Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре
картотека

Кульмухаметова Равиля Юлаевна

Әҙерләне 

                                              Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай ҡыҙы

юғары категориялы тәрбиәсе

Сибай ҡалаһы 

“Әкиәт”  балалар баҡсаһы

Минең исем сәтәкәй,

Үҙем бигерәк бәләкәй.

Ҡаймаҡ ялап, һөт эсәм

Ҡасан инде ҙур үҫәм.

Скачать:

Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

Маҡсат:

  • Балаларҙы башҡорт халыҡ йолалары,ғөрөф – ғәҙәттәре менән таныштырыуҙы дауам итеү , “Нардуған” байрамы ,Селлә ваҡыты менән танышыу , байрамдың исемен , ғәмәлен атай белергә өйрәтеү;
  • Балаларҙың иғтибарын ,үҙләштереү , ҡабул итеүҙе , сенсор тойоу һәләтен , һорауҙарға яуап биреү оҫталығын үҫтереү;
  • Башғорт халҡының ғөрөф - ғәҙәттәренә , байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һөйөү тәрбиәләү.

Байрам барышы. 

Өй күренеше.Өләсәй өйҙә нимәгәлер әҙерләнеп һөйләнеп йөрөй

Өләсәй: Э-э-э-э-э-й . ваҡыт тигәнең һиҙелмәйҙә үтеп китә шул , әле генә балаларым менән Сөмбөлә байрамына әҙерләнә инек , бына хәҙер Нардуғаны ла килеп етте.....

Өйгә бер ҡыҙ йүгереп инә , ҡыуана –ҡыуана.

Ҡыҙ : Өләсәй , өләсәй һин нимә эшләйһең ул?

Өләсәй: Һуң , ҡыҙым бөгөн бит нардуған байрамы , сәй әҙерләйем , тәмләп ҡоймаҡлап  сәй эсеп алайыҡ балам.

Ҡыҙ: Өләсәй байрамға мөмкинме мин үҙемдең балалар баҡсаһынан дуҫтарымды саҡырам.

Өләсәй: Әлбиттә ҡыҙым,бар-бар саҡыр инде , байрамға  Селлә бабай менән Нардуған үҙе лә килеп етерҙәр оҙаҡламай.Йүгер балам,йүгер.

Ҡыҙ йүгереп сығып китә , өләсәй өйҙә ҡала.Көй яңғырай , балалар тәрбиәсе апай менән инәләр.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ өйгә инегеҙ ҡыҙҙар , малайҙар , тышта бик һыуыҡ , буран ыжғыра!

Малай: Ысынлап та бында йылы икән , әйҙәгеҙ.

Ҡыҙ: Өләсәй беҙ байрамға һуңламаныҡмы?

Өләсәй: әйҙәгеҙ түрҙән уҙығыҙ , һеҙ байрамдың тап өҫтөнә лә килеп индегеҙ.Әйҙә , әйҙә.

Малай: Уф өшөттөрҙө өләсәй , тышта бик һыуыҡ икән.

Өләсәй: Һуң улым ҡыш етте бит .

Ҡыҙ: Беләбеҙ , беләбеҙ өләсәй ,ҡыш еткәнен һиҙәбеҙ.

Икенсе ҡыҙ: Әйҙәгеҙ булмаһа йырлап алайыҡ , беҙ бит ҡыш тураһында бик матур йыр ҙа беләбеҙ.

Йыр “Ҡыш етте”

Балалар ултыралар.

Өләсәй: Ҡышҡы Нардуған  байрамы мөбәрәк булһын!Донъялар имен торһон!

Тәрбиәсе: нар - нар , нарына .

Бәхет бирһен барына!

Бала: Мал-тыуарҙар түл йәйһен!

Малдар ашһын ҡуранан!

Ашлыҡ ашһын буранан!

Илебеҙ тыныс булһын!

Күңелегеҙ киң булһын!

Өләсәй: изге теләктәрегеҙгә мең рәхмәт!

Тәрбиәсе: Юрауығыҙ юш килһен , изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Өләсәй: балалар ә һеҙ Нардуған байрамы тураһында ишеткәнегеҙ бармы?

Ҡыҙ: Өләсәй ә Нардуған  нимәне аңлата ул?

Өләсәй: Улайһа тыңлағыҙ балалар. “Нар” һүҙе ҡояш ҡояш тигәнде аңлата , шулай булғас , Нардуған ул ҡояш тыуған көн .Боро – борон заманда атай-олатайҙарыбыҙ оҙон-оҙаҡ төндәрҙә иң ҡыҫҡа көндәрҙә ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр: “Нар туған беҙгә йөҙөң менән борол инде!”Көндәр оҙая башлағас , ҡояш кешеләрҙе тыңлап  йөҙө менән борола икән тип уйлағандар һәм шуға ышанғандар.

Малай: Ә ҡышҡы Нардуған ҡасан була ул?

Өләсәй: Ҡышҡы Нардуған декабрь айының  25-ендә башланып бер аҙна буйы дауам иткән.Был йола борон-борондан күсеп килгән.Һәр халыҡ үҙенсә был байрамды билдәләп үткән.

Ҡыҙ: Ә нисек Өләсәй?

Өләсәй: Ут аша һикергәндәр , төрлө уйындар уйналған,әйтемдәр әйтешкәндәр,йомаҡтар ҡойғандар,йырҙар йырлағанда . бейегәндәр,ә балалар урам буйлап “Нар-нар Нардуған , Нардуғанға кил туған”-тип байрамға саҡырып йөрөгәндәр.

Тәрбиәсе: Өләсәй әйҙәгеҙ балалар менән бергәләп ҡабатлайыҡ , иҫтәрендә ҡалһын.

Бергәләп: Нар-нар-Нардуған!

Нардуғанға кил туған!

Өләсәй: хәҙер һеҙҙең тауышығыҙҙы ишетеп Нардуған килеп тә етер инде балалар.

Көй яңғырай , Нардуған инә.

Нардуған: Һаумыһығыҙ балалар,һаумыһығыҙ ҡунаҡтар! Саҡырғанығыҙҙы ишетеп килеп тә еттем бына.

Нардуған мөбәрәк булһын

Тормош түңәрәк булһын

Мал-тыуарыбыҙ артһын

Игендәребеҙ уңһын!

Тәрбиәсе: Әйҙә түрҙән уҙ Нардуған.

Өләсәй: Әйҙәгеҙ балалар нардуған менән түңәрәктә йырлап-бейеп алайыҡ.

Түңәрәк уйын “Нардуған”

Нардуған: Балалар һеҙ бик матур йырланығыҙ , ә ҡыш тураһында йомаҡтар , әйтемдәр беләһегеҙме?

Балалар: эйе . беләбеҙ.

Тәрбиәсе: Нардуған беҙҙең балалар зирәктәр , уңғандар бик  күпте беләләр.

Йомаҡтар ,әйтемдәр,һынамыштар.

  • Бабайым килә ҡағынып

Аҡ толобын ябынып(Ҡыш) 

  • Ишектән инә лә , түргә үтә(Һыуыҡ)
  • Үкерә лә ҡотора 

Бөтә ерҙе тултыра(Буран) 

  • Ҡапҡаны аса ла

Ҡапҡа артына ҡаса(Ел)

Тәрбиәсе: Ә хәҙер әйҙәгеҙ һынамыш – әйтемдәр  әйтәйек.

  • Бесәй ишек тырнаһа , буран була.
  • Ҡыш көнө ағас бәҫләнһә , иген уңа.
  • Эшләмәһәң йәй көнө – ни ашарһың ҡыш көнө.
  • Ҡалын ҡар ер өсөн юрған.
  • Ҡыш ҡар күп  булһа , йәй ямғырлы була.
  • Ҡыш тәҙрә тирләһә , ҡар яуа.

          Малай:  Өләсәй , беҙҙең ҡар тураһында  йырыбыҙ бар.

Өләсәй: Әйҙәгеҙ малайҙар улайһа йырлап ишеттерегеҙ әле.

Йыр “Ҡар яуа”.

Өләсәй:Һай афарин балалар,ысынлап та бигерәк шәп йыр.Эй,ноҡот һалып быйылғы йылдың уңышлыҡтарын беләйем тигән инем , ҡайҙа әле ул минең ноҡот таштарым , күрмәнеңме ҡыҙым.

Ҡыҙ: бына Өләсәй . бына ул һинең таштарың.

Өләсәй:Оҙон – оҙаҡ юл төшә

Кемдер беҙгә ашыға

Ноҡотҡа берәүҙең һыны төшә

Үҙе ҡарт , үҙе дәрт

Уның байрамда булыуы шарт.

Ноҡотҡа күп һындар төшә

Күңелле байрам көтә.

Был ноҡотҡа бер һын төшә.

Тәрбиәсе: Ә кемдең һыны һуң Өләсәй?

Өләсәй: Был беҙҙең Селлә бабай.

Нардуған: балалар ә һеҙ Селлә бабай тураһында беләһегеҙме?

Ҡыҙ: Өләсәй бәлки һин беҙгә һөйләп бирерһең?

Өләсәй: Ҡышҡы селлә ҡырҡ көн дауам итә.Ул көндәр иң сатлама һыуыҡ көндәр була.Селлә ҙур мәжлестәр , туйҙар үткәрергә ярамай  һәм тағы ла йәйге селлә лә була.Йәйге селләлә көндәр ныҡ эҫе була,һыйырҙарҙың һөтө кәмей.

Тәрбиәсе: Балалар Селлә ваҡытын һеҙ киләсәктә онотмаҫһығыҙ инде.

Нардуған: Балалар бәлки Селлә бабай килгәнсе бейеп күрһәтерһегеҙ?

Тәрбиәсе:Әйҙәгеҙ парлашып “дуҫлыҡ ”бейеүен бейеп алайыҡ.

Бейеү “Дуҫлыҡ ”

Селлә бабай инә.

Селлә бабай: Һаумыһығыҙ балалар,һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!Нардуған байрамына ашығып килеп еттем ,һеҙҙең менән йырлап – бейеп күңел асырға килдем.Киң ризыҡ , киң дәүләт бирһен хоҙайым!Барыбыҙға ла һаулыҡ , сәләмәтлек теләйем!

Нардуған: Тотоноғоҙ ҡулға – ҡул

Яһайыҡ ҙур түңәрәк

Селлә бабайым менән

Әйләнәйек бергәләп.

Түңәрәк уйын “Әйләнәйек”

Ултыралар

Селлә бабай:Һай афарин күңел күтәрелеп дәртләнеп киттем.Ә хәҙер минең менән уйнап алығыҙ.бына ошо бейәләйем менән.Ул минең тылсымлы бейәләйем.Хәҙер көй уйнаһа мин бейәләйемде ебәрәм , көй туҡтағанда кемдә бейәләй ҡала ,  уға яза(наказ)бирелә.Әҙерһегеҙме балалар?Улайһа башлайыҡ.

Уйын “Туңдырам ”

Йыр “Егеттәр”

Шиғыр

Бейеү “Лирик”

Үсекләшеүҙәр

  • Иштуған – ҡыш тыуған

Ҡышҡыһын сана шыуған.

  • Малайҙар , малайҙар

Ҡыйыҡ башындағы ҡалайҙар.

  • Ҡыҙҙар , ҡыҙҙар

Һауалағы йондоҙҙар.

  • Илаҡ-илаҡ илле ҡолаҡ

Ҡолаҡтарын йыумаған

Күҙ йәштәрен йыумаған.

  • Сиң-сиң-сиңерткә

Ситән араһында.

Йыр “Ал бәйлә ҡулыңа”

Өләсәй: Селлә бабай , Нардуған ултырып ял итеп алығыҙ.

Селлә бабай: ҙур рәхмәт балалар ихтирамығыҙ , иғтибарығыҙ өсөн.

Нардуған: бик күп һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәттегеҙ, рәхмәт һеҙгә.

Селлә бабай: миңә ҡыҙым эҫе була башланы ,хәлем бөтә  башланы.

Нардуған: Ҡайтайыҡ инде селлә бабай.

Селлә бабай: Байрамдар гөрләп торһон

Күктәр гел аяҙ булһын

Ер йөҙөндә бар балалар

Бәхетле . таҙа булһын!

Һау булығыҙ балалар,һау булығыҙ ҡунаҡтар.

Сығалар.

Тәрбиәсе:ғөрөф-ғәҙәт йолаларҙан

Ярамай шул ҡасырға

Бөгөнгөләй һәр саҡ шулай

Кәрәк күңел асырға.

Ҡыҙ: Өләсәй , мин дуҫтарымды балалар баҡсаһына оҙатып ҡуяйым.Мин хәҙер Өләсәй.

Балалар сығалар.Өләсәй өйҙә теләктәрен теләй-теләй һөйләнеп ҡала 
 

 



Предварительный просмотр:

Маҡсат: Исемдәрҙең килеп сығышы, халыҡ тарихы, йырҙары тураһында мәғлүмәт биреү, башҡорт исемдәре менән танышыу, балаларҙың эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү, сығыш яһарға өйрәтеү, тасуири ятлау күнекмәләрен, һөйләү телмәрен үҫтереү; башҡорт исемдәренә һәм халыҡ йырҙарына ҡыҙыҡһыныу уятыу;

Беренсе бала (йүгереп инә). Һөйөнсө! Һөйөнсө! (Әдилә)

Икенсе бала. Һөйөнсөгә — уң ҡолағың!(Назгуль)

Беренсе бала. Һөйөнсө! (Әдилә)

Өсөнсө бала.Һөйөнсөгә — Сөләймән һыбыҙғыһы. (Динислам)

Беренсе бала.Һөйөнсө! (Тыпырлатып бейеп ала.) (Әдилә)

Дүртенсе бала.Өҫ-башыңа кейенсе! (Айгузель)

Беренсе бала. Үрге остағы Рәсимә апайҙың бәпесе бар, барабыҙмы бәпес күрергә? (Ләйсән

Балалар. Барабыҙ, барабыҙ!

Беренсе бала. Киттек бәпес туйына. (Назгуль)

Икенсе бала. Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, исем туйына! (Әдилә)

“Әсәй бәпес алып ҡайтты” тигән йыр йырлай Әдилә

(Бөтә куренеш  файела башҡарыла,йырҙан һуң бөтә ҡунаҡтарҙы Әдилә музыка залына саҡыра)

Боронғоса биҙәлгән өй.Һалмаҡ ҡына көй ишетелә.Түрҙә сәңгелдәк эленгән.Унда әсә бәпесен бәүелтә.Бүлмәнең икенсе яғында балалар ҡурсаҡ уйнай.

Бахтияр

Иҫәнмеһегеҙ, һаумыһығыҙ,

Ниңә ҡаршы алмайһығыҙ?

Әтәсегеҙ күкәй һалған,

Ниңә сығып алмайһығыҙ?

Назгуль

Бәпесегеҙ ҡотло булһын,

Ҡотло булһын туйығыҙ.

Бәпес туйына килдек беҙ,

Ниңә ҡаршы алмайһығыҙ?

Әсәй. Һаумыһығыҙ, балалар!

Әйҙәгеҙ, әйҙә, түрҙән уҙығыҙ. 

Әсәй :Бөгөн беҙҙә ҙур йола.Бәпескә исем ҡушабыҙ,курше тирәләрҙә киллергә тейеш ине.

Өлкәндәр һәм балалар: Һаумыһығыҙ.( һәр кем урын табып ултыра)

Ҡунак: Бәпәйҙе ҡарарға рөхсәт итәгеҙмеҙ? Бүләкһеҙ бәпәйҙе ҡарарға ярамай икәнлеген беләбеҙ.

Бала: ярҙамсы бул – таҫма бәйләй.(Айгузәл)

Ҡунак: Ата –инәле бул.

Бала: изгелекле бул – ҡулъяулыҡ һала.(Ләйсән)

Бала: эш ярат – сулпылар.        (Морат)

Ҡунак: Тәүфиҡлы булып үҫ бәләкәс.

Бала: таҙалыҡ ярат – тараҡ.(Камил)

Әсәй: бына балаҡайҙар, бөгөн бәпескә исем ҡушабыҙ.. Ошо көнгә тиклем, аллаға шөкөр баланы өйҙә яңғыҙ ҡалдырырға тырышманыҡ

Аҡинәй килеп инә (ҡулында самауыр)

. Бына килде ҡунаҡтар,

Уларға һый әҙерлә,

Тейешенсә ҡәҙерлә!

Ҡунаҡтар (бергә). Ә беҙ бүләккә — йыр-бейеү алып килдек. Әйҙәгеҙ, "Ҡурайсы" уйынын уйнап алабыҙ.

Балалар. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Әсәй: бына балаҡайҙар, бөгөн бәпескә исем ҡушабыҙ.. Ошо көнгә тиклем, аллаға шөкөр баланы өйҙә яңғыҙ ҡалдырырға тырышманыҡ

Ингән – сыҡҡан арала бала эргәһенә ҡайсы һалып сыға торғайныҡ.

Ҡунак 1:  Күҙ теймәһен тип маңлайына ҡором һөрткәндәр, ҡулына ҡыҙыл еп йә мәрйен бәйләгәндәр.

Ҡунак 2:Сәңгелдәктә ир бала ятһа – уға  бөркөт тырнағы элгәндәр, ҡыҙ бала ятһа – ҡауырһын ҡуйғандар. Балалар әйтегеҙ әле, бының ниндәй мәғәнәһе бар?

Бала: егет көслө булһын тигәндәр.Амирхан

Бала: ҡыҙ бала – һылыу, гүзәл булһын тигәндәр.Әдилә

Әсәй: эйе, ваҡыты еткәс, үҙ ояһын табып, ҡанатланып осоп китеүен теләгәндәр. Бөгөн беҙҙә ҙур йола, бәпескә  исем ҡушырбыҙ..Исемдәр -шаяртыу уындары

Балалар түңәрәккә  торалар,музакаҫтында бербереһенә ағас калак бирәләр,кемдә ағас туҡтай шул шаяртыү әйтә.  

                  Кэрим,Кэрим (Әдилә Х)

                  Балға батыр

                  Балын ялап

                  Тик ятыр.

     

      Вилдан,Вилдан      ( Наҙгөл)

      Йығылып төшкән

      Муйылдан

                            Иштуган,Иштуган (Айгузәл)

                           Сәсеп ҡуйған

                           Биш һуған

                           Биш һуғанға кем туйған

Нэфисэкэй,Нэфисэ

Кэнфит биргэйнем кисэ! .        (Морат)

                         Нәзир ,нәзир ҡыҙара

                         Ҡыҙҙар курһә буҙара. .(Ләйсән)

Золәй-зэлэй Зәлифә

Ятлап йорой элифба.(Камил)

 Ҡунак             Тәлгәт,Тәлгәт

                          Тагып алган сәгәт

                         Сәгәт теле кылт- кылт

                          Тәлгәт теле

                           Елт-елт

Беренсе бала. Әйҙәгеҙ бейеп тә күрһәтәйек. (Башҡорт халыҡ бейеүен башҡаралар.)

Бөтәһе бергә. Әсәһенә иш булһын,

Атаһына ҡуш булһын,

Матур күңелле булһын.

Әсәй. Рәхмәт, балалар, бүләгегеҙ өсөн, матур теләктәрегеҙ өсөн.

Аҡинәй: Бәләкәсебеҙ ата – инәле, бәхетле, оҙон ғүмерле булһын.

             Йөҙҙәрең күркәм,

Ҡулдарың эшсән булһын.

Ҡаштарың ҡыйылып үҫһен,

Аҡ уйлы, изгелекле булһын ҡыҙыбыҙ.

Аҡинәй: тьфү, собханалла, күҙ теймәһен, бигерәк матур икән, тәүфиҡлы булһын. Әйҙәгеҙ исем ҡушайыҡ. Баланы, аяғың кояш баткан яғына ҡаратып, яҫтыҡҡа һалығыҙ. Бәләкәскә ниндәй исем уйланығыҙ.

Әсәй: Зөһрә.

Балалар: Зөһрә.

Аҡинәй: Зөһрә – йондоҙ исеме.

Аҙашҡанға юл күрһәтә

Таңдарҙа яҡшы йондоҙ.

Шул йондоҙҙай яҡтыртырмын

Аҙашҡандарҙың юлын ти беҙҙең бәләкәсебеҙ.

Исемең Зөһрә булһын.

Аҡинәй

 Аҡтан аҡ бул, пактан пак бул.

Олоға — кесе, кесегә — оло бул.

Уң ҡолағыңа — аҙан, һул ҡолағыңа — исем!

Исемең —Зөхрә булыр (3 тапҡыр ҡабатлай).

Балалар. Балаһы бар — ҡыҙы бар,

Бер ай һынлы ҡыҙы бар!

Ялтыр-йолтор күҙе бар,

Барлыҡ кеше ҡыҙығыр.

Тфү, тфү, буш икән,

Ай һынлы түгел икән.

Аҡинәй : Балаға исем ҡушыу – яуаплы эш. Кеше тыуғаста алған исемен ғүмере буйына йөрөтә. Исемде бала тыуғанға тиклем һайлап, оло хыялдар, өмөттәр бағлап йөрөйҙәр. Ата-әсәләр күбеһе балаға исем ҡушыуға етди ҡарай, ләкин бөтөнләй уйламай исем ҡушыусылар ҙа осрай.

                Һинең исемең ябай ғына  бер атама түгел. Уға киләсәккә өмөт бағлаған, ата – әсәнең һөйөүе һалынған. Шуға күрә, уны  үҙгәртмәҫкә, нисек ҡушылған шул килеш йөрөтөргә кәрәк.Һәр исемдең  үҙенә күрә мәғәнәһе бар.Тыныслыҡ батшаһы  был кемдең исеме- Әмирхан

Балалар: Минең исемем Әмирхан (исеме нимэ анлата)

                 Хыял тулы маңлайы

                 Әмирхан-Юлай малайы

                Узе Әмир ул –уҙе хан.

                 Исембщрон замандан

                 Һирәк исем юйылмай

                 Быуттарза югалмай.

 Минең исемем Әдилә (исеме нимэ анлата)

                 Әдилә көҙге алдында

                 Матур кулдәген кейгән

                 Тәтәй кулдәкле шәп кыҙҙы

                 Ул Фея итеп кургән

Минең исемем Назголь(исеме нимэ анлата)

Кар сыуна битен йыуып

Аяк баса ул язга.

Кон менэн балкып колә лә

Сорнала кояш-назга

Кояштын кызы –Наҙгөл

Бигерәк купшы һәм матур

Әсәй: Минен кызым Зөхрә  уҫеп етһә, исеменең матурлығына шатланыр  инде ул.

Аҡинәй:

Һеҙҙен исемегеҙ ябай ғына  бер атама түгел. Уға киләсәккә өмөт бағалаған, ата – әсәнең һөйөүе һалынған. Шуға күрә, уны  үҙгәртмәҫкә, нисек ҡушылған шул килеш йөрөтөргә кәрәк. Ә балалар һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

 Ҡунак     исем үҙгәртәү ата әсәңде һанға һуҡмау.

Бала: Айгөлдө- Айгуля, Фәнисте – Федя тип йөрөтөргә ярамай.

                 Мостафаны “Миша” тиҙәр

                  Булатка “Борис” ярай

                  Илнур баш вата уҙенә

                  Русса исем табалмай

                  Иван тиһә “Нур”-ы” кала

                  Илюша Илнур булмай (Данияр)

 "Киндер һуғыу"уйыны.

Әсә баланы йыуындырыу өсөн һыу алып инә. Сабыйын сисендерә.

