сценарий выпускного в ДОО
материал (подготовительная группа)

Газина Сария Габдулхаевна

Бөгөн баҡса бигерәк матур,

Уттары балҡып тора.

Дуҫтар һеҙҙе саҡырабыҙ,

Хушлашыу байрамына.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл vypusknoy.docx28.5 КБ

Предварительный просмотр:

Сығарылыш кисәһе байрамы

Алып барыусы: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы.

(Балалар инеп ултыралар түңәрәккә)

Алып барыусы: (балалар араһында йөрөй тәрбиәсе, лейка менән һыу һибә) Беҙҙең баҡсала, үҫмәй сәскәләр, еләктәр, бәшмәктәр. Үҫәләр унда ҡыҙҙар- йондоҙҙар. Матур күлдәктәрҙә, таҫмаларҙа. Малайҙар- ҡыйыуҙар, салбар һәм галстук кейгән улар. Матур итеп тәрбиәләйбеҙ, ҡарап ҡына үҫтерәбеҙ, беҙ уларҙы.

Алып барыусы: Үтте көндәр, айҙар, йылдар. Балалар үҫтеләр –үҫтеләр һәм ҙур булып киттеләр.

(балалар урындарынан торалар)

Алып барыусы: Бына улар ҡарағыҙ буласаҡ уҡыусылар:

Балаларҙың шиғырҙары:

М.Шәүрә: Бөгөн баҡса бигерәк матур,

Уттары балҡып тора.

Дуҫтар һеҙҙе саҡырабыҙ,

Хушлашыу байрамына.

Руслан : Шаулап – гөрләп, бергә- бергә

Баҡсала 4 йыл үтте.

Инде бөгөн май ҡояшы,

Сағыу нурҙарын һипте.

 Р.Шәүрә:   Бер уйлаһаң күңелле лә,

Бер уйлаһаң һағышлы.

Ни эшләйһең көслө икән,

Был доъяның ағышы.

Салауат : Баҡсала үткәргән көндәрҙең

Буш булманы сәғәте:

Һүрәт төшөрҙөк, уҡыныҡ-

Үҫте һәр кем һәләте.

 А.Илзидә: Белем ишеген асабыҙ

Һау бул, һау бул баҡсабыҙ!

Инде ҙурайҙыҡ хәҙер,

Беҙ бит уҡырға әҙер!

 Ф.Тимур:  Беҙ сабый ғына саҡтан

Ошо баҡсаға килдек.

Ҡәҙерләндек, иркәләндек

Бик күп нәмәләр белдек.

Аделина: Бөгөн беҙҙә оло байрам

Баҡсаны тамамлайбыҙ.

Бик теләһәктә бында

Бүтәнсә ҡала алмайбыҙ.

Динара:. А в сторонке сидят родители

И с волненьем на нас глядят.

Будто первый раз увидели

Повзрослевших своих ребят!

Нуриман : Беҙҙең сабый саҡ бөттө

Инде осор саҡ етте.

Беҙҙе мәктәп кә саҡырып

Ҡыңғырау зыңлап китте.

Йыр “Һау бул баҡсам”

Алып барыусылар: бөгөн беҙҙә бик шатлыҡлы, шулай уҡ саҡ ҡына моңһоу көн, бөгөн сығарылыш байрамы. Оҙаҡламай һеҙҙе еҙ ҡыңғырау тауыштары юлға белем иленә саҡырыр.

Алып барыусылар: Балалар ошо балалар баҡсаһындаһеҙ күп нәмәләрҙе өйрәндегеҙ, үҙегеҙҙе тәртипле тоторға, бөхтә булырға, ололаҙы хөрмәтләргә- һеҙгә лә мәктәпкә барырға ваҡыт етте. Белем – ул кешелектең иң ҙур хазинаһы.

Алып барыусылар: Магазин кәштәләрендә

Бик күп китаптар тора.

Китаптар менән һөйләшкәс

Шундай хәбәр тарла.

Алып барыусылар: Имеш бар тей диңгеҙҙәр,

Диңгеҙҙәрҙә утрауҙар.

Биктә ҡыҙыҡ тей улар.

Утрауҙарҙы күрергә

Барабыҙмы балалар?

Алып барыусылар: Күрәһегеҙме балалар

Беҙгә капитан килгән

Бик күп илдәҙе гиҙгән

Төрлө хәлдәр кисергән

Батыр капитан икән!

