Литературно-музыкальный вечер посвященный юбилею писателя
методическая разработка (7 класс) по теме

Жизнь и творчество писателя

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл shagir_golfi_yunysovanyn_65_yshlek_yubileyyna_arnalgan_zbi.docx192.13 КБ
Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы

Муниципаль район Әлшәй районы

Ташлы урта мәктәбе

Әҙәби-музыкаль кисә.

Әҙерләне: Башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы                                   Миңлеғолова Светлана Шайморат ҡыҙы

                      2013 йыл.

C:\Documents and Settings\1\Рабочий стол\гульф.jpg

Шағирә Гөлфиә Юнысоваға –  65 йәш

Маҡсат:  Уҡыусыларҙы Башҡортостандың танылған шағирәһе Гөлфиә Юнысованың  тормошо һәм ижады менән тәрәнерәк таныштырыу; уҡыусыларҙа яҙыусы менән ғорурланыу хисе тыуҙырыу, ижади һәләтте үҫтереү; Г. Юнысова шиғырҙары һәм йырҙары нигеҙендә тыуған ауылға, тыуған тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:  Г. Юнысованың портреты, тормош юлын сағылдырған стенд, китаптарынан күргәҙмә, компьютер, проектор.

Кисә барышы.

Кисә тамаша залында бара. Кисәлә 5-9 кластарҙан һайланма уҡыусылар ҡатнаша.

C:\Documents and Settings\1\Рабочий стол\SAM_8593.JPG

1-се слайд.        Девиз :

“… Йырҙар менән донъя яҡты,

Юлдар еңел күренә.

Йырлы кеше яңғыҙ түгел,

Йырҙар кәрәк күңелгә!”

                                                              Г. Юнысова

Г.Юнысова шиғырына Роза Сәхәүетдинова музыкаһы “Әлшәй вальсы” көйөнә уҡыусылар сәхнәгә сығып теҙелә.

Уҡытыусының инеш һүҙе.

- Ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусы һәм ҡунаҡтар бөгөн беҙ яҡташыбыҙ танылған шағирә Гөлфиә Юнысованың ижадына арналған кисәгә йыйылдыҡ. Ул  ысынлап та танылған, балаларҙың да, ололарҙың да яратҡан шағирәһе. Быны ошо һүҙҙәр иҫбатлай. М.Кәрим уның тураһында 1981 йылда бына нимә тип яҙа:

“Гөлфиә Юнысова – Башҡортостанда танылған шағирә. Бер нисә шиғыр китабының авторы. Үҙәк нәшриәттәрҙә лә уның өлкәндәр өсөн һәм балаларға арнап яҙылған шиғри китаптары, руссаға тәржемә ителеп, донъя күрҙе. Мин уны уҡыусылар менән, йәш әҙип булараҡ ҡулынан тотоп, таныштырмайым. Ул тайпылышһыҙ һәм ышыныслы рәүештә үҙ юлы менән бара. Һуңғы йылдарҙа Г.Юнысова шағирәнең тормошҡа, кешегә булған мөхәббәтен сағылдырған байтаҡ һәйбәт шиғырҙар ижад итте. Был мөхәббәтте һоҡланыуҙар һәм һыҙланыуҙар тыуҙырған. Шағирәнең ҡояшлы тауышы баҙыҡлана һәм яңынан-яңы биҙәктәр менән байый бара. Был тауыш ышаныс һәм изгелектәр иленә саҡыра. Ҡайһы саҡта Гөлфиә үҙе лә әкиәттән сыҡҡан һымаҡ тойола. Уға ғәжәпләнеү һәм ихлас шатлана белеү хас. Бындай ваҡытта уны уратып алған донъя ла бер аҙ әкиәткә әүерелә.

Киләсәктә үҙ тауышын һаҡлаһын ине шағирә, бөтәһен дә бер юлы әйтергә ашыҡмаһын ине.”

2-се слайд.

Һарыш ауылының күренеше.

1-се уҡыусы.

Г. Юнысова – танылған шағирә, бер нисә шиғыр китабының авторы. Ул йәмле Дим буйында, Әлшәй районының Һарыш ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләлә иң өлкән булғанға, бик иртә ҡул араһына керә. Бер-бер артлы донъяға килгән алты туғаны өсөн өлкән апайға, тәрбиәләүсегә әйләнә.

2-се уҡыусы.

Әллә ниңә бик йыш хәтерләйем мин,

Бала саҡтың йыраҡ бер мәлен:

Үҫмерлеккә аяҡ баҫҡанғамы,

Икебеҙ ҙә бергә асҡанғамы

Хеҙмәт түгеп тамған тир тәмен…

                                                        (Зәйтүнә һеңлеһенә…)

тип бала-сағын иҫкә ала шағирәбеҙ.

3-се уҡыусы.

Ана улар, һеңлеһе Зәйтүнә менән бәләкәй арбаға керҙәр һалып күлгә китеп баралар. Күл һыуы йомшаҡ, керҙе тиҙ ағарта. Димгә барып сайҡап та алалар. Үләнгә йәйеп ҡуйған керҙәр кипкәнсе, ҡыҙҙар сыр-сыу килеп һыу ҡойоналар, һыу сәсрәтеп уйнайҙар. Зәңгәр аяҙ күккә ҡарап, бәпкә үләненә ятып, киләсәк тураһында хыялланалар.

4-се уҡыусы.  Уҡыу йәшенә еткәс, башта ауылдағы  башланғыс, унан Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, 9-10 класта Раевкала белем ала. Мәктәп йылдары… Уй- хыялдарҙың күңелдә бөрөләнгән сағы.

5-се уҡыусы.  Г. Юнысованың күңелендә бер уй үҫә, нығый. “Уҡырға! Әҙәбиәт, ижад донъяһын ныҡлап өйрәнергә, яҙыу серҙәренә төшөнөргә”.  Ошо  теләк уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә.

6-сы уҡыусы. “Хуш, Һарыш! Хушығыҙ, Димдең йүгерек тулҡындары! Күбәләкле туғайҙар, сәскәләр араһында аунап үҫкән таҡыялы, шиғриәтле ҡыҙ,хуш! Киткәнгә үпкәләп ҡалма, тыуған ауылым!”

3-се слайд. Дим йылғаһы күренеше.

7-се уҡыусы.

Күптәрҙеке менән бер иш юлым,

Эҙләмәнең башҡа, яңыһын.

Маҡсатым бер – кеше булып йәшәү,

Ә маяғым – таҙа намыҫым,

-тип яҙҙы шағирә. Ләкин уның уңыштарына һоҡланмай мөмкин түгел. Сөнки БДУ-ның өсөнсө курсында уҡыған саҡта уҡ, 1968 йылда уның балалар өсөн “Миңә бары өс кенә” һәм “Зәңгәр тубым” тигән шиғыр йыйынтыҡтары донъя күрә.

8-се уҡыусы.

Баласағым яулыҡ болғап ҡалды,

Йыраҡтарҙа, тыуған төбәктә.

Дим ярында шаулай бер ҡайынҡай,

Тамырҙары – минең йөрәктә.

  • Йөрәгендә Дим буйы ҡайындарының тамырҙарын йөрөткән шағирә хәҙер Дим ҡыҙы ғына түгел, ә бөтөн Башҡортостандың абруйлы ҡыҙы.

9-сы уҡыусы. Г. Юнысова ике тиҫтә йылдан  артыҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире булып эшләй, йәмәғәт эшмәкәре, “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнде.

4-се слайд.  Ҡаҙаныштары.

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Аҡмулла премияһы лауреаты, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты.

10-сы уҡыусы. Шуның өҫтәүенә ул ғаилә усағын яҡтыртып тороусы уңған хужабикә, хәстәрлекле әсә лә.

5-се слайд. Ғаиләһе менән бергә фотоһы.

11-се уҡыусы.

Йырлай-йырлай аҙаҡ кер эләм,

Улдарым кейеп һөйөнһөн.

Улар һәр саҡ таҙа кейемдәрҙә,

Һәйбәт кәйеф менән йөрөһөн.

Әсә өсөн тиңһеҙ оло бәхет –

Балалар, тип йәшәү, йән атып.

Мөмкин булһа, ғүмер юлдарын да

Ҡуйыр инек алдан ағартып.

                                                 (Әсә бәхете.)

1-се уҡыусы.

 Гөлфиә Юнысованың ҡатын-ҡыҙҙы аламағасҡа тиңләүе бик урынлы:

Алмалары алһыуланып,

Балҡып тора алмағас.

Емеш биреү бәхеттәрен

Алмағас та аңлағас.

6-сы слайд. Әсәһе менән бергә төшкән фотоһы.

2-се уҡыусы.  Шағирәнең бик күп шиғырҙары ғәзиз әсәһе Хөмәйрә апайға бағышланып яҙылған. “Әсәйемдең күңелендә - турғай” исемле шиғырында ла һөйөклө әсәһенә мөрәжәғәт итә:

Әсәйем берҙән-берем,

Ярай әле һин янымда.

Бер ҡарашың көс-дәрт өҫтәй,

Аптыраған саҡтарымда.

Беҙ етәүбеҙ бер үҙеңә,

Һин яңғыҙһың барыбыҙға.

Ҡайҙан шундай ҡош табырға?

Өйрәт әле, әсәй беҙгә…

3-се уҡыусы. Г. Юнысованың шиғырҙары көй һорап тора. Уның һүҙҙәренә яҙылған “Аҡҡош күле”, “Ғүмер юлы”, “Әйҙә, киттек Дим буйына”, “Һандуғас моңо”, “Ҡайынҡайым”, “Кермәгеҙ араларға”, “Ашығамын”, “Әсәйемә” йырҙары халыҡ күңелендә үҙ урынын тапты.

4-се уҡыусы. Г. Юнысова һүҙҙәренә “Иҫеңдәме?” йырын 9-сы класс уҡыусылары  башҡара.

5-се уҡыусы.

Бер кеше лә эҙһеҙ генә китмәй,

Бөтә эҙҙәр ерҙә ҡалалар.

Ҡайһылары хатта йылдар аша

Йондоҙ һымаҡ балҡып яналар.

Теләгем бар минең: артылғанда

Мәшәҡәтле ғүмер үрҙәрен

Килер быуын үтер оло юлды

Тапламаһын ине эҙҙәрем…

Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

  • Быйыл шағирәбеҙ үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.  Ул беҙҙе тағы ла үҙенең яңы матур шиғырҙары менән һөйөндөрөр әле.

Былтыр беҙҙең мәктәптә Рәйес Низамовтың хәтер кисәһенә Гөлфиә Юнысова ла ҡунаҡҡа килде. Шул ваҡытта төшкән фотоларҙы  һеҙгә ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

7-се слайд. Яҙыусылар менән уҡыусылар төшкән фотолар.

Кисә “Ғүмер юлы” йыры менән тамамлана.  

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий литературно-музыкально-историческоо вечера, посвященного защитникам блокадного Ленинграда

Взятие Ленинграда и соединение с Финскими войсками могло еще больше укрепить гитлеровскую коалицию, заставить правительства стран, которые еще колебались, вступив в войну против СССР. Быстрый захват Л...

Вечер, посвященный юбилею М. И. Цветаевой "Красною кистью рябина зажглась..."

Литературно-музыкальная композиция , составленное из стихов М.И.Цветаевой, песен на ее стихи, воспоминаний о ней....

Творческий вечер, посвященный английскому писателю Джеку Лондону

Творческий вечер, посвященный Джеку Лондону, был проведен в 2013 году.В этом вечере принимали участие учащиеся 7-9 классов. Вечер имел большой успех.Детям было очень интересно узнать об этом замечател...

Сценарий торжественного вечера, посвященного юбилею школы «Школа — наш родной дом»

Сценарий торжественного вечера, посвященного юбилею  школы  «Школа — наш родной дом»...

Сценарий литературно- музыкальной композиции по произведениям советских писателей.20-30х годов ХХ века

Сценарий был написан по произведениям И.Илфа и Е.Петрова, В.Катаева, М.Зощенко и рассказывает о буднях коммунальной квартиры, где собрались представители самых разных слоев населения, волею судеб собр...

Викторина по сказкам К.И. Чуковского, посвященная юбилею писателя 135 лет.

Цель: Показать детям всю мудрость и красоту удивительного мира сказок К. Чуковского.Дидактическая цель: способствовать обобщению знаний детей о прочитанных сказках.Задачи: Показать многократность тала...

Открытый урок по дисциплине литература в 10 классе, посвященный юбилею писателя В.Г. Распутина: «Живем и помним»

Валентин Григорьевич Распутин – русский писатель, прозаик, представитель так называемой «деревенской прозы».С 1966 года Валентин Григорьевич стал профессиональным литератором, а чере...