Методическая разработка "Внеклассное мероприятие"
классный час (11 класс)

Гатауллина Флюра Галимьяновна

Участие педагогических работников в разных конкурсах- это результат плодотворной деятельности. Я предлагаю разработку внеклассного мероприятия, посвященного жизни и творчеству Рами Гарипова на межрегиональном форуме "Гариповские чтения"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл r.garipov_kilsgem.docx22.78 КБ

Предварительный просмотр:

                Тема: Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!

(Класс сәғәте)

                                                                                                                                                                Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!

- Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?

- Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит!...

                                                                         (Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!)

    Маҡсат.  Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады, көндәлектәре өлгөһөндә уҡыусыларҙа киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйырға өйрәтеү, уҡыуға, белемгә  ынтылыш тәрбиәләү, шәхес үҫтереү, көндәлек яҙыу серҙәрен асыу. 

 

Йыһазландырыу. Рәми Ғариповтың китаптарынан күргәҙмә,  портреты, компьютер, медиопроектор,  презентация материалдары, көндәлектәр.

                                            Дәрес барышы

Психологик  инеш

      12 февраль 1932 йыл… Бөгөнгө төн бигерәк аяҙ. Күктәге бихисап йондоҙҙар араһында айырыусы балҡып торғандары ла аҙ түгел. Ҡапыл араларынан берәүһе күҙ асып йомған арала киң йыһанды яҡтыртып: “Был мин, Рәми”, - тип, киләсәккә өмөт тулы шиғри нурҙарын сәсеп атылды ла, бар ғаләмғә ынйы бөртөктәре булып һирпелде…

 Уңыш  ситуацияһын тыуҙырыу

        -Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!  Бөгөн беҙ кем һәм нимә тураһында һөйләшәбеҙ? Һеҙ  ниндәй һүҙҙәргә нығыраҡ иғтибар иттегеҙ? (Рәми, көндәлектәр, яҡты йондоҙҙар, киләсәккә өмөт, шиғри нурҙар...)

       Уҡытыусы. Эйе, бөгөнгө класс сәғәтендә  үҙ халҡының тарихи яҙмышын ҡайғыртҡан, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланған, туған теленең киләсәге өсөн борсолған, аманатын халыҡ күңеленә уйылырлыҡ итеп әйтеп ҡалдырған Рәми Ғариповты бөйөк шәхес булараҡ һөйләрбеҙ, шулай уҡ киләсәккә маҡсаттар ҡуйырбыҙ, шағирҙың көндәлектәренә күҙ һалырбыҙ, үҙебеҙҙекеләр менән дә таныштырырбыҙ.

 Маҡсат ҡуйыу, эште планлаштырыу

      Уҡытыусы. 9-сы класс уҡыусылары булараҡ, һеҙҙе төрлө һорау борсойҙор: киләсәктә ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға, хәҙерге заманда ниндәй һөнәр һайларға, тормошта үҙ урыныңды нисек табырға? Илемде, еремде, халҡымды киләсәктә ниндәй яҙмыш көтә?...

     Мин һеҙҙе киләсәккә саҡырам. 2031 йыл … Һеҙ  ун йылдан һуң уҡыу йылдарын тамамлап, ҡулығыҙға диплом тотоп тыуған Башҡортостанға, тыуған ауылыбыҙға, мәктәбебеҙгә ҡайттығыҙ. Һеҙ беҙгә алмашҡа тормошҡа аныҡ ҡарашлы, яуаплылыҡ тойған егет һәм ҡыҙҙар булып үҫерһегеҙ. Алда һеҙҙең республикабыҙ, халҡыбыҙ, туған телебеҙ өсөн тырышыуҙарығыҙ  хаҡында бихисап яҡшы һүҙ ишетергә яҙһын. Ышаныстарыбыҙ аҡланыр, йәшәү мәғәнәле булыр.

    Донъялағы һәр кеше яҡты киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй. Бына шул өмөт сатҡыһы йәшәтә лә инде ул кешене. Иң тәүҙә үҙеңә, үҙеңдең көсөңә ышаныс булырға тейеш, шунан китә – алға ҡуйылған маҡсат. Әгәр ҙә әҙәм балаһы ғүмере буйына тырышып уҡыһа,  эшләһә, ҡуйылған һәр маҡсатына ирешеп барһа, уға был донъяла йәшәү киләсәктә үҙе бер ләззәт булып торасаҡ.

Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү

   Уҡытыусы.  Һеҙҙең алдарығыҙҙа көндәлектәр ята. Нимә ул көндәлек? (Уҡыусыларҙың яуабы)

     Һеҙ дәрескә көндәлекһеҙ килмәйһегеҙ. Унда һеҙҙең дәрестәр теҙмәһе яҙыла. Шулай уҡ уҡытыусы дәрестә белемеңде баһалап, көндәлегеңә баһа ҡуя. Уҡыусы дәрестә уҡытыусы биргән өйгә эште теркәп бара.

 Һүҙлек өҫтөндә эш.

  Көндәлек һүҙе бер нисә мәғәнәгә эйә. Беҙ, уҡытыусылар, йыш ҡына уҡыусыларыбыҙға: «Көндәлек — һеҙҙең йөҙөгөҙ», тип әйтергә яратабыҙ. Тимәк, көндәлектәге баһалар һеҙҙең нисек уҡығанығыҙҙы, уҡыуға ҡарашығыҙҙы күрһәтә.

         Классик булып танылған яҙыусыларҙың көндәлектәре генә киң уҡыусы өсөн баҫылып сыға. 

        Көндәлек әҙерлек, тырышлыҡ.

            Ҡәҙерле, уҡыусылар!  Ә һеҙ уйланғанығыҙ булдымы, кеше ни өсөн көндәлек яҙырға ултыра һәм быға нимә сәбәпсе икән?  Ошо һорауҙарға яуап алыр өсөн беҙ Рәми Ғариповтың көндәлектәренә туҡталайыҡ.

           Һеҙ әҙәбиәт дәрестәрендә  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың бар тормошон,  уй-кисерештәрен, шатлыҡтар һәм ғазаптарын, осоштар һәм ҡыйралыштарын өйрәндегеҙ.  Һоҡланғыс та, мауыҡтырғыс та, ялҡынлы, шул уҡ ваҡытта ябай ҙа, бөйөк тә тормош һәм ижад менән таныштығыҙ, шәхестең үҫмер  сағындағы көндәлектәрен уҡынығыҙ.   Бөгөн беҙҙең класс сәғәтенең маҡсаты –  Рәми Ғариповтың көндәлектәре өлгөһөндә бөгөнгө донъяға үҙебеҙҙең ҡарашты билдәләү, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйыу, һығымта яһау булыр.

            Ваҡыт тигәндәре бер кемде лә, бер нәмәне лә аямай. Рәми Ғарипов үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалды. Ә ниҙә һуң уның бөйөклөгө? Был һорауға яуап бирер өсөн төркөмдәргә бүленеп, әҙиптең тормош юлына ҡағылышлы көндәлектәренә иғтибар итәбеҙ(1-се төркөм). Был эш өйгә бирелгән ине, шуға күрә, тиҙ генә кәңәшләшегеҙ һәм яуаптар бирергә әҙерләнегеҙ.  Яуап биргәндә, Рәми Ғариповтың  йәшәү тормошо башҡаларҙыҡынан нимәһе менән айырылып тороуына  баҫым яһағыҙ. (“Көндәлектәр”ҙең 1 томындағы 34, 35, 64, 65, 95-се биттәргә иғтибар итергә).

Уҡыусыларҙың сығышы.

      Уҡытыусы: Тимәк, Рәми Ғариповтың йәштән тормош маҡсаты була, һәм ул ғүмеренең һуңғы минутына тиклем ошо маҡсатына тоғро ҡала. Уның көрәшсе һәм хәҡиҡәтте яҡлаусы шәхес икәнен беҙ көндәлектәре аша иҫбат иттек.

     Ә уның ижады- шиғырҙары тураһында 2-се төркөм һөйләй.

Рәми Ғариповтың  көндәлектәре. «Пилот яҙмалары». Әҫәр ни өсөн “Пилот яҙмалары” тип атала? Ошо һорауға яуап алыр өсөн түбәндәге өҙөктө уҡыйыҡ. (Уҡыусылар шағир көндәлектәренән 6 февралдәге яҙмаларҙы сылбырлап уҡыйҙар)

– Рәми үҙенә ниндәй маҡсат ҡуйған? Шул юлдарҙы табып уҡыйбыҙ. (Был юлдарҙа уның осоусы булырға теләүе асыҡ күренә. “Ашҡынып көтә ул көндө. Эйе, ысындан да ул көн Рәмиҙең тормошҡа яңынан тыуыу көнө буласаҡ ! Яңынан тыуыу !”) Шулай итеп, Рәми алдына ҡуйған маҡсатын мотлаҡ үтәргә теләй.

 3 март яҙмаларына иғтибар итәйек. (Яҙмалар таратыла)

Һығымта. Шағир уй-тойғоларын нескәлектәре менән аңлатып бирә, күңел серҙәрен йәшермәйенсә йөрәге менән уртаҡлаша.

        Дәрескә рефлексив анализ

      Уҡыусылар,  һеҙгә алдан өйгә эшкә Рәми Ғарипов тормошона ҡарата көндәлектәр яҙып ҡарарға ҡушылғайны. Ҡайһы берәүҙәре  менән танышайыҡ.

 ( Ике-өс  эш уҡыла.) 1-се уҡыусы:

      “12 февраль 2021 йыл. Мин бәхетле, сөнки мин  яратҡан шағирым, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 89 йыл тулған көндө  ҡулыма ҡәләм алып, тәүге тапҡыр көндәлек яҙырға ултырҙым. Ҡайҙан килде һуң миңә был этәргес көс? Күптән түгел әҙәбиәт дәресендә бөйөк шағирҙың “Туған тел“ шиғырын иптәштәрем менән ярышып яттан һөйләнек, класс сәғәтендә лә Рәми Ғариповтың ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад итеүе, шиғырҙары халҡыбыҙ күңеленә уйылып ҡалыуы тураһында һөйләштек, шағирҙың тормош һәм ижад юлына арналған кисәлә лә ҡатнаштыҡ.  Мин  Рәмиҙең  тел яҙмышы, тимәк, тыуыр көндәр, киләсәк быуын өсөн борсолоуын аңланым.  Уның туған телгә ҡарата ғәмһеҙ ҡарашлыларҙы уянырға әйҙәп оран һалыуы бигерәк тә мине тетрәндерҙе. Яҙмыш уны төрлө һынауҙар аша үтергә, кәртәләр аша атларға мәжбүр итеүенә ҡарамаҫтан, Р.Ғарипов матур киләсәккә ышана, өмөт менән йәшәй, ҙур пландар ҡора, үҙендә көс, ышаныс тоя.”

         2-се уҡыусы:

     “Бөгөн мин 9-сы  класс уҡыусыһымын.  Әкренләп киләсәк тураһында ла уйлана  башланым. Ул минең күҙ алдыма  әлегә билдәһеҙлек булып баҫһа ла, киләсәктә тормошта үҙ урыныңды табыу өсөн белемгә ынтылырға, күберәк китап уҡырға, тырышырға кәрәклеген, халҡыма хеҙмәт итергә, телемде яратырға икәнлеген аңлайым.

         Эйе,  хәҙерге вакытта белемһеҙ йәшәү мөмкин түгел, сөнки  көн һайын тормош үҙгәрә, төрлөләнә, яңыра бара. Һәм мин ирекһеҙҙән шағирҙың үҙ  халҡының яҙмышын уйлаған, уның киләсәге өсөн янып- көйөп йәшәгән, туған теле менән ғорурланған

«Халҡым теле миңә- хаҡлыҡ теле, -

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ ”тигән шиғыр юлдарын иҫемә төшөрҙөм. Әйтерһең дә, уҙған быуатҡа төбәп түгел, бөгөнгөгә, беҙҙең хәҙергә хәлебеҙгә ҡарап әйтелгән был һүҙҙәр.  Ата-бабаларыбыҙҙың иң изге аманаты- әсә телен һаҡлап ҡалыу- беҙҙең иң мөҡәддәс бурысыбыҙ.”

3-сө уҡыусы:

“ Көндәлегемдең тәүге юлдары халҡым, илем, телем тип янып йәшәгән шәхес тураһында уйланыуҙар менән  башланып китеүенә сикһеҙ ғорурланам. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев һүҙҙәре менән әйткәндә: “Рәми Ғарипов үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы. Эйе, Рәми Ғарипов ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булып халҡыбыҙ хәтерендә мәңгелек урын алды. Киләсәктә мин уның шиғырҙарын күберәк уҡып, мәғәнәләренә нығыраҡ төшөнөрмен, тип ышанам.”

 Дәрескә рефлексив анализ

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау.

- Бөгөн дәрестә нимәгә өлгәштек?

- Үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?

- Киләсәк тормошҡа ниндәй маҡсаттар ҡуйҙығыҙ?

Йомғаҡлау

      Яҡты киләсәк– үҙебеҙҙең ҡулда! Шуның өсөн дә, аяҙ, матур, бәхетле киләсәк өсөн тырышып уҡыу, дөрөҫ маҡсаттар ҡуйыу, ҡатмарлы тормошта урын табыу- төп бурысыбыҙ, тип уйлайым.

     Рәми үҙенең бөтә булмышын үҙе хаҡында түгел, ә иле, халҡы өсөн янып-ярһып йәшәүгә, илен, халҡын ҙурлауға бирә. Үҙе хаҡында түгел, иң элек һөйгән халҡы, уның йыры, моңо, теле хаҡында ҡайғырта. Шуға ла уның үҙе лә, әҫәрҙәре лә үлемһеҙ. Тимәк, уның өсөн киләсәк ишектәре һәр ваҡыт асыҡ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

методическая разработка мероприятия "Языковой марафон"

Внеклассная работа является неотъемлемой частью современного процесса обучения, в том числе и обучения иностранным языкам. Она усиливает мотивацию учащихся, позволяет им проявить себя не только в рамк...

Методическая разработка мероприятия посвященного перелету В. Чкалова

В современных условиях, когда в стране предпринимаются попытки деидеологизировать  общество важнейшим направлением является воспитание у детей и подростков патриотизма, чувства любви и гордости з...

Методическая разработка мероприятия "В жизни всегда есть место подвигу"

Методическая разработка мероприятия «В жизни всегда есть место подвигу» и конференции, приуроченных к 25-летию аварии на Чернобыльской АЭС.Жанр коллективного творческого дела – конференция.Черед...

Методическая разработка мероприятия «Моя семья»

Методическая разработка мероприятия «Моя семья»Формы учебной работы: занятие для учащихся 3 класса.Тема занятия: «Моя семья»Цель: Формирование убежденности о важности семьи в жизни каждого...

Методическая разработка мероприятия «Я хочу всё знать о праве» возраст учащихся 10 -17 лет

Цель: создать информационное наполнение сайта о правах ребёнка и для ребёнка, на котором в доступной форме будут представлены  материалы о правах и обязанностях детей и который будет способ...