(корабль сиренаһы)

Алып барыусылар: Бөгөн “Балалар баҡсаһы” портынан “Бәхетле баласаҡ” карабы белем иленә юл тота. Иптәш капитан 31 баланан торған экипаж юлға әҙер.

Капитан: Ә ҡайҙа ул белем иле? Глобуста ла , карта ла юҡ ул ил.

Алып барыусылар: Ул илде үҙегеҙгә асырға тура киләсәк.

Капитан: Беҙ тәүге асыусылармы?

Алып барыусылар: Әлбиттә!

Капитан: бөтә ерҙе урарбыҙ –

Белем илен табырбыҙ.

Карабҡа ултырайыҡ,

Белем иленә юл тотайыҡ.

Бейеү “                     ”

Капитан:

Күңелле тауыштар

Дәртле көйҙәр ишетелә

Был “Баласаҡ утрауы”

Бик күңелле тыңлауы

Тыңлағыҙ команданы

Туҡтатығыҙ карапты.

Капитан: Һаҡ булығыҙ! Пираттар утрауын күрәм! Ихтибар!!! Һыуҙа кешеләр!!!

(Пираттар килеп инәләр)

1-се пират: Эй унда карапта ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ!

2-се пират: Кем һеҙ? Ҡайҙа юл тотаһығыҙ?

Алып барыусылар: Беҙ балалар баҡсаһынан Белем иленә йөҙәбеҙ. Беҙ инде ҙур үҫтек, балалар баҡсаһы менән хушлашабыҙ, ә сентябрҙә мәктәпкә 1-се класҡа барабыҙ.

1-се пират: Мәктәп, мәктәп....Ниндәйҙер таныш һүҙ

2-се пират: Ә нимә аңлатҡанын белмәйем

Шиғыр мәктәп тураһында :

                                                      : Что такое школа? Как тебе ответить?

Это то, куда спешат по утрам все дети.

Что за странный вопрос, если ты уже подрос?

Если семь, то самый раз сбораться в первый класс!

Что такое школа? Как тебе ответить?

Это то, где ты узнаешь обо всем на свете:

О таблице умноженья, о глаголах и сложеньи,

Про планеты и моря, и что круглая Земля!

Что такое школа? Как тебе ответить?

Перемены и звонки, булочки в буфете

И отметки в дневнике, и заданье на доске,

Все узнаешь и поймешь, если в школу ты пойдешь!

1-​ се пират: Иҫләнем, иҫләнем нисек беҙҙе 11 йыл буйы ыҙалатҡандарын. Уны онотоп буламы мы ней?!

2-​ се пират: Хәҙер беҙ һеҙҙе өйрәтәбеҙ нисек үҙегеҙҙе мәктәптә тоторға.

«Вредные советы в стихах школьникам»

 На уроках не работай,
Двойки, тройки – ерунда.
Что учитель объясняет,
Ты не слушай никогда.

А на музыке, дружище,
Ку-ка-ре-ку распевай,
Если телефон запикал,
То ему ты подпевай.

На уроках развлекайся,
И ходи на голове.
Станешь очень популярен,
Скажут о тебе везде.

Алып барыусылар: Балалар беҙгә ундай кәңәштәр кәрәкме? Юҡ!!! Беҙҙең балаларыбыҙ бик аҡыллылар, тыңлаулылар. Бер ҡасанда улар һеҙҙең кеүек булмаясаҡтар.

Алып барыусылар: Теләйһегеҙме улар һеҙгә белемдәрен күрһәтеүен?

1-се пират: Эйе, эйе ҡарап ҡарайыҡ әле кем аҡҡыллыраҡ икәнен!

2- се пират: беҙ уҡымаһаҡта барыһын да беләбеҙ.

Уйын “Һандар” (балаларға һандар бирелә, музыкаға төрлөһө- төрлө яҡҡа йөрөйҙәр. Музыка туҡтауға дөрөҫ теҙелергә тейештәр)

1-се пират: Ә былар ниндәй ханымдар? Нимәлер өйрәтәләр, матур итеп һөйләйҙәр (тәрбиәселәргә ҡарап)

Балалар: тәрбиәсе апайҙар!

Шиғырҙар тәрбиәсе тураһында:

Рәхмәт һезгә, бик зур рәхмәт,

Тәрбиәсе апайҙар.

