УРМАНҒА СӘЙӘХӘТ
план-конспект занятия по окружающему миру (старшая группа)

Анисимова Регина Руфкатовна

ӨЛКӘНДӘР ТӨРКӨМӨ ӨСӨН ТӘБИҒӘТТЕ ӨЙРӘНЕҮ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл urmanga_syht_asyk_dares.docx21.29 КБ

Предварительный просмотр:

«Урманға сәйәхәт»

Маҡсат: ҡышҡы урман һәм ҡыш көнө йәнлектәрҙең йәшәйеше тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу.

Бурыстар:

Үҫтереүсе: балаларҙы тыуып үҫкән еребеҙ менән яҡыныраҡ таныштырыу. Балаларҙың фекерләүҙәрен, иғтибарҙарын, хәтерҙәрен, уйлау һәләттәрен үҫтереү. Белем алыуға ынтылыш формалаштырыу, бәйләнешле телмәр үҫтереүҙе дауам итеү.

Өйрәтеүсе: урман, урманда йәшәүсе хайуандар ииисемдәрен, урманда үҙеңде тотоу ҡәғиҙәләрен ҡабатлау. Ҡырағай хайуандарҙы тышҡы ҡиәфәтенә һәм йәшәйешенә ҡарап айыра белеү.

Тәрбиәүи: балаларҙы үҙ – ара дуҫ булырға өндәү, йылы мөнәсәбәт булдырыу, геройҙарға ярҙам итеү теләге уятыу.

Дәрес барышы:

-Балалар, беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән, әйҙәгеҙ улар менән һаулыҡ һорашйыҡ.

-Балалар, мин һеҙҙе бөгөн урманға сәйәхәткә саҡырам. Һеҙ барырға ризамы? (эйе). Улай булғас юлға сығайыҡ. Үҙебеҙ менән ошо кәрзинде алайыҡ әле, бәлки урманда кәрәк булыр.

-Балалар, тиҙ генә урманда йөрөү ҡәғиҙәләрен иҫкә төшөрөп үтәйек, әле. (слайд) Афарин!

-Әйҙәгеҙ, урманда йәшәүселәрҙе ҡурҡытмаҫ өсөн, шым ғына юлға сығайыҡ.

-Балалар, ә беҙ урманда нимәләр осратырбыҙ икән? (яуаптар)

Ап – аҡ ҡарҙар яуа – яуа,

Яуған ҡарҙы яра – яра,

Эй, атлайбыҙ – атлайбыҙ,

Саҡ ҡына ла арымайбыҙ.

Йүгереп тә алабыҙ, һикереп тә алабыҙ,

Урманға ла етәбеҙ.

-Балалар, бына урманға ла килеп еттек. Урманда ниндәй ағастар үҫә?шыршы. (слайд)

-Шыршы ниндәй төҫтә?(йәшел)

-Шыршының нимәләре бар?(энәләре)

-Ҡарағыҙ әле, балалар, был нимә ул? (боҙҙан эшләнгән мунсаҡ таба)

-Мунсаҡ

-Тотоп ҡарағыