"Дуҫлыҡ байрамының" сценарийы
методическая разработка (старшая группа)

Рәхматуллина Линара Ғәфүр ҡыҙы

Сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл duslyk_bayramy.docx15.54 КБ

Предварительный просмотр:

“Дуҫлыҡ байрамы”.

“Урал” йыры яңғырай.

Алып барыусы. Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле,

Күрешеү бит шулай башлана.

Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,

Күңелебеҙ шундай шатлана.

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, тәрбиәселәр, кескәй дуҫтарыбыҙ. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән оло йыйынға – Дуҫлыҡ байрамына йыйылғанбыҙ.

Беҙҙә йыйын, әйҙә, йыйын!

Һүҙ уйнатып, күңел асырға,

Йырҙар йырлап, бейей-бейей

Тыпырлатып килтереп баҫырға.

А.б. Нимә ул йыйын? Йыйын – башҡорттарҙың йәйге байрамы. Ғәҙәттә, ураҡҡа төшөрҙән алда үткәрелә торған булған был йола. Ырыуҙар ырыуҙарҙы, ауылдар ауылдарҙы саҡырып, 15 майҙан – 10-15 июлгәсә һуҙылған.

Йыйында ил яҙмышына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр хәл ителгән, яңы бей һайланған, батырҙар, сәсәндәр үҙ ара көс һынашҡан, ә ҡатын-ҡыҙҙар оҙон ҡышҡы кистәрҙә теккән кейемдәрен, ҡул эштәрен бер-береһенә күрһәткәндәр.

Бөгөн дә йоланан ары китмәй, сарабыҙҙы тап ошо аҫыл кейем өлгөләренән башларға булдыҡ. (Музыка)

Тамырҙарына һаҡсыл ҡараштағы һәр гүзәл зат үҙ ырыуына ярашлы селтәрҙәр яраштыра, күлдәк, камзулдвр тегә, ҡашмауҙар һырлай.

Ҡаршы алығыҙ, сәхнәлә милли кейемдәр өлгөһө.

(Балалар сыға)

Күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу күлдәктәр, өҙөлөп торған билле камзулдар, көмөш тәңкәле ҡашмауҙар, уҡалар ҡыҙ баланы матурлап ҡына ҡалмай, ә күҙ тейеүҙән һаҡлаған, малайҙарҙа күргән ҡамса бүрек, ҡәмәр билбауҙар, елән – камзулдар йәш организмдың дөрөҫ үҫешенә булышлыҡ иткән.

(Тәрбиәселәр сыға)

Тәңкәле сулпылар, көмөш беләҙектәр, балдаҡтар, ынйы, мәрйенле алҡалар, зыңғырлауыҡтар, ҡабырсаҡтар менән семәрләп, селтәрләп эшләнгән селтәрҙәр, һаҡалдар гүзәлдәрҙе күҙ тейеүҙән һаҡлаған.

(инәйҙәр сыға)

Никахҡа ингәндең иртәгеһенә йш киленгә кейҙерелеп, оҙон толомдарҙы ҡаплаған ҡашмауҙарҙан күҙҙәр ҡамаша.

Кейемдәрҙә беҙҙең тарих, кейемдәрҙә беҙҙең тормош.

Кейемдәрҙә күңел торошо, кейемдәрҙә йәшәү рәүеше.

А.б. Йыйынға халыҡ йыйыр өсөн сапҡырдар ебәрҙек. Рәхим итегеҙ! Йыйынды башлайбыҙ.

Сапҡын. Йыйын була! Йыйын була!

А.б. Киләләр, киләләр! Өләсәй, киләләр!

Өләсәй. Эйе-эйе, күрәм. Ана тамъяндар күренде. Артабан меңлеләр...

(Сәхнәгә балалар инәләр). “Шаян йыр”

Өләсәй. Һаумыһығыҙ.

Балалар. Һаумыһығыҙ.

Өләсәй. Рәхим итегеҙ, балалар. Түрҙән уҙығыҙ. Йәгеҙ, иҫән-һау килеп етеүгә бер доға ҡылайыҡ. (Доға уҡыйҙар).

Өләсәй. Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме, башҡорт өс нәмәне белергә тейеш: үҙеңдең сығышыңды, йәғни ырыуыңды, икенсеһе- йондоҙҙарҙың исемен, өсөнсөһө- риүәйәттәрҙе, эпостарҙы. Ә һеҙ беләһегеҙме?

Балалар. Эйе.

Өләсәй. Улайһа, әйҙәгеҙ үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ. Иң беренсе, тамъян ырыуын саҡырайыҡ.

(Тамъяндар сыға).

Ырыуың- Тамъян

Ағасың- ҡарағай

Ҡошоң- ҡарсыға

Ораның – тутыя

Тамғаң – даға.

Йыйынға килгән йырсыларға ла һүҙ бирәйек. Һөнәрҙәрен күрһәтһендәр.

(“Косилка- молотилка” йыры)

2. “Күбәләк” ырыуын саҡырайыҡ.

- Ҡарағыҙсы, кемдәр бейей

Үҙҙәре бик күмәктәр

Өҫтәрендә төрлө-төрлө

Матур-матур күлдәктәр.

Былар бит күбәләктәр. (“Күбәләктәр” бейеүе)

3. Меңле ырыуы.

- Арып та киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ. (“Беҙ,беҙ, беҙ инек” уйыны.)

(Ильданға) Арабыҙҙа сәсәндәрҙә бар икән. Уға һүҙ бирәйек әле. (“Урал батыр” эпосынан өҙөк)

(Аделинаға) – Был һылыу ҡыҙға ниндәй яҙа бирәйек? (Йырлатабыҙ) (“Башҡортостан” йыры).

4. Бөрйәндәрҙә килеп еткән уларға һүҙ бирәйек.

- Һай, бөрйән егеттәре, һай, бөрйән ҡыҙҙары. (“Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе)

5. Түңгәүер ырыуы.

- Йырлап-бейешеп алайыҡ, дуҫтарым. (“Әлиләү генәйем” йыры).

6. Үҫәргән ырыуы.

- Балалар, ә һеҙ ниндәй йондоҙҙарҙы беләгеҙ? (Зөһрә, Етегән)

- Эйе. Етегән йондоҙоноң тарихы ете ҡыҙға бәйле. “Ете ҡыҙ” бейеүен ҡарайыҡ әле.

7. Ҡыпсаҡ ырыуы.

“Миләш” ансамбленә һүҙ бирәйек. (“Миләш” ансамбленең сығышы)

Өләсәй. Һай, афариндар. Йырға, бейеүгә бик маһир балалар йыйылған икән бөгөн. Ырыуҙарҙы бик яҡшы беләһегеҙ. Артабан да онотмағыҙ, йолаларҙы, эпостарҙы белегеҙ, йондоҙҙарҙы өйрәнегеҙ.

Төрлө ырыу балалары

Йыйылғандар бер ергә.

Бөтәһе лә тигеҙ баҫа,

Оҫта улар бейергә.

(“Башҡортостан-гөлбостан” бейеүе.)

А.б. Башҡортостан – дуҫлыҡ йорто

Берҙәмлектә уның ҡото.

Бергә-бергә булһаҡ ҡына

Бәхет ҡошон булыр тотоп.

Берҙәм, бәхетле булығыҙ, дуҫтар! Һау булығыҙ!