Беҙҙән һуң да шаулап торһын,

Гөрләп торһын баксалар

. Тик һез берүк, беҙ китә тип,

Яманһыулап ҡалмагыз.

Беҙ бит хәҙер ҙурҙар булдык,

Беҙ мәктәпкә барабыҙ.

Өйрәттегеҙ беҙҙе баҡсаларҙа

Хәреф танып, һандар яҙырға.

Кеселәрҙе һәрсаҡ яратырға,

Ә ҙурҙаҙы хөрмәт итергә.

Баш эйәбеҙ бөгөн һеҙҙең алда,

Бурыслыбыҙ һеҙгә ғүмергә

. Өйрәттегеҙ: “Дуҫ һәм татыу булып

Йәшәгеҙ, - тип, - шулай, гел бергә”.

Йыр “Тәрбиәсегә”

1-​ се пират: Әгәр минең дә шулай тәрбиәселәрем булып, мәктәптең нисек миңә кәрәк булыуын аңлатҡан кеше булһа, бәлки миндә мәктәпте алтын миҙалға бөтөр инем.

2-​ се пират: Әйе шул .....

Алып барыусылар: берҙә ҡайғырмағыҙ. Әле бит юғары йорттарға уҡырға инеү мөмкинселеге бар.

1-се пират: Әйҙәгеҙ беҙ балалар баҡсаһы асабыҙҙа, ә һеҙ беҙгә эшкә килегеҙ.

2-се пират: мин хатта исемдә таптым “Пиратики”

1-се пират: Эш хаҡын алтын менән түләрбеҙ.

2-се пират: йыл һайын ял итергә Канара утрауҙарына барырһығыҙ.

Алып барыусылар: юҡ, беҙҙең балалар баҡсаһы иң яҡшыһы.

1-се пират: Нығыраҡ уйлағыҙ.

2-се пират: Әгәр кире уйлаһағыҙ, бына беҙҙең визитка. Ә хәҙергә һау булығыҙ!

Алып барыусылар: Диңгеҙ беҙҙе саҡыра! Бөтәгеҙгә лә урындарығыҙа ҡалыуығыҙ һорала!

Алып барыусылар: мин алда бер утрау күрәм! Был ата-әсәләр утрауы!

Алып барыусылар: Туҡтайыҡ дуҫтар! Был утраҙы бер нисектә ҡалдырып булмай. Ана беҙгә ҡул болғайҙар.

Игра “Папа составь слово”

Бейеү “  Флешмоб                   ”

Алып барыусы : бындай ата әсәләр менән беҙҙең балаларыбыҙ ҙур кешеләр булып китерҙәр.

Алып барыусы : миндә балалар өсөн тынысмын.

(Диңгеҙ тауышы)

Алып барыусы : Алға, тик алға

Беҙҙең был карап бара.

Алып барыусы- Беҙ нидәйҙер батшалыҡа килеп эләктек түгелме.

Музыка. Батша һәм принцесса сыға.

Принцесса илай, батша күҙ йәштәрен һөртә.

Батша : Күҙ нурым һиңә нимә булды? Нишләп илайһың? Атайыңа һөйлй әле. Минең ҡыҙым нимә теләй.

Принцесса: башҡа өйҙә ултырырға теләмәйем! Көҙгө алдында уралырға арыным. Кейемдәрҙе лә алыштырып ялҡытты.минең эшләгем килә.

Батша: Тағы үҙенекен һөйләй. батша ҡыҙының ҡасн эшләгәнен күргәнең бар? Минән бит көләсәктәр.

Принцесса: Миңә күңелһеҙ. Барыбер эшкә сығасаҡмын! (балаларға ҡарай) балалар баҡсаһында эшләгем килә!

Батша: Ҡыҙым уйлап ҡара бәлки кәрәкмәҫтер. Кем булаһың һин унда.

Принцесса:  Тәрбиәсе булып барам! Хәҙер брлалар, беҙ тиҙ әйткестәр өйрәнәбеҙ.

(Принцесса тиҙ әйткесте тиҙ һөйләй, балалаҙа , батша ла әйтә алмай. )

Принцесса: Һеҙ бер нәмә лә белмәйһегеҙ. Хәҙер хәреф өйрәнәбеҙ.

(Принцесса таҡталағы хәрефтәр күрһәтә үҙе дөрөҫ әйтмәй .)

