"Ҡар бөртөктәре"
план-конспект занятия по окружающему миру (младшая группа)

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Дәрес конспекты

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kar_bortoktore.docx17.88 КБ

Предварительный просмотр:

МУНИЦИПАЛЬ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ БАЛАНЫ ҮҪТЕРЕҮ ҮҘӘГЕ – “ АЙЫУҠАЙ” БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ИКЕНСЕ КЕСКӘЙҘӘР  ТӨРКӨМӨ

ТЕМА:  “ҠАР БӨРТӨКТӘРЕ”

 

 

 

Баймак – 2023й.

Тема: Ҡар бөртөктәре. (рәсем төшөрөү)

Маҡсат: Ҡыш тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Ҡышҡы тәбиғәткә һоҡланыу тойғолары уятыу, миҙгелдәге үҙгәрештәрҙе күрә белергә өйрәтеү. Ҡар бөртөктәрен мамыҡ таяҡсалар менән эшләргә өйрәнеү; ритмға эйәреп хәрәкәттәр эшләү, ябай йомғаҡлау эшләргә өйрәнеү.

Йыһазландырыу: төҫлө ҡағыҙ, мамыҡ таяҡсалар, төҫлө буяу, аҡ краска, һыу, ҡар һалынған биҙрә, ҡағыҙҙын эшләнгән ҡар бөртөктәре.

Дәрес барышы:

-Һаумыһығыҙ, балалар!

-Һаумыһығыҙ!

-Балалар, әйҙәгеҙ әле ҙур түңәрәк эшләйек.

Ҡарағыҙ әле, беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән. Улар менә һаулыҡ һорашайыҡ! Һаумыһығыҙ!

-Афарин. Ә хәҙер ҡунаҡтарға үҙебеҙ турала һөйләп ишеттерәйек.

Бына танауым,

Был – минең ҡашым,

Күҙем, ҡолағым,

Ә бына башым!

- Афарин, балалар! Ә хәҙер иссемдәребеҙҙе әйтәйек.

Мин – Лилиә!

(Һәр балаға туп тоттороп исемдәрен әйттереү)

- Афарин балалар, ултырғыстарға ултырайыҡ.

Әйтегеҙ әлә балалар, ни эшләп тышта һыуыҡ, ҡар яуа? Ниндәй миҙгел?

Эйе, дөрөҫ. Ҡыш.

(Биҙрә менән ҡар индереү).

Балалар, әйтегеҙ әле минең ҡулымда нимә икән? Эйе, биҙрә.

Уның эсендә ҡар индерҙем һеҙгә.

Кем әйтә ҡар ниндәй төҫтә?

Тотоп ҡарағыҙ әле, ҡар тағы ла ниндәй?

Ҡарҙы ашарға яраймы? Эйе, юҡ, сөнки ул бысраҡ һәм һыуыҡ.

Ә яҡындан ҡараһаҡ, ҡар бөртөктәре ниндәй икән? Кем белә?

Төрлө-төрлө бер береһенә оҡшамаған селтәрҙәр. Тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, матурмы? (Ҡағыҙҙын эшләнгән төрлө ҡар бөртөктәре эленгән).

Ҡыш пейзажы менән һүрәт күрһәтеү.

Ағастар ап-аҡ. Ҡар бөртөктәре ни өсөн ағастарҙың өстөнә ятҡан икән? Эйе, ағастар ҡыш көнө өшөмәһен өсөн.

  Балалар, һеҙ ҡар бөртөктәренең һауала нисек осҡанын күргәнегеҙ бармы? Әйҙәгеҙ әле, апайҙарға ла күрһәтәйек. (Балалар өйрөлә, ел ыңғайына осалар һәм ергә түшәлеп ятауҙы күрһәтәләр ).

Уй, ҡарағыҙ әле балалар, минең ҡулыма ҡар бөртөгө килеп төштө. (ҡар бөртөгө). Балаларға таратып биреү.

Әйҙәгеҙ өрөп ҡарайыҡ, осорҙар микән. Афарин.

Ял минуты:

Тау өҫтөндә ҡар-ҡар,

Тау аҫтында ҡар-ҡар,

Шыршы өҫтөндә ҡар-ҡар,

Шыршы аҫтында ҡар-ҡар.

Ә ҡар аҫтында, айыу йоҡлай.

Тш-тш, тауышланмайыҡ.

III. Ә хәҙер балалар, ҡар бөртөктәрен эшләйек.

Кем әйтә, ниндәй төҫ менән эшләйбеҙ? Эйе, аҡ. (Күк ҡағыҙға, аҡ төҫ менән ҡар бөртөктәрен эшләү). Тәүҙә эшләп күрһәтеү. Балаларға ярҙам итеү.

Балаларҙың эшенә анализ эшләү. Маҡтау.

Балалар, ә беҙҙең эшләгән ҡар бөртөктәре ирейме? – Юҡ, сөнки был һүрәт.

Әйҙәгеҙ әле, биҙрәләге ҡарҙы ҡарайыҡ әле. Ҡар иреп бөтөп бара. Ни өсөн икән? – Эйе, сөнки группала йылы.

Иғтибарығыҙ өсөн, ҙур рәхмәт!!!!