыһы:Булдырҙығыҙ ,балалар! Хәҙер “Түбәтәй” уйынын уйнап алайыҡ.(Түбәтәй кемдә ҡала , шул тылсымсының һорауына яуап бирә).

-Ниндәй йыл миҙгелендә ҡар яуа?

-Ниндәй хайуандар ҡыш көнө йоҡлай?( айыу,терпе)

-Ниндәй емеш лампочкаға оҡшаған?(груша)

-Мәскәй әбей нимәгә ултырып оса?(һепертке)

-Икенән һуң ниндәй һан килә?(өс)

-Бер ҡулда нисә бармаҡ?(биш)

Белем тылсымсыһы: Афарин,быныһын да булдырҙығыҙ! Балалар,ҡарағыҙ әле,көҙгә инһәк тә,йәй үҙенең матурлығын юймаған.Әйҙәгеҙ беҙ йәй менән хушлашып йәй рәсемен төшөрәйек.(йәй һүрәтен төшөрөү).

-Йә, Батшабикә ,һеҙгә оҡшанымы? Мине барам хужаһы итеп һайлайһыңмы?

Батшабикә: Һай булдырҙың! Балалар ,һеҙгә оҡшанымы? Кем менән һеҙгә күңеллерәк булды?Ни өсөн? Кемде Байрам хужаһы итеп һайлайбыҙ?(Байрам хужаһын һайлау.Бергәләшеп түңәрәктә бейеү.Әкиәт иленән ҡайтыу.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий утренника "! сентября-день знаний"

Хороший сценарий для проведения Дня знаний...

"Приключения на полянке знаний." Сценарий 1 СЕНТЯБРЯ

ПРАЗДНИК ПОСВЯЩЕННЫЙ 1 СЕНТЯБРЯ.Приключения на полянке знаний.  Ведущий: Здравствуйте, взрослые!Здравствуйте, дети!Очень мы рады сегодняшней встрече!Ребёнок:Промелькнуло быстро лето,Пробежал...

«Волшебные конфеты Знаний» Сценарий 1 сентября для детей разновозрастной группы

«Волшебные конфеты Знаний» Сценарий 1 сентября для детей разновозрастной  группы Цель проведения мероприятия: создание праздничной атмосферы, настроить детей на радость...

Сценарий 1 сентября во второй младшей группе

Сценарий 1 сентября во второй младшей группе...

Сценарий праздника ! сентября.

Приближается первое сентября. День знаний отмечают в школах. А мы с своем детском саду " Пенаты", тоже решили для детей устроить праздник. Я написала сценарий и мы с сотрудниками готовим сюр...

Сценарий 1 сентября 2017 года

сценарий развлечения посвященный 1 сентября для средней, старшей и подготовительной групп...

Сценарий 1 сентября

Сценарий праздничного мероприятия на улице для групп средего и старшего дошкольного возраста....