Һау бул баҡса
материал

Мустахитдинова Альбина Римовна

"Һау бул баҡса" мәктәпкәсә төркөмгә байрам сценарие 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hau_bul_baksa.docx23.98 КБ

Предварительный просмотр:

   Музыка астында балалар залга инәләр.

1 а.б. - Бөгөн беҙҙгә бик шатлыҡлы шулай уҡ саҡҡына моңһоу көн,сөнки бөгөн сығарылыш байрамы. Оҙаҡламай балаларыбыҙҙы еҙ ҡыңғырау тауыштары юлға, белеем иленә зыңлап саҡырыр. Ә хәҙер балаларыбыҙҙы алҡышлап ҡаршы алайыҡ.

                       (шарҙар менән бейеү)

Алып барыусы: Бөгөн байрам барыбыҙҙа өсөн

                         Хушлашыу мәле етте

                        Һеҙгә уҡыусы булырға

                        Ваҡыт та килеп етте.

                       Беҙҙән һеҙгә теләктәр шул

                        Бик тырышып уҡығыҙ

                        Һеҙгә һаулыҡ, бәхет теләп

                        Ҙур юлға оҙатабыҙ.

Балалар шиғырҙар һөйләйҙәр.

(ҡыңғырау зыңғырлай. Йыр «»)

Алып барыусы: Ҡәҙерле балалар, бөгөн һеҙҙең бик шатлыҡлы көнөғөҙ, һеҙ үҫтегеҙ, ҙур булдығыҙ,мәктәпкә бараһығыҙ. Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, бик моңһоу ҙа сөнки һеҙ үҙегеҙҙең бала сагыгыҙ менән хушлашаһыгыҙ.

 Бына йәй үтеп, көҙ етһә, һеҙҙе мәктәп бүлмәләре ҡаршы алыр. Ә мәктәптә беҙҙең баҡсаға оҡшамаған икенсе донъя көтә: һеҙ унда белеем алырһығыҙ, уҡырға, яҙырға өйрәнерһегеҙ. Бөгөнгө көн һеҙҙең тормошоғыҙҙа иң беренсе иҫтәлекле көнөгеҙ. Ошо ҙур байрамыгыҙ менән ҡотларға тип бөгөн һеҙгә кескәйҙәрҙә килгәндәр.

                               (кескәйҙәр сығышы)

Алып барыусы: беренсе тапҡыр әсәйҙәрегеҙ менән етәкләшеп баҡсаға килгендә, һеҙгә шулай бәләкәс кенә инегеҙ. Ә инде хәҙер айырылышыр ваҡыт етте, һеҙ инде хәҙер ҙурҙар. Бында һеҙ ҡунаҡка ғына, килерһегеҙ инде, дуҫтар!

Алып барыусы: балалар, ошо балалар баҡсаһында һеҙ күп нәмәлерҙе өйрендегеҙ: үҙегеҙҙе тәртипле тоторға, бөхтә булырға, ололарҙы хөрмәтләргә – һеҙгә лә мәктәпкә барырға ваҡыт етте. Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн һеҙгә мәктәпкә барырға керәк икән? Афарин, тап шулай!һеҙ белеем аласаҡһығыҙ. Белеем - ул кешелектең иң ҙур хазинаһы. Белеем – ул ҙур байлыҡ.

Танец «с игрушками»

                                     

Бүлмәгә ишектән тирә яғына ҡаранып Белмәҫйән килеп керә. (бүлмәнең уртаһында туҡтап ҡала)

Мин Белмәҫйән, бик танылған кеше. Һеҙҙә ниндәй байрам?

А.б.: Ай-һай Белмәҫйән, бигерәк хәтерең юҡ һинең. Бөгөн баҡсала сығарылыш байрамы бит. Һиңә нисә тапҡыр әйтергә була инде. Бөгөн беҙ балалар баҡсаһы менән хушлашып ҙур белем карабына ултырып, мәктәп иленә сәйәхәткә сығалар.

Белм.: Ҡайҙа? Мәктәпкә тиһеңме? Ә нишләп карапҡа ултыралар? Ә мәктәптә уларға нимәгә кәрәк?

А.б.: Беренсенән улар баҡсала тупланған белемдәрен алып баралар,

Икенсенән мәктәп бөтә кешегә лә бик кәрәк. Унда балалар тағын да күберәк ҡыҙыҡлы һәм файҙалы нәмәләргә өйрәтәләр.

Балалар баҡсала өйрәнгәндәрегеҙҙе Белмәҫйәнгә күрһәтегеҙ әле:

Йомаҡтар сисәләр:

  1. Бер ваҡытта һөйләшмәй ул,

Ләкин һәр кем аңлай телен,

Оло түгел, кесе түгел

Өйрәтә ул беҙгә белем. (китап)

  1. Башта бар, аяҡта юҡ,

Ҡашта бар, ҡолаҡта юҡ. (Ш)

  1. Урамдың башында нимә бар.(У)

Урамда бар, ҡырҙа юҡ,

  1. Мунсала бар, өйҙә юҡ.(М)

Ҡаш тын  уртаһыһында нимә бар(А)

А.б.: Беҙҙең балалар баҡсала бик күп нәмәләргә өйрәнделәр. Белмәҫйән, ә һин һанай беләһеңме?

Белм.: Әлбиттә. Бына тыңлағыҙ: 1, 6, 3, 5, 8, 2.

А.б.: Ай-ай-ай, әйҙәгеҙ әле, балалар, Белмәҫйәнгә һанап күрһәтәйек. (һанайҙар). Беҙҙең балалар аҙнаның көндәрен дә, ай исемдәрен дә бик яҡшы беләләр.

