"Иғтибарлы һәм һаҡ бул, йәйәүле!"
план-конспект занятия по обж (старшая группа)

Саяхова Самара Габдинуровна

-Балаларға юлда йөрөгәндә йәйәүлеләр ҙә,транспорт йөрөтөүселәр ҙә юл ҡағиҙәләрен белергә һәм үтәргә тейеш икәнен аңлатыу.

-Балаларҙа хәүефһеҙ йәшәүгә теләк тыуҙырыу,ҡыҙыҡһыныу, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon detyam_pdd.doc37.5 КБ

Предварительный просмотр:

 

                                     Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы

                 2-се һанлы Иҫке Собханғол “Башланғыс мәктәбе-Балалар баҡсаһы”

                         

Иғтибарлы һәм һаҡ бул, йәйәүле!

                                Әҙерләне: тәрбиәсе-

                                              Сәйәхова Сәмәрә Ғәбдинур ҡыҙы

                                     

                                      2015йыл

 Максат.

Балаларға юлда йөрөгәндә йәйәүлеләр ҙә,транспорт йөрөтөүселәр ҙә юл ҡағиҙәләрен белергә һәм үтәргә тейеш икәнен аңлатыу.

Балаларҙа хәүефһеҙ йәшәүгә теләк тыуҙырыу,ҡыҙыҡһыныу, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.

 Йыһазландырыу: Юл билдәләрен күрһәтеүсе һәм дидактик уйындар өсөн атрибуттар,ҡала урамын сағылдырған макет,өс төҫлө флаг.

                              Дәрес барышы.

-Балалар,беҙ бөгөн бергәләп юл ҡағиҙәләрен өйрәнәйек.

-Эйе,юл йөрөмәгән бер кеше лә юҡ был доньяла.Ләкин юлда йөрөй белмәгән кешеләрҙе һәр саҡ ҡайғы,хәүеф көтә,авариялар булып  тора.Шуға күрә һәр кем юлда йөрөү ҡағиҙәләрен белергә һәм үтәргә тейеш.

-Балалар,беҙҙең ауылыбыҙ бик ҙур.Уның урамдарында транспорт күп.

-Балалар,һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

-Эйе.

-Һеҙ ниндәй транспортта сәйәхәт итергә яратаһығыҙ?

-Автобуста,еңел машинала,сомолетта,вертолетта.

-Беҙ бөгөн һеҙҙең менән машинала сәйәхәт итергә сығабыҙ.

-Машина йөрөткән кеше кем була?

-Шофер машина йөрөтә.

-Әгәр йәйәүлеләр юлды кәрәкмәгән ерҙән сыҡһалар,автомобилдәр нисек сигнал бирә?

-Пип-пип.

-Ә юл ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә белергә тейешме?

Артем: Юҡ,йәйәүлеләр ҙә.

-Кемдәр йәйәүле булырға мөмкин?

Рушан: Ҡыҙҙар,малайҙар.

Ләйсән: Ағайҙар,апайҙар,балалар.

Тәрбиәсе: Мин һеҙгә бер ваҡиға һөйләйем,ул бер ҡуян малайы тураһында,ул юл ҡағиҙәләрен белмәгән.

  Йәшәгән,ти,ҡуян-малай.Юл буйлап йүгереп барған.Машина килеп сыҡҡан.Машина ҡуяндын аяғын тапаған.Ул больницаға эләккән.

-Ни өсөн ҡуян-малай машинаға тапалған?

Азалина: Юлда барған,әсәһен тыңламаған.

Тәрбиәсе: Дөрөҫ,машина юлынан барған,тирә-яғын ҡарамаған.Юлда йүгерергә лә,уйнарға ла ярамай,балалар.

-Балалар,сәйәхәткә әҙерләнегеҙ!Моторҙы тоҡандырығыҙ!

-Р-р-р-р-р-р (дөрөҫ әйтеү).

Балалар торалар,ҡулдарын өҫкә күтәрәләр һәм мотор әйләнеүен күрһәткән хәрәкәт яһайҙар.

-Беҙ беренсе туҡталышҡа яҡынаябыҙ.

-Балалар,ҡарағыҙ әле,бына урам.Урамдың машиналар йөрөй торған өлөшөн күрһәтегеҙ.

-Йәйәүлеләр урам аша ҡайҙан сығалар?

-Урам сатын күрһәтегеҙ?

-Тротуарҙы күрһәтегеҙ?

Дияна: Машиналар йөрөй торған юлдан ситтә

             Йәйәүлеләр йөрөй торған юл һалынған.

             Эй,кешеләр,атлағыҙ тик шул юлдан ғына

             Иҫән-аман булырһығыҙ һәр ваҡыт та.

Яҙгөл: Тротуар ул беҙҙең өсөн ҡалдырылған

             атла шунан.

             Шат йылмайып өйөңә ҡайтырһың һин.

Тәрбиәсе: Был ҡағиҙә һеҙҙең өсөн бик бик кәрәк.

                  Белеү генә түгел һәр саҡ уны үтәү кәрәк.

   

    Балалар,әйтегеҙ әле,бында нимә күрәһегеҙ?

Динис: Мин светофор күрәм.

Тәрбиәсе:

-Ә нимә ул светофор?Светофор урамда хәрәкәттең йүнәлешен күрһәтә.Төрлө төҫтәр менән беҙгә сигнал бирә.

-Балалар,ҡарағыҙ әле,светофорҙа ниндәй төҫтәр бар?

Илһам: Ҡыҙыл,һары,йәшел.

-Ҡыҙыл төҫ туҡтарға ҡуша.

-Һары төҫ әҙерләнергә ҡуша.

-Йәшел төҫ атларға ҡуша.

 Уйын: “Светофор”.

Балалар залдың бер яғында торалар,икенсе яғында регулировщик (тәрбиәсе) тора.Йәшел флагты күтәрә лә әйтә:

-Тирә-яҡҡа ҡарама,бик шәп атла!

Ҡыҙыл флаг күтәрә лә әйтә:

-Туҡта.Урыныңдан ҡыбырлама.

Ә һары флаг күтәрһәм,урында атларға.

Светофорға ҡарап хәрәкәт иткән бала еңеүсе була.

-Был туҡталышта оҙаҡ булдыҡ.Ҡуҙғалырға әҙерләнегеҙ.

Моторҙы тоҡандырығыҙ.Икенсе туҡталышта “Эйе” йәки “Юҡ” уйынын уйнайбыҙ.

-Һеҙ тротуарҙан йөрөйһөгөҙмө?

Динар: Эйе.

-Светофор ҡыҙыл янһа,юл аша сығаһығыҙмы?

Азалина: Юҡ.

-Йәшел утта сығаһығыҙмы?

Алия: Эйе.

-Автобус артынан йәбешеп йөрөргә яраймы?

Рамазан: Юҡ

-Балалар,һеҙ юл ҡағиҙәләрен бик яҡшы беләһегеҙ.

Афарин!

-Моторҙы тоҡандырабыҙ!

-Р-р-р-р-р-р.

-Туҡтаныҡ,тыныс ҡына ултырабыҙ.Ял итәбеҙ.Ял иткәндә викторина сисәбеҙ.

«Юлда” викторинаһы.

-Һеҙ юл ҡағиҙәләрен беләһегеҙ.Дөрөҫ яуапҡа бер очко  алаһығыҙ.Тиҙ генә ике командаға бүленәбеҙ һәм ярышты башлайбыҙ.

-Тротуарҙан атлаған кешене нисек атайҙар?

Яҙгөл: Тротуарҙан йәйәүле аталай.

-Юл ҡағиҙәләрен  һаҡлаған полиция?

Рушан: ГАИ.

-Йәйәүлеләр һәм транспорт нимә буйлап йөрөйҙәр?

Гөлдәриә: Йәйәүлеләр тротуарҙан атлайҙар.

Артур: Машиналар юлдан йөрөй.

-Ҡағиҙәне боҙһалар йәки үтәмәһәләр,ниндәй яза бирәләр.

Илһам: Аҡса түләтәләр.

Ләйсән: Машина йөрөтә алмайҙар.

-Пассажирҙар автобусҡа ҡайҙа ултыралар?

Илүзә: Туҡталыштан.

Тәрбиәсе: Йәйәүлеләргә юл аша сығыр өсөн

һыҙаттар-“Зебралар» тамғаланған.

Арҡыры үтәм тиһәң алдағы юлыңды

Зебра-юлдан атла,зинһар,онотма шуны!

-Афарин,балалар.Ҡайтыр юлға сығайыҡ.Моторҙы тоҡандырайыҡ.

-Р-р-р-р-р

-Бына беҙ ҡайтып та еттек.Әйҙәгеҙ,машинанан төшәйек.Беҙҙең төркөмдә аҡыллы балалар.Юл ҡағиҙәләрен  беләләр.Һеҙ бер ҡасан да  бәләгә  осрамаҫһығыҙ тип ышанабыҙ.