Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"
материал по развитию речи

Янбердина Зарина Фаритовна

Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hmtkuzhin_shl_butlip_uly.docx22.98 КБ
Файл bylil_balalarynyn_yyry.docx21.88 КБ

Предварительный просмотр:

                           

  Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы (Әсхәл Әхмәт-Хужа), күренекле шағир, йәмәғәт эшмәкәре 1942 йылдың 24 июнендә Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуған. Амангилде ете йыллыҡ һәм Асҡар урта мәктәптәрен, шулай уҡ Стәрлетамаҡ педагогия институтын (1965) һәм Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәбиәт курстарын тамамлай. Хеҙмәт биографияһының төп фасылдары тип, бүтән төрлө эштәрҙән тыш, ун өс йыл буйы Башҡортостан яҙыусылары баҫмаһы Ағиҙел журналында әҙәби хеҙмәткәр,бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип һәм баш мөхәррир урынбаҫары (1965-1968 1978-1985) булып эшләүен, ете йыл Стәрлетамаҡ педагогия институтында һәм Башҡорт дәүләт педагогия  институтында ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент вазифаларында студенттарға башҡорт телен һәм әҙәбиәт теорияһын уҡытыуын атарға була.

      1970  йылдан алып-СССР ,Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. 1991 йылдан алып БДБ Яҙыусылар союзының тәржемәселәр Ассоцияцияһы Советы һәм балалар яҙыусылары Ассоцияцияһы ағзаһы. Республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм, Бәләбәй ҡалаһының Фәтих Кәрим исемендәге төбәк-ара һәм Әбйәлил районының әҙәбиәт өлкәһендә Ким Әхмәтйәнов, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премиялары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Әбйәлил районының почетлы гражданы, I ,II һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты. Матбуғат, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

     Ҡыҙыл һыуын һыулап үҫкән Амангилде ауылы малайы баласаҡ хыялдарында булһа ла үҙен шағир булырмын тип күҙ алдына ла килтермәй. Әммә Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтәҙәбиәткә булған һөйөү уны шиғриәт донъяһына алып килә. Уның 1968 йылда баҫылған Һыбай сыҡтым исемле китабы поэзияла өр-яңы сағыу аса. Әҙәбиәткә баҙнатһыҙ ғына килеп инмәй ул, дыуамал рух менән Һыбай сыҡтым –тип оран ташлай. Тәүге ижад емеше ихлас ҡаршы алына, һәр яҡлап хуплау таба. Мостай Кәрим, Муса Ғәли, Әхиәр Хәкимов һ.б. Әхмәтҡужиндың йыйынтығы шиғриәткә осраҡлы ғына юлыҡҡан кеше яҙмалары түгеллеген, унуң үҙ поэтик характеры булыуын билдәләй.

      Әсхәл Әхмәт-Хужаның артабан донъя кургән китаптары ла әҙәбиәт һөйөүселәрҙең ихтибарын яулай, үҙенә тарта. Һутлы, халыҡсан теле, күңелгә яҡын, онотолмаҫ образдары менән арбаә.

       Әсхәл ағайҙың тормош юлдары ла ҡартмалы, уға байтаҡ һикәлтә-тупһаларҙы үтергә тура килә. Байтаҡ йылдар әҙәбиәткә ҡағылышы булмаған урындарҙа эшләй, ләкин ул шағир исеменең бәҫен төшөрмәй, үҙе ғорур булып ҡала.

     Әсхәл Әхмәт-Хужа ижадына бер ни тиклем байҡау яһағандан һуң, уның шиғриәткә етди ҡарауын, уҡыусыларына еңел-елпе, исем өсөн генә яҙылған әҫәрҙәр тәҡдим итмәүен аңларға була. Шағир ижадының һәр өлгөһөн ынйы бөртөктәре тип аттарға мөмкин, уларҙан саҙ моңо ишетелә, ҡояш нуры сағыла. Уның шиғырҙарында күңел күҙе күренеп тора. Телдең һәр өнөнөң гүзәллеген тойоусы әҙип ул. Шағирҙың 50 йәшлек юбилейына ҡарата Мостай Кәрим; Әсхәл Әхмәт-Хужа башҡорт әҙәбиәтендә үҙен ал-ял белмәй ихлас хеҙмәт итеп, янып-көйөп,ил, халыҡ, намыҫ, өмөт тигән изге төшөнсәләргә иман килтереп раҫланы,-тип яҙҙы.

     Шағир бөгөн дә үҙенең төп ижад кредоһына, асыл поэтик принциптарына тоғро ҡала: уның һәр әҫәре үҙе генә уйлап тапҡан оригиналь дә, халыҡсан даметафораларҙан, бер ерҙә лә һис ҡасан да ҡулланылмаған шиғри образдарҙан туҡылып яҙыла.

