Башҡорт төркөмдәрендә һаулыҡ һаҡлау технологияһын ҡулланыу (методик кәңәш)
методическая разработка на тему

Хасанова Гульназ Рамазановна

Һау-сәләмәт, белемле бала тәрбиәләү өсөн ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегендә һаулыҡ һаҡлау күнекмәләре үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә. Унда үткәрелгән ял минуты, һанағыстар, шаян йырҙар, йырҙар, башҡот халыҡ балалар уйындар, кроссвордтар, ребустар, дәрес алды шиғырҙары өйрәнеү – барыһы ла һаулыҡ һаҡлау технологиялары.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon fizminutki.doc34 КБ

Предварительный просмотр:

 Башҡорт төркөмдәрендә һаулыҡ һаҡлау технологияһын ҡулланыу (методик кәңәш)

Бала һаулығы – ата-әсәләр,  бөтә йәмәғәтселек алдындағы мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Физик яҡтан сәләмәт булыу – кеше бәхетенең, уның төрлө яҡлап үҫешенең, тулы тормош менән йәшәүенеү зарури шарттары.

Һау-сәләмәт, белемле бала тәрбиәләү өсөн ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегендә һаулыҡ һаҡлау күнекмәләре үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә. Унда үткәрелгән ял минуты, һанағыстар, шаян йырҙар, йырҙар, башҡот халыҡ балалар уйындар, кроссвордтар, ребустар, дәрес алды шиғырҙары өйрәнеү – барыһы ла һаулыҡ һаҡлау технологиялары.

Мәҫәлән, дәрес башында ошошндай шиғырҙарҙы ҡулланыу уңышлы:

1.Хәйерле иртә, күҙҙәр,

Һеҙ уяндығыҙмы? (күҙҙәрҙе һыйпау)

Хәйерле иртә, ҡулдар(ҡулдарҙы һыйпау)

Һеҙ уяндығыҙмы? ( сәпәкәй итеү)

Хәйерле иртә, аяҡтар (һыйпау)

Һеҙ уяндығыҙмы? (тыпырҙау)

Хәйерле иртә, ҡояш, мин уяндым (ҡулдарҙы ҡояшҡа һүҙыу)

2. Күршегә күрше ҡараны (бер-береһенә ҡарау)

Бер-береһенә шат йылмайҙы (йылмайыу)

Бөгөнгө көн ҡыуаныс килтерһен,

Дәрестә шаяшыу онотолһон.

3.Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә,балалар!

4.Һау кешегә таң да атты,(балалар ҡулдарын ян-яҡҡа һуҙа)

Йылмайып ҡояш ҡалҡты (бер-береһенә йылмайып ҡарайҙар)

Ер-әсәбеҙ сәләмләп,

Көләс нурҙарын һипте.

5. Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым,

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Ҡояш, һауа, тыуған ер,

Йән тыныслығын бир.

Мин сәләмәт, мин матур,

Салауат кеүек батыр.

6. Яҡты көндө сәләмләйек,

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, зәңгәр күк!

         Һаумы, тыуған ерем!

         Һаумы, яҡын дуҫым!

7. Һаумы, саф һауа,

Һаумы, ап-аҡ ҡар.

Һаумы, мул уңыш,

Киң баҫыулы тыуған ил.

Һаумы, тәбиғәт,

Һаумы. ағастар,

Һаумы, ҡоштар,

Һаумы, дуҫтарым!

8.Ҡара, ҡара, бармағым,

Ҡара, ҡара, күҙҙәрем.

Ишет, ишет, ҡолағым,

Уҡытыусым һүҙҙәрен.

9.Әсәм теле – башҡорт теле

Минең өсөн изге тел.

Туған телемдә һөйләшәм,

Һөйөнә шуға күңел.

10. Эй шатлыҡлы бөгөн иртәләр,

Ҡояш нурын һибә көлтәләп.

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, яҡты көн! һ.б.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Виды здоровьесберегающих педагогических технологий и особенности методики проведения.

Существуют разнообразные формы и виды деятельности, направленные на сохранение и укрепление здоровья детей. Комплекс этих мер получил  в настоящее время общее название «здоровь...

Мастер - класс по логопедии: "Использование здоровьесберегающих технологий и нетрадиционных методик на логопедических занятиях"

"Использование здоровьесберегающих технологий и нетрадиционных методик на логопедических занятиях"....

"Виды здоровьесберегающих педагогических технологий и особенности методики проведения"

«Здоровьесберегающие технологии» – это система мер, включающая взаимосвязь и взаимодействие всех факторов образовательной среды, направленных на сохранение здоровья ребенка на всех этапах его обучения...

Виды здоровьесберегающих педагогических технологий и особенности методики проведения

Виды здоровьесберегающих педагогических технологий и особенности методики проведения...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу

Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :·...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу...