Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар
материал на тему

Гиляжева Зульфира З.

Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ash_belesh.docx15.37 КБ

Предварительный просмотр:

БӘЛЕШ
Иләктән үткәр оноңдо,
Тоҙ, йомортҡа әҙерлә.
Май ирет, һөтөңдө йылыт,
Баҫ та 
Йәймә хәҙергә.
Үпкә, бауыр, эсәк, ҡарын 
Һәйбәт була бәлешкә.
Һуған, борос, картуф, кишер,
Шунан һурпа йәтешлә.
Табаңды йылыт та
Майла.
Семәрлә бәлеш өҫтөн.
Мейесеңде томалап ҡуй,
Парланып ҡына бешһен.
Хужабикә йөҙөн нурлай,
Табынды ҙурлай бәлеш.
Өйрән ҡыҙым,
Бындай һөнәр –
Өлөшкә төшкән көмөш.
(Т.Ғәниева)

БЫЛАУ
Һимеҙ итте шаҡмаҡлап турайһың,
Кишер туҡмас кеүек киҫкеләнә.
Байтаҡ ҡына итеп һуған әрсе,
Майҙы йәлләй күрмә һис кенә лә.
Дөгөң таҙа булһын, сүплә, сайҡа,
Былау бешереүгә ҡаҙан матур.
Ярмаң ебей. Үҙең шул арала
Ит, кишер һәм һуған ҡыҙҙыра тор.
Ит әҙерме? Уға борос өҫтә.
Дөгөң һал. Һыуың ни самалы?
Бер илеләй генә артыҡ булһын...
Күңеллеме таңдыр боҫрағаны?
Бығып бешһен былау һүрән утта,
Ҡуҙын тартҡан мейес ҡулай ғына.
Ул еҫтәре, ул төҫтәре ҡалай!
Килешеп тора байрам табыныңа.
 (Т.Ғәниева)

ҠОРОТ
Әсәй көн дә һөт ойотоп,
Ағас көбөгә ҡойҙо.
Һауыт тулғас та, эркетте
Бер көн ҡайнатып ҡуйҙы.
Киндер тоҡҡа һалды ла ул,
Һыуын һарҡыта элде.
Хуш еҫтәре өйгә тулған,
Йоторлоҡ хатта телде.
Өс көн үткәс, әсәй уны
Ҡамыр кеүек тасҡаны.
Самалап ҡына тоҙ һалды,
Өҫтәмәне башҡаны.
Өҫтәл тулы ҙур йомғаҡтар,
Табынға ҡуйһаң, әҙер.
Байтағын ул ыҫланы,
Ыҫлайҙар һирәк хәҙер.
Ҡулға алған һайын китә
Ауыҙ һыуҙары ҡороп.
Әй, татлы ла, хуш еҫле лә
Әсәй эшләгән ҡорот.
(С.Ғәләүетдинов)

ҠЫМЫҘ БЕШӘ ӘСӘЙЕМ
Атайым йылҡылар көтә,
Әсәйем бейә һауа.
Бейә һөтөнән бешелгән
Ҡымыҙ – мең сиргә дауа.
Ауырыуҙар ул ҡымыҙҙы
Бик яратып эсәләр.
Бәләкәстәр ауыҙ итһә,
Көслө булып үҫәләр.
Батырҙар эсемлеге тип,
Әйтмәйҙәр уны юҡҡа.
Борон-борон замандарҙа
Булған ул һәр бер йортта.
Ҡарттар әйткән, ҡымыҙ эскән
Һау-сәләмәт, шат йәшәр.
Шуға уны яһау серен
Отоп алған,ти, йәштәр.
(З.Ҡотлогилдина)

ТУЛТЫРМА
Һум ит, бауыр, үпкә, ҡарын,
Һуған, борос һәм һарымһаҡ,
Ярма ҡушып эсәктәргә
Тултырыла ҡаҙы һымаҡ.
Шыплап тултырһаң, ярыла,
Бер самалап урын ҡалдыр.
Бешерҙеңме?
Тәгәрмәсләп
Киҫкелә лә...
Йә һоғондор!
(Т.Ғәниева)


ИКМӘК
- Әпәкәйҙе ҡалай бешерәләр?
- Ҡояш төштө уҙғас баш әҙерлә.
- Ҡайнар һыуҙа ондо иҙеп ҡуйҙым.
- Сөпрә ҡуш та ултырт йылы ергә.
- Әсәй, ҡояш офоҡтарға сумды...
- Бисмиллалап, балам, ҡамыр туғы.
- Нисаҡлыраҡ итеп самалайым?
- Бер сүмесе – бер таба тиң һыуҙы.
Ипләп кенә мейес башына ҡуй,
Бәпес кеүек итеп өҫтөн көплә.
Изге ниәттән тип, ҡояш менән
Уятырһың үҙен. Йоҡлап китмә.
Майлап ҡына яйлап ҡамыр баҫһаң,
Мейес һүрелгәнсе күтәрелер.
- Алһыу ғына бейек әпәкәйем!
- Икмәк төҫө – ҡояш төҫтәрелер.
(Т.Ғәниева)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"

Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович....

БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....

ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк.Әсәйҙәр бешергәнАштар ҙа тәмлерәк....

Яңы йыл тураһында шиғырҙар

ҠАРҘАР ЯУА Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа, Елбәҙәкләп төшә еремә. Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә. Аҡ күбәләк булып осоп уйнап Килеп ҡуна улар ҡулдарға,...

ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Арҡаланып йәшәр өсөн  ҡанын бүлгән АТАЙ кәрәк,  иркәләнеп йәшәр өсөн  йәнен бүлгән ӘСӘЙ кәрәк!...