Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә яны йыл иртәлеге
методическая разработка (младшая группа)

Абдрахимова Лилия Рафисовна

Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә.Таныш йырҙар,уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yanyyyl_irtlege.docx16.83 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль район Тәүәкән ауылы  “Бәпембә” балалар баҡсаһы муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

«Ҡояшҡай» беренсе кескәйҙәр төркөмөндә

Яңы йыл иртәлеге

                      

Яңы йыл байрамы

Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү.

Йыһаздар: кишер, ҡар бөртөктәре, кәрзин.

Ҡатнашалар:

Ҡуян

Ҡарһылыу

Ҡыш бабай

Байрам барышы

Көй яңғырай.

Зал уртаһында шыршы. Балалар Ҡарһылыу менән бергә залға инәләр.

Ҡарһылыу: Беҙгә ҡунаҡҡа шыршы килгән. Бигерәк матур уйынсыҡтар эленгән. Ә Ҡыш бабай һаманда килеп етмәгән. Бәлки йырыбыҙҙы ишетеп тиҙерәк килер.

Йыр «Шыршы ҡупшы кейенгән»

Ҡарһылыу: Шыршыбыҙ ниндәй матур! Уттары ниңә янмай икән? Әйҙәгеҙ бергәләп ҡабыҙайыҡ.

Балалар өскә хәтле һанағас, шыршыла уттар ҡабынып китә.

Ҡарһылыу: Афарин, балалар. Ә хәҙер ултырып торайыҡ.

Күңелле генә көйгә ҡуян килеп инә, үҙе нимәлер эҙләй.

Ҡарһылыу: Һаумы ҡуян. Беҙ байрамға йыйылдыҡ, ә һин нимә эҙләйһең?

Ҡуян: Һаумыһығыҙ балалар. Һаумы Ҡарһылыу. Байрамға тип кишер һаҡлағайным, урман буйлап килә ятҡанда юғалттым да ҡуйҙым. Һеҙ күрмәнегеҙме, минең кишеремде?

Ҡуян илай.

Ҡарһылыу: Илама инде, ҡуянҡай, илама. Табылыр кишер. Борсолма, һинең күңелеңде асып беҙ һиңә йыр йырлап ишеттерәйек.

 «Аҡ ҡуян» йыры.

Ҡуян: Һай, афарин, бигерәк матур йырлайһығыҙ. Кәйефем күтәрелеп китте.

Кишер бәлки ҡар аҫтында яталыр, миңә ҡар бөртөктәрен йыйырға ярҙам итегеҙ.

Уйын: “ Ҡар бөртөктәрен йый”

Ҡуян: Уф, арыным! Бында ла юҡ.

Ҡарһылыу: Әйҙәгеҙ барыбыҙ ҙа бергәләп Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ, күңеллерәк булып китәр ине. Бәлки ул беләлер.

Барыһы бергәләп: Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!

Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ балалар, ҡунаҡтар. Ай-һай! Бигерәк шәп малайҙар, бигерәк матур ҡыҙҙар йыйылған икән шыршы эргәһенә. Мин һеҙгә бер тоҡ бүләктәр, күстәнәстәр  килтерҙем.

Ҡарһылыу: Әйҙә, Ҡыш бабай, түрҙән үт, беҙ һине һағынып көттөк.

Ҡыш бабай: Ҡыҙым, Ҡарһылыу һин дә килеп еткәнһең бит. Мин һине урманда эҙләп йөрөнөм, юлда кишер табып алдым.

Тоҡтан кишер сығара.

Ҡуянҡайҙыҡылыр инде. Күрмәнегеҙме ҡуянды?

Шыршы артынан ҡуян сыға.

Ҡуян: Ҡыш бабай! Минеке ине, байрамға күстәнәс итеп әҙерләгән инем, юлда бик ҡабаланып юғалтҡанмын.

Ҡыш бабай кишерҙе ҡуянға бирә.

Ҡуян: Рәхмәт, Ҡыш бабай! Был күстәнәс һеҙгә. (Ҡарһылыуға бирә) Миңә урманға ҡайтырға ваҡыт, һау булығыҙ.

Ҡарһылыу: Һау бул ҡуян!

Балалар, хәҙер беҙ Ҡыш бабайға йыр бүләк итәйек.

Йыр «Тышта ҡар яуа»

Ҡарһылыу: Балалар, әйҙәгеҙ Ҡыш бабайҙың бейегәнен күрәйек әле.

Ҡыш бабайҙың бейеүе.

Ҡарһылыу: Ҡыш бабай, һин арығанһыңдыр, ултырып тор, ә беҙ бейеп күрһәтәйек.

Полька

Ҡыш бабай: Бигерәк матур булды йырығыҙ ҙа, бейеүҙәрегеҙ ҙә. Ә хәҙер уйнап алайыҡ.

Уйын “ Туңдырам”

Ҡыш бабай: Уф, уф арыным. Ял итеп  шиғыр тыңлап алайым.

Шиғырҙар

Бәләкәстәр Ҡыш бабайҙың алдына ултырып шиғыр һөйләйҙәр, ул һәр береһенә бүләген өләшә бара.

Ҡыш бабай: Рәхмәт балалар, матур йырланығыҙ, бейенегеҙ, шиғырҙар һөйләнегеҙ, бик күңелле булды, әммә беҙгә ҡайтырға ваҡыт етте. Һау булығыҙ.

Балалар: Һау булығыҙ.

Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай хушлашып сығып китәләр. Балалар рәхмәт әйтеп, оҙатып ҡалалар.