Алып барыусы: Ғәфү итегеҙ, ләкин һеҙ дөрөҫ әймәйһегеҙ хәрефтәрҙе.

Принцесса: Ә нисек әйтәләр?

Алып барыусы: Хәҙер балалар һеҙгә күрһәтәләр.

Уйын “Кубиктарҙан һүҙ төҙө”

Батша: Һы, ҡыҙым һинән тәрбиәсе килеп сыҡманы.

Принцесса: Улай булғас мин МӨДИР булып эшкә барам!

Батша: Был уйың миңә нығыраҡ оҡшай. Шулайҙа репетиция кәрәк.

(Бөтә балаларҙы түңәрәккә ҡуя, цирктағы һымаҡ һикертә, йөрөтә...)

Алып барыусы: Туҡтатығыҙ!!! Был бит һеҙгә цирк түгел. Беләһегеҙме мөдирҙең эше бик ҡатмарлы, яуаплы! Уның өсөн бик күп уҡырға, белергә шунһыҙ бер ниндәй репетиция ла ярҙам итмәйәсәк.

Батша: Эххх ҡыҙым ҡайтайыҡ инде, батшалар эше түгел ул баҡсала эшләү.

(Һаубуллашып сығып китәләр)

Капитан: Ихтибар!!! Алда белем иле!!!Бәхетле баласаҡ карабы билдәләнгән урынға килеп етте.

Алып барыусы: Хушлашыу минуты етә, тип

Моңаймайыҡ дуҫтарым.

Баҡсаны һис онотмағыҙ

Изге булһын уйҙарығыҙ.

Алып барыусы: Балалар ҡараһаң,

Яҡтырып китә донъя.

Тиҙҙән мәктәпкә һеҙгә

Йылмайыу булһын даръя.

Балалар шиғыр һөйләйҙәр

Алып барыусы: Мәктәпкә оҙатабыҙ,

Беҙ бөгөн балаларҙы.

Алып барыусы: Һуңғы вальс бейергә

Саҡырабыҙ уларҙы.

(Балалар вальс бейейҙәр. Ҡотлау өсөн һүҙҙе Зөлфирә Мирза ҡыҙына бирәбеҙ. Һуңынан ата-әсәләргә.)

М.Шәүрә: Бөгөн баҡса бигерәк матур,

Уттары балҡып тора.

Дуҫтар һеҙҙе саҡырабыҙ,

Хушлашыу байрамына.

Руслан : Шаулап – гөрләп, бергә- бергә

Баҡсала 4 йыл үтте.

Инде бөгөн май ҡояшы,

Сағыу нурҙарын һипте.

 Р.Шәүрә:   Бер уйлаһаң күңелле лә,

Бер уйлаһаң һағышлы.

Ни эшләйһең көслө икән,

Был доъяның ағышы.

Салауат : Баҡсала үткәргән көндәрҙең

Буш булманы сәғәте:

Һүрәт төшөрҙөк, уҡыныҡ-

Үҫте һәр кем һәләте.

 А.Илзидә: Белем ишеген асабыҙ

Һау бул, һау бул баҡсабыҙ!

Инде ҙурайҙыҡ хәҙер,

Беҙ бит уҡырға әҙер!

 Ф.Тимур:  Беҙ сабый ғына саҡтан

Ошо баҡсаға килдек.

Ҡәҙерләндек, иркәләндек

Бик күп нәмәләр белдек.

Аделина: Бөгөн беҙҙә оло байрам

Баҡсаны тамамлайбыҙ.

Бик теләһәктә бында

Бүтәнсә ҡала алмайбыҙ.

Динара:. А в сторонке сидят родители

И с волненьем на нас глядят.

Будто первый раз увидели

Повзрослевших своих ребят!

Нуриман : Беҙҙең сабый саҡ бөттө

Инде осор саҡ етте.

Беҙҙе мәктәп кә саҡырып

Ҡыңғырау зыңлап китте.

Айгизә :Рәхмәт һезгә, бик зур рәхмәт,

Тәрбиәсе апайҙар.

Беҙҙән һуң да шаулап торһын,

Гөрләп торһын баксалар

.Наҙгөл:  Тик һез берүк, беҙ китә тип,

Яманһыулап ҡалмагыз.

Беҙ бит хәҙер ҙурҙар булдык,

Беҙ мәктәпкә барабыҙ.

 Гөлназ:  Өйрәттегеҙ беҙҙе баҡсаларҙа

Хәреф танып, һандар яҙырға.

Кеселәрҙе һәрсаҡ яратырға,

Ә ҙурҙаҙы хөрмәт итергә

 

И.Илзидә: Баш эйәбеҙ бөгөн һеҙҙең алда,

Бурыслыбыҙ һеҙгә ғүмергә

. Өйрәттегеҙ: “Дуҫ һәм татыу булып

Йәшәгеҙ, - тип, - шулай, гел бергә”.

Сәләм безҙең шаян дуҫтар

Хуш килдегеҙ, рәхим итегез,

Балаларҙы якты көн менән

Ҡотларға рөхсәт итегез!

Кояштың да бөген йомшак нуры

Бөтәбеҙҙе  арҡаларҙан һөйә,

Тату, акыллы, сәләмәт булып

Үҫһендәр беҙҙең балалар.

Ә хәҙер һүҙҙе мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә бирәйек. Улар башҡарыуында йыр

- "Бәхет өсөн"

 

Байрамдар беҙҙә етәрлек

Үҙе байрам баласаҡ

Баласаҡтың шат йырҙары

Мәнге иҫтә ҡаласаҡ.

 Ҡыҙҙар башҡарыуында йыр "Һылыу ҡыҙҙар"

Һеҙҙең өсөн бейейҙәр ;Манапова Шәүрә һәм Муратшина Аделина  "Бишбармаҡ"бейеүен.

 Әйҙә әле, баҫ, баҫ

Йырлап, бейеп, күңел ас.

Халҡыбыҙҙың көйҙәре

Һис ҡасан да ялҡытмаҫ. Парлы бейеү.

Балалар – иң ҙур көс

Балалар – киләсәк

Балалар хакына

Тыныслыҡ буласаҡ! Бейеү "Цыплятки"

Йыр "Злая туча"

Балаларҙың шатлыҡ йырын

Ишетһен ер, тыңлаһын ер.

Балаларҙың көлөүенән.

Берҡасанда тынмаһын ер. Йыр "Мама"

Ҡарағыҙсы, кемдәр бейей

Әллә беҙҙең егеттәр

Улар бик шәп баҫалар

Һелкенәләр ҡаялар.    егеттәр  башҡарыуында бейеү "Егеттәр"

Ә хәҙер ҡыҙҙарҙы саҡырайыҡ . Бейеү "Морячка"

Матур кейемдәр кейеп

Йөрөйбеҙ йырлап-бейеп

Атаныҡ беҙ был байрамды

Баласаҡ байрамы тип. Флешмоп "Время"

Балалар башҡарыуында йыр "Нурлы баласаҡ"

Кайғы күрмәйсә йәшәйек был ерҙә.

Бәхет-шатлык булһын ғүмергә

Кояшлы көндәр, болотһыҙ төндәр

Аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ һеҙгә!

Без балалар сәскә кеүек

Үзебеҙ шаян, үзебеҙ серле.

Безйәшәгән гүзәл ерҙең

Гел аяҙ булһын күге!

Бәхетле баласаҡ. Аяҙ көндәр!

Теләйбеҙ һеҙгә хөрмәтле дуҫтар!.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий "Выпускной в ДОУ" («Емеля на выпускном балу»)

Данный сценарий разработан специально для выпускных в детских дошкольных учреждениях. «Емеля на выпускном балу» - шуточный рассказ о том, как герой русской народной сказки попал на выпускной в подгото...

Сценарий выпускного вечера "Выпускной альбом"

Сценарий написан для подготовительной группы детского сада....

Сценарий выпускного бала «Сегодня в школе Выпускной»

Цель: Развитие нравственной сферы интересов обучающихся, воспитания чувства уважения друг к другу и педагогам; формирование осознанного отношения к дальнейшей жизни....

СЦЕНАРИЙ ВЫПУСКНОГО В ПОДГОТОВИТЕЛЬНОЙ ГРУППЕ «ВЫПУСКНОЙ БАЛ»

Сценарий выпускного в подготовительной группе...

Сценарий выпускного утренника"Выпускной экспресс" в подготовительной группе "Радуга"

Сценарий выпускного утренника"Выпускной экспресс" в подготовительной группе "Радуга"...