Башҡорт халыҡ уйындары
картотека

Нуриева Зөһрә Тәбрис ҡыҙы

Башҡорт халыҡ уйындары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_halyk_uyyndary.docx20.12 КБ

Предварительный просмотр:

«Йәшерәм яулыҡ»

Маҡсат: балаларҙың иғтибарын, етеҙлеген үҫтереү, башҡорт халыҡ уйыны менән таныштырыу.

Уйын барышы: балалар түңәрәк яһап ултыралар, араларынан көтөүсе һайлана.Ул яулыҡ ала. Балалар йырлай:

Йәшерәм-йәшерәм яулығымды

Йәшел ҡайын аҫтына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм

Бер иптәшем артына.

Көтөүсе булған бала түңәрәкте уратып йөрөй һәм бер уңайлы ваҡытта һиҙҙермәй генә яулыҡты бер иптәшенең артына һалып китә. Ә үҙе һаман яулыҡты йәшереп тотҡан һымаҡ йөрөй.

Артында яулыҡ ятҡан бала,көтөүсе түңәрәкте әйләнеп килгәнсе, үҙенең артында яулыҡ ятҡанын һиҙмәй ултырһа, көтөүсе уның янына килеп еткәс, яулыҡты ала ла уға яулыҡ менән һуға. Был бала көтөүсе булып ҡала. Әгәр ҙә түңәрәктәге бала артына яулыҡ һалынғанын һиҙеп ҡалһа. Ул тиҙ генә тороп, көтөүсе артынан йүгерә. Ә көтөүсе яулыҡтан һуғылмаҫ өсөн, түңәрәк буйлап йүгереп, уны баҫтырған иптәшенең урынына ултырырға тырыша. Әгәр ултырып өлгөрмәһә, ул тағы көтөүсе була һәм уйын яңынан башлана.

Уйын “Алырмын ҡош,бирмәм ҡош”.

Маҡсат:иғтибарлылыҡты, сослоҡто, етеҙлекте,хәрәкәт әүҙемлеген үҫтереү: ойошҡанлыҡ тәрбиәләй.

Балалар был уйынды яҙ көндәре, ҡаҙҙар бәпкәләрен сығарғас, уларҙы көткән саҡта уйнағандар.

Уйында “ҡаҙ”, уның “бәпкәләре” һәм “төйлөгән” ҡатнаша.Төйлөгән булған бала ерҙе соҡоп ултыра. Ҡаҙ, бәпкәләрен эйәртеп уның эргәһенә килә һәм:

-Төйлөгән, төйлөгән, ни эшләйһең? -тип һорай.

Төйлөгән:

-Бына һинең балаларыңды атып алырға ултырам, -ти.

Ҡаҙ:

-Мин һиңә балаларымды бирмәйем! -ти.

Төйлөгән урынынан тора ла:

-Алам, алам, атар ҡош! -тип, ҡаҙ бәпкәләренә ташлана.

Ҡаҙ:

-Бирмәм, бирмәм битәр ҡош! -тип, бәпкәләрен ҡурсалай башлай. Ә бәпкәләр, ҡаҙ артынан бер-бер артлы тотоношоп: Сип-сип-сип,-тип йөрөйҙәр. Төйлөгәндең ҡулы тейгән бала уйындан сыға бара. Уйын ҡаҙ бәпкәләре тотолоп бөткәнсе дауам итә.

 «Минең атым»(уйынға саҡырыу)

Маҡсат: балаларҙа ойошҡанлыҡ бер-береһе менән эш итә белеү һәләтлелеген тәрбиәләү; етеҙлекте, сослоҡто, хәрәкәт әүҙемлеген үҫтереү.

Уйын барышы. Балалар сафҡа теҙелеп, бер нисә төркөмгә бүленеп, һыҙыҡ артына баҫалар. Уларҙың алдында торған тәрбиәсе йырлай.

Эйәрләп менеп атҡа

Еләм еләҫ ҡырҙарҙан.

Уҡтай атыла бурыл

Елдәр етмәҫ ерҙәрҙән.

Йыр тамамланыуға балалар ат һымаҡ тура сабып баралар. Былар әйләнеп килгәс, икенсе атлылар маршрутҡа сыға.Ҡайһы төркөм тиҙерәк яңылышмай уйнай, шул еңеүсе була.

«Тоҡ кейеп йүгереү» (уйынға саҡырыу)

Маҡсат: һикергәндә ике аяҡҡа дөрөҫ төшөргә, кәүҙә торошо тигеҙлеген һаҡларға өйрәтеү; иғтибарлылыҡты, етеҙлекте, хәрәкәт әүҙемлеген үҫтереү.

Уйын барышы: балалар сафҡа теҙелеп,ике командаға теҙелеп баҫалар.Сигнал буйынса тоҡто кейеп алға күрһәтелгән урынға тиклем һикереп баралар.

«Арҡан тартыш»(уйынға саҡырыу)

Маҡсат: сослоҡто, иғтибарлылыҡты, етеҙлекте, хәрәкәт әүҙемлеген үҫтереү; дуҫлыҡ тойғоһон тәрбиәләү.

Уйын барышы: балалар ике тигеҙ төркөмгә бүленә Һыҙыҡ һыҙыла. Ике төркөм һыҙыҡтың ике яғында тора. Сигнал буйынса һәр төркөмдөң уйнаусылары арҡанды үҙ яғына тарта башлай. Ҡайһы яҡ балалары ҡаршы төркөмдө үҙ яғына һөйрәп сығара, шул яҡ еңеүсе була.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы.

“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы. Маҡсат: балаларҙың физик һәм региональ белемдәрен үҙләштереү.Программа мәсәләһе:1.     Халыҡ уйындары аша балаларҙа физик үҙсә...

Башҡорт халыҡ уйындары.

Башҡорт (туған) теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү...

Башҡорт халыҡ уйындары

Башҡорт халыҡ уйындары...

Хәрәкәтле халыҡ уйындары.

Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә хәрәкәтле халыҡ уйындары ойоштороуҙа гендырлы алым....