Белм.: Мин быларҙың береһен дә белмәйем.

А.б.: Һиңә, Белм-н, балалар баҡсаһына йөрөргә кәрәк.

Белм.: Аңланым – аңланым. Хәйерле юл һеҙгә. (йүгереп сығып китә).

А.б.: Әйҙәгеҙ, балалар, юлға сығайыҡ,

Бергә:

Беҙҙең караб  алға бара,

Рульда ике капитан.

Ҡурҡмайбыҙ беҙ дауылдан,

Алда беҙҙе мәктәп иле көтә.

А.б.: Балалар, әйҙәгеҙ, йырлап алайыҡ, ваҡытта тиҙерәк үтер.

Йыр: Чему учат в школе?

Ҡурҡыныс көй яңғырай. Бүлмәгә Бармолей килеп инә. Балалар ҡурҡып биттәрен ҡаплайҙар. (ҡулында пистолет).

Бармолей: Штурвалдан китегеҙ! Туҡтатығыҙ моторҙы!

А.б.: Был ниндәй дуралей?

Б-й: Мин бөйөк Бармолей!

А.б.: Ҡарағыҙ әле, ысынлап та Барм-й бит был, пират һәм юлбаҫар.

Б-й: Ә бына нимә (бар-й А.б. ҡулынан картаны тартып ала)

А.б.: Б-й беҙҙең карта һиңә нимәгә кәрәк булды. Картала бит мәктәп иленә юл күрһәтелгән. Ул картаһыҙ беҙ унда барып етә алмайбыҙ бит.

Б-й: Барыбер бирмәйем. (Йүгереп сығып китә).

А.б.: Балалар, беҙгә туҡтап яр буйына сығырға тура килә. (Балалар караптан төшәләр). Әйҙәгеҙ төшөнкөлөккә бирелмәйек, бейеп алайыҡ.

Бейеү: Парлы.

А.б.: Беҙ Африкаға эләктек шикелле. Балалар, ултырығыҙ, ял итегеҙ. Ҡарағыҙ әле бында, пальма аҫтында ниндәйҙер яҙыу бар. Уҡып ҡарайым әле:

Мәктәп иленә эләгергә теләһәгеҙ, йырлай, бейей, һүрәт төшөрә, уйнай белеүегеҙҙе күрһәтегеҙ. Мәктәпкә нимәләр алырға кәрәклеген беләһегеҙҙер тип уйлайым. Бармолей.

Бына нимә ... балалар. Һеҙгә балалар баҡсаһында бик күп  нәмәләргә өйрәнгәнегеҙҙе күрһәтеп бирергә тура килә. Шунан һуң беренсе класҡа эләгерһегеҙ тип уйлайым.

А.б.: Б-й үҙе ҡайҙа һуң? Балалар, әйҙәгеҙ әле б-йҙы саҡырайыҡ. Күрһен әйҙә һеҙҙең ниндәй уңған балалар икәнегеҙҙе. (Балалар Б-йҙы саҡыралар) (Б-й килеп инә)

А.б.: Б-й, һинең йыр тыңлағың киләме – рәхим ит.

Йыр:

А.б.: Бейеү ҡарағың киләме – рәхим ит.

Бейеү: Вальс

Б-й: Ә һеҙ уйнай беләһегеҙме һуң?

А.б.: Әлбиттә.

Уйын:

Б-й: Ҡара һин быларҙы, ниндәй етеҙҙәр, афарин. Әмин һеҙҙән дә етеҙерәк, белдегеҙме? (Б-й артта ҡала)

А.б.: Эх, һин, Б-й, ә маҡтанған була. Мә һиңә портфель мәктәпкә нимәләр кәрәк шуны йыйып күрһәт.

Б-й: Хәҙер тултырам уны (фрукты, уйынсыҡтар йый ып ала). Мин быларҙы яҡын дуҫым крокодилға алып барам.

А.б.: Әһин хәҙер балаларҙың нимәләр алғанын ҡара.

Уйын: Портфель.

А.б.: Б-й, әле һиңә мәктәпкә барарға иртәрәк икән. Әле һиңә балалар баҡсаһына йөрөп бик күп нәмәләргә өйрәнергә кәрәк.

Б-й: Юҡ, Африка минең тыған илем. Мин бынан бер ҡайҙа ла китмәйем. Әйҙәгеҙ, һеҙ үҙегеҙ мине өйрәтегеҙ инде.

А.б.: Бына ни өсөн һин беҙҙе бында килтергәнһең икән. Балаларҙың да яратҡан тыуған иле бар.

Йыр:

Б-й: Ярай инде, улайһа. Барығыҙ үҙегеҙҙең белем иленә. Мәгеҙ картағыҙ. Тик мин һеҙгә иҫтәлекле миҙалдар ғына таратып бирәйем дә. (Һәр бер балаға миҙал тарата)

А.б.: Балалар, ултырығыҙ карабҡа. Юлға сығабыҙ. (Йөҙәләр) (Шум волны) Ана мәктәп иле күренә. (Белем  батшаһы керә)

А.б.: Һаумыһығыҙ, Белем батшаһы!

Б.Б: Һаумыһығыҙ!

А.б.: Беҙҙең балаларҙың мәктәптә уҡығыһы килә.

Б.Б.: Ә һеҙ әҙерме?

А.б.: Әйе.

Шиғырҙар:....

Йыр: Һау бул баҡса