Ата - әсәләргә кәңәштәр
материал на тему

Каримова Ямиля Сайфулловна

В разработке даются советы родителям по организации игр, по соблюдению правил дорожной безопасности  и др.

Скачать:


Предварительный просмотр:

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҒА УЙЫНДАР ОЙОШТОРОУ БУЙЫНСА КӘҢӘШТӘР

Беренсе ҡағиҙә:  уйын баланың һаулығына  бер нисек тә хәүеф янамаҫҡа тейеш.

Икенсе ҡағиҙә: уйын артыҡ азартлы булмаһын, башҡа  уйнаусы балаларҙы кәмһетелерлек булмаһын. Ҡайһы бер балалар тиҫтерҙәренә насар атамалар бирәләр, уйнағанда мыҫҡыл итеүсән булалар.

Өсөнсө ҡағиҙә : балалар менән бергә уйнағыҙ.  Һеҙҙең уйында ҡатнашлығығыҙ һеҙҙең теләгегеҙҙән тыш булмаһын. Махсус  шөғөлдәр ойоштормағыҙ. Баланың уйынын боҙмаҫҡа тырышығыҙ. Баланы көсләп уйнатмағыҙ.

Дүртенсе ҡағиҙә: баланана тиҙ генә һөҙөмтә өмөт итмәгеҙ. Баланы ҡабаландырмағыҙ, сабырһыҙлыҡ күрһәтмәгеҙ.  Баланың асыштарына бергә ҡыуанығыҙ. Иң мөһиме – бала менән бергә булыу.

Бишенсе ҡағиҙә: уйында баланың активлығын  һәм ижадилығын ҡеүәтләгеҙ. Балалар уйлап табыусан һәм фантазерҙар.  Улар уйындарға үҙҙәренең ҡағиҙәләрен индерәләр, ҡатмарландыралар йәки ябайлаштыралар. Ләкин – уйын етди эш.  “Бала нимә менән шөғөлләнһә лә барыбер” тигән принципҡа таянмағыҙ.

ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН ӨЙРӘТЕГЕҘ!

Йыл һайын республикала машина аҫтына 500-ҙән ашыу бала эләгә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар уларға юлда ниндәй хәүеф-хәтәр янауын аңламай. Шуға күрә ата-әсәләр ғаиләһенә ҡаза килмәһен өсөн, барыһын да эшләргә тейеш.

Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ, уларға төрлө хәл-осраҡта үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген аңлатығыҙ

  • Балалар баҡсаһына килгән юлды ҡйрәнеп,  уның хәүефһеҙ урындарын билдәләгеҙ.
  • Артабан балағыҙға тик шул ерҙән генә юлды үтеү мөһимлеген аңлатығыҙ. Уны хәүефте алдан күрә белергә өйрәтегеҙ
  • Балағыҙҙың юл ҡағиҙәләрен ниндәй кимәлдә белеүен һәм үтәүен тикшерегеҙ.
  • Балалар баҡсаһына юлды   икәүләшеп өйрәнегеҙ.
  • Балағыҙҙың велосипед тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыр алдынан, тәүҙә йәшәгән ерегеҙҙең юл ҡағиҙәләре яғынан хәүефһеҙлегенә иғтибар бирегеҙ.
  • Баланың үҙ урамынан сығып икенсе яҡҡа йүнәлеүе бар. Ә машиналар йөрөгән юлда балалар ғына  түгел, ә водитель таныҡлығы булған кешеләр ҙә юғалып ҡала.
  • Үҙегеҙ руль артында саҡта 12 йәше тулмаған баланы махсус автокреслола ғына йөрөтөргә, ә 12 йәштән һуң хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерергә кәрәк икәнлеген онотмағыҙ.
  •                            Каникул мәлендә балағыҙ ҡайҙа

                        ғына ял итһә лә, уға юл ҡағиҙәләре

                       тураһында иҫкәртергә онотмағыҙ.

  • Уларҙы урамда яңғыҙ ҡалдырмағыҙ,

                           машина юлында уйнарға рөхсәт

                                 итмәгеҙ.

  • Балағыҙҙы кескәй саҡтан

              юл ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтегеҙ.

БАЛАЛАРҒА ӘХЛАКИ ТӘРБИӘ БИРЕҮ БУЙЫНСА КӘҢӘШТӘР

"хл2ки – патриотик т2рби2 бире162 ата-2с2л2р6е8 йо4онто3о 3анап б0тк0306.  

  • Тыу4ан 4аил23е тарихы, ш2ж2р23е балала т0рл0 эмоциональ той4олар уята.  Улар я7ындары 0с0н 7ыуана, борсола.  !тк2нд2р6е и9к2 т0ш0р01, тарихи тамыр6арын беле1 балалар4а 6ур 7ыуаныс килтер2. Ата-2с2л2р мен2н был й232тт2н аралашыу  4аил23ене8 40р0ф - 4262тт2рен2 3а7сыл 7араш  т2рби2л2й.  
  • Ҡала буйлап экскурсиялар үткәрергә мөмкин.
  • Ата - әсәләр һөнәрҙәре менән таныштыра ала.
  • Уратып алған тәбиғәт менән аралашыу ҙа ҙур файҙа килтерә. Бергә ял итеү, тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышыу. – балаларҙың рухи- әхлаки сифаттарын үҫтерергә ярҙам ғына була.
  • Иң мөһиме – үҙегеҙ әхлаҡлы булығыҙ. Шәхси  миҫал (пример) балалар өсөн иң әһәмиәтлеһелер. Насар һүҙҙәр һөйләмәгеҙ, балалар алдында мөнәсәбәттәр асыҡлашмағыҙ.
  • Ата - әсә - баланың көҙгөһө.
  •  Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
  • “НИ СӘСҺӘГЕҘ,
  •  ШУНЫ УРЫРҺЫҒЫҘ!”

        

ҺАУ – СӘЛӘМӘТ ЙӘШӘҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ

1.  Яңы көндө иртәнге гимнастиканан һәм йылмайыуҙан башлағыҙ

2. Көн режимын һаҡлағыҙ!

  1. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: телевизор алдында көндәр буйы ултырыуҙан аҡыллы китап уҡыу яҡшыраҡ.

4. Балағыҙҙыв яратығыҙ. Ғаилә ағзаларын хөрмәт итегеҙ. Улар һеҙҙең тормош юлдаштарығыҙ.

5. Балағыҙҙы йышыраҡ ҡосағығыҙға алығыҙ.

6.Үҙ – үҙегеҙгә ыңғай ҡарашта булығыҙ. Был – психологик һаулыҡ нигеҙе.

7. Насар кешеләр булмай, насар ҡылыҡтар була...

  1.  Сләмәт йәшәүҙә шәхси миҫал – теләһә ниндәй  хикмәттән дә ҡәҙерле .
  2.  Сыныҡтырыуҙың ғәҙәти факторҙарын ҡулланығыҙ – ҡояш, һыу һәм һауа.
  3. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ябай ашамлыҡ, сит – ят аҙыҡтарҙан файҙалыраҡ.
  4. Иң яҡшы ял итеү төрө – ғаилә менән тәбиғәттә саф һауала йөрөү, бала өсөн иң яҡшы күңел асыу сараһы  – ата - әсәләр менән бергә ойошторған уйындар.