      Шағирҙың, урыҫҫалап әйткәндә, багажы ла һәлмәк кенә. Биш тиҫтәгә яҡын йылдар ижад итеү осоронда ул дүрт томлыҡ әҫәрҙәр туплаған. Был аҙ түгел. Ә инде шағирҙың әҙәрҙәре һәр яҡтан камил, сифатлы булыуын иҫәпкә алғанда, был башҡорт әҙәбиәтенә индерелгән апаруҡ хазина.

     Шағирҙың шулай уҡ балалар өсөн әҫәрҙәр яҙыуын, тағы оҫта тәржемәсе булыуын да оноторға ярамай. Уның Ебәккә ынйы теҙелде тип аталған тәржемәләр йыйынтығы бик ҙур баһаға лайыҡ. Ул Шота Руставели һәм Александр Пушкиндан алып туғандаш халыҡтарҙың бөгөн дә актив ижад иткән ҡырҡлап шағирҙан бер эргәһенә тупланы. Уларға башҡорт теленең серен асты. Моңон әшкәртте.

     Әбйәлилдең хозур тәбиғәтен илһам алған, атайсалыбыҙҙың һәр биҙәген нағышлап шиғри юлдарға һалған яҡташ шағирыбыҙҙың Әбйәлилде данлауы, хатта барса ижады кендеге ҡырҡылған ергә-йәнтөйәгенә арналыуы һәр кемгә билдәле. Әбйәлил, Ҡырҡтытау, Ҡыҙыл йылғаһы, Яҡтыкүл, Асҡар, Амангилде кеүек беҙҙең өсөн мөҡәддәс төшөнсәләрҙе бығаса ғәзис тупрағыбыҙҙа тыуып үҫкән бер генә шағирҙың да үҙ китаптарында даими рәүештә данлап йырлағаны булманы, уларҙы фәҡәт Әсхәл Әхмәт-Хужа ғына әҙәби әй әләнешкә индерҙе, башҡорт әҙәбиәтенең инде тотороҡло шағирәнә образдарына әүерелдерҙе,Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан һ.б региондар һәм тотош Рәсәй кимәлендәге поэтик категориялар юғарылығына күтәрҙе.

     2007  йылдың 3 февралендә Амангилде урта мәктәбендә әҙәби ижад һәм эҙәрмәнлек эше менән шөғөлләнеүселәр бәйгеһендә еңеп сыҡҡан уҡыусыларға шағир үҙенең премияһын булдырҙы. Һәм был турала ауыл йәмәғәтселеге йыйылышында рәсми рәүештә иғлан ителде. Йыл һайын Амангилде мәктәбендә үткән һуңғы ҡыңғырау тантанаһына Әсхәл Әхмә-Хужа үҙенең премиянларын тапшырып килә. Йәш быуынды әҙәбиәткә ылыҡтырыу маҡсатында, һуңғы ике йылда шағир иң тырыш уҡыусыларға Ағиҙел журналын яҙҙыра.

      Ғүмер асылын халҡына хеҙмәт итеүҙә, уның яҙмышы, киләсәге өсөн борсолоуҙа, йәштәргә остаҙ булыуҙа, уларҙы дөрөҫ юлға табан әйҙәүҙә күргән шағир, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яғым тип йән атты. Һәр саҡ әйтер һүҙе, урынлы кәңәше булған оло шәхес хаҡлы рәүештә ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ.



Предварительный просмотр:

                Әсхәл Әхмәт-Хужа

                                                         

                       

    Әбйәлил балаларының йыры

  Ҡыҙыл менән Ҡырҡты буйҙарында

  Нурҙар сәсеп ята Әбйәлил...

  Был ерҙең беҙ көләс балалары,  

  Был ер-беҙҙең гөрләп үҫкән ил.

Был ерҙе беҙ йәнә өсөн,

Данлар өсөн тыуҙыҡ- теләк бер.

Атайҙарға ныҡлы таяныс беҙ,

Әсәйҙәргә ныҡлы терәк беҙ.

Был ерҙең беҙ лайыҡ вариҫтары,

Ошо ерҙең бәхет-ҡото беҙ...

Баҡса итер өсөн тыуған ерҙе

Олатайҙар рухын оттоҡ беҙ.

Ҡыҙыл менән Ҡырҡты буйҙарында

Йәйрәп-иңләп ята Әбйәлил...

Ошо ерҙең беҙ шат балалары,

Әбйәлил ул- беҙҙең һөйгән ил.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар

Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары...

БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....

ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк.Әсәйҙәр бешергәнАштар ҙа тәмлерәк....

Яңы йыл тураһында шиғырҙар

ҠАРҘАР ЯУА Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа, Елбәҙәкләп төшә еремә. Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә. Аҡ күбәләк булып осоп уйнап Килеп ҡуна улар ҡулдарға,...

ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Арҡаланып йәшәр өсөн  ҡанын бүлгән АТАЙ кәрәк,  иркәләнеп йәшәр өсөн  йәнен бүлгән ӘСӘЙ кәрәк!...