Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн " Рәсимә Ураҡсина - башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. " темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге
календарно-тематическое планирование (средняя группа)

Субхангулова Халида Булатовна

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн

" Рәсимә Ураҡсина -  башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. "

темаһына

ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

                                                                  Төҙөнө тәрбиәсе:

                                                                                             Собханғолова Х.Б.

                                                                        МДОБУ “ Солнышко” с Подольск

Бурыстар:

 Өйрәтеүсе:

-Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы башҡорт халыҡ шағиры Рәсимә Ураҡсина менән таныштыруҙы дауам итеү;

-тыуған ерҙәре тураһында белемдәрен нығытыу.

Үҫтереүсе:

-Балаларҙың логик фекерләүҙәрен, иғтибарҙарын, хәтерҙәрен, уйлау һәләттәрен үҫтереү;

 -белем алыуға ынтылыш формалаштырыу,

- бәйләнешле телмәр үҫтереүҙе дауам итеү.

Тәрбиәүи:

-Балаларҙы үҙ – ара дуҫ булырға, татыу уйнарға өндәү, йылы мөнәсәбәт булдырыу;

- бер – береһенә ярҙам итеү теләге уятыу,

- эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу тойғолары уятыу,

- Тыуған илгә ергә, тыуған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү

Йыһазландырыу:

 Р.Ураҡсинаның  портреты, уның китаптары , компьютер,магнитофон, флешка.

Рәсимә Ураҡсинаның шиғыр уҡып торған фотоһы(1 слайд)

Тәрбиәсе ( ҡурсаҡ менән инә):

-Балалар ҡарағыҙ әле,  беҙгә бөгөн шундай матур, ҡояшлы көндә  ҡунаҡҡа Әлфиә исемле ҡыҙ һәм  ҡунаҡтар килгән.Әйҙәгеҙ балалар уларҙы сәләмләйек әле.

Балалар:

-Һаумы ҡояш,

Һаумы яҡты көн,

Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар.

Мин сәләмәт, мин матур

Салауат кеүек матур.

Тәрбиәсе:-Рәхмәт балалар. Һәр ваҡыт шулай һау сәләмәт, матур булайыҡ.Әлфиә һеҙҙең менән танышырға теләй, әйҙәгеҙ уға исемдәребеҙҙе әйтеп , танышып китәйек( ҡурсаҡты ҡулдан ҡулға ебәрәбеҙ исемдәрҙе әйтеп).

Балалар , әйтегеҙ әле, һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

Ә беҙҙең Таштуғай ауылында  һеҙҙең менән ҡайҙа сәйәхәт итә алабыҙ?(мәктәпкә, китапханаға, мәҙәниәт йортона)

-Балалар, мин һеҙгә хәҙер йомаҡ әйтәм, тыңлағыҙ әле, нимә була ул?

Теле юҡ, һүҙе бар,

Күҙе юҡ, күрһәтә,

Бар нәмәне өйрәтә. ( китап)

Африндар, дөрөҫ.Ә китаптар беҙҙең ҡайҙа йәшәй әле? ( китапханала)

Бөгөн Әлфиә һеҙҙе китапханаға сәйәхәткә саҡыра.Әйҙәгеҙ беҙ унда атлап,  барайыҡ.

Бына балалар, беҙ һеҙҙең менән бәләкәй генә китапханаға ла килеп еттек.Әйҙәгеҙ әле, иң тәүҙә китапханала үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен ҡабатлап китәйек ( балаларҙың яуаптары).

-Афариндар, бик дөрөҫ әйттегеҙ.Ҡарағыҙ әле, бында бына беҙ шағирҙарҙың портреттарын күрәбеҙ, кемдәрҙе унда таныйһығыҙ ?( яуаптар- А.Игебаев, З.Биишева, М. Кәрим, һ.б)

Ә бөгөн беҙ һеҙҙең менән шағир, яҙыусы, драматург, тәржемәсе(тәржемәсе һүҙен аңлатып китеү) Р.Ураҡсина менән яҡыныраҡ танышып китәйек.Бына уның портретына ҡарағыҙ әле.

Рәсимә Ураҡсина – башҡортостаныбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе. Шағирә, драматург, фольклорсы, тәржемәсе, ысын педагог. Беҙ һеҙең менән яратып уҡыған “Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа”, “Тәмле, тәмле, тәмлекәс”, “Бәпес ҡоймағы”, “Йомро-йомро ер шары”, “Тыуған ерем – торған ерем” исемле китаптар авторы.  Тимәк, балалар өсөн матур – матур шиғырҙар яҙған  яҙыусының тормош юлын, ижадын өйрәнергә бурыслыбыҙ

Китаптарын ҡарау(2 слайд).

 Рәсимә Ураҡсинаның шиғырҙарында йомаҡтарҙы бик күп осратырға мөмкин. Беҙгә хәҙер йомаҡлы – шиғырлы  Назар  ятлап күрһәтә;

Шажлатып ҡоймаҡ ҡоям,

Тыңла бер йомаҡ ҡоям:

“Ҡыҙған икән тимер яр,

Аҫыл һыу уға ағыр.

Һөйәкһеҙ балыҡ бешһә,

Бөтәһенә килешә”. (“Сөсө ҡоймаҡ” шиғыры)

Рәхмәт.

Балалар, беҙҙең дә бит тыуған илгә, ергә, телгә  һөйөү ғаиләнән, балалар баҡсаһынан башлана.Ошо һөйөүҙе әйҙәгеҙ беҙ  Бер тигәс тә ни яҡшы тигән һүҙәйтеш уйынында күрһәтәйек.

Уйын :"  Бер тигәс тә ни яҡшы ?"( туп менән).

Слайд ҡарау. Балалар өсөн беренсе китабы”Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа”( слайд3)

Мин һеҙгә Рәсимә апай Ураҡсинаның шиғырҙарын уҡып күрһәтәм;

Шиғырҙарын уҡып ишеттереү;

             Китап тәмле, китап тәмле,

             Тәмлекәстәрҙән тәмле.

              Китапта мең төрлө серҙәр,

              Асыла илдәр, ерҙәр.

              Китаптарҙа – мөғжизәләр,

               Матур ҡыҙҙар. Малайҙар,

               Батырҙар, сәйәхәтселәр,

              Аҡыллы, киң маңлайҙар.

               Их, китап, Ах, китап,

              Һорауҙарға яуап тап.

             Их, китап, ах, китап,

              Иң ҡыҙығын уйлап тап!

Балаларҙың яуаптары(  шағирә,тәржемәсе, якшы кеше һ.б.)

-Шулай итеп балалар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән кем тураһында әңгәмә алып барҙыҡ.

 Кем булған ул ?(башҡорт балалар шағиры)

Әлфиә һеҙҙең менән бик ҡәнәғәт.Ул һеҙгә буш килмәгән, күстәнәскә тип

Рәсимә Ураҡсинаның китаптарын алып килгән.

- Балалар, ә миңә ,бигрәк тә, һеҙ оҡшанығыҙ, ихлас итеп ҡатнашып ултырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon uraksina.doc39.5 КБ

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Занятие для младшей группы по познавательной деятельности...

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн “Моряктар һөнәрҙәре” темаһына белем биреү эшмәкәрлеге

Конструкторлау аша балаларҙың танып-белеү һәләтлеген үҫтереү. “ТИКО” конструкторы деталдәрен ҡулланып, бирелгән схема буйынса карап төҙөү күнекмәләрен нығытыу. Эштең эҙмә-эҙлег...

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн ойошторолған бнлнм биреү эшмәкәрлеге өлгөһө

Конспект ООД по познавательному развитию для подготовительной группы с региональным компонентом...

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...

Белем биреү эшмәкәрлеге. Телмәр үҫтереү. Башҡорт халыҡ уйындары.

Телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге Тема: Башҡорт халыҡ уйындары.Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәтен, уйындарын өйрәнеүҙе дауам итеү.Бурыстар:Белем биреүсе...