«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.
план-конспект занятия по аппликации, лепке (младшая группа) на тему

Кужагильдина Вагида Равиловна

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы

«Бәпембә сәскәһен әүәләү»

темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге  конспекты.

Төҙөүсеһе: Ҡужагилдина

Вәғиҙә Рауил ҡыҙы

Аҡъяр, 2015

Маҡсат.

Белем биреү. Бәпембә сәскәһе, уның өлөштәре менән таныштырыу, элементар экологик белем биреү. Пластилиндан бәпембә сәскәһе яһарға өйрәтеү.

Үҫтереү. Ҡул суҡтары эшмәкәрлеген, телмәр һәм һүҙлек байлығын үҫтереү (бәпембә, япраҡ, йәшел, һабаҡ).

Тәрбиәләү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһаздар: ҡурсаҡ, фланелеграф, бәпембә сәскәләре һүрәте, һары һәм йәшел пластилин, таҡтасыҡ, салфетка.

1.Ойоштороу моменты.

- Был ҡурсаҡтың исеме Мәрйәм. Ул беҙҙе ҡырға саҡыра. Бәпембә сәскәләрен күргеһе килә.

2.Төп өлөш.

 - Тәҙрәнән һауа торошон күҙәтеү.

 -Ҡояш яҡтырта. Урамда йылы. Үләндәр үҫә, ағастарҙа япраҡтар күренде, бәпембәләр сәскә ата. 

 -Бына минең яланымда ла (фланелеграфта) бәпембәләр үҫә.

 -Бәпембәнең һабағын кем күрһәтә ала?

 -Бәпембәнең япраҡтары ниндәй төҫтә?(Йәшел)

 -Бәпембәнең сәскәһе ниндәй төҫтә? (Һары).

 -Сәскәләре нимәгә оҡшаған? (Ҡояшҡа).

-Фланелеграфҡа ҡарағыҙ әле, ниндәй матур һары бәпембәләр. Улар матур булып үҫһен өсөн уларҙы өҙөргә ярамай.

Шиғыр тыңлау.

 - Ҡояш ҡалҡҡас тажын аса

Һары ғына бер сәскә.

Көн буйына ҡояшҡа

Иркәләнә бәпембә.

Кистәр еткәс ҡояшҡай

Офоҡтарға йәшенә.

Иртән тағын уйнарбыҙ тип,

Күҙен йома бәпембә.

 -Бәпембә ҡасан таждарын аса? (Ҡояш ҡалҡҡас)

 -Кисен бәпембә ни эшләй? (Таждарын йома)

 -Бәпембә таждарын кискеһен йома, иртән ҡояш ҡалҡҡас һары ғына таждарын аса.

Бәпембә һүрәтен ҡарау.

 -Ә был бәпембә һары түгел. Һары таждары ҡойолғас, сәскәһе урынына аҡ мамыҡ үҫкән, мамыҡ төбөндә орлоҡтар. Ел иҫә лә, орлоҡтарҙы төрлө яҡҡа тарата. Был орлоҡтарҙан бәпембә сәскәләре үҫә. 

 -Әйҙәгеҙ беҙ ҙә өрөп ҡарайыҡ.

 -Бәпембәнең һабағын хайуандарға ашатырға була, кәзә, һарыҡ, һыйыр ҙа уны ярата.

Физкультминутка “Беҙ - бәпембәләр”.

 -Эй эйелә, эй бөгөлә

Аҡ сәскә наҙлы елгә.

Ҡояшты ла онотмай,

Уны күҙәтә гел дә.

Уйын «Бәпембә орлоҡтары”.

 -Хәҙер беҙ бәпембә орлоҡтары булабыҙ. Ҡурсаҡ өрөп ебәрһә, осоп китәбеҙ – осоп йөрөйбөҙ ҙә ергә төшәбеҙ, сүкәйәбеҙ (2-3 ҡат уйнала).

Пластилиндан бәпембә сәскәләре әүәләү.

 - Өҫтәлдәрҙә пластилин, таҡтасыҡтар әҙерләнгән. Беҙ пластилиндан бәпембә сәскәһе яһайбыҙ. Пластилин ниндәй төҫтә? (Һары). Пластилиндан киҫәк өҙөп алып, йомарлап таҡтаның уртаһына йәбештерәбеҙ. Пластилиндан кескәй киҫәктәр өҙөп алып таяҡтар әүәләп, түңәрәктең төрлө яғына тоташтырабыҙ. Был – бәпембәнең таждары. Ҡояш нурҙары һымаҡ була инде.

Йәшел пластилиндан сәскәнең һабағын һәм япрағын әүәләйбеҙ.

3.Йомғаҡлау.

 - Балалар ниндәй матур сәскәләр яһағандар. Ҡурсаҡ һоҡланып ҡарап тора. Һеҙҙе маҡтай. Ә хәҙер ул беҙҙең менән хушлаша. Уға беҙҙең менән уйнауы күңелле булды. Һау бул, Мәрйәм!

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ulu_tema_bpemb_sskhen_ulu.docx669.01 КБ

Предварительный просмотр:

http://img1.liveinternet.ru/images/attach/c/8/99/473/99473997_uuqVF1PYLT.jpg

 -Ә был бәпембә һары түгел. Һары таждары ҡойолғас, сәскәһе урынына аҡ мамыҡ үҫкән, мамыҡ төбөндә орлоҡтар. Ел иҫә лә, орлоҡтарҙы төрлө яҡҡа тарата. Был орлоҡтарҙан бәпембә сәскәләре үҫә.  

 -Әйҙәгеҙ беҙ ҙә өрөп ҡарайыҡ.

 -Бәпембәнең һабағын хайуандарға ашатырға була, кәзә, һарыҡ, һыйыр ҙа уны ярата.

Физкультминутка “Беҙ - бәпембәләр”.

 -Эй эйелә, эй бөгөлә

Аҡ сәскә наҙлы елгә.

Ҡояшты ла онотмай,

Уны күҙәтә гел дә.

Уйын «Бәпембә орлоҡтары”.

 -Хәҙер беҙ бәпембә орлоҡтары булабыҙ. Ҡурсаҡ өрөп ебәрһә, осоп китәбеҙ – осоп йөрөйбөҙ ҙә ергә төшәбеҙ, сүкәйәбеҙ (2-3 ҡат уйнала).

Пластилиндан бәпембә сәскәләре әүәләү.

 - Өҫтәлдәрҙә пластилин, таҡтасыҡтар әҙерләнгән. Беҙ пластилиндан бәпембә сәскәһе яһайбыҙ. Пластилин ниндәй төҫтә? (Һары). Пластилиндан киҫәк өҙөп алып, йомарлап таҡтаның уртаһына йәбештерәбеҙ. Пластилиндан кескәй киҫәктәр өҙөп алып таяҡтар әүәләп, түңәрәктең төрлө яғына тоташтырабыҙ. Был – бәпембәнең таждары. Ҡояш нурҙары һымаҡ була инде.

Йәшел пластилиндан сәскәнең һабағын һәм япрағын әүәләйбеҙ.

3.Йомғаҡлау.

 - Балалар ниндәй матур сәскәләр яһағандар. Ҡурсаҡ һоҡланып ҡарап тора. Һеҙҙе маҡтай. Ә хәҙер ул беҙҙең менән хушлаша. Уға беҙҙең менән уйнауы күңелле булды. Һау бул, Мәрйәм!

SAM_4458

http://picsfab.com/download/image/166843/960x640_oduvanchiki-zhyoltyie-makro.jpg

http://www.lisa-rauth.de/images/12_Fotolia_8718712_S.jpg

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы      «Тәбиғәт күр...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Занятие для младшей группы по познавательной деятельности...

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлелеге "Көҙгө япраҡтар"

Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә һүрәт төшөрөү буйынса ОББЭ....

Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн “Өләсәйем һандығы” темаһына белем биреү эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге “Бәпембә” балалар баҡсаһы – муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы...

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн " Рәсимә Ураҡсина - башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. " темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн" Рәсимә Ураҡсина -  башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. "темаһынаойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге      ...