"Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау" темаһына кескәй төркөмдә әүәләү
план-конспект занятия по аппликации, лепке (младшая группа) на тему

Кужагильдина Вагида Равиловна

Кескәй төркөмдә әүәләү

Тема. Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау.

Маҡсат. Пластилиндан ваҡ киҫәктәр өҙөп алып, түңәрәктәр әүәләү, бер нисә төҫ менән эшләү, пластилин борсаҡтарҙы тигеҙ арауыҡтарҙа ҡатырға күлдәккә йәбештереү.

Ҡул суғы хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

Эште аҙағына еткереүсәнлек тәрбиәләү.

Һүҙлек һүҙҙәре: ҡыҙыл, йәшел, һары, күк, күлдәк.

1. ойоштороу моменты.

  • Беҙгә ҡунаҡҡа ҡурсаҡ килгән (ҡатырға). Әйҙәгеҙ уның менән танышайыҡ. Уның исеме Мәликә.
  • Һаумы, Мәликә! Ҡурсаҡ һеҙҙең күлдәктәрегеҙгә һоҡлана, бигерәк матурҙар, ти.

2. Төп өлөш.

Ҡурсаҡ тураһында йыр тыңлау.

 -Эй ҡурсағым, ҡурсағым,

Кил бергәләп уйнайыҡ.

Битеңде, ҡулдарыңды

Таҙа итеп йыуайым.

Күлдәгеңде кейҙереп,

Сәстәреңде үрәйем.

Һине һәр саҡ һөйкөмлө,

Матур итеп күрәйем.

Ҡурсаҡты ҡарау.

-Ҡурсаҡ ниндәй? Битен йыуғанмы? Күлдәге матурмы? Сәстәрен үргәнме? Күлдәге ниндәй?

 -Уның матур күлдәге берәү генә. Көндәр йылынғас, уйнарға сығыр өсөн уның матур күлдәк кейгеһе килә. Бына уның күлдәктәре (ҡатырғанан). Әйҙәгеҙ уның күлдәктәрен төрлө төҫтәге пластилин түңәрәктәр менә биҙәйек.

Физкультминутка.

 -Пластилин менән эшләр алдынан бармаҡтарҙы яҙып алайыҡ.

Бармаҡтарҙы һыйпайбыҙ, һыйпайбыҙ.

Бармаҡтарҙы ыуабыҙ, ыуабыҙ.

Бармаҡтарҙы ышҡыйбыҙ, ышҡыйбыҙ.

Бармаҡтарҙы тырпайтабыҙ – йоҙороҡҡа йомабыҙ.

Тәрбиәсе балаларға алдан әҙерләнгән ҡатырға күлдәктәр һәм пластилин тарата. Эш тәртибен аңлата.

 -Пластилиндан кескәй киҫәк өҙөп алабыҙ. Ус эсендә тәгәрәтеп түңәрәк борсаҡтар әҙерләйбеҙ.

 -Был ниндәй төҫтәге пластилин? Ә быныһы?

 -Тағы ниндәй төҫтәге пластилин тараттым?

 -Биҙәктәр күп булһа, матур була. Күп борсаҡтар әүәләйек һәм уларҙы тигеҙ арауыҡтарҙа ҡатырға күлдәктәргә йәбештерәйек.

3. Йомғаҡлау өлөшө.

 -Бына күпме матур күлдәктәр булды ҡурсаҡҡа. Ул ҡыуана. Көндәр йылынғас, урамға уйнарға уларҙы кейеп сығам, ти. Һеҙгә рәхмәт әйтә.

 -Әйҙәгеҙ күлдәктәрен матур итеп теҙеп һалып ҡуяйыҡ.

Скачать:

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе

Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"...

«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы      «Тәбиғәт күр...

Тема. Ҡурсаҡҡа ҡоймаҡтар әүәләү.

Тема. Ҡурсаҡҡа ҡоймаҡтар әүәләү.Маҡсат. Пластилиндан киҫәк өҙөп алып, йомарламдар тәгәрәтеп, уларҙы йәлпәштерергә өйрәтеү. 1.Ойоштороу.- Был ҡурсаҡтың исеме Мәҙинә. Уның тураһында һеҙ...

Проект эше «Ҡурсағыма ҡупшы күлдәк»

Проект эше«Ҡурсағыма ҡупшы күлдәк»Үткәреү ваҡыты: 2 аҙна, ҡыҫҡа осорло.Проекта ҡатнашыусылар: балалар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр.проектты әҙерләне: Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы...

"Минең ҡурсағым"

Дәрес конспекты...

Башҡорт ҡурсағы

Ҡурсаҡ эшләргә өйрәтеү буйынса дәрес...