Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"
опыты и эксперименты

Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: “Үҙ әсәһен, туған халҡын, туған телен һөйгән һәм яҡшы белгән, бүтән әсәләрҙе, халыҡтарҙы һәм телдәрҙе ихлас яратҡан, яҡындан белгән, берҙәй ололаған кеше генә һәләтле шәхес була ала”. Мин үҙемдең эшемдә туған тел аша, рухлы, әхлаҡлы шәхес тәрбиәләү һәм үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуям. Баланы кесе йәштән үк ата-бабаларыбыҙҙың бай хазинаһына нигеҙләнгән һәм меңәр йылдар буйына тупланып, камиллашып килгән милли ғөрөф-ғәҙәт, йолаларыбыҙ, ғаилә, әҙәп ҡанундары нигеҙендә тәрбиәләү ҙур әһәмиәткә эйә. Тыуған илгә, милләткә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай. Бәләкәстәрҙе башҡорт халҡының милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, беҙ уларҙа сәнғәткә һөйөү тойғоһо уятабыҙ. Был бер яҡтан эмоциональ хис-тойғоларҙы үҫтерһә, икенсе яҡтан телмәргә йоғонто яһай. (видео “Тиҙәйткестәр” йәки “Өләсәйем һандығы”.) Халыҡ ижады менән таныштырғанда, төрлө дидактик уйын барышында балаларҙың уйлап сығарыу һәләте, ижадҡа ынтылышы, тирә-яҡҡа ҡарашы формалаша. Ә сәнғәт әҫәрҙәре, милли биҙәктәр, орнаменттар, ҡул эштәре менән таныштырып, уларҙа эстетик тәрбиә менән берлектә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғолары үҫтерәбеҙ. Ватансылыҡ тәрбиәләгәндә, ата-әсәләрҙең дә әһәмиәте ҙур. Сөнки бала иң беренсе булып үҙ халҡының мәҙәниәте тураһында мәғлүмәтте ғаиләлә ала. Бында ата-әсәләргә концультациялар, йыйылыштар үткәрәбеҙ, мәҫәлән “Балаларҙы туған телдә матур һөйләшергә өйрәтәйек”, “Ғаиләлә малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү”, атайҙар өсөн “Атай – ғаилә тотҡаһы” йыйылыштары, “Әсәйем – яҡты ҡояшым” иртәлек байрамдар үткәрәү, “Минең шәжәрәм” исемле альбом төҙөү, “Минең ғаиләм” исемле фото-күргәҙмәләр  ойоштороу, район күләмендә үткәрелгән “Һаумы, һаумы, әкиәт”конкурсында ҡатнашыу, әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү, ватансылыҡ тәрбиәләүҙең башланғысы булып тора. Был маҡсаттарға ирешеү өсөн төркөмдәрҙә ата-әсәләр ярҙамында һәр яҡлап ыңғай шәхси сифаттар тәрбиәләүгә һәм предметлы арауыҡта белем биреүсе мөхит: ижад һәм театр, эҙләнеү- тәжрибә, бащҡорт милли мәҙәниәтен сағылдырыусы мөйөш, сюжетлы- ролле уйындар  булдырабыҙ. Башҡорт халҡының көнкүреше, үткән тарихы, ауыҙ – тел ижады, ғөрөф-ғәҙҙәттәре,  йолалары менән таныштырыу милли йола һәм миҙгел байрамдары: “Бәпес туйы”, “Сөмбөлә”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Ҡатыҡ тәмләү”,  “Һабантуй”һәм башҡалар һәм милли байрамдары аша тормошҡа ашаМинеңсә, был тойғо үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Уны уятыр өсөн балаларҙа ынтылыш тыуҙырырға кәрәк. Был тәрбиәсенең йәмәғәтселек һәм илебеҙ алдында торған бурысы. Ошо яуаплылыҡты тәрбиәсе  белем биреү барышында атҡарырға тырыша һәм уның өсөн төрлө методик алымдар ҡуллана. Һәр бер белем  биреү эшмәкәрлеге балаларҙың аңында, күңелендә ҡалдырырлыҡ итеп үткәрә.

 

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конкурс проектов, как форма обобщения опыта педагогов ДОУ.

Приоритетом нашего учреждения является физическое развитие ребёнка, сохранение его здоровья. Коллектив педагогов МАДОУ № 74 в течение нескольких лет работал над проблемами повышения показателей физиче...

Обобщение опыта на районной августовской конференции Тема "Развитие творческого потенциала ребёнка через бумажную мозаику"

Одним из источников формирования у детей эстетического отношения к действительности выступают произведения декоративно-прикладного искусства. Оно близко к понятию детей, привлекает простотой фор...

Методическая разработка по отдельным направлениям профессиональной деятельности (обобщение опыта, результаты педагогического исследования) по теме «Развитие речи у детей старшего дошкольного возраста в организованном педагогическом процессе»

Речь ребенка формируется под влиянием речи взрослых и в огромной степени зависит от достаточной речевой практики, нормального речевого окружения и от воспитания и обучения, которые начинаются с первых...

Методический портфель: «Обобщение опыта педагога, как метод изучения и анализа состояния практики, выявления, выявления новых тенденций рождающихся в творческом процессе»

Выявление, изучение, обобщение, распространение и внедрение ППО является важной частью методической работы в дошкольном учреждении. Роль заместителя заведующего по основной деятельности в обобщении оп...

Обобщение опыта работы по здоровьесбережению на тему "Оздоровление детей в условиях детского сада".

Материал содержит описание практической работы по здоровьесбережению на основе методических пособий Л.В.Гаврючиной, И.М.Шумовой, О.Зажигиной и др....

Конспект открытого мероприятия по обобщению опыта на муниципальном уровне на тему: «Моделирование предметно-пространственной среды группы для сенсомоторного развития младших дошкольников»

Технологизация современной жизни создаёт дефицит сенсо-моторного опыта детей, замещая его визуальными и виртуальными образами. Предметно-пространственная среда группы является одним из средств, формир...