Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аралашыу мөмкинселектәре
консультация на тему

Каримова Ямиля Сайфулловна

В материале  описываются возможности  общения воспитанников в современном детском саду

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konsultatsiya_.docx13.96 КБ

Предварительный просмотр:

Консультация

Балалар баҡсаһында балаларҙың аралашыу мөмкинселектәре
Заман балалар баҡсалары – бер – береһенә оҡшамаған,  мөғжизәле шатлыҡ утрауҙары ул.

Ә балалар баҡсаларында эшләүсе педагогтар бөтәһе лә оҫта ҡуллылар, оло йөрәкле кешеләр. Сөнки улар балаларҙы төрлө эшмәкәрлектәрҙә үҫтереү өсөн күп көс һалалар. Был ғына ла түгел, педагогтар балалар баҡсаһы  алдына ҡуйылған маҡсаттарҙы торомошҡа ашырырға тырышалар:

- балаларҙы тәрбиәләүҙә һәм үҫтереүҙә юғары кимәлгә өлгәшеү

 - балаларҙың аралашыу ихтыяждарын тормошҡа ашырыу

;- ижади фекерләргә һәм тәртип ҡағиҙәләренә өйрәтеү;

-балаларҙың физик һәм психик үҫештәрен коррекциялау.
    Рәсәй Федерацияһында яңы “Белем биреү тураһындағы ” Закон буйынса мәктәпкәсә белем биреү – белем биреүҙең тәүге баҫҡысы булып тора (дошкольное образование – первая ступень образования).Бынан тыш, мәктәпкәсә белем биреүгә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары ҡабул ителде (пр.Минобрнауки от 17 октября  2013г.,№ 1115) . Ошо норматив документтарға ярашлы  балалар баҡсаһында балаларҙың үҫеше, уларҙың уйын, төрлө үҙ аллы һәм махсус ойошторолған эшмәкәрлектәр барышында  бер – береһе менән иркен аралашһын өсөн,   иң беренсе,  шарттар булдырырға кәрәк.  Был шарттар  айырыуса  балаларҙы төрлө яҡлап үҫтерер өсөн предметлы мөхит булдырыуға ҡағыла. Нимә ул – предметлы – үҫеш  мөхите?

 Предметлы – үҫеш мөхите - балалар өсөн булдырылған шарттар. Рациональ ойошторолған, төрлө предметтар һәм уйын материалдары менән тулыландырылған мөхит. Бындай мөхиттә төркөм балаларын бер үк ваҡытта төрлө эшмәкәрлеккә йәлеп итеп була.

Балалар баҡсаһы тормошҡа ашырған программаға ярашлы балаларҙың гармониялы үҫеше өсөн, балалар иркен  үҙ – ара аралашып уйнаһын өсөн шарттар тыуҙырырға тырыша. Һәр төркөмдә уйынсыҡтар,  уйындар, уйынсыҡтар өсөн стенкалар булдырылған.  Тәрбиәсе иртәнге ҡабул итеү ваҡытында, занятиеларҙан һуң,  төштән һуң  үҙ – аллы эшмәкәрлектәр ойоштора. Бының өсөн  дә бит уйын оборудованиеһының, уйындарҙың  етешенсә булыуы мөмкин.  Бала шул ваҡытта ғына тулыһынса үҫешә, тиҫтерҙәре менән  ыңғай аралашырға өйрәнә. Теге йәки был уйынсыҡ өсөн талашмай, дуҫ уйнарға өйрәнә.

    Яңы талаптар буйынса төркөмдә балаларҙың ижади эҙләнеүҙәре, практик рәүештә тирә - йүндәге предметтарҙы танып белеү өсөн ябай тәжрибәләр ойоштороу мотлаҡ. Бының өсөн кәрәкле материалдарҙың булыуы мөһим: һыу һәм ҡом менән уйындар өсөн оборудование, магниттар, лупалар, төрлө колбалар, пластмасс һауыттар һәм башҡалар.

  Ҡағиҙәле дидактик уйындар аша ла балалар бер – береһе менән килешеп уйнарға өйрәнә.

Ә төштән һуңғы ойошторолған уйындар бигерәк тә балаларға оҡшай. Был ваҡытта балалар төрлө сюжетлы – ролле уйындар ойоштороп өлкәндәрҙең хеҙмәтен сағылдырып уйнай. Һәр төркөмдә сюжетлы – ролле уйындаройоштороу өсөн айырым талаптар, уйын исемлектәре бар. Был “Бөҙрәхәна” , “Оҫтахана” малайҙар өсөн, “Больница”, “Аптека”, “Шофер”, Ғаилә, “Магазин”, “Ателье”, “Мәктәп”, “Ил һаҡсыһы”, “Пароход”, “Космос” һәм башҡалар. Уйындар ойоштороу өсөн уйын оборудованиеһы кәрәк. Ә төркөмдәрҙә был йәһәттән эштәр түбән.  Сөнки уйын оборудованиелары етешмәй. Хөрмәтле ата - әсәләр, һеҙ был эштәрҙә беҙҙең иң яҡын ярҙамсыларыбыҙ. Балаларҙы ысын мәғәнәһендә төрлө яҡлап үҫешкән, телмәре бай,  үҙ тиҫтерҙәре һәм ололар менән иркен аралаша алырлыҡ итеп үҫтереү – һеҙҙең һәм беҙҙең дөйөм бурыс.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында

: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....

Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)

Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы  “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...

Балалар баҡсаһында сәләмәтлекте нығытыу алымдары

Балалар баҡсаһында сәләмәтлекте нығытыу алымдары...

Балалар баҡсаһында Шәжәрә Байрам

Маҡсат:Балаларҙа ғөрөф- ғәҙәттәргә, ғаилә традицияларына,йәдҡәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу.Балаларҙа  ололарға,атай-әсәйгә ихтирам, хөрмәт, яратыу хисе тәрбиәләү:Ғаиләләрҙе бергә туплау,ата-әсә менән...

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"

Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...