Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе
план-конспект занятия по музыке (младшая группа) на тему

Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"

Скачать:

Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Дәрес маҡсаты: Ритмик хәрәкәттәрҙе көй менән бергә башларға һәм
көйҙөң аҙағына бөтөрөргә, көйҙөң характерына 
ҡарап хәрәкәтләнергә өйрәтеү.
Йырҙа ҡабатланған музыкаль фразаларҙы 
тәрбиәсегә ҡушылып йырлап.

Дәрес барышы 
Музыка етәксеһе: Һаумыһығыҙ балалар! Бөгөн беҙҙе ҡунаҡҡа ҡуян саҡырып ките. Әйҙәгеҙ урманға ҡарай атлап барайыҡ әле. Марш көйөнә һалдаттар булып атланыҡ. Кәүҙәләрҙе төҙ тотабыҙ, аҫҡа ҡарамайбыҙ. ( марш). Көй үҙгәреүгә уларға йүгереп барыуҙы аңлатыу.
Ҡыҙҙар күлдәктәрен тотоп, малайҙар ҡулдарын бөйөргә ҡуйып йүгерҙек.( Шәп көй). 
Йүгереп барып ҡуяндың өйөн үтеп киткәнбеҙ, әйҙәгеҙ атлап киттек. («Атлайбыҙ, йүгерәбеҙ»). 
Ҡуян һаумы, бына балалар ҡунаҡҡа килде һиңә. Әйҙәгеҙ, күмәкләп һаулыҡ һорашайыҡ! Атлап, йүгереп килеп арыныҡ, әйҙәгеҙ ултырғыстарға ултырайыҡ.
Ҡуян ҡара әле, беҙ үҙебеҙ менән бесәй балаһы алып килдек. Үҙе кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан ҡаршылашып һөт эсмәйем ти. Әйҙәгеҙ балалар шуның турала йыр тыңлап алайыҡ, бәлки эсеп ҡуйыр һөтөн. Барыбыҙҙа төҙ итеп ултырҙыҡ, һәм тыныс ҡына йыр тыңлайбыҙ. ( Тыңлау «Бесәйем» Р. Сәлмәнов).
Афарин балалар! Бигерәк матур ултырҙығыҙ. Нимә тураһында булды был йыр? Күңеллеме, яймы? ( яуап ) дөрөҫ, яй булды!
Ә хәҙер ҡуянға үҙебеҙҙең яңы өйрәнә башлаған йырыбыҙҙы йырлап ишеттерәйек! ( Йыр өлөшө: «Бесәй»).
Афарин балалар, йырҙы бик шәп башҡарҙығыҙ! Ә ҡуянға үҙе тураһында йырҙы йырлап ишеттермәһәк үпкәләр ул, Әйҙәгеҙ йырлап үтәйек! ( Йыр «Ҡуян» ). 
Бигерәк шәп булды! Ҡуян ҡыуанып китеп беҙгә бер бүләк бирҙе. Әйҙагеҙ әле йәшникте ҡарайыҡ әле, эсендә нимәләр бар икән. Бына уның эсендә төҫлө ҡулъяулыҡтар бит, ниндәй матур үҙҙәре. Әйҙә ҡулъяулыҡтар менән бейеп алайыҡ. ( Бейеү өлөшө: «Ҡулъяулыҡтар» ) 
Афарин! Матур бейенегеҙ, йырланығыҙ! Әйҙәгеҙ ҡуянға рәхмәт әйтеп хушлашайыҡ һәм төркөмгә ҡайтайыҡ! Һау булығыҙ балалар!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге

  Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү....

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә музыка дәресе

Конкурсное музыкальное занятие...

Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә яңы йыл иртәлеге

Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү...

Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов - Тәүәкән ауылынан сығып, хәҙерге Рәсәй федерацияһының иң абруйлы һәм күренекле шәхестәренең береһенә әүерелгән. Башҡортостан Республикаһы менән күп  йылдар  е...

Балалар баҡсаһында музыка дәресе. Тема: Әкиәттә ҡунаҡта .

Балалар баҡсаһында музыка дәресе.Тема: Әкиәттә ҡунаҡта ....