Тәбиғәт беҙҙең йортобоҙ
план-конспект занятия (старшая группа)

Римма Саяровна Махиянова
Конспект занятия по познавательному развитию

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tbigt-_bezzen_yortoboz.docx24.03 КБ

Предварительный просмотр:

Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылы мәктәп янындағы мәктәпкәсә төркөм.

Умырзая —яҙҙың тәүге сәскәһе.

(Онлайн-дәрес)

        

Әҙерләне: Махийәнова Р.С.

2020 йыл

                                                                                                              Тәбиғәт— беҙҙең йортобоҙ

Беҙ— тәбиғәт балалары. Тәбиғәтте һаҡлап, яҡлап, яратып үҫергә тейешбеҙ. Тәбиғәтте һаҡлау--ул беҙҙең бурыс. Балаларға экологик тәрбиәне ни тиклем иртә бирһәң, ул шул тиклем уңышлыраҡ була.

Беҙ, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, балаларға ошо төшөнсәне мөмкин тиклем иртәрәк бирергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, сәскәләрҙе үҫтерергә, тәрбиәләргә, уларға һоҡлана белергә, тәбиғәттең дә йәнле булыуын өйрәтергә тырышабыҙ һәм шул уҡ ваҡытта ошо төшөнсәләр аша балаларға эстетик тәрбиә лә бирәбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙе уратып алған тәбиғәттең йәмле генә түгел, ә йәнле икәнлеген дә төшөндөрәбеҙ һәм кешеләрҙең дә тәбиғәт балалары булыуын , тәбиғәттең беҙҙең йортобоҙ тигән төшөнсәне аңлатырға тырышабыҙ. Тағы ла балалар күңеленә уның ни дәрәжәлә гармониялы булыуын, тәбиғәттәге бер нәмәнең дә артыҡ булмауын, әгәр ҙә тәбиғәттәге бер сылбырҙы юҡҡа сығарһаң, ошо гармонияның боҙолоуын аңлатабыҙ. Мәҫәлән, урманды ҡырҡҙаң, йылға кибә, һыу ҡорой, ҡоштар бҡтә һ.б. Һәм ошо рәүешле балаларға экологик белемдең тәүге төшөнсәләрен аңлатабыҙ.Ә инде ата-әсәләргә ошондай кәңәштәр әйтер инем: балалар менән күберәк тәбиғәт ҡосағында булырға, төрлө сәскәләрҙе, үҫемлектәрҙе фотоға төшөрөргә, китаптар уҡырға, тәбиғәткә бәйле төрлө әкиәттәр ҡарарға, урманда үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен нығытырға

Дәрестең темаһы: Умырзая —яҙҙың тәүге сәскәһе.

Маҡсат: Балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, "Ҡыҙыл китап"тың нимә икәнен аңлатыу, унда ингән үҫемлектәр менән таныштырыу.

Балаларҙың телмәрен үҫтереү, экологик тәрбиә биреү.

Дәрес барышы:

- Балалар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән яҙҙың тәүге сәскәһе —умырзая менән танышырбыҙ. Уның ҡайҙа үҫеүе, ниндәй төҫтә булыуы һәм умырзая тураһындағы легенда менән танышырбыҙ.

Умырзая сәскәһе кешеләрҙе шатландырып. яҙ килеүен хәбәр итә лә, шаулап сәскә атып, ун дүрт көн генә ултыра ла сәскәһен ҡоя. Умырзая сәскәһен өҙөргә ярамай, сөнки ул "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән.Тәбиғәттә улар бик әҙ ҡалғандар.Уларҙы һаҡларға кәрәк.

- Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән умырзая тураһындағы легенданы тыңлайыҡ.

Бер ваҡыт һалҡын ҡыш ҡарлы бураны менән йылы яҙҙы ергә килтермәҫкә булып, бөтә сәскәләрҙе ҡурҡытҡандар ти. Сәскәләр бик ҡурҡҡандар һалҡын ҡыштан, тик бер умырзая ғына ҡурҡмайынса ҡар аҫтынан килеп сыҡҡан, ти. Ҡояш ҡар аҫтынан сыҡҡан умырзаяны күреп ҡалған да үҙенең йылы нурҙары менән ерҙе һәм сәскәне йылытып, яҙға юл асҡан ,ти. Бына шунан алып , умырзая иртә яҙ менән сығыр булған ,ти.

- Балалар, умырзая туаһында легенда оҡшанымы һеҙгә?

- Умырзая сәскәһе ниндәй төҫтә була?

- Ҡасан сыға ул ?

- Умырзая сәскәһендә нисә таж?

- Умырзаяны ни өсөн өҙөргә ярамай?

Афариндар.

- Балалар , ә һеҙ һүрәт төшөрөргә яратаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ, умырзая сәскәһен һүрәткә төшөрөп, умырзая һүҙе менән бер һөйләм төҙөп ебәрәйек әле?

- Ә әсәйҙәргә ошондай эш: Халыҡ йыры"Умырзая"ны интернет селтәренән эҙләп , балаларға тыңлатып,йөкмәткеһенә төшөнөргә тырышыу һәм кемдең йыр-моңға һәләте бар ошо йырҙың бер генә куплетын йырлап, миңә ебәреүегеҙҙе һорайым.Әйҙәгеҙ, бергәләп балаларҙа экологик тәрбиә , тыуған еребеҙгә, тәбиғәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләйек. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Балаларҙың һүрәттәренән , һөйләмдәрҙән видеояҙмалар.

Дәрес Резеда Баймөхәмәтова башҡарыуындағы "Умырзая"йыры менән тамамлана.