Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге сценарийы “ Ҡыш бабайҙың тылсымлы һандығы”
план-конспект занятия (младшая группа)

Кадаева Гулия Нурисламовна

Балаларҙа якынлашып килеүсе яңы йыл байрамы менән бәйле шатлыҡлы хистәр уятыу

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yany_yyl.docx26.94 КБ

Предварительный просмотр:

Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге сценарийы

“ Ҡыш бабайҙың тылсымлы һандығы”

(Музыка аҫтында балалар бүлмәгә инә.)

Алып барыусы – Г.Н: Бәләкәстәр, ҡарағыҙ әле, беҙгә бөгөн шыршыҡай урмандан ҡунаҡҡа килгән. Шыршыҡай – ҡупшыҡай ниндәй матур!  Уйынсыҡтары ҡайһылай күп , күҙҙең яуын алып , ялтырап торалар!  Әйҙәгеҙ , шыршыны тирәләй йөрөп ҡарап сығайыҡ әле.

(Балалар шыршыны тирәләй йөрөп ҡарап сығалар ).

Алып барыусы – Г.Н: Беҙҙә бөгөн байрам шуға ла күңелдә шатлыҡ.  Барығыҙҙы ла : олоһон – кесеһен дә байрам менән ҡотлайбыҙ.

Ә хәҙер, бәләкәстәр, матур шыршыбыҙҙы уртаға алып, йыр йырлап ишеттерәйек әле .

Йыр “Шыршы ҡупшы кейенгән “

(Аяҡ аҫтында ҡар шығырлаған тауыш ишетелә )

Гульгина Фатиховна: Балалар, тыңлағыҙ әле, ҡар шығырлай, беҙгә кемдер ашығып – ашығып килә шикелле! Кем булыр икән ?

(Ҡарһылыу инә , ҡулында кескәй һандыҡ )

Ҡарһылыу: Һаумыһығыҙ, бәләкәстәр! Мин урман ситендәге аҡланда, бәләкәс кенә өйөмдә йәшәйем. Исемем минең Ҡарһылыу, ә бөтә Ҡар бөртөктәре – минең кескәй һеңлеләрем. Әле Ҡар бөртөктәре: “Кескәйҙәр байрамға йыйылған”- тип миңә хәбәр итеү менән, һеҙҙең янға ашыҡтым. Буш ҡул менән килмәнем, һеҙгә Ҡыш бабайҙың тылсымлы һандығын да алып килдем. Ә быныһы инде һандыҡтың асҡысы булыр ( алһыу таҫма бәйләнгән асҡысты күрһәтә ). 

Ҡыш бабай был асҡысты ныҡ һаҡларға, береһенә лә бирмәҫкә, юғалтмаҫҡа ҡушты. Ә хәҙергә асҡысты ошонда, береһенең дә буйы етмәгән ергә элеп ҡуяйыҡ әле. ( асҡысты шыршыға элә ).

Тс-с-с ! (балаларға мөрәжәғәт итә ) 

Береһенә лә әйтмәгеҙ йәме ! ( һандыҡты иҙәнгә , шыршы аҫтына  ҡуя ).

                (Музыка яңғырай , бүлмәгә хәйләкәр Төлкө инә )

Төлкө:  Уф , хәлем бөттө, эй йүгерҙем, эй  ашыҡтым!  Һеҙҙең янға тиҙерәк килеп етергә тырыштым! Ҡыш бабай һеҙҙе урманда көтәм тип әйтергә ҡушты. Бар, йүгереп кенә барып әйт, балалар урманға килһендәр ҙә мин уларға тәмле – тәмле кәнфиттәр, шоколадтар, чупыс бирәм тине. М-м-м !(иренен ялап ,эсен һыйпап ҡуя )

Ҡарһылыу : Ә ниңә ҡыш бабай үҙе беҙгә килмәй һуң ?

Төлкө : Һу-у-у! Уның эше вообще күп, унда – бында йөрөргә бушамай ул !

Ҡарһылыу : Һин Төлкө беҙҙе алдамайһыңмы ,дөрөҫөн һөйләйһеңме ?

Төлкө: Дөп – дөрөҫөн һөйләйем (үҙе әкрен генә һандыҡҡа яҡынлаша ), сәпсим – сәпсим алдамайым.  Ә был һандыҡтың эсендә нимә ул ?

Ҡарһылыу : Сер! Һиңә әйтмәйбеҙ!

Төлкө: (асыуланып, аяғы менән иҙәнгә тибә).

