Башҡорт ҡурсағы
план-конспект урока по конструированию, ручному труду (старшая группа)

Гайнуллина Гульгуна Ахметовна

Ҡурсаҡ эшләргә өйрәтеү буйынса дәрес

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tryapichnaya_kukla.docx147.09 КБ

Предварительный просмотр:


Конструкторлаштырыу.

Тема :Башҡорт ҡурсағы.

Маҡсат:

-социаль ышаныс,үҙҙәрен эмоциональ тотоу;бармаҡ уйындары аша ҡул моторикаһын үҫтереү;йәлләүһәм ярҙам итеү тойғоһо булдырыу;күҙәтеүсәнлек,ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уятыу.

Балаларҙы конус,ярымтүңәрәк менән таныштырыу. Элементтарҙы елем ярҙамында бер-береһенә тоташтырып эшләүҙе нығытыу.

Белем биреү бурыстары:

-ярымтүңәрәктән конус эшләргә өйрәнеү;

-эште план ярҙамында атҡарыуҙы формаллаштырыу;

-тәрбиәсе ярҙамында үҙаллылыҡты үҫтереү;

-ҡулдарҙың,бармаҡтарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү;

-ижад итергә теләк уятыу;

-әхлаҡи һәм эстетик тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү: үҙ халҡыңа,илеңә,ғөрөф-ғәҙәттәреңә,мәҙәниәткә һөйөү уятыу.

Материалдар: тәрбиәсе үҙе ҡырҡып әҙерләгән төҫлө картондан детальдәр: 3 ярымтүңәрәк:1 ҙур кәүҙә өлөшөнә,2 бәләкәй ҡулдарына; Айгөл исемле күләмле әҙер ҡурсаҡ (балаларға анализ яһау өсөн), елем, ҡағыҙ салфетка, төҫлө ҡағыҙ.

Өйрәтеүсе уйын-дидактик бурыстар;

-был эшмәкәрлек баланы уйынға ҡушылып китеүгә этәргес булып тора.

Дәрес барышы;

Тәрбиәсе балаларҙы үҙенең янына саҡырып ала.

-Балалар,беҙгә айыу ағайҙан хат килде.Ул нимә тураһында яҙғанын белергә теләйһегеҙме?

Хат:

 “Һаумыһығыҙ балалар. Оҙаҡламай Машаның тыуған көнө килеп етә. Уға ҡыҙыҡлы, матур бүләк эшләргә кәрәк ине. Ул төрлө миләттең ҡурсаҡтарын йыйғанын беләм.Тик уның башҡорт ҡурсағы ғына юҡлығын беләм.Һеҙ миңә ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән?  Нисек итеп башҡорт ҡурсағын эшләргә өйрәтһәгеҙ ине.

-Балалар, беҙ айыуға ярҙам итәйекме?

Белемдәрҙе актуалләштереү.

Дидактик бурыстар:

  • Балаларҙың башҡорт халыҡ кейемдәрен белеүҙе актуалләштереү.
  • дөйөм күҙ алдына килтереүҙе үҫтереү, аң-белемде нығытыу, телмәрҙе, коммуникатив сифаттарҙы үҫтереү.
  • башҡорт халыҡ кейеменә, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
  • Балалар, ә ниндәй ысул менән беҙ айыуға ярҙам итә алабыҙ? Ҡурсаҡты нисек эшләйбеҙ? ( балаларҙың яуаптары: һүрәт эшләйбеҙ, пластилиндан әүәләйбеҙ ...)
  • Төҫлө ҡағыҙҙан эшләп ҡарарға ла була икән башҡорт ҡурсағын. Эшләп ҡарайыҡмы,балалар?
  • Әйҙәгеҙ улай булғас башҡорттарҙың кейемдәрен иҫкә төшөрөп алайыҡ әле. Улар ниндәй кейем кейгәндәр? ( төрлө төҫлө, асыҡ, матур )
  •  Күлдәктең итәген нимә менән биҙәп була?
  • Дөрөҫ, төҫлө ҡағыҙҙан орнаменттар ҡырҡып йәбештерергә була.
  • Балалар, орнаменттар ниндәй элементтарҙан тора? ( һүрәткә ҡарап һөйләйҙәр).
  • Ә башын нисек биҙәргә була? ( сәс урынына йөн ҡулланырға була)

 Уйынлы ситуацияла ҡыйынлыҡ тыуҙырыу.

Дидактик мәсьәләләр:

  •  яңы асыш эшләүгә мотива ситуация булдырыу.
  •  тәрбиәсе ярҙамында ҡыйынлыҡтан сығыу юлын табып булыуын аңлатыуҙы формаллаштырыу.
  • Ҡарағыҙ әле, беҙҙең өҫтәлдә ҡурсаҡ эшләү өсөн әҙер детальдәр ята. Әйҙәгеҙ әле уларҙы бүлешеп алайыҡ.Бөтәгеҙҙә әҙерме? Ә хәҙер иң ҙур ярымтүңәрәкте алығыҙ әле.Был ҡурсаҡтың буласаҡ кәүҙәһе. Уны эшләү өсөн беҙгә ярымтүңәрәктән конус эшләргә кәрәк. Әйҙәгеҙ инде эщләй башланыҡ.

https://kladraz.ru/upload/comments/21763_d2844c030e66611da62795624976b4cd.jpg

( Ҡыйынлыҡ ситуацияһы тыуа).

-Конус эшләй алдығыҙмы?  (юҡ)

- Ни өсөн эшләй алманығыҙ? ( сөнки нисек ярымтүңәрәктән конус эшләргә белмәйбеҙ ).

- Улай булғас, нимә эшләргә кәрәк? ( нисек эшләргә икәнен белергә)

Яңы белемде асыу.

Дидактик мәсьәлә:

  • Ярымтүңәрәктән конус эшләүҙең ысулын күҙ алдына килтереүҙе формаллаштырыу.
  • уңышлы асыш эшләүҙе күреп ҡыуаныу тойғоһон кисереү, тулҡынланыу хистәрен уятыу.
  • Дөйөм эшләйәсәк эшеңде күҙ алдына килтерә белеүҙе үҫтереү, аң-белемде нығытыу.
  • Берәй нәмәне белмәһәң, нимә эшләргә кәрәк? ( кем белә, шунан һорарға).

Балалар тәрбиәсенән нисек ярымтүңәрәктән конус эшләргә икәнен һорайҙар.

Тәрбиәсе:

-Конустың бер яҡ осо тар ғына, ә икенсе яғы киңәйеп китә. Конусты эшләү өсөн ике яҡ мөйөшөнән тотабыҙ һәм бер-береһенә тоташтырабыҙ. Тоташтырып ҡаранығыҙмы? Бер яғына елем һөртөп,йәбештереп ҡуябыҙ. Әҙерәк елеме кипкәнсе ҡулда тотоп торабыҙ.

 Бына ҙур ярымтүңәрәктән беҙ ҡурсаҡтың кәүҙәһен эшләнек. Ә был ике бәләкәй ярымтүңәрәк нимә өсөн кәрәк икән? ( ҡулдарына, еңенә).

https://kladraz.ru/upload/comments/21763_43f52711f8d2f8193932dde63448340f.jpg

Яңы белемгә асыш яһау.

Дидактик мәсьәлә:

-конус ярҙамында ҡурсаҡ эшләп булғанын аңлауҙы формаллаштырыу.

-Эстетик яҡтан үҫеште асыу, ижади һәләттәр, ваҡ моториканы үҫтереү.

-Беҙ өс ярымтүңәрәкте өс конусҡа әйләндерҙек. Был бәләкәй конустарҙы ҡайҙа ҡуябыҙ? ( ҙур конустың ике яҡ ситенә йәбештерәбеҙ). https://kladraz.ru/upload/comments/21763_e44eff0c9ca54a23b1acdbbd8d5b0b4a.jpg

-Күлдәкте орнамент менән биҙәйбеҙ, башына сәстәрен йәбештереп ҡуяйыҡ.

 https://kladraz.ru/upload/comments/21763_5db64c2c68f05b06091d78d44ee9ac72.jpg

Балалар үҙ аллы эшләйҙәр.

 https://kladraz.ru/upload/comments/21763_aa8f7aba955288dc160194acc54cac2c.jpg

  • Балалар, айыуҙың үтенесен ып сыға алдыҡмы?  Беҙҙең башҡорт ҡурсаҡтары Машаға оҡшармы икән?

Үҙ-үҙеңә баһа биреү.

Дидактик мәсьәлә:

  • үҙ эшеңде еренә еткереп эшләй алғанға баһалай белеүҙе формаллаштырыу.
  • Тәрбиәсе балаларҙы үҙенең янына йыйып ала.
  •  Балалар, кем беҙҙән бөгөн ярҙам һораны?
  • Беҙ уға нимә менән ярҙам иттек?
  • Ни өсөн беҙ башҡорт ҡурсағын эшләй алдыҡ?
  • Яңы нимәгә өйрәндек?
  • Конустан тағы ла нимә эшләргә була?

Тәрбиәсе балаларҙы маҡтай.

  • Хәҙер айыу Машаны башҡорт ҡурсағы менән ғәжәпләндерә алыр ул.

Башҡорт ҡурсаҡтары.

https://kladraz.ru/upload/comments/21763_4e41c9a44027d2cb385e1ad3476d0e9e.jpg


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау" темаһына кескәй төркөмдә әүәләү

Кескәй төркөмдә әүәләүТема. Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау.Маҡсат. Пластилиндан ваҡ киҫәктәр өҙөп алып, түңәрәктәр әүәләү, бер нисә төҫ менән эшләү, пластилин борсаҡтарҙы тигеҙ арауыҡтарҙа ҡатырға ...

Тема. Ҡурсаҡҡа ҡоймаҡтар әүәләү.

Тема. Ҡурсаҡҡа ҡоймаҡтар әүәләү.Маҡсат. Пластилиндан киҫәк өҙөп алып, йомарламдар тәгәрәтеп, уларҙы йәлпәштерергә өйрәтеү. 1.Ойоштороу.- Был ҡурсаҡтың исеме Мәҙинә. Уның тураһында һеҙ...

Проект эше «Ҡурсағыма ҡупшы күлдәк»

Проект эше«Ҡурсағыма ҡупшы күлдәк»Үткәреү ваҡыты: 2 аҙна, ҡыҫҡа осорло.Проекта ҡатнашыусылар: балалар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр.проектты әҙерләне: Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы...

"Минең ҡурсағым"

Дәрес конспекты...