Аҡинәй. Килен, ҡайҙа әле, бәпесте йыуындырып алайыҡ. Балалар, йәш баланы ҡойондорғанда бына ошондай таҡмаҡтар әйтелә:

Таштай ныҡ булһын,

Һыуҙай һылыу булһын.

Ата-әсәле булһын,

Алтын ҡанатлы булһын.

Икмәк-тоҙло, уллы-ҡыҙлы,

Бәхетле-тәүфиҡлы,

Тәмле телле булһын.

Һүҙҙәрең өҫтөн, йөҙҙәрең күркәм булһын,

Ҡулдарың эшсән булһын!

(Сабыйҙың арҡаһынан аҡҡан һыуҙы ирендәре менән аҫтан-өҫкә һыпырып ала.)

Аҡинәй.. Ҡойондорғанда һыуға тары ярмаһы һалына, был йола бала тары кеүек теремек, тәгәрәп торһон, ғүмерле, сәләмәтлеге ныҡ булһын өсөн эшләнә. Зөхрә сабыйға тағын ниндәй теләктәрегеҙ бар?

Динислам. Әлли-бәлли бәпкәһе,

Бадьян ағас сиртмәһе.

Май килтерһен әбейе,

Бал килтерһен бабайы.

Атайыңдың ише бул —

Тауға менер тояғы.

Әсәйеңдең ише бул —

Һөт өҫтөндә ҡаймағы.

Ләйсән. Ал бишеге бар уның,

Гөл бишеге бар уның,

Өҙгөләнеп һөйөргә

Үҙ әсәһе бар уның.

Әлли-бәлли итер ул,

Йоҡоларға китер ул.

Йоҡлап торғас, ҙур үҫеп

Баҡсаларға китер ул!

Аҡинәй (сабыйҙың ауыҙына май ҡаптырып).

Атайыңа шәфҡәтле бул,

Әсәйеңә ярҙамсы бул.

Атайыңдан олоға бабай тиң,

Үҙеңдән олоға ағай тиң

Әсәйеңдән олоға инәй тиң

Үҙеңдән олоға апай тиң!

Айгузель. Оҙон ғүмерле булһын!

Тиҙерәк атлап китһен!

Ата-әсәһенә — изгелекле, илгә — игелекле булһын!

Бәхетле булһын!

"Әйлән-бәйлән" уйыны ойошторола.

Аҡинәй. Ҡайҙа әле, килен, Миңһылыу ҡыҙымды миңә бир. Беҙ элек балаларыбыҙҙы ошолай таҡмаҡ әйтеп һикертә торғайныҡ:

Үҫте-үҫте-үҫтеки,

Үҫмәгәнгә кестәки,

Үҫә-үҫә ҙур булыр,

Бигрәк матур ҡыҙ булыр.

Ҙур булғас та туй булыр.

Ҡунаҡ Сәпәк-сәпәк атаһы,

Бейетеп тора әсәһе,

Таҡмаҡ әйтә апаһы,

Өҙөлөп тора олатаһы,

Битен-күҙен мыймылдатып

Ҡарап тора өләсәһе.

Ҡыҙҙар башҡарыуында ҡурсаҡ бейеүе.

Әсәй. Балалар, сабыйҙарға көйлө һүҙ күп кәрәк. Көйлө һүҙ тиҙ һеңә. Уны ишетеп ятҡан бала йырҙың һүҙен аңламаһа ла, моңона тирбәлә. (Бәпесте тирбәтә.)

Ҡунаҡтар һәм

Балам, булма бысраҡ,балалар бергә йырлайҙар

Бысраҡтан бул йыраҡ.

Өҫкә кейгән кейемдәрең

Ҡарҙар кеүек булһын аҡ.

Ҙур кешегә сәләм бир,

Яҡшы бала икән, тиер.

Зирәк бала бик тырыш,

Юҡһа, артҡа ҡалам, тиер

 (Бала буш бишекте бәүелтә.)

Аҡинәй. Эй балаҡай, буш сәңгелдәкте бәүелтергә ярамай. (Бала илай.)

Әсәй. Илама, балам, илама,

Йылы ҡатыҡ һорама.

Йылы ҡатыҡ мейестә,

Атай ҡайтасаҡ кискә.

Илама, балам, илама,

Бәүелтһәнә, апаһы,

Ауыҙына ҡаптырырға

Юҡмы шунда монпаси. (Баланы бишеккә һала. "Әлли-бәлли, былбылым" (Ф. Әхмәтов көйө, Г. Афзал һүҙҙәре) йыры яңғыра Әсәй. Рәхмәт, балалар, бик матур бишек йыры йырланығыҙ. Зөхрә ҡыҙым тынысланып йоҡлап та китте

Әсәй:балалар, бына башҡорт телендә бала тураһында бик күп әйтемдәр бар, ә һеҙ беләһегеҙме?

Бала:Ҡыҙ бала ҡысҡырып көлһә, илгәҙәк булыр.Айгузель

Бала:Ҡыҙ бала атаһына оҡшаһа, бәхетле була.

Бала: Әсәнән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған.

Бала: Ир бала –илгә терәк , ҡыҙ бала - илгә  биҙәк.

Әсәй : Зөхрә ҡыҙымды ҙурлап исемдә ҡуштыҡ.Рәхмәт бөтәгеҙгә лә.

Аҡинәй:  Исем ҡушыу  йолаһы быуаттарҙан быуатҡа,быуындарҙан быуынға онотолмай килер тип уйлайым. Ә һиңә килен ҙур рәхмәт .Бик фәһимле булды был күренеш.

Әсәй:Ҡунаҡтар ,балалар сәйедә ҡайнап китте,төпке булмәгә инеп сәй эсеп алайыҡ.

Кендек сәйе” йолаһы.

Маҡсаты:

1.  Йолаларҙы тергеҙеү, тәрбиәүи әһәмиәтен асыу, халыҡ араһында таратыу.                   Милли рух тәрбиәләү.

Дәрес  планы.

1. Инеш  әңгәмә. Милли рух тәрбиәләү, милли аң, тибеҙ.Нимә ул рух?Рух – кешенең эске донъяһы, аҡылы, аң даирәһе, белеме.“Рух һүнмәһә – ил һүнмәҫ”, тигәндән бөгөн милли рух, үҙаң тәрбиәләүҙә йолаларыбыҙҙы өйрәнеү – көнүҙәк мәсьәлә.Беҙ кендек сәйе менән танышабыҙ. Халыҡта уның 7 төрө үткәрелгән: еп сәйе, теш сәйе, тәпәй сәйе, исем сәйе, бишек сәйе. Рух тәрбиәләү бишектән башлана, дөрөҫ, әсә ҡарынынан тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Баланы кендек әбейе ҡабул иткән, бала ҙурайған һайын байрамда ҡатнашыусылар һаны арта барған: бер кеше, өс кеше, бишәү, күрше-күлән, ә туйҙа – ырыуҙар, ауылдар ҡатнаша. Донъяһы менән яйлап таныштыра барыу зарур булған.Әйткәндәй, кендек әбейе изге күңелле, иманлы, әҙәпле, абруйлы кеше – оло әбей булырға тейеш. Был – бик мөһим!

Көсөккә күлдәк кейҙереп кендек әбейе үтә:

- Ел, ел, еләмен

Тоҡ бушата киләмен

Тоҡ бушата киләмен,

Тиҙ бушата киләмен, - тип һамаҡлап ары үтә.

 Әбей артынан йомортҡа тәгәрәтеп малайҙар үтә. Күршеләр:

- Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, күлдәкле көсөк эйәртеп кендек әбейе ары осҡа юл тоттолар.

- Сафия еңгәйҙәргә кереп киттеләр, еңгәй бәпәйгә ауырый торғандыр.

- Ҡайҙағыҙ, ҡыҙҙар, ҡамыр баҫып, май еҫе сығара тороғоҙ. Алла бирһә, еңгәй иҫән-һау ҡотолһа, бәпәй сәйенә әйтерҙәр, бәпәй ҡотларға барырбыҙ,- тип күрше-тирә әҙерләнә.

Йомортҡа тәгәрәтеү – бөтөнлөк, именлек, тереклек билдәһе. Бураҙнаға ла бит йомортҡа һалалар, башлап көтөү ҡара ергә сыҡҡас, көтөүсегә лә йомортҡа һалалар –башланғысы тереклектең йомортҡала бит. Ниндәй сихри көскә, әһәмиәткә эйә ошо бәләкәй генә ырым. Һуңынан кендек әбейен килендең ҡәйнәһе ҡаршылай:

- Һау ғына йөрөйһөңмө? Һиңә ҙур йомошом төшөп тора. Киленем ауырып китте, уның яҙмышын һиңә тапшырам. Фәрештәләрең ярҙамсы булһындар. Кәрәк була ҡалһам, саҡыр, күрше бүлмәлә булырмын,- ти.

Әбей:  - Аллаһы тәғәлә киленеңә сыҙамлыҡ бирһен, бәпәйенән иҫән-һау ҡотолоп, тыуасаҡ балаһының изгелеген күреп йәшәргә яҙһын!

Ҡәйнә:  - Амин, инәй, әйткәнең килһен!

                                                                      (фатиха бирәләр).

Әбей: (һамаҡлай)

Тыу, бала, тыу бала,                                                  

Теүәл булып тыу бала,

Атаңа ҡуш бул бала

Әсәңә иш бул бала.

Минең аяғым еңел,

Аяғымды талдырма,

Төк йоҡомдо ҡалдырма!

Берәү булһаң, берәгәй бул.

Устан ашып, ҡулға тул,

Ҡыҙым булһаң, тыйнаҡ бул,

Улым булһаң, уҙаман бул.

Ҡустым булһаң, ҡыйыу бул.

Устан ашып, алға тул.

Игеҙ булһаң, тигеҙ бул,

Буйың-һының төҙөк бул,

Береһе – һылыу, береһе – ул.

Игеҙ имгәк һаналмай,

Ят күҙ менән ҡаралмай.

Игеҙ тыуһаң, тигеҙ тыу,

Береһе – бикә, береһе –ир

Игеҙ табыу – йортта бар,

Йортта түгел, затта бар

Илгә терәк бул,

Телгә зирәк бул!

Эй хоҙайым! Ҡөҙрәтең дә, рәхмәтең дә сикһеҙ. Изге ихтыярың менән сабыйҙар яралһын, һиңә иман килтерер ейәндәр тыуһын!

                                                 (шаршау артында)

-Туғыҙ айҙа тулғандың,

Туғыҙ көндә болғандың,

Кендек инәң – мине бел,

Башың менән еңел кил!

-Тулғағыңды миңә бир, тулғағыңды миңә бир! – тип дауам итә.- Бисмиллаһи-рахман-рахим! Изге сәғәттә, изге ниәттә, изге төйөнөн – үҙе сискән, үҙ һыуын үҙе кискән, хоҙайға тапшырҙым, бала ҡабул иттем. Һоооп!

-Ила әйҙә,ила

Тауышың күккә

Үҙең ипкә! – тип баланы ҡабул итә.

                                                            (Бала илаған тауыш ишетелә).

Ҡаһым (атай): - Эй хоҙайым, үҙемә – иш, апайҙарына ҡусты, илгә – терәк булып улым ғына тыуһын ине!

Бәләкәй ҡыҙ: - Ағай, ул беҙҙе күргәс, апайҙарым бар икән, тип көлөп ебәрер әле. Ул һөйләшә беләме?

Оло ҡыҙ: - Эй, иҫәүән дә инде ошо. Ул әллә шундуҡ һөйләшә тиме.

   (Бала илаған тауыш ишетелә).

Ҡаһым: - Эй аллам, сабыйым донъяға килде. Тауышына ҡарағанда малай булыр төҫлө.

Ҡәйнә: - Хоҙайҙан булып үҙ бәхете, мул ризығы менән тыуһын инде.

Ҡаһым: - Кем икән?Ҡыҙмы, улмы?

Ҡәйнә: - Ярай, кем булһа ла; сабыйыңдың тауышын ишеттең, һөйөнсөңдө әҙерләй тор әбейгә, сыҡ, сыҡ, әбей күрһә һуҡраныр – ҡатын-ҡыҙ эшенә ҡыҫылып йөрөмә!

Кендек әбейе сыға шаршау артынан.

- Киленең иҫән-һау ҡотолдо! Хәле һәйбәт. Хәҙер һиңә инергә ярай.

Ҡәйнә: - Йә хоҙайым, ҡартайған көнөбөҙҙә тағы бәхетле иттең, шөкөрмөн, мең шөкөрмөн. Эй раббым, теләгән теләктәрем ҡабул булды. Туҡтале, барыһынан да һөйөнсө алайым...

Әбей: - Сабыр ит, йөрөмә. Һөйөнсөнө иң элек мин әйтергә тейеш. Һиңә башлап әйтеү – хилаф.

Ҡәйнә: -  Эйе, эйе, һүҙең хаҡ. Ә мин, улайһа ни эшләйем?

Әбей: - Миңә булыш, сабыйыңды ҡойондорош, йыуыш. Ҡайын сөрөгө менән атаһының тире һеңгән күлдәк сабыуын әҙерлә. Тире һеңгән йүргәккә төрһәң – сабый атайға эҫе булыр, атай сабыйын яҡын күрер. Ә башҡалар, ана, ҡыҙҙар күрше – күләнгә әйтһен, бәпәй сәйенә килһендәр. Ә һуңынан ҡыҙ-ҡырҡын бишек ҡотларға йыйылыр...   БисмиллаһирахманрахимӘҙәм эсенән сығып, әҙәм ҡулына ятҡанда ниндәй һүҙ әйтһәң – шул ҡабул була, тей. Атаңа шәфҡәтле бул, әсәңә – рәхмәтле бул, үҙеңдән олоға ағай тип әйт, атаңдан олоға бабай тип әйт,инәңдән олоға – әбей тип әйт. Ырыуыбыҙ ҡошо – ҡарағош ҡаурыйы менән ризыҡландырам һине.

Ауыҙың балдай татлы булһын,

Телең майҙай йомшаҡ булһын.

Сабырлығы бөтөп атай, олатай килеп керәләр.

Ҡаһым: - Йә, кемем бар, улмы, ҡыҙмы?

Ҡәйнә: - Башта һөйөнсө хаҡын әйт!

Ҡаһым: - Баланың хаҡы һуңынан билдәләнә.

Әбей: - Уңған килен ул табыр, бәхетле килен ҡыҙ табыр тигәндәй, улың бар, улың!

Ҡаһым: - Һөйөнсөгә уҡалы елән! Былай булғас, өйөм нигеҙе ҡоромай, нәҫел - ырыуым дауам итә, тамыры нығый, алла бирһә!

Әбей: - Улыңдың улын күргең киләме?

Олатай: - Ҡана, ҡана... Эй, юҡ, күрһәтмә, йә күҙем тейеп ҡуйыр. Береһенә лә күрһәтмә, маңлайына ҡором һөртөп, ҡулына еп бәйләгәс кенә күрһәтерһең. Ә шулай ҙа ҡапылда әйт әле, кем затына тартҡан?

Әбей: - Эй, бишектәге бала, бишкә төрләнер әле. Ә мин уға йүргәк исеме ҡушам.(еп бәйләп) Тфү, шаҡшы! Һиңә бер кем дә ҡарамаҫ, әшәке! Эт тә теймәҫ, бүре лә тешләмәҫ, эттеймәҫ һинең исемең  хәҙер. Яман күҙҙән һаҡлаһын, сир – зәхмәт ҡағылмаһын үҙеңә!  Мә, килен, имеҙ. Балаға ыуыҙ һөтө дауа, шифалы була ул!

Өләсәйҙәр, ҡыҙҙар кендек сәйенә килгәндәр. Ололар һарауысҡа еп аяҡлап бәйләйҙәр.

- Минең йәшемде бир, минең йәшемде телә! – тип төрлө ептән бүләк әҙерләйҙәр.

Әбей: - Сабыйығыҙ бик изге көндө донъяға килде. Йома, кесйома – әруахтар хәл белешә килер,ти. Май еҫе сығарыр кәрәк, тей. Улар риза булып китә икән. Әруахтарҙың ризалығын алһаң – мал–тыуарың артыр, йорт–ҡураңа бәрәкәт килер. Ризалығын алмаһаң – тамуҡ ишеген асып көтөрҙәр, тей.

Бәпес шатлығы менән ҡотлап ҡыҙҙар инә.Һәр ҡайһыһы йыуаса, ҡоймаҡ тотҡан. Ҡәйнә бәпес бутҡаһы ултырта:

- Бутҡа ярмалары кеүек киленебеҙ түлле булһын, ырыҫы артһын, - ти.

- Беҙҙе сәйгә генә әүрәтеп ултыртмаҡсы булаһығыҙмы?Еңгәйҙең бәпесе бар, тип ишеттек.Бәпесте күрмәйенсә сәйегеҙҙе лә эсмәйбеҙ.Һис ҡайтып та китмәйбеҙ, - тип һатыулаша торғас, бәпәйгә ҡурсаҡ ат, янсыҡ, бер толпар әйтеп ҡарайҙар.Еңгәйгә теләктәр әйтәләр.Олатай бишеккә дүрт таяу ҡуя – ер, һыу, күк, ут – башланғыс донъяның, ҡарағош тырнағы – сир-зәхмәттән һаҡлар, тип мендәр аҫтына тегәләр.Ташлап сыҡмаҫҡа, бишекте – кендек тапҡырына түргә ҡуйырға аңлаталар.

Әбей: - Исем ҡуштырырға кәрәк, исемһеҙ ятһа, бала исем һорар – илаҡ булыр. Был көндө тыуған балаға ҡөръән Әҙәм, Әҙһәм тип ҡушырға, тей.Был көндө тыуған бала мөъмин – мосолман булыр. Нимәгә тотонһа – шул уңыр, кейем кейһә – килешер, эш башлаһа – уңыр, сәфәр сыҡһа – дәүләте артыр, бик изгелекле көндә тыуҙы улыбыҙ, - тип сәй  табыны дауам итә.

Олатай: - Һиңә ҡалын сәс,

Миңә ҡарын сәс, -тип сәсен ала, ергә күмеп ҡуялар.Ҡарын сәсен һаҡларға ярамай.Олатайға бүләк бирәләр.Һуңынан мулла аҙан әйтеп, исем ҡысҡыра.Фәҡәт ир кеше, ни өсөн тигәндә аҙан ҡысҡырмаһаң, исем ҡабул булмай.Ғүмер ағасына кешенең исеме яҙылған япраҡ эленер, тей.Исем туйынан һуң һырға туйы йылға буйында, тәбиғәттә үткәрелер.Унда йыр-моң, көрәш, бәйге мотлаҡ була.Ә әлегә балаға тыныслыҡ кәрәк, сөнки ул фани донъя менән таныша, ә ул шау-шыуһыҙ, тыныс булһын. Амин

Балаға матур тәрбиә биреп, уны күркәм холоҡло кеше итеп үҫтереү—ата-әсәнең оло яуаплылығы, изге бурысы.Сабый тыуыуы—татыу, берҙәм һәм тиң йәшәгән һәр ғаилә өсөн дә, йәмғиәт өсөн дә оло шатлыҡ.

Боронғо ышаныуҙар буйынса йәш бала исем һорап илауы ихтимал, шуға ул оҙаҡ исемһеҙ булмаҫҡа тейеш.Исем баланы һаҡлай, уның тәбиғәтен, холҡон, киләсәген билдәләй.Исем хатта кешенең һаулығына ла тәьҫир итә, тип иҫәпләй белгестәр.

Күптәр балаһына алдан уҡ исем уйлап ҡуя: «улым тыуһа, шул исемде ҡушам», «ҡыҙым булһа, шулай тип атаясаҡмын» тип ниәт итәләр. Исем һайлағанда иң тәүҙә уның мәғәнәһенә иғтибар итергә кәрәк.Шөкөр, һуңғы йылдарҙа үҙебеҙҙең мосолман исемдәренә иғтибар арта бара, әммә сабыйҙарын мәғәнәһе билдәһеҙ, беҙҙең халыҡ өсөн ят булған исемдәр менән атаусылар ҙа юҡ түгел. Үҙенең мөбәрәк хәдисендә Рәсүл Әкрәм: «Балаларығыҙға матур, күркәм, гүзәл исемдәр ҡушығыҙ. Ҡиәмәт көнөндә улар ошо исем менән саҡырыласаҡ»,—ти.

Исем ҡушыу йолаһын атҡарыр алдынан сабыйҙы йыуындырып, таҙа кейем кейҙереп йәки биләп, аяҡтарын ҡиблаға табан йүнәлтеп яҫтыҡ өҫтөнә һалырға.Балаға исем ҡушыусы мулла сабыйҙың баш осо яғынан баҫып тора һәм бер аҙ уң яғына ауышып аҙан әйтә. Унан баланың уң ҡолағына табан эйелеп: «Был сабыйҙың исем-шәрифе фәлән улы фәлән йәиһә фәлән ҡыҙы фәлән булһын»,—тип өс тапҡыр әйтә һәм ҡолағына өрә. Шул уҡ хәрәкәт-алым һул яҡ ҡолаҡҡа ла башҡарыла.

Исем ҡушыу һуңында түбәндәге доға уҡыла: «Аллаһүммәж-ғәлһү бәрран үә әмбитһү филәсләми нәбәтән хәсәнән үәжғәлһү мәсғүдән фиддүнйә үәл-әхирәһ». Мәғәнәһе: «Эй, раббым, был баланы изге ит. Уны күркәм һәм гүзәл итеү менән Ислам динендә үҫтереүсе һәм уны донъя үә әхирәттә бәхетле-сәғәҙәтле ҡыл».

“Ҡыҙҙарҙың исеме йондоҙҙар балҡышына һәм сәскәләр нәфислегенә оҡшарға, ә ир-ат исемендә ҡылыстар сыңлауы һәм китаптар аҡылы сағылырға тейеш”. Рәсүл Ғамзатов

Китаптың төп маҡсаты — балаға исем һайлауҙа ата-әсәләргә ярҙам итеү.Шуның менән бергә, был хеҙмәт киң ҡатлам уҡыусыларҙы хәҙерге һәм боронғо башҡорт исемдәре, уларҙың тарихы, исем ҡушыу йолалары менән таныштыра.Исемдәрҙең яҙылышы, аңлатмалар һәм белешмә материалдар ике телдә — башҡорт һәм рус телдәрендә бирелә. Китап ЗАГС бүлектәре хеҙмәткәрҙәре өсөн дә файҙалы ҡулланма буласаҡ

БАЛАБАҠМАҠ - ЙӘНСЫҠМАҠ

Кешеисемдәренәбәйлеүсекләшеүҙәр

Ҡоймабуйындакесерткәнүҫкән,

УндаАзаматйығылыптөшкән.

Азамат, Азамат,

Һинейығыпҡасҡанат.

Айрат - айғыр ат,

Осоп китә, ҡуйһаң ҡанат.

Баланы уятыу, йыуындырыу, ашатыу, йоҡларға һалыу һамаҡ-таҡмаҡтар менән ҡушылып барһа, күңеллерәк тә, файҙалыраҡ та булыр. Ейәнем өсөн махсус шиғырҙар уйлап сығара инем.

Һәтес-һәтес-һәтестә! Бигерәк матур бәпес тә!

Кем ҡарамаҫ, кем һоҡланмаҫ Бындай матур бәпескә?!

Һуп-һуп,тағы ла! Ҡара, ниндәй ҡағына. Осҡан ҡоштай талпына ла, Юҡ шул ҡанатҡай ғына.Ҡара-ҡара,атаһы! Ҡара, ниндәй һикерә! Талпынып та йылмайып, Һөймәҫ ерҙән һөйҙөрә.

УЯТҠАНДА :

Турғай әйтә, тоор-тор,

Башты былай боор-бор,

Һиңә килдем, бааҫ-баҫ,

Тәҙ(е)рәңде аас-ас!

ЙЫУЫНДЫРҒАНДА:

Йыуам-йыуам,

Йыуам-йыуам

Йыуам битте, ҡулымды ,

Башта йыуам уң ҡулымды,

Шунан йыуам һулымды.

Битте йыуғас,

Ҡулды йыуғас,

Таҙартам тештәремде,

Йыуыныуҙан башлайым мин

Һәр иртә эштәремде.

ТӘПӘЙ БАҪА БАШЛАҒАС:

Бесәй, юлдан ҡаас-ҡас,

Ишектәрҙе аас-ас,

Ана килә бәәпәй,

Ҡулға тотҡан тәәтәй.

ТАНАУ ҺӨРТКӘНДӘ:

Танау һорай ҡулъяулыҡ,

Бынау хәтлем ҙур яулыҡ,

Ҡульяулыҡ - ҡулға яулыҡ,

Ниңә юҡ танауяулыҡ?!

ЙОҠЛАРҒА ҺАЛҒАНДА:

Ятам-ятам тиҙерәк,

Төш күрергә күберәк.

Кем иң алдан өлгөрә,

Шул иң матурын күрә

© Гүзәл Ситдиҡова

Таҡмаҡтар

Анау килгән машинаға

Тейәгәндәр һарымһаҡ.

Әлдә әле телефон бар

Һөйләшергә һағынһаҡ .

Йыр сәсмәнем,йыр сәсмәнем

йыр сәсмәнем баҡсаға

йыр сәсмәһәм дә баҡсаға

һатып алмам аҡсаға

Уйна тальян гармуныңды

беҙ йырлаған көйҙәргә

һин уйнаған, беҙ йырлаған

ҡалһын һағынып һөйләргә.

Иртән тороп тышҡа сыҡһам

йәшәргән һуғандарым

йәшәргән һуғандар кеүек

йәшәйек туғандарым

Таҡмаҡтарҙа:

Автомобиль үтеп бара,

Саңғы өйөрөлөп ҡала.

Ҡулыбыҙҙа Ҡыҙыл байраҡ,

Атлайбыҙ алға табан.

Йырлап урманға барҙым мин

Матур сәскә алырға.

Ватан өсөн мин әҙермен

Ҡулға мылтыҡ алырға.

Ҡарап ҡалдым: осоп китте

Ҡыр ҡаҙҙары теҙелеп.

Ҡулым яҙа, күңелем һөйә,

Һин дуҫымды өҙөлөп.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

Исемдәре Гөлсөмбөр.

Һинең өсөн өҙөлә эсем,

Һин улай түгелһеңдер.

Ҡулдарыма йыйып алдым

Талдарҙың бөҙ(ө)рәһен.

Алып кит ғишыҡтарыңды,

Һарғайтып үлтерәһең.

Ни булыр ине доньяла

Әгәр ҙә йыр булмаһа

Кешеләрҙең күңелендә

Яңғырап гел тормаһа

Баҫам- баҫам тыпырҙатып

Аяҡтарым төҙ генә.

Аяғымды йәлләмәйем

Иҙәне түҙһен генә.

Яндырып баҫ, өҙҙөрөп баҫ,

Сәсрәп китһен осҡондар.

Һин бейегәнде ғүмергә

Иҫтәрендә тотһондар.

Эй, тормоштоң йәме йәп-йәш ҡыҙҙар

Йөрәктәрҙе утҡа һалалар.

Сәскә кеүек һылыуҙарға ҡарап,

Бабайҙар ҙа баҫып ҡалалар

Бейегәндә уттар сәсрәтәләр

Йөрәктәргә дәрттәр һалалар.

Эй, һылыу ҙа буйҙары

Серле лә ҡараштары

Ул бейей башлаһа инде

Китер иҫең-хуштарың

Йырла, йырсы, йәмле таң атҡанда

Сулпан ҡалҡып тиҙерәк ай батһын

Һине тыңлап гөлдәр сәскә атһын

Бейек тауҙар ишетеп таң ҡалһын.

Әмир бейей сәхнәлә

Йәш егеттәр бейеүен

Ҡарағыҙсы әле уның

Өҫтөндәге кейемен.

Баҫыр ул, баҫыр ул,

Баҫыр өсөн килгән ул

Уйнап- көлөп күңелдәрен

Асыр өсөн килгән ул.

Бейеүсенең итәгенә

Алма биҙәге төшкән

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгес

Яңы бейергә төшкән.

Таҡмаҡтар

Эй, мышнаған, мышнаған

Мейес башында йоҡлаған.

Тирләшмәгән, бешмәгән,

Тирләшмәһә лә үҫмәгән.

Һаҡау һалма бешергән,

Биш тараҡан төшөргән.

Биш тараҡан алам, тип

Биш бармағын бешергән.

Картуфты яраталар,

Картуфты яраталар.

Таҡмаҡ әйтергә белмәйҙәр,

Һөйләргә яраталар.

Йөҙөп тә килмәм инде,

Йөҙөп тә килмәм инде.

Ауыҙымды энә менән

Тегеп тә килмәм инде.

Улай итә башлайыҡ,

Былай итә башлайыҡ.

Был таҡмаҡты тамам итеп,

Уйын уйнай башлайыҡ.

Уйындар

Аҡ тирәк

Ике рәткә теҙелеп ҡапма-ҡаршы тораһың (алтышармы, һигеҙәрме унда, күпме ҡыҙ бар, шунса). Рәттәр араһында йүгереү өсөн бер 15-20 метр урын ҡалырға тейеш. Теҙелеп бөткәс, бер яҡ рәттән күмәкләп ҡысҡыралар:

— Ҡабыр, ҡабыр, ҡабырсаҡ,

Ат арҡаһы кимерсәк.

Аҡ тирәк, күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кирәк?

Икенсе яҡ рәттән:

— Аҡ тирәк, күк тирәк,

Ҡашаяғын йыумаған,

Битенә һандал һөртмәгән,

Күҙенә һөрмә тартмаған

Сәғиҙә атты* ҡыҙ кәрәк! -

Исемен ишеткәс тә Сәғиҙә шәп итеп бара ла, ҡаршы рәттәге ике ҡыҙ араһын өҙөп үтә (Ҡул менән беләккә өҙә һуға). Өҙә алһа, ике ҡыҙҙы үҙе алып китә, өҙә алмаһа үҙе ҡала ҡаршы рәттә. 3-4 ҡыҙ ҡалғансы шулай алмашлап уйнайҙар.

Ҡара-ҡаршы әйтешеп уйнау

— Һике аҫтында май ҡайҙа?

— Сысҡан ашаған.

— Сысҡан ҡайҙа?

— Һалам аҫтында.

— Һалам ҡайҙа?

— Үгеҙ ашаған.

— Үгеҙ ҡайҙа?

— Һаҙға батҡан.

— Һаҙ ҡайҙа?

— Һайыҫҡан соҡоған.

— Һайыҫҡан ҡайҙа?

— Кәртә башында.

— Кәртә ҡайҙа?

— Утта янған.

— Ут ҡайҙа?

— Көл булған.

— Көл ҡайҙа?

— Күккә осҡан.

осто-осто

Уйынсылар теҙелешеп ултыра йәки баҫып тора. Алып барыусы оса торған һәм осмай торған нәмәләрҙе буташтырып әйтә лә ҡулын күтәрә:

-Осто-осто – торналар осто.

-Осто-осто – тырмалар осто.

-Осто-осто – ҡарғалар осто.

-Осто-осто – арбалар осто.

Башҡалар тик осоусы әйбер әйтелгәндә генә ҡул күтәрергә тейеш. Кем осмай торған әйбер әйтелгәндә ҡулын күтәрә, шул йә алып барыусыны алмаштыра, йә уйындан сығарыла, йә берәй “яза”ға тарттырыла: йырлай, бейей, шиғыр уҡый һ.б.

шалҡан уйыны

Бабай түтәлгә шалҡан сәсә. Шалҡандар үҫеп сыға. (Балалар, шалҡан булып, бер-береһенең арҡаһына ҡарап тотоношоп ултыралар. Бабай алда ултыра).

Малай бабайға шалҡан һорарға килә.

— Бабай, шалҡан бир әле?

— Өлгөрмәгән әле, — ти бабай.

Малай өсөнсө тапҡыр килгәс, әйтә:

— Иң ситтәгеһен генә ал, ҡара уны, тамырҙарын ҡуҙғатып ҡуйма!

Малай иң ситтәге "шалҡан"ды тартып алырға уйлай. Балалар, бер-береһенә ныҡ тотоноп, айырылмаҫҡа тырыша. Малай тартып-тартып та ала алмаһа, "шалҡандар", шаулашып, ян-яҡҡа һелкенә.

— Тамырыбыҙҙы ҡуҙғатты, тамырыбыҙҙы ҡуҙғатты!

Бабай малайҙы ҡыуып ебәрә, икенсе малай килә.

Бөтә шалҡандарҙы ла алып бөтөргәнсе уйын дауам итә.

Уйын "Ҡабарып бешкән икмәктәр"

Әбей, Ҡыҙ, Икмәктәр, Убырлы ҡарсыҡ, Бағымсы булып балалар уйнай.

Әбей икмәк әүәләй (теҙелеп ултырған кескәй балаларҙың арттарынан килеп, ипләп кенә ике сикәһенән тота ла баштарын устарында бәүелтә).

Әбей. Әпәй, әпәй әүәләйем,

Көл-күмерҙә өпәүләйем,

Ҡабарып беш, әпәкәйем!

Икмәктәрҙе мейескә ҡуя. (Һәр баланы ипләп кенә ике сикәһенән күтәреп күсереп ултырта).

Әбей. Ҡыҙым, мин һыуға барам, икмәктәр бешкәс, алырһың. Тәҙрәне лә, мөрйәне лә асма! Убырлы ҡарсыҡ туҡылдатып «Әпәй бир!» тиһә, «юҡ» тип яуап бир.

Ҡыҙ. Ярай, әсәй, шулай итермен.

Әбей (өйҙө уратып һыҙыҡ һыҙа). Кәртә-кәртә-кәртәләйем убырлы ҡарсыҡ кермәҫкә!

Ҡыҙ бешкән икмәктәрҙе мейестән алып теҙеп ултырта.

Икмәктәр. Быш! Быш! Уф, эҫе! Тәҙрәне асайыҡ!

Ҡыҙ. Әсәйем асмаҫҡа ҡушты бит!

Икмәктәр. Ас! Ас инде!

Ҡыҙ тәҙрәне аса.

Убырлы ҡарсыҡ (тәҙрә янына килә). М-м-м... Әпәй еҫе килә... Туҡ-туҡ! Әпәй бир!

Ҡыҙ. Юҡ, бирмәйем!

Убырлы ҡарсыҡ тәҙрәнән инеп бер икмәкте (баланы) урлап ҡаса. Ҡыҙ уның артынан йүгерә. Тота алһа, кире урынына ҡуя, тота алмаһа - юҡ.

Әсәһе ҡайта, икмәктәрҙе һанай.

Әбей. Ҡайҙа береһе?

Ҡыҙ. Убырлы ҡарсыҡ тәҙрәнән инеп алып ҡасты.

Әбей. Әйттем бит мин һиңә, асма, тип. Ярай, мин тағы ла һыуға китәм, инде тыңла (өй тирәләй ике тапҡыр һыҙа). Кәртә-кәртә-кәртәләйем убырлы ҡарсыҡ кермәҫкә!

Икмәктәр. Быш! Быш! Уф, эҫе! Мөрйәне асайыҡ!

Ҡыҙ. Әсәйем асмаҫҡа ҡушты бит!

Икмәктәр. Ас! Ас инде!

Ҡыҙ мөрйәне аса.

Убырлы ҡарсыҡ (мөрйәнән). Туҡ-туҡ! Әпәй бир!

Ҡыҙ. Юҡ, бирмәйем!

Убырлы ҡарсыҡ мөрйәнән төшә лә бер икмәкте урлап ҡаса. Ҡыҙ уның артынан йүгерә. Тота алһа, кире урынына ҡуя, тота алмаһа - юҡ. Бөтә икмәктәрҙе урлап бөткәс, убырлы ҡарсыҡ ҡыҙҙы ла алып китә.

Әбей (ҡайта). Ай-ай-ай! Ҡайҙа булған минең ҡыҙым, ҡайҙа булған икмәктәрем? Нимә эшләйем икән инде? (Илай).

Бағымсы әбейгә бара. Һөйләп бирә.

Бағымсы. Бар, өйөңдө матур итеп йыйыштыр, битеңде һыуыҡһыу менән йыу, сәсеңде яңынан тарап үр. Мунса яҡ, убырлы ҡарсыҡты саҡырып мунса индер.

Әбей шулай итә лә убырлы ҡарсыҡтың миндек менән арҡаһын саба.

Әбей. Ҡайтар минең ҡыҙымды! Ҡайтар икмәктәремде!

Убырлы ҡарсыҡ. Ҡайтарам, ҡайтарам!

Әбей мунсанан ҡайта. Ни күрһен — ҡыҙы менән икмәктәр өйҙә ултыра.

Иген ишелеп үҫһен,

Икмәктәр ҡабарып бешһен! — тип ҡулға-ҡул тотоношоп бейейҙәр.

Балалар уҙаҡлашып икегә бүленеп бер-берһенән 20—30 метр йыраҡлыкта теҙелеп баҫалар. Уйнаусылар бер-берһе менән ҡулға-ҡул тотоношалар. Беренсе яктағылар икенсе яҡтағыларға ҡысҡырып таҡмаҡлайҙар:

Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,

Ат башында кимерсәк.

Аҡ тирәк- күк тирәк

беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Ҡаршы яҡтағылар яуап бирәләр:

Ҡап- ҡап ҡабырсыҡ,

Ҡабырсығым кимерсәк,

Уҡ аттым, батманы,

Һәмгелсәгем ҡатманы,

Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк,

Энә менән еп тә кәрәк,

Ҡашығаяҡ йыуылмаған,

Аҡ тирәк күк тирәк

Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк,

Беҙгә иң матур йырсыбыҙ

Алма атлы ҡыҙ кирәк.

Исеме сыҡҡан уйынсы ҡаршы яктар сафын йүгереп барып өҙөп сығарға тырыша. Өҙә алһа, бер уйынсыны эйәртеп үҙ яғына алып ҡайта. Өҙә алмаһа, шул яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә, бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә.

Паровоз (балалар уйыны)

Һыҙыҡ өҫтөндә ҡапма-ҡаршы ике башлыҡ тора. Улар бер-береһенең ҡулын ныҡ итеп тоталар, ә иптәштәре улар артынан теҙелешә. Сигнал булыу менән һәр ике төркөмдөң уйынсылары, бер-береһенең биленән тотошоп, һыҙыҡ аша тартыша башлай. Ҡайһы яҡ ҡаршы төркөмдө үҙ яғына һөйрәп сығара, шул яҡ еңеүсе була.

Йәшенмәк

Бер нисә бала был уйынды уйнауҙан алда шыбаға тотошалар. Иң аҫта ҡалған кеше эҙләргә тейеш була. Үҙ-ара һөйләшеү буйынса эҙләүсе иллегә йәки йөҙгә тиклем һанай, тик күҙен ҡаплай һәм бер урында ғына тора. Уйнаусылар был арала йәшенәләр. Әҙләүсе, һанап бөткәс, эҙләргә тотона. Кемде тәүҙә, икенсеһендә шул әҙләүсе була.

Шулай артабан дауам итәләр.

ҺАНАШМАҠТАР

Гәрәй бабай юлға сыҡҡан,

Тәгәрмәсе ватылған,

Уны йүнәтеү өсөн,

Нисә сөй кәрәк булған?

Алма тәгәрәй

Ҡала тирәләй.

Кем уны тота,

Шул сығып китә.

Ары аласыҡ, бире аласыҡ,

Ялан ҡапҡаһы шар асыҡ.

Унда сыпсыҡ, бында сыпсыҡ,

Һин дә торма, йүгереп сыҡ!

Бер, ике, өс, дүрт,

Биш, алты, ете,

Һигеҙ, туғыҙ, ун –

Ундан –уймаҡ,

Табала – ҡоймаҡ,

Мейестә – бәлеш,

Сыҡ та йәбеш.

Ҡайында - ҡарға,

Имәндә - сыпсыҡ,

Ерҙә - йылан,

Һауала - ҡош,

Бар һин ос!

Бер, ике, өс, дүрт, биш,

Алты, ете, һигеҙ, туғыҙ, ун -

Байҙар кейә һары тун.

Һары тундың баһаһы -

Йөҙ ҙә илле ике һум.

Бесәй, бесәй боҫҡан

Ике күҙен ҡыҫҡан,

Ҡыҫһа, беҙҙе тота алмай,

Тотор ине - етә алмай.

Пес-пес-пес.

Өйгә кергән бер сыпсыҡ,

Осоп йөрөй сыҡ-сырыҡ.

-Сыпсыҡ, сыпсыҡ, һин сыпсыҡ!

Атлап түгел, осоп сыҡ!

Тор, тор, турғай,

Таң ата буғай.

Турғай , сыпсыҡ,

Һин ҡал, был сыҡ!

Гөр-гөр, гөргөрлө,

Бөтәһе лә гәүһәрле.

Ҡарға, сыпсыҡ,

Һин ҡалып тор,

Был сыҡ!



Предварительный просмотр:

     Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф ғәҙәте менән таныштырыу; туған телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.халҡыбыҙҙың матди һәм рухи байлығы менән таныштырыу; тәбиғәткә һәм тәбиғәт байлығына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү;  башҡорт халҡының йола байрамдарын, тәбиғәткә бәйле байрамдарын, ғөрөф – ғәҙәттәрен өйрәнеү һәм ғәмәли кире тергеҙеү; ололарға – ихтирам, кеселәргә кеселекле булыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: артҡы фонда яҙ күренеше,  ағастар, ҡайын ағасы, башҡорт тормош – көнкүреш  әйберҙәре, ҡолға, төҫлө таҫмалар

Залға балалар йүгереп килеп инә, ҡолғаға таҫма бәйләнгән. Наурыз” бәйете әйтәләр:

Ас ишегең, инәбеҙ,

Наурыз әйтә киләбеҙ.

Хәйер – доға ҡылабыҙ,

Аш – һыу көтөп торабыҙ.

Ҡыш китте, яҙ килде,

Өйрәк менән ҡаҙ килде.

Былбылдан ауаз килде:

Наурыз мөбәрәк булһын!

Науруз хаҡы биш алтын,

Бирһәң ярар ике алтын.

Ҡарама алан – йолан,

Наурыз мөбәрәк булһын!

Наурыз әйттек беҙ һеҙгә,

Хаҡын бирегеҙ беҙгә.

Йәшегеҙ етһен йөҙгә,

Малығыҙ артһын көҙгә.

“Наурыз мөбәрәк булһын, наурыз мөбәрәк булһын!” тип бергә әйтәләр. “Айҙар ғынайым” йырын йырлап  балалар килеп инә һәм теҙелешеп баҫа.  

Алып барыусы: Наурыз – мосолман  халҡының иң изге һәм оло байрамдарының береһе. Уны яҙ мәлендә, көн менән төн тигеҙләшкәндә, йәғни марттың 21 – 22-ләрендә ҡаршы ала торған булғандар. Наурыз һүҙе яңы йыл, яңы көн тигәнде белдерә. Халыҡ ҡыш ауырлығынан ҡотолоп, мал – тыуарын иҫән – һау йәйләүгә алып сығыуына шатлана, шуға ла Наурыз - халыҡ өсөн икеләтә байрам.

Бала: Апай, ә табаҡта нимә?

Алып барыусы: (Ҡулына бойҙай алып) Был – бойҙай, туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе. Оҙаҡламай ҡар иреп бөткәс, ошо бойҙайҙы сәсәләр. Ул өлгөргәс, уны тарттырып төрлө тәмле ризыҡтар әҙерләйҙәр.

Наурыз йылға баш булыр,

Бойҙай ашҡа баш булыр.

Бойҙай уңһа аш булыр,

Уңмаһа аш – таш булыр.

Балалар менән бөтәһе бергә:

Йылдың башы уң булһын,

Ризығы мул булһын.

Ҡаҙандар ташып торһон,

Бир көндәрҙең һилен,

Илдәр булһын имен!

Алып барыусы: Амин, шулай булһын.    

Алып барыусы: Ҡарағыҙ әле, беҙҙең байрамға ноҡотсо инәй ҙә  килә түгелме? Инәй, әйҙә түргә уҙ!

Таҡмаҡ йырлап, ноҡотсо инәй килеп инә, ҡунаҡтарға ҡул бирешеп һаулыҡ һораша.

Наурыз ҡотло булһын,

Һыйырҙар һөтлө булһын,

Иген – бесәндәр уңһын,

Мал менән кәртә тулһын!

Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн байрам бит. Бына мин дә байрамға килеп еттем. Туҡта, барайым, кәңәш итәйем, тинем.

Алып барыусы: Әйҙә, инәй, кемдәр байрамға килеүен белә һалайыҡ, ноҡотоңдо һала һалайыҡ (балалар әбей тирәләп ултыралар)

Әбей: Эй, ноҡотом, ноҡотом,

Ноҡотомдо бир ҡотом!  (әбей таштар менән ноҡот һала)  Был байрамға матур – матур ҡыҙҙар килер (бер төркөм ҡыҙҙар килеп сыға.  Ҡыҙҙар бейеүе).

  • Ҡыҙҙар, килегеҙ әле минең эргәмә, мин һеҙгә бәхет юрайым. (Ноҡот таштарын ергә һибеп, бөтә ҡыҙҙарға ла бәхет юрай)

Ҡыҙҙар һеҙгә:

Ҡаҙҙар ҡанат бирһен,

Торналар аяҡ бирһен,

Бүҙәнәләр май бирһен,

Ябалаҡтар йөн бирһен.

Ҡыҙҙарым, ҙур үҫегеҙ,

Тәүфиҡле булығыҙ!

Алып барыусы:  Әбей,  тағы ла беҙҙең байрамға кемдәр килер икән?

Әбей:          Эй, ноҡотом, ноҡотом,

Ноҡотомдо бир ҡотом!  

Оҙон – оҙон юл булыр – осона сығыр берәү. Йөрәккә ут һалып, бер егет килә, үҙе батыр, үҙе матур! (Егет килеп инә). 

Алып барыусы:  Әйҙә, егет, түргә уҙ, Наурыз байрамында һөнәреңде күрһәтмәйенсә, уҙым юҡ.

Ҡулдар сабып алҡышларға

Дуҫтар, булығыҙ әҙер!

Бына тигән егетебеҙ

Бейергә төшә хәҙер! (“Перовский” бейеүе)

Әбей:  Афарин, афарин! Кил әле, улым, кил әле, һиңә лә бәхет юрайым.

Һарыҡтан йөн ал,

Һыйырҙан – май.

Һөттән – аҡлыҡ,

Һыуҙан – паклыҡ,

Улым, һинән килер

Донъяға шатлыҡ!

Тағы ла байрамға күстәнәсен тотҡан һылыу ҡыҙ килә. (йыр)

Малай:  Әйҙәгеҙ, уйын уйнап алайыҡ.  (Уйын  “Күмер йөҙөк”)

Әбей:          Эй, ноҡотом, ноҡотом,

Ноҡотомдо бир ҡотом!  

Байрамға йәм өҫтәп, байрамдың хужабикәһе Наурызбикә килә!

Балалар бөтәһе ҡыуанып: “Наурызбикә килә, Наурызбикә килә!”  тип ҡысҡырышалар.

Наурызбикә бейеп килеп инә (“Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе), ул бейеп бөтөүгә бөтә ҡыҙҙар, артынан тороп, түңәрәк бейеп, ҡайынға таҫма бәйләйҙәр, теләктәр әйтәләр:

  • Ил  тыныс булһын!
  • Һау – сәләмәт булайыҡ!
  • Яуызлыҡ юҡҡа сыҡһын!
  • Йыл изге булһын!

Әбей: Ярай, балалар, байрамығыҙҙы дауам итегеҙ, ә мин ҡайтып, байрам сәйе әҙерләй торайым, сәй эсергә барырһығыҙ, йәме. (Таҡмаҡ йырлап, бейей – бейей сығып китә).

Ҡой самауыр, сәй эсәйек,

Йәлләмәгеҙ күмерҙе,

Ашап – эсеп, уйнап – көлөп,

Үткәрәйек ғүмерҙе!

Алып барыусы:  

Бөтмәҫ ризыҡ алып килһен Наурыз көн!

Ямғырҙар яуһын!

Аллам рәхмәтен һалһын.

Яҙғы көндәр нурлы булһын.

Йылғаларҙа һыуҙар тулһын.

Мал – тыуарҙар ишәйһендәр,

Балалар ҡыуанһындар!

Балалар, әйҙәгеҙ, яңы көнгә ҡыуанып йырҙар яңғыратайыҡ.  (“Яҙ йыры”)

  • Әйҙәгеҙ,  балалар, яңы йылдың яңы көнөндә  Наурызбикәнән  юрауҙар юратайыҡ.

Наурызбикә:

Яҡшы килер йылыбыҙ,

Туҡ булыр һәр көнөбөҙ,

Ямғыр яуып, ҡояш ҡалҡыр,

Емешләнер гөлөбөҙ,

Илгә килер именлек,

Һау булырҙар уландар,

Иген ишелеп уңыр,

Ҡуйырырҙар урмандар!

Алып барыусы:  Амин, шулай ғына булһын, юрағанығыҙ  юш килһен!

Балалар, әйҙәгеҙ һеҙ ҙә көн торошон юрағыҙ.

  • Ай ҡолаҡланып ҡалҡһа, көн боҙола.
  • Балыҡ өҫтә йөҙһә, ямғыр яуа.
  • Эт ергә ятып аунаһа,  көн һыуыта.
  • Көн ҡыҙҙырһа  - ямғырға.
  • Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа – һыуыҡҡа.

Наурызбикә: Афарин, балалар! Бигерәк күҙәтеүсәнһегеҙ икән.  Әйҙәгеҙ, бергәләп уйнап алайыҡ.  (“Йәшерәм яулыҡ” уйыны).   

Наурызбикә:  Әйҙәгеҙ, күңелле бейеү бейейек. “Күмәк бейеү”.

Балалар: Наурыз мөбәрәк булһын,

Тормош түңәрәк булһын,

 Мал – тыуарығыҙ артһын,

Ҡолондарығыҙ сапһын,

Игенеҙ бик уңһын,

Йомортҡалай туҡ булһын!

Наурызбикә: Илгә аслыҡ килмәһен,

Астан халыҡ үлмәһен,

Яман сирҙәр йөрөмәһен.

Иген – ашлыҡ күп булһын,

Буралар ныҡ тулһын!

Алып барыусы: Наурыз байрамы менән һеҙҙе, ҡәҙерле  милләттәштәр!

Ер атаһы Ерҙе һаҡла,

Ер инәһе – аҫыл бикә,

Илемә тыныслыҡ бир,

Илемә муллыҡ бир! – тип әйтәйек теләкте, һыҙғанайыҡ беләкте.  

Бөтәһе бергә:   Наурыз! Наурыз!   Йыр  “Наурыз”



Предварительный просмотр:

        Маҡсат: 1) тыуған төйәккә, башҡорттарҙың мәҙәни ҡиммәттәренә ҡарата һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу; 2) халҡыбыҙҙың матди һәм рухи байлығы менән таныштырыу; 3) тәбиғәткә һәм тәбиғәт байлығына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү; 4) башҡорт халҡының йола байрамдарын, тәбиғәткә бәйле байрамдарын, ғөрөф – ғәҙәттәрен өйрәнеү һәм ғәмәли кире тергеҙеү; 5) ололарға – ихтирам, кеселәргә кеселекле булыу тойғоһо тәрбиәләү.

     Йыһазландырыу: сәхнәлә һике. Сөйҙәргә матур таҫтамалдар эленгән.Иҙәнгә һуғылған балаҫтар түшәлгән. Түрҙә мендәрҙәр өҫтөндә инәй ултыра.

Науруз байрамы.

Боронғо, миҙгелдәргә ҡарата үткәрелгән бик күңелле, йылы тойғоло байрам. Науруз байрамы көн менән төн тиңләшкән көндө - 21 – 23 марттарҙа башлана ла айҙың аҙағына тиклем һуҙыла. Уны халыҡта Яңы йыл башы тип тә йөрөтәләр. Сөнки Ҡояш календары буйынса ул –Йыл башы тип иҫәпләнә. Был күңелле байрамда төрлө ярыштар үткәрелә, төрлө ҡул бешергән башҡорт милли аштарынан ауыҙ итәләр. Уйын –көлкө, йыр – бейеү күп була. Тантана өсөн махсус рәүештә ҡурмас ҡыҙҙыралар һәм бөтөнөһөнә лә ауыҙ иттерәләр. Ошонан һуң Яңы йылда мул уңыш теләп бәйет әйтәләр.

                                                    Сара барышы.

                                                 (Ишек шаҡыйҙар.)

Инәй. Рәхим итегеҙ! Ишек асыҡ!

                                     (Бала – саға көлөшөп килеп инә.)

Балалар. Һаумы, инәй. Хәл - әхүәл нисек?

                                           (Һәр береһе килеп күрешә.)

Инәй. Аллаға шөкөр, балалар, Аллаға шөкөр! Әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ!

                           (Балалар ултырыша. Инәй доға ҡылып ала.)

Инәй. Йә, балалар, Науруз байрамы нисек башланды?

1 – се бала (алға сығып). Бына, инәй, һиңә Науруз ашын ауыҙ итергә килтерҙек.

            (Туҫтаҡҡа туралған ит өҫтөнә килелә төйөлөп быҡтырылған бойҙай һалынған.)

Инәй (бисмилла әйтеп, ауыҙ итә). Һай, рәхмәт төшкөрҙәре, бигерәк тәмле булған!

Бойҙай – туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе ул.

Йылдың башы уң булһын,

Ризыҡтары мул булһын,

Игендәр шашып уңһын!

Ҡаҙандар ташып торһон!

Бир көндәрҙең һилен,

Илдәр булһын имен!

Аллаһы әкбәр!

2 – се бала. Инәй, нимә аңлата ул Науруз байрамы?

Инәй. Борон йыл яҙ башынан башланған. Уны халыҡта буранай тип, ҡан – бабалар буранара тип йөрөткәндәр. Науруз һүҙе Яңы йыл, яңы көн тигәнде белдерә.

Ҡыҙҙар. Инәй, әйҙәгеҙ, Наурузбикә һайлайыҡ.

1 – се ҡыҙ. Нисек итеп һайлайбыҙ?

2 – се ҡыҙ. Инәй, нисек итеп һайлайыҡ икән?

Инәй. Әйҙәгеҙ, балалар, көн торошон юрайыҡ. Кемегеҙ көн торошон күберәк юрай белә, шул Наурузбикә була. Башлағыҙ, балалар.

1 – се бала. Ай ҡолаҡланып ҡалҡһа, көн боҙола.

2 – се бала. Балыҡ өҫтә йөҙһә, ямғыр яуа.

3 – се бала. Иртән ҡояшты болот ҡаплаһа, аяҙ була.

4 – се бала. Эт ергә ятып аунаһа, көн һыуыта.

5 – се бала. Көн ҡыҙҙырһа – ямғырға.

6 – се бала. Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа – һыуыҡҡа.

Инәй. Эй, балалар, бөтәгеҙ ҙә күҙәтеүсән икәнһегеҙ. Йәгеҙ әле, улай булғас, йырлап, бейеп күрһәтегеҙ. Кемегеҙ оҫта йырсы, шул Наурузбикә булыр.

                                            (Ҡыҙҙар йырлай, бейей.)

Инәй. Һай, афарин! Барыһы ла бынамын итеп йырлай – бейей. Былай булғас, мин һеҙгә йомаҡ ҡояйым әле.

Тауҙа – таҙамаҡ,

Баҙҙа – баҙамаҡ,

Ҡарҙа – ҡаҙамаҡ,

Ярҙа – яҙамаҡ.

Был нимәне аңлата инде? Йә, балалар, кемегеҙ белә?

1 – се ҡыҙ. Таҙамаҡ – яҙын тау баштарының ҡарҙан асылыу мәле; баҙамаҡ – баҙҙағы бал ҡорттарын хәстәрләр мәл; һаҙамаҡ – көрт аҫтындағы һыуҙың ярмаланып (һаҙланып) туңмай ятыуы; яҙамаҡ – ер менән һыуҙың араһында йылыу ятҡан саҡ.

Балалар. Ай, афарин! (Сәпәкәй итәләр.) Ҡотлайбыҙ үҙеңде Наурузбикә булыуың менән!

Инәй. Йәгеҙ, ҡыҙҙар, әхирәтегеҙҙе Наурузбикә итеп кейендерегеҙ әле.

           (Ҡыҙҙар Наурузбикәгә матур елән кейҙерә, сәсенә сулпы үрә, ҡолаҡтарына матур һырға таға.)

Ҡыҙҙар. Бына хәҙер ысын Наурузбикә булдың.

Наурузбикә. Рәхмәт, дуҫтарым – туғандарым! Әйҙәгеҙ, яланға сығып, ярыш ойошторайыҡ.

1 – се малай. Егеттәр, әйҙәгеҙ, еңеүсегә бүләккә бер толпар бирмәккә бәйге башлайыҡ.

           (Малайҙар уйынсыҡ аттарға атланып сабыша. Иң беренсе булып килгән малайға бүләк бирелә.)

2 – се малай.

Малайҙар, беҙҙең арала

Бер ҙә ҡурҡаҡтар юҡсы.

Әйҙәгеҙ, сәпкә атайыҡ:

Кем икән мәргән уҡсы?

                                          (Сәпкә атышалар.)

3 – се малай.

Арғы урам, бирге урам –

Хәҙер беҙ ярышабыҙ:

Ҡайһы урам көслөрәк –

Арҡанда тартышабыҙ.

                                         (Арҡан тартышалар.)

4 – се малай.

Тамаша ҡылыусыларға

Булһын әле бер мәҙәк:

Беҙгә инде күмәкләшеп

Тоҡта ярышыр кәрәк.

                                     (Тоҡ кейеп йүгерешәләр.)

Наурузбикә: Әйҙәгеҙ, иҫке һаламдан ҡурсаҡ эшләйбеҙ.

             (Ҡурсаҡтың һынын һаламдан алдан әҙерләп ҡуйырға мөмкин.)

Балалар. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Наурузбикә. Бына, Ҡыш бабай һыны әҙер ҙә булды. Әйҙәгеҙ, уға суҡтар тағайыҡ. Нимәнән ҡотолорға уйлайбыҙ, шуларҙы әйтеп, теләктәр теләйек.

1 – се бала. Ерҙә һуғыш булмаһын!

2 – се бала. Алама сирҙәр булмаһын!

3 – се бала. Хурлыҡ, яуызлыҡ юҡҡа сыҡһын!

Бөтәһе бергә.

Һау бул инде, Иҫке йыл,

Түргә баҫһын изге йыл.

Имен – аман йәшәйек,

Ил тыныс булһын быйыл.

Наурузбикә.

Ярыштар дауам итә,

Һеҙҙе бүләктәр көтә,

Кемдәр оҫта ҡурайсы,

Бейеүселәр, йырсылар,

Сығығыҙсы уртаға:

Күңелдәрҙе асайыҡ,

Йыр бәйгеһен башлайыҡ.

             (Йыр, бейеүҙәр, таҡмаҡ әйтеүҙәр, шиғыр һөйләүҙәр, уйындар.)

Инәй. Әйҙәгеҙ, балалар, Наурузбикәнән йылдың нисек килерен юратайыҡ.

Балалар. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ! Наурузбикә, йыл нисек килер икән?

Наурузбикә.

Яҡшы килер йылыбыҙ:

Туҡ булыр һәр көнөбөҙ,

Ямғыр яуып, ҡояш сығыр,

Емешләнер гөлөбөҙ;

Илгә килер именлек,

Һау булырҙар уландар,

Иген ишелеп уңыр,

Ҡуйырырҙар урмандар.

Инәй. Амин, шулай ғына була күрһен инде, балаҡайҙар. Юрағанығыҙ юш килһен! Науруз мөбәрәк булһын!

Наурузбикә. Һүҙ – малайҙарға. Науруз бәйетен әйтегеҙ әле.

1 – се малай.

Һауанан осар мең ҡаҙ,

Меңенең башлығы – бер ҡаҙ,

Асылыр мөхәррәм яҙ –

Бөтәһе бергә.

Науруз мөбәрәге бар.

2 – се малай.

Науруз әйтә беҙ килдек,

Ҡотло байрамын күрҙек,

Изге доғалар ҡылдыҡ –

Бөтәһе бергә.

Науруз мөбәрәге бар.

Науруз мөбәрәге бар.

           (Байрам күңелле йыр һәм бүләктәр таратыу менән тамамлана.)



Предварительный просмотр:

Маҡсат: Балаларҙа милли мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү. Уларҙы милли байрамдарыбыҙ менән таныштырыу. Тәбиғәт һәм кеше араһындағы бәйләнеште күрһәтеү;  балаларҙың һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү,  сөмбөлә тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү;

Үткәреү урыны: «Көҙ” тематикаһына ярашлы биҙәлгән зал («Сөмбөлә» яҙыуы, япраҡтар, ағастар, ҡотлауҙар).

Йыһазландырыу:  ноутбук,  ултырғыс-эскәмйәләр, костюмдар, зонтиктар, биҙрә-кәрзиндәр, йәшелсәләр,япраҡтар, башаҡтар.

“Сөмбөлә килде беҙгә”.

        Бер төркөм балалар ҡулдарында төрлө уңыш билдәһе: кемдә алма, кемдә ҡыяр, кемдә башаҡтар.

1-бала:        Сөмбөлә, Сөмбөлә, ниндәй байрам – кем белә?

2-бала:        Был бит уңыш байрамы.

3-бала:        Бына башаҡ бәйләше.

4-бала:        Бына өлгөргән ҡабаҡ.

5-бала:        Быныһы бойҙай, арыш.

6-бала:        Бына шалҡан менән ҡарыш.

7-бала:        Сөгөлдөр.

8-бала:        Кишер.

Ал. бала:        Сөмбөлә, Сөмбөлә,

                Көҙгө матур байрам

                Уңышҡа һоҡланып

                Ҡалабыҙ беҙ хайран.

                Сөмбөлә, Сөмбөлә,

                Уңышы еремдең,

                Ул һәр саҡ мул булһын

                Бәхетле илемдең.

        Рәхмәт, балалар. Бөтәгеҙ ҙә байрамға мул уңыш менән килгәнһегеҙ.

(әҙерләнгән өҫтәлгә уңыштарҙы ҡуялар, иҙәнгә ултырышалар).

Инәй инә.

  • Һаумыһығыҙ, балалар! Байрамығыҙ ҡотло булһын, күңелле уҙһың.

А.Б.:

     -        Әйҙегеҙ, инәй, түрҙән үҙегеҙ! Байрамдың уртаһында булығыҙ!

Инәй:

  • Байрамығыҙҙың йөҙөк ҡашы Сөмбөлә киләме?

Балалар:

  • Әйе, әйе!

Инәй:

  • Ул унғандарҙың унғаны, үҙе тапҡыр, үҙе отҡор, үҙе таҫыл, зөбәрсәттәй аҫыл булырға тейеш әйеме?

Балалар:

  • Әйе, әйе, тап шулай.

Инәй:

  • Ай-һай замана балалары! Белмәгәндәре юҡ! Йәгеҙ ҡыҙҙар, малайҙар, һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтегеҙ әле. Кемегеҙ оҫтараҡ икән:

Сөмбөлә килеп инә.(Вальс уйнай, өйөрөлә-өйөрөлә килеп инә. Ведущий шиғыр һөйләп тора.)

                Сөмбөлә тип матур исем,

                Ҡушты икән кем генә?

                Сөмбөл гөлдәр өҙөлөп төшкән,

                Сәскә кеүек, Сөмбөлә.

                Сәскә кеүек һөйкөмлө ул

                Былбыл кеүек моңло ул

                Таң атҡас та күңмәй торғас

                Йондоҙ кеүек нурлы ул.

Сөмбөлә:

  • Һаумыһығыҙ, балалар, һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар.

Балалар:

  • Һаумы, Сөмбөлә.

Сөмбөлә:

Бөтә тәбиғәтте бөгөн

Буяным сыбар төҫкә.

Баҡсалағы уңыштарҙы

Күтәрәһегеҙ көскә.

Байрам мул, йомарт булһын тип,

Барыһында үҫтерҙем.

Шатлыҡ, ҡыуаныстарымды

Алып килеп еткерҙем.

Ведущий:

  • Сәстәреңдә Сөмбөлә көҙ төҫлө һары.

Инәй:

  • Бәрәҡалла! Бына ысын Сөмбөлә – Көҙһылыу килде. Әйҙә төклө аяғың менән! Рәхим ит байрамға!

(Сөмбөлә уртаға сыға.)

А.б:

     -        Әйҙәгеҙ, балалар! Сөмбөләне маҡтап, түңәрәккә тороп, бер йырлап алайыҡ.

Уйын “Сөмбөлә килде беҙгә”.          

Сөмбөлә:

     -        Рәхмәт, балалар, бик маҡтап йырланығыҙ! Ә һеҙ, юрауҙар, халыҡ һынамыштарын беләһегеҙме?

1-бала:

     -        Көҙ көнө япраҡтар ергә арты менән төшһә ҡыш ҡаты була.

2-бала:

     -        Ағас осонан һарайһа – йыл ауыр килә.

3-бала:

     -        Япраҡтар иртә һарайһа, көҙ иртә килә.

4-бала:

     -        Торналар бейек осһа, көҙ йылы ла, оҙайлы ла була.

Инәй:

     -         Һай, рәхмәт һуғырҙары! Белмәгән нәмәгеҙ юҡ икән. Ә һин, Сөмбөлә, ҡыуым ни әйтер инең?

Сөмбөлә:

     -        а) Һарыса килмәй, көҙ етмәй!

        б) Әҡрап башында ҡар яуһа, ҡырҡ көн ҡара ер ятыр, тигәндәр.

Инәй:

     -        Дөрөҫ, дөрөҫ, балам!

Ведущий:

     -        Әйҙәгеҙ, Сөмбөләнән көҙҙөң нисек булырын һорайыҡ.

Бала:

     -        Балтамы, беҙ ме?

Сөмбөлә:

     -        Беҙ!

Ведущий:

     -         Тимәк, көҙ йылы буласаҡ. Боҙҙо беҙ менән дә тишеп буласаҡ имеш.

Бала:

     -        Малаймы, ҡыҙмы?

Сөмбөлә:

     -        Ҡыҙ.

Бала:

     -        Ыумы, һыумы?

Сөмбөлә:

     -        Һыу.

Инәй:

     -        Тимәк көҙгө ямғырҙар күп булыр, киләһе йыл уңыштар мул уңыр.

Көҙгө башы уң булһын инде, ризығы мул булһын.

 Ведущий:

     -        Инәй,  көҙ айҙарының башҡортса атамаларын әйтеп китегеҙ әле.

 Инәй:

     -        Сентябрҙә япраҡтарға һары төшә – был айҙы һарыса тигәндәр. Октябрҙә ҡара һыуыҡтар башлана, шуға ҡарасай айы тиҙәр. Ноябрҙә – ҡырпаҡ ҡар яуа, тимәк ҡырпаҡай тигәндәр боронғолар.

Сөмбөлә:

     -        Ә мин, инәй, йыл миҙгелдәренең исемен беләм. Яҙ миҙгеле – алым, йәй – йыйым, көҙ – бирем, ҡыш – ҡуян тип аталған элгәре.

Инәй:

     -        Шулай, ҡыҙым, дөп-дөрөҫ. Йәгеҙ әле, балалар, йырлашып, бейешеп алығыҙ.

Йыр “Яуа кайын япрагы”.

Кыззар башкарыуында “кэкук” бейеуе.

Ведущий:

     -        Ҡарағыҙ әле, балалар, беҙгә “Уңышбикә” килә.

Уңышбикә:

     -        Һаумыһығыҙ, балалар, ҡунаҡтар.Бына һеҙгә яңы уңыш ононан һасынған икмәк тә беште.

                        Икмәк – хазина,

                        Икмәк – ул тормош

                        Иң бөйөк нәмә,

                        Йәшәйеш, булмыш

                        Бына ул икмәк

                        Тот ике ҡуллап

                        Түргә ҡуй уны

                        Хөрмәтләп, ҙурлап.

                        Рәхим итеп  ауыҙ итегеҙ.

Ведущий:

     -                        Ҡиң ризык менән

                        Ҡиң дәүләт менән.

Инәй:

     -                        Тыуған – тыумаса менән

                        Ағай-эне, дуҫ иш менән

                        Һаулыҡ, таҙалыҡ менән

                        Ьергә – бергә ашарға яҙһын.

Бөтәһе:

     -                        Амин, шулай булһын.

Сөмбөлә:

Сомболэ:     -        Йыйырын йыйҙым инде. Иҫән-һау ашатайым инде.Әйҙәгеҙ, изге теләктәр теләп, тәңребеҙгә рәхмәттәр әйтеп, ағасҡа суҡтар тағайыҡ.

  1. Һау-сәләмәт булайыҡ.
  2. Ата-әсәле булайыҡ.
  3. Имен килһендәр йылдар.
  4. Йырланһын гел шат йырҙар.
  5. Йондоззарыбыз яkты кунелдэребез шат булhын!

Алып барыусы:

     hагыш тосондо, козкэйем

     Алыштыр инде– аkkа

     Ынйылы тунга тороноп

     Эйлэнhен ерем пакка!

Инэй.    

      Илгэ – именлек бир

      Йэнгэ- тэнгэ аманлыk бир!

Сомболэ.Рэхмэт барыгызга ла. hеззен менэн бик кунелле булды.

Алып барыусы: Мал – тыуар теуэл kышлаhын

                      Имен йэшэйек без зэ

                      Алла бирhэ осрашырбыз

                      Килэhе алтын коззэ.

Сомболэ.     hау булыгыз, балалар

                  hау булыгыз, торналар

                  haу булыгыз, аkkоштар

                  Тиззэн аk тунын алып

                  Елеп киллер аk kыш та!   Йыр «hау булыгыз коштарым».Балалар кой астында сыгып китэлэр


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар

Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары...

Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"

Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович....

БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....

ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк.Әсәйҙәр бешергәнАштар ҙа тәмлерәк....

Яңы йыл тураһында шиғырҙар

ҠАРҘАР ЯУА Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа, Елбәҙәкләп төшә еремә. Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә. Аҡ күбәләк булып осоп уйнап Килеп ҡуна улар ҡулдарға,...

ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Арҡаланып йәшәр өсөн  ҡанын бүлгән АТАЙ кәрәк,  иркәләнеп йәшәр өсөн  йәнен бүлгән ӘСӘЙ кәрәк!...