Консультация для родителей
консультация

О пользе пальчиковых игр в речевом развитии детей

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon barmak_uyyndarynyn_fayzahy.doc39.5 КБ

Предварительный просмотр:

Бармаҡ уйындарының бала тәрбиәләүҙә әһәмиәте

Хәҙерге заманда балалар өсөн төрлө сағыу йәнһүрәттәр, тапшырыуҙар, китаптар, уйынсыҡтарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Әммә баланың үҫешенә ыңғай йоғонто яһаусы элек-электән килгән уйындар, ысулдар ҙа үҙ ҡиммәтен юғалтмай. Мәҫәлән, бармаҡ уйындары. Балаларҙың ҡул суҡтарын һәм бармаҡтарын хәрәкәтләндерергә, етеҙлекте арттырырға өйрәтеүҙә бармаҡ уйындары ҙур урын алып тора. Бармаҡ уйындары баланың ҡул мускулдарын нығытыуға, иғтибарын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

Ҡул моторикаһы үҫешмәгән балалар ҡалаҡ йә ҡәләмде насар тота, аяҡ кейемендәге бауҙы бәйләй, өҫ кейемендәге төймәләрҙе элә алмай ыҙалай. Уларға конструкторҙарҙың деталдәрен йыйыу, пазлдар, иҫәп-хисап таяҡсалары, мозаика менән эшләү ҙә ҡыйынға тура килә. Ғәҙәттә, бындай балалар пластилин менән әүәләү, аппликация яһау кеүек шөғөлдәрҙе лә яратмай. Һөҙөмтәлә, уларҙың аң кимәле артта ҡала бара. Ғөмүмән, был баланың донъяны танып белеүе лә етерлек кимәлдә үҫешмәй. Ҡул моторикаһының үҫешмәүе сабыйҙарҙың күңел торошона, үҙ-үҙен баһалауына ла  йоғонто яһамай ҡалмай. Ваҡыт үтеү менән бындай балаларға яҙырға өйрәтеү ҙә ҡыйынға тура килә.

Баланың баш мейеһе бармаҡ осонда урынлашҡан тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Бармаҡ уйындары балаларҙың хәрәкәт үҫешенә йоғонто яһай. Улар тағы ла баланың иғтибарлығын, күҙәтеүсәнлеген, хәтерен, тапҡырлығын, күреү, ишетеү ағзаларының камиллашыуына ла ҙур ярҙам итә. Элеге уйындар ярҙамында балаларҙа сабырлыҡ, түҙемлек, ҡыйыулыҡ, намыҫлылыҡ кеүек әхлаҡи сифаттар ҙа тәрбиәләнә. Шулай уҡ донъяны танып белеүҙә иҫ киткес тәрбиә сығанағы булып тора. Сөнки уйындар аша бала этик ҡағиҙәләр менән дә таныша башлай. Бишек йырҙары баланы тынысландырыу өсөн ҡулланылһа, бармаҡ уйындары, киреһенсә, баланың күңелен күтәреү, кәйефен яҡшыртыу, көлдөрөү сараһы булып тора. Бармаҡ уйындары - өлкәндәр менән балаларҙың үҙенсәлекле аралашыуы, күңел асыу сараһы. Бармаҡтар менән төрлө күнегеүҙәр яһау, уларҙы төрлөсә хәрәкәтләндереү, баланың телмәрен үҫтереүҙә ярҙам итә тигәйнек инде.  Япония ғалимдары иҫбатлауынса, ошондай күнекмәләрҙе балаға алты-ете ай булғанда уҡ башларға кәрәк икән.  Быға ҡул суҡтарының һәр өлөшөн бик яҡшы итеп массажлау инә.  Уларҙы яҙыу, һыйпау көн һайын ике-өс минут дауам итергә тейеш. Ә ун ай тулғас, ҡул суҡтары өсөн  активыраҡ булған күнегеүҙәрҙе яйлап индерергә мөмкин. Әлбиттә, йәш үҙенсәлектәрен иғтибарҙан сығарырға ярамай.

Бармаҡ уйындары шөғөл ваҡытында балаларҙың аҡыл эшсәнлеген арттырыуға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта кәүҙә мускулдары, ҡул суҡтары ла ял итә. Өҫтәл артында бер нисә минут хәрәкәтһеҙ ултырыу балаларҙы арыта, иғтибарҙарын кәметә. Шуға ла нимә менән булһа ла шөғөлләнгән ваҡытта (әүәләү, ҡорамалар йәбештереү, һүрәт төшөрөү булһынмы) бармаҡ уйындарын ҡыҫтырып ебәреү урынлы була. Бармаҡ уйындары ҡыҙыҡлы, аңлайышлы, текстары еңел булырға, баланың үҫеш кимәленә тап килергә тейеш.  Уйындарҙы өйрәткәндә һәр бер хәрәкәтте теүәл итеп башҡарып күрһәтергә, һүҙҙәрен еренә еткереп өйрәтергә кәрәк. Бармаҡ уйындарын төрлө образдарға инеп башҡарыу балаларҙа ҡәнәғәтләнеү хисе уята, матурлыҡты, тирә-йүнде, ысынбарлыҡты аңларға ярҙам итә. Ошо уйындар барышында оялсан, үҙ эсенә бикләнгән балалар ҙа асылып китә. Бала үҙ көсөнә ышана, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәнә. Уйын ваҡытында баланың күңеле күтәрелә, нервы системаларының эшмәкәрлеге яҡшыра.

Бармаҡ уйындарын бер нисә вариантта һәм бер нисә тапҡыр башҡарырға мөмкин.  Сөнки таныш хәрәкәттәрҙе, һүҙҙәрҙе балалар бик яратып, ҡыҙығып башҡаралар. Балалар баҡсаһында бармаҡ уйындары менән танышыу иң кескәйҙәрҙән үк башлана. Уйындарҙы өйрәтә башлағанда бер нисә төркөмгә бүлергә кәрәк. Тәүгеһендә балаға әйләнә тирәләге предметтар, хайуандар бармаҡтар ярҙамында күрһәтелә. Был осраҡта бигерәк тә бармаҡ театры һәм күләгә театры ҙур ярҙам итә. Йәнлектәрҙең фигураларын күрһәткәндә   йомаҡтар, ҡыҫҡа юллы шиғырҙар менән бәйләп һөйләү баланың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, ишетеү һәләтен камиллаштыра. Бармаҡ театрын бала ҡыҙыҡһыныу менән башҡара.

Өлкәнерәк балаларҙың ҡул хәрәкәтсәнлеген үҫтереүҙә төҫлө таяҡсалар менән эшләү, кубиктарҙан фигуралар төҙөү, пунктир һыҙыҡтарҙы тоташтырыу ҙа файҙалы.

Бармаҡ уйындары бик хис-тойғоло һәм мауыҡтырғыс уйындар. Ул әйләнә тирәләге ысынбарлыҡты, әйберҙәрҙе, йәнлектәрҙе, кешеләрҙе, уларҙың эшсәнлеген, тәбиғәт күренештәрен сағылдыра. Күрәһең, был уйындарҙың мөһимлеген элек-электән белгәндәр. Сөнки был уйындар башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында киң ҡулланылған. Бөгөнгө көндә  уларҙы дауам итеп балаларға өйрәтеү беҙҙең бурысыбыҙ тип уйлайым.

Нәсимә Ҡашҡарова

Баймаҡ ҡалаһының

 «Толпар» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Бөйөк Еңеүгә беҙҙән сәләм!

Республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең һәр бер төбәгендә Бөйөк Еңеүҙең етмешенсе яҙын ҡаршылаған мәлдә, ҡалабыҙҙың “Толпар” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ситтә ҡалманы.    

“Бөйөк Еңеү”, “Тыуған ил”, “Ватан”, “Ил һаҡсылары” тигән һүҙҙәрҙең асылын төшөндөрөү, балаларҙың күңелендә патриотик рух, тыуған илебеҙгә һөйөү, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү йәһәтенән, өлкәндәр төркөмөндә “Бөйөк Еңеүгә беҙҙән сәләм” тип аталған бай йөкмәткеле сара үтте. Байрамға, баласаҡтары һуғыш йылдарына тура килеп, был михнәтле йылдарҙың ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татып ҡараған инәй-олатайҙар, Абдулла Ҡашҡаров, Фәйзрахман Абыҙгилдин, Гөлгөнә Нафиҡова һәм атай-әсәйҙәр саҡырылғайны. Балалар шул дәһшәтле һуғыш йылдарына ҡағылған йырҙары, күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙары, дәртле һалдат бейеүҙәре менән ҡунаҡтар алдында сығыш яһанылар. Ә ололар, иһә, кескәйҙәребеҙгә үҙҙәренең ауырлыҡта үткән баласаҡтары, һуғыш ғәрәсәтенең  һәр ғаиләгә ҡағылып, күп балаларҙы етем ҡалдырыуы, аслы-туҡлы ғына йәшәүҙәре, бәләкәс кенә ҡулдары менән ауыр эштәр башҡарыуҙары тураһында һөйләнеләр, Тыуған ил өсөн  көрәштә үҙҙәрен аямайса ут эсенә ингән һәм тыуған яҡтарына ҡайта алмай, яу ҡырҙарында һәләк булып ҡалған атайҙарын хәтергә алдылар. “Йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илен ҡоллоҡтан һаҡлап ҡалған инәй-олатайҙарҙың өлгөһөндә йәшәһендәр, хәҙерге матур тормоштоң ҡәҙерҙәрен белһендәр, тәрбиәле, аҡыллы, илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып үҫһендәр”, - тип, үҙҙәренең изге теләктәрен белдерҙе улар, һүҙҙәрен йомғаҡлап.

 Бөйөк Еңеү көнөнә арнап үткәрелгән был байрам сараһы өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да күңелдәренә бик хуш килде.  Байрам бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Нәсимә Ҡашҡарова,

 « Толпар» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Консультация для родителей на тему "Трудности с которыми сталкиваются дети с нарушением зрения". Консультация для родителей на тему "Игры и упражнения зимой".

Материал в первой консультации рассказывает родителям о трудностях с которыми сталкиваются дети с нарушением зрения, при освоении предметного мира.Материал во второй консультации подскажет родителям ,...

Консультация для родителей «Театрализованная деятельность в детском саду. Театр и родители». Консультация для родителей

«Театрализованная деятельность в детском саду. Театр и родители».Важнейшей предпосылкой совершенствования речевой деятельности дошкольников является создание эмоционально благоприятной ситуации, ...

Консультация для родителей «Кризис трёх лет» во второй младшей группе. Консультация для родителей «Родитель-пример поведения на улице и дороге»

Консультация для родителей «Кризис трёх лет» во второй младшей группе.Консультация для родителей «Родитель-пример поведения на улице и дороге»...

Консультация для родителей «Зачем читать детям книги?» Консультация для родителей Особенности речевого развития детей 2–3 лет. Консультация для родителей«Понимаем ли мы друг друга?»

Консультация для родителей «Зачем читать детям книги?»Зачем читать детям книги?Дети имеют огромную потребность, чтобы родители читали им вслух. Для благополучного развития ребенка семейное...

Консультация для родителей "Ваш ребенок будущий первоклассник", консультация для родителей " Ошибки родителей , которые приводят к детским истерикам"

Консультация для родителей подготовительной группы «Ваш ребенок -  будущий первоклассник».Приближается тот день, когда ваш малыш впервые войдет в школьный класс. И каждый из...

Консультация для родителей Консультация для родителей «Здоровые родители — здоровые дети!»

Цель: Формирование сознания родителями ответственности за формирование у ребенка бережного отношения к своему здоровью.Задачи: сформировать у родителей о необходимости соблюдать ЗОЖ.Об...