Әле һеҙ минән нимәлер йәшерәһегеҙме әле! Бөгөндән башлап, һеҙ байрамға шыршыны түгел, ә мине көтөрһөгөҙ!  Уйынсыҡтар менән шыршыны түгел, ә мине биҙәрһегеҙ! Минең тирәләй әйләнеп йырҙар йырларһығыҙ! (йүгереп килеп асҡысты ала ла, ҡаса )

Ҡарһылыу : Ай ,ай ,ай! Төлкө , туҡта , теймә асҡысҡа !

  • Ну, Төлкө, алдап ҡасты бит (балаларға ҡарап )

 Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде ? Байрам булмаймы инде? Ҡыш бабайға нимә тип әйтәбеҙ инде ? (балаларҙың яуаптарын тыңлайбыҙ )

Ҡарһылыу: Мин Төлкөнөң эҙе буйлап барып, асҡысты табып килтерәм. (балаларға )  Һеҙ ҙә минең менән бараһығыҙмы ?

Балалар : Эйе !

( Ҡарһылыу , балалар шыршы тирәләй йөрөйҙәр ,маршировать итеп булырлыҡ көй ҡуйыла ).

Ҡарһылыу: Бында  юл яҡшы, атлайбыҙ, юлдан ситкә сығып китмәйек , ҡарап ҡына атлағыҙ. (маршировать итәләр ).

Бейеү “Кәрләләр”

Ҡарһылыу : Тс-с ! Төлкө килә ! Әйҙәгеҙ ҡастыҡ ( шыршы артына ҡасалар ).

Төлкө: (асҡысты һелтәй-һелтәй килә ,кәйефе яҡшы ).

Трә - лә лә ! Асҡыс миндә, (шыршы төбөнә соҡор ҡаҙый ҙа, асҡысты күмеп ҡуя), әлегә ошонда йәшереп торайыҡ ! Береһе лә тапмаясаҡ !

Ҡарһылыу :  Нимә эшләйек икән ? Төлкөнән нисек кенә асҡысты алайыҡ ?

Балалар , әйҙәгеҙ беҙ  Төлкө апайҙы ҡурҡытайыҡ !

Ҡыҙҙар һеҙ көсөк булып өрөгөҙ, ә малайҙар һунарсы бабай кеүек мылтыҡтан атһындар .

(балалар тауышлана )

Төлкө: Ой ,ой,ой! Мин көсөк менән мылтыҡлы бабайҙарҙан ныҡ ҡурҡам ул ! Мине улай ҡурҡытмағыҙ! Мәгеҙ, мин асҡысығыҙҙы кире бирәм, тик мине лә байрамда ҡалдырығыҙ әле минең дә һеҙҙең янда булаһым килә.

(Ҡарһылыуға асҡысты бирә).

Ҡарһылыу : Төлкөбикә ҡалһынмы беҙҙең менән ?

Балалар : Эйе !

Төлкө : Рәхмәт!

Ҡарһылыу : Әйҙәгеҙ, тылсымлы һандыҡты асып ҡарайыҡ әле, нимәләр бар икән ?

Ой, бында ҡар бөртөктәре ята икән дә, әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, ҡар бөртөктәре менән бейеп алайыҡ әле.

( ҡыҙҙарға ҡар бөртөктәре таратыла )

“Ҡар бөртөктәре” бейеүе

Төлкө : Бигерәк килештереп бейенегеҙ ҙә ,афарин !

Ҡарһылыу: Ҡайҙа ,мин тағы ла тылсымлы һандыҡты асып ҡарайым әле ,нимәләр бар икән ?

Төлкө : Ой ,  бында бит шалтырауыҡтар .   Әйҙәгеҙ , бейеп  алайыҡ әле .

Бейеү   ” Шалтырауыҡтар”

(балалар түңәрәктә тора ,ҡулдарында шалтырауыҡтар .Төлкө түңәрәк уртаһында   сәпәкәй итеп тора) .

Төлкө : Әйҙәгеҙ , уйнап   алайыҡ әле.

                                         Уйын: “Ҡар бөртөктәрен йый”

Төлкө : Һай , маладистар, бигерәк йылғыр икәнһегеҙ !

Ҡарһылыу: Эйе, беҙ шундай шәпбеҙ ул, эйеме ?

Балалар :  Эйе !

Төлкө :Йә, ярай, миңә һеҙҙең менән хушлашырға ваҡыт. Һау булығыҙ.

Ҡарһылыу: Ә ҡайҙа һуң Ҡыш бабай ? Ниңә һаман килмәй икән, әллә аҙашып йөрөймө икән берәй ҡайҙа? Әйҙәгеҙ, бергәләп саҡырайыҡ, тауышты ишетеп хәҙер килеп етер. ( бергәләп саҡыралар )

Ҡарһылыу: Ишетмәне шикелле, әйҙәгеҙ тағы ла нығыраҡ саҡырып ҡарайыҡ .

 Сеү ,балалар, ҡысҡырмағыҙ! Ҡыш бабай күптән килеп һеҙҙе ҡарап ултыра бит, күрмәйһегеҙме ни? Бына ул! ( шыршы аҫтынан уйынсыҡ Ҡыш бабайҙы алып күрһәтә )

Ҡарһылыу: Ә ниңә Ҡыш бабай бәләкәй генә ?

Ҡыш бабайға бүлмәлә эҫе булған да ,ул ,күрәһең ирегән.

Ә беҙгә бәләкәс кенә ҡыш бабай кәрәкмәй, беҙгә ысын Ҡыш бабай кәрәк , эйеме , балалар ?

Ҡарһылыу : Күҙҙәрегеҙҙе ныҡ итеп йомһағыҙ, мин уйынсыҡ ҡыш бабайҙы ысын бабайға әйләндерәм. Тик күҙҙәрегеҙҙе ныҡ-ныҡ итеп йомоғоҙ ҙа ,асып ҡарамағыҙ ,атыу тылсым барып сыҡмаясаҡ.

                                          (музыка ҡуйыла )

Ҡарһылыу:  Бер, ике, өс, тылсымлы таяҡта көс! Уйынсыҡ бабай ысын Ҡыш бабайға әйләнһен !

(Сюрприз момент. Балалар күҙҙәрен йомоп торған арала уйынсыҡты йәшерәбеҙ ҙә ,балаларҙың иғтибарын тәҙрәгә йүнәлтәбеҙ.  Тәҙрәнән ысын Ҡыш бабайҙың килгәне күренә )

(музыка аҫтында бүлмәгә Ҡыш бабай килеп инә)

Ҡыш бабай : Һаумыһығыҙ,  минең  бәләкәстәрем: ҡыҙҙарым, уландарым ! Һеҙҙең янға ашығып килеп еттем (һәр баланың баштарынан һыйпап,арҡаларынан һөйөп сыға ).

Ҡарһылыу: Ҡыш бабай, ә беҙҙең һине нисек һағынғанды белһәң икән һин ! Оҙаҡ – оҙаҡ көттөк бит һине , шулаймы , балалар ?

Ҡыш бабай: Шыршығыҙ бигерәк матур икән, ә ниңә уттары янмай? Әйҙәгеҙ бергәләп шыршының да уттарын ҡабыҙайыҡ. Бергәләшеп “Бер ,ике ,өс!” тип сәпәкәй итһәк, уттар ҡабынып китер ул (сәпәкәй итәләр ,тик уттар ҡабынмай). Тәк, былай барып сыҡманы. Әйҙәгеҙ , улайһа шыршыбыҙға йылы тыныбыҙҙы өрөп ҡарайыҡ, бәлки шыршы өшөгәндер

( бергәләп өрәләр , шыршыла уттар ҡабына ).

Ҡыш бабай : Һеҙҙең менән уйнап та алаһым килә бит әле . Әйҙәгеҙ , мин хәҙер һеҙҙең ҡулығыҙҙы өшөтөргә тырышам, ә һеҙ ҡулдарығыҙҙы йәшерегеҙ (танауҙарҙы ,аяҡтарҙы йәшерәләр ).

(   Балалар түңәрәккә тора  )

Уйын «Туңдырам !»

Ҡарһылыу: Ҡыш бабай ,бергәләп бейеп тә алайыҡ әле .

(күңелле заманса көй ҡуйыла ,бергәләп бейейҙәр )

Ҡыш бабай : Уф-ф ,арыным! (ултырғысҡа ултыра )

Ҡарһылыу: Ҡыш бабай ,әҙерәк хәл алһын ,  ә беҙ уға шиғырҙарыбыҙҙы һөйләп ишеттерәйек .

(шиғырҙар һөйләү )

Айлина: Елка в гости к нам пришла

Новый год нам принесла.

Шарики, игрушки

Звезды и хлопушки.

Шамил: Ҡыш бабай килә,
Ҡыш бабай- көлә.
Матур шыршыға,
Бүләктәр элә.

Карина: Дети водят хоровод,
Хлопают в ладоши.
Здравствуй, здравствуй Новый год,
Ты такой хороший.

Резеда: Ҡыш бабай килә,
Ҡыш бабай- көлә.
Матур шыршыға,
Бүләктәр элә.

Максим: Наша ёлка велика,
Наша ёлка высока,
Выше папы, выше мамы,    

Достает до потолка.

Азалия: Шыршы тирәләй әйләнеп,
Тыпыр-тыпыр бейейбеҙ.
Бүләктәрең өсөн һиңә
Рәхмәт “Ҡыш бабай”,- тиебеҙ.

Иш.Әмир: Снег идет, снег идет,
Скоро, скоро Новый год,
Дед Мороз к нам придет,
Всем подарки принесет.

Асҡар: Һаумы, һаумы ,                              

Ҡыш бабай,

Матур бабай, шат бабай.

Зөлхизә: Что за чудо, чудо-ёлка
Все зелёные иголки,
В бусинках и шариках,
В жёлтеньких фонариках!!!

Линар: Шыршы үҫә

 Урманда.

Шыршылар

бик күп унда.

Аделина: Их беҙҙең шыршы

Ул ниндәй ҡупшы

Янында күмәк

Уйнауы яҡшы

Милена: Висят на Ёлке шарики,
Красивые фонарики,
И бусы, и снежинки,
И голубые льдинки!

Ғайсар:  Һаумы, һаумы ,                              

Ҡыш бабай,

Матур бабай, шат бабай,

Аҡ һаҡаллы аҡ бабай!

Әйҙә түргә үт ,бабай!

Данис: У новогодней ёлочки
Зеленые иголочки,
И снизу до макушки
Красивые игрушки.

Заһира: Йылтыр-йылтыр уйынсыҡтар,
Йылтырайҙар шыршыла.

Эх күңелле, бик күңелле .

Яңы йылды ҡаршылау.

Тимур: Здравствуй, ёлочка лесная,
Серебристая, густая,
Ты под солнышком росла
И на праздник к нам пришла!

Камил: Тышта ҡар яуа,

Ниндәй саф һауа.

Әйҙә сығайыҡ,

Сана шыуайыҡ.

Сафия: Шыршы үҫә

Урманда.

Шыршылар

бик күп унда.

Урамда буран,

Мин өйҙә торам,

Тик тәҙрә аша,

Мин  ауыҙ йырам.

Әмин: Новый год! Новый год!

В гости елочка придет.

Дед Мороз и зайки

Принесут подарки.

Әхмәт: Аҡ ҡуян ,йомшаҡ ҡуян,
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Ҡойроғо ҡыҫҡаҡ ҡына,
Ҡолағы ергә тейгән.

Мәликә: Әйҙә, аҡ бабай

Һине көттөк

Һикереп уйнарға

Һағынып бөттөк беҙ.

Замир: Ҡыш бабай менән ҡуян,
Икеһе лә аҡ ҡына,
Ҡыш бабай ҡурҡаҡ түгел,
Ҡуян ҡурҡаҡ саҡ ҡына.

К.Әмир: Һаумы, һаумы ,                              

Ҡыш бабай,

Матур бабай, шат бабай,

Аҡ һаҡаллы аҡ бабай!

Әйҙә түргә үт ,бабай!

Нүргиз: Аҡ ҡуян ,йомшаҡ ҡуян,
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Ҡойроғо ҡыҫҡаҡ ҡына,
Ҡолағы ергә тейгән

Айназ:


Ҡарһылыу : Олатай , һин шундай шәп , матур итеп йырлаған , бейегән  балаларға бүләк килтерергә онотманыңмы?

 Ҡыш бабай : Юҡ ,юҡ онотманым , ҡайҙа ҡыҙым, тылсымлы һандығымды бир әле бында (һандығыҡтан йомғаҡ ала). 

Тылсымлы йомғағым, Төлкөбикәгә юл күрһәт әле, алып килһен бүләктәрҙе (йомғаҡты прихожий яғына тәгәрәтә , Төлкө шул яҡтан тоҡто алып сыға ) .

(бүләк таратҡанда әкрен генә музыка ҡуйыла)

Ҡарһылыу: Балалар ,Ҡыш бабайға бүләктәре өсөн рәхмәт әйтәйек.

Ҡыш бабай : Һау булығыҙ , аҡыллы, ҙур булып үҫегеҙ , ата –әсәйҙәрегеҙҙе тыңлап ҡына тороғоҙ. (хушлашып сығалар )


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы      «Тәбиғәт күр...

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге

  Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү....

Икенсе кескәйҙәр төркөмөнең йәйге һауыҡтырыу осорона арналған тематик- календарь планы

Үҫештең төп йүнәләштәре буйынса мәсәләләре:Танып белеү-телмәр үҫтереү:тәбиғәт мөхитен белеүгә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ үҫтереү;телмәр үҫтереү, өнрәрҙең дөрөҫ әйтелешен нығытыу;ижади-литератур әҫәрҙәргә ҡыҙыҡһ...

Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн “Өләсәйем һандығы” темаһына белем биреү эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге “Бәпембә” балалар баҡсаһы – муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы...