Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн ойошторолған бнлнм биреү эшмәкәрлеге өлгөһө
материал (подготовительная группа)

Конспект ООД по познавательному развитию для подготовительной группы с региональным компонентом

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tele_yuk_unyn_1_1.docx22.39 КБ

Предварительный просмотр:

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге “Серле ҡурай”.

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө.

Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы - ҡурай менән яҡындан таныштырыу.

Бурыстары:

-балаларҙы милли музыка ҡоралы – ҡурай менән таныштырыу, тауышын айырырға өйрәтеү;

-шаҡмаҡтарҙан флаг макетын төҙөргә өйрәтеү;

-Башҡортостан республикаһының флагы менән танышыу, төҫтәренең мәғәнәһен өйрәтеү;

-башҡорт халыҡ уйындары, милли аш-һыу төрҙәре менән таныштырыу;

-тыуған илгә һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү;

Дәрес барышы:

-Һаумыһығыҙ хөрмәтле колегалар. Һаумыһығыҙ балалар. Мин һеҙгә Өфөрайоны Жуково ауылы “Ҡарлуғас” балалар баҡаһынан килдем. Әйҙәгеҙ, һеҙҙең менән танышып үтәйек. Минең ҡулымдағы туп беҙгә ярҙам итер. Кемдең ҡулына туп эләгә, шул ҡысҡырып асыҡ итеп үҙенең исемен әйтә, яраймы? Мин – Нәзирә Әбделдбар ҡыҙы.

(Балалар дауам итә)

       Афарин, балалар. Танышыуыма бик шатмын. Мин һеҙгә үҙемдең серле һандығымда тылсымлы ҡурай һалып алып килдем. Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ әле.

(Һандыҡтың эсен ҡарайҙар)

Ааах, һандыҡ эсендәге тылсымлы ҡурай юғалған бит. Сәскәһенең таждары ла әллә ҡайҙа осоп бөткән. Кем алды икән? Эсендә бер хаты ла бар. Уҡыйыҡ әле.

Хатты уҡый.

       Мин – үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш Иргәйел булам. Һеҙҙең тылсымлы ҡурайығыҙҙы мин алдым! Тылсымлы ҡурайға тик тырыш, аҡыллы, белемле балалар ғына лайы булалар. Һеҙҙең белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарамайынса, тылсымлы ҡурайығыҙҙы бирмәйем! Һандыҡ эсенә мин үҙемдең һорауҙар һәм мәсьәләләремде һалғанмын. Шуларҙы сискәс кенә, ҡурайҙы урынына ҡайтарам.

   Балалар, ә һеҙ миңә Иргәйелдең ҡушҡан эштәрен үтәргә ярҙам итәһегеҙме?

(Балаларың яуаптары)

Әйҙәгеҙ, улай булғас, беренсе тажды алып уҡыйыҡ.

Мин һеҙгә йомаҡтар әҙерләнем. Ошо йомаҡтарҙың яуаптарын әйтегеҙ.

                       Тартыла ла һуҙыла,

                        Бар донъяға моң һала.(Гармун)

Ауыҙы юҡ, күп телле, 
Дәртләндермәй һуң кемде? /гармун/ 

Туҡмағанды ярата, 
Бик дәртле көй тарата: 
Тра-та-та-та! Тра-та-та! /барабан/ 

     Ирендәргә терәйһеңдә
    Сиртеп көйҙәр эҙләйһең (Ҡумыҙ)

Бармаҡ менән баҫалар, 
Уйнап күңел асалар. /пианино/ 

          Ҡырҙа үҫкән бер бала

          Өйгә килеп моң һала. /ҡурай/

                                           Бәләкәй генә көпшәлә

                                           Уйылғандар тишектәр.

                                           Моңло тауыш сығарһа,

                                           Бейеп китә ситектәр. /ҡурай/

Афарин, балалар. Йомаҡтарға яуапт бик тиҙ таптығыҙ. Урынына ҡуяйыҡ тжды. Икенсе һорауын ҡарайыҡ әле Иргәйелдең.

Ошо яңғыраған көйҙәрараһында ҡурай тауышын танығыҙ. Беренсе көҙәме, икенсе көйҙәме, әллә өсөнсө көйҙәме ҡурай тауышы яңғырай?

(Балаларҙың яуаптары)

Афарин балалар. Бигерәк зирәкһегеҙ икән. Ә ҡурайҙа уйнаған кеше кем тип атала?(Ҡурайсы)

Һеҙ ниндәй данлыҡлы башҡорт ҡурайсыларын беләһегеҙ?(Йомабай Иҫәнаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Азат Айытҡолов, Азат Биксурин, Роберт Юлдашев) Бик күп алар.

    Ысынлап та ҡурай башҡорт халҡының бик борондан килгә музыка ҡоралы. Ул көнъяҡ Уралда үҫә. Ҡурайға, балалар, 1000 йәштән артыҡ. Ҡурай менән башҡорт халҡы борон борондан ҡайғыһын да, шатлығын да таратҡан.

       Урал ҡаяһына һыйынып үҫкән

       Таҡыя ғына башлы бер ҡурай.

       Шул ҡурайҙы алып тартты ниһәң,

       Ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай., тип йырлаған ул.

Балалар, ә һеҙҙең ҡурайҙы тағын ҡайҙа күргәнегеҙ бар?

(Балаларҙың яуаптары)

Дөрөҫ, беҙҙең республикабыҙҙың флагында ла ҡурай эмблемаһы төшөрөлгән. Иргәйелдең киләһе һорауы ла ошо турала.

Башҡортостандың флагы ниндәй төҫтәрҙән тора, һәм ул төҫтәр нимә аңлата?

Дәүләт флагы өс төҫтә. Төҫтәр — беҙҙең шартлы билдәләр. Флагтың күк төҫө республика халҡының сафлығы, изгелекле һәм яҡты хыялдарының сағылышы. Аҡ төҫ – халыҡтың тыныслыҡ һөйөүе, асыҡ йөҙлөлөгө, үҙ-ара хеҙмәт- тәшлеккә ынтылып тороуы һәм яҡты киләсәккә өмөтө. Йәшел төҫ — азатлыҡтың үҙгәрешһеҙ, мәңге булыуы. Флагта төшөрөлгән ҡурай һүрәте бик тәрән мәғәнәгә эйә. Ул - халҡыбыҙҙың ете ырыу дуҫлығын аңлата. Афарин, һеҙ бик күп нәмәләр беләһегеҙ икән. Ә хәҙер Иргәйелдең киләһе һорауын ҡарайыҡ әле.

Минең серле шаҡмаҡтарымдан Башҡортостан флагын теҙеп күрһәтегеҙ, тигән ул.

Бына ҡарағыҙ әле, үҙенең серле шаҡмаҡтарын да әҙерләп ҡйған. Әйҙәгеҙ, беҙ уларҙан флаг һынын төҙөйөк. Ул ниндәй төҫтәрҙән тороуын әле генә хәтергә төшөрҙөк. Малайҙар, һеҙ йәшел төҫтө, ҡыҙҙар аҡ төҫтө йыйығыҙ. Ә зәңгәр төҫтө бергәләп йыяйыҡ.

(Балалар теҙәләр)

Афарин балалар, ҡарағыҙ әле, ниндәй матур флаг килеп сыҡты.

Ә хәҙер  Иргәйелдең киләһе һорауын ҡарайыҡ.

Мин тәмле тәмлекәстәр яратам. Һеҙ башҡорт халҡының милли аш һыу һәм эсемлектәр төрөн беләһегеҙме? Исемдәрен атағыҙ.

Беҙгә был юлы ошо туп ярҙамға килер. Мин кемгә тупты бирәм, шул аш-һыу йәки эсемлек төрөн әйтә, яраймы? Ҡаҙылыҡ ...

Афарин балалар был мәсьәләне лә үтәнек.

Әйҙәгеҙ, артабан ҡарайыҡ әле, тағын ниндәй һорауҙары ҡалды икән Иргәйелдең?

Мин шулай уҡ төрөлө уйындар уйнарға яратам. Ә һеҙ уйнарға яратаһығыҙмы? Башҡорт халыҡ уйынын уйнап күрһәтегеҙ.

Иргәйел беҙҙән уйын уйнап күрһәтеүебеҙҙе теләй. Ә ниндәй уйын уйнайбыҙ? Тирмә уйынын беләһегеҙме? Уйнайбыҙмы?

(“Тирмә” уйынын уйнау)

Афарин балалар! Бик күңелле булды һеҙҙең менән уйнауы. Ә хәҙер Иргәйелдең һуңғы һорауын ҡарайыҡ.

Мин һеҙгә үҙемдең сереле таштарымды ебәрҙем. Ошо серле таштар менән тылсымлы ҡурайҙы матур итеп биҙәп күрһәтегеҙ.

Ҡарайыҡ әле ниндәй серле таштар  икән ул? Бына бит Иргәйелдең серле таштары. Улар ысынлап та ябай таштар түгел. Ҡулғыҙға берәр таш алып ҡарағыҙ әле, ниндәй ул таштар?

Әйҙәгеҙ, ошо ташта менән тылсымлы ҡурайҙы матур итеп биҙәп ҡуяйыҡ. Таштарҙы елем һәм ҡыл ҡәләм ярҙамында ҡурайҙың таждарына йәбештерәбеҙ. Таҙа ғына итеп эшләйбеҙ. Артыҡ елемде ошо салфеткалар менән һөртөп алабыҙ.

(Балалар таштарҙы әҙер трафареттарға йәбештерәләр)

Афарин, балалар! Бик матур итеп тылсымлы ҡурайҙы биҙәп ҡуйҙыҡ. Иргәйелдең бөтә күнегүҙәрен үтәп бөттөк.

Ә Иргәйел алдаманымы икән? Һүҙендә торғанмы? Беҙҙең тылсымлы ҡурайҙы урынына ҡайтарғанмы икән, ҡарайыҡ әле.

(Һандыҡ эргәһенә килеп, асып ҡарайҙар, ҡурайҙы табалар)

Ысынлап та, Иргәйел һүҙендә торған. Бына ул минең музыка ҡоралым! Әйҙәгеҙ мин һеҙгә уйнап та күрһәтәйемме?

(Ҡурайҙа бер нисә көй)

Шулай итеп беҙҙең Иргәйелдең һорауҙарына яуап табып бөттөк. Һеҙгә бөгөнгө мажаралар оҡшанымы? Нимәһе менән нығыраҡ оҡшаны? Ә нимә һеҙгә ҡыйыныраҡ булды? Тағы ла ошондай дәрес үткәрер инегеҙме?

Миңә лә бөгөн һеҙҙең менән бик күңелле булды. Һеҙ аҡыллы, белемле, тырыш балалар. Иргәйелгә бик оҡшағандыр. Ә хәҙер миңә үҙебеҙҙең баҡсаға ҡайтырға ваҡыт. Ҙур рәхмәт һеҙгә, һау булығыҙ.

Һау булығыҙ!

 

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Занятие для младшей группы по познавательной деятельности...

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн “Моряктар һөнәрҙәре” темаһына белем биреү эшмәкәрлеге

Конструкторлау аша балаларҙың танып-белеү һәләтлеген үҫтереү. “ТИКО” конструкторы деталдәрен ҡулланып, бирелгән схема буйынса карап төҙөү күнекмәләрен нығытыу. Эштең эҙмә-эҙлег...

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн " Рәсимә Ураҡсина - башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. " темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн" Рәсимә Ураҡсина -  башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. "темаһынаойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге      ...

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн ИЗО белем биреү эшмәкәрлеге буйынса конспект

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн ИЗО белем биреү эшмәкәрлеге буйынса конспектТема:  Рус матрешкаһыМаҡсат: - балаларҙы рус халҡының ғөрөф ғәҙәттөре,й орттарының  биҙәлеше, милли кейемдәре...