Ижад емешем "Тыуған илем"
книга по художественной литературе на тему
Үҙем ижад иткән шиғырҙарымдың береһе. "Рух ҡошо" проектында ҡатнашты
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
shigyr_tugan_tel.docx | 18.07 КБ |
Предварительный просмотр:
Тыуған илем
Тыуған илем минең ғәзиз ерем,
Башланаһың атай йортонан.
Бешкән икмәгенән әсәйемдең,
Оло юлға илтер тупһанан.
Баҡсаларҙа үҫкән сәскәләрем,
Яҙын сәскә атыр алмалар-
Барыһы ла минең Тыуған илем,
Йәшәүемә һинән көс алам.
Тыуған илем- минең ғорур халҡым,
Булмышым да һеҙҙән башлана.
Мәңгелектән килгән аманатым-
Мин бирмәмен һине дошманға.
Ирәндегем-мәғрүр тау теҙмәһе,
Тыуған ерем һеҙҙән башлана.
Күпме батыр яҡлар өсөн һине
Дошманына ҡаршы ташлана.
Сәсәндәрҙең осҡон һалыр һүҙе
Бөркөт саңҡыуындай яңраған.
Йәшәр ерен, Ирәндектең үҙен
Батырҙары мәңге һаҡлаған.
Тыуған ерем, эсер һыуым минең,
Һаҡмарымдан илем башлана.
Ҡайҙа йөрөһәм дә һинән китеп,
Һинең өсөн хыянат ташламам.
Башҡортостан- минең Тыуған илем,
Иңдәр араһында һин иңһең.
Һинең өсөн ғорурлығым минең,
Сикһеҙлектән сикһеҙ, һин-бөйөк.
Ошо илдең ябай бер ҡыҙымын,
Бәхетемде һиндә табырмын.
Һине маҡтар ҡоштарымдың йырын
Йөрәгемдә мәңге һаҡлармын.
Илем , һиндә тауҙар ғорурлығы,
Саялығы саңҡыу бөркөттөң.
Һиндә батырҙарҙың айбарлығы,
Тиңдәр араһында тиң иткән.
Тыуған илем-минең йәшәр ерем,
Башланаһың тыуған еремдән.
Мәңге барһың, буласаҡһың тием,
Һине яҡлар батыр халҡым бар
Мәңге йәшәр
Әсәм теле менән ингән телем,
Оҙаталар ғүмер юлында.
Шул тел менән иркәләнеп үҫтем,
Шул тел ҡалыр минең аңымда.
Ул тел минең ғәзиз халҡым теле,
Мәңгелек юғалмаҫ хазина,
Шуға күрә мәңгелеккә инде
Милләтемдең рухи аңына.
Был телемдә тере тарих ята,
Ғәҙеллеккә әйҙәр осҡон бар.
Был телемдә халҡым ғәме яна,
Юл күрһәтер беҙгә ул алдан.
Ҡанға батырылған милләтемдең
Яраларын ямай тик ваҡыт.
Ярам йөрәгемдә- милләт теле,
Уны юймам, тыймам туҡтатып.
Йөрәгемдә уның өсөн уттар
халҡым күңеленә ҡот һалыр.
Шулай йырлағандар батырҙар,
Тыуған телдән һәр кем ут алыр.
Тамырҙарым тарих төпкөлөндә
Сәсәндәргә барып олғаша.
Тыуған телем халҡым йөрәгендә
Килер быуын менән тоташа.
Минең быуын хазина тип алған,
Әсәй, тиеп телен асҡанда.
Уны һаҡлап халҡым булыр ҡалҡан,
Тел ситләтеп, дошман баҫҡанда.
Йылдар ҡыуып йылдар килерҙәр,
Замандарҙың йөҙөн үҙгәртеп.
Әммә минең телем үҙгәрмәҫ,
Әсәм теле- теле милләттең.
Был телемдә изге ер шифаһы,
Сәскәләрҙең наҙлә еҫтәре.
Туған телем-халҡым хазинаһы,
Онотолмаҫ ерҙә ул мәңге.
ТУған телем-онотолмаҫ беркөй,
Йырсы ҡоштар хатта көнләшер.
Ғәҙеллеккә әйҙәр тынмай һөйләп,
Телем минең бәхет өләшер.
Бишегемдән ингән наҙлы телем,
Мәңге йәшәтергә һүҙ ҡуйҙым.
Тиңдәр араһында тиң итеп,
Һине яҡлау- минең бурысым.
Ғорурлығым йөрәгемдә яна
Милләт теле-туған телемә.
Шул ғорурлыҡ һәр берендә тыуһын,
Үҙ теленә - милләт теленә.
Килер быуын ҡыуаныстар алып,
Үткән юлын иҫләр хөрмәтләп.
Телен яҡлап алып ҡалған халҡым
Лайыҡ булыр ошо хөрмәткә.
Һин- яҙмышым.
Көсө- елдән,
Уйы -айҙан,
наҙ -сәскәнән,
Үсе уттан
Һеңгән телгә мәңгелектән.
Һәм үрелгән ул халҡымдың
Яҙмышына сикһеҙлектән.
Сабырлығы-
Тыуған ерҙән,
Сағыулығы
Зәңгәр күктән
Бирелгән дә булмышына,
Мәңгелеккә ул бәйләнгән
Сая халҡым яҙмышына.
Гүзәллеге
йондоҙҙарҙан,
Таҫыллығын
киң Йыһандан
Алып килгән ул халҡыма,
Шуға телем татлы, көслө-
Уны һаҡлау беҙҙең ҡулда,
Тыуған телем,
Һин- яҙмышым.
Мин- бәхетле,
Һин - булмышым.
Һинең менән мин ғорурмын,
Мин саямын, мин көслөмөн-
Яҙмышым һин- туған телем.
Һине яҡлар
Халҡым булһын.
Башҡортомдоң-
Аманатын.
Телебеҙҙе ҡырҡһалар ҙа,
Онотмабыҙ , дошман баҫһа-
Һинең өсөн беҙ тик һаҡта.
Һин булырһың-
Тамырың ныҡ.
Һине халҡым
мәңге һаҡлар.
Һин лайыҡһың был хөрмәткә,
Көслө лә һин, кәрле лә һин
Һәм ҡалҡанһың милләтемә.
г
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
Сценарий праздника к Дню Республики Башкортостан "Тыуған илем тим дә һүҙ башлайым, тыуған илем Башҡортостаным!"
Воспитание, созданное самим народом,основанное на народных началах,имеет ту воспитательную силу,которой нет в самых лучшихсистемах, основанных на абстрактныхидеях… Н К. Уши...
Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)
Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...
Мастер-класс «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади һәләттәрен традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы аша үҫтереү»
Познакомить педагогов с использованием нетрадиционных техник рисования на занятиях по изобразительной деятельности для детей дошкольного возраста.Формирование у детей дошкольного возраста художественн...
Ата - әсәләр өсөн кәңәштәр: "Халыҡ ижады аша балаларҙы тәрбиәләү"
Халҡыбыҙҙың ауыҙ -тел ижады – бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина....
Кескәйҙәрҙе ауыҙ тел ижады менән таныштырыу:Өләсәйемдең йомғағы.
Маҡсат:Кескәйҙәрҙә ауыҙ тел ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.Тел төҙәткестәр аша балаларҙың телмәрендә башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтелешен нығытыу.Хәтерҙе яҡшыртыу,төркөмдә йылы мөхит тыуҙырыу.Бер-береңә я...
Технологическая карта. Занятие. Образовательная область «Речевое развитие». Раздел «Развитие речи» в подготовительной группе (6 - 7 лет). Название: «Илья Муромец в былине «Илья Муромец и Соловей - разбойник"
Цель: формировать у детей умение анализировать текст - былины.Продолжать знакомить с жанром былины, с образом былинного богатыря Ильи Муромца. Учить выделять и называть героя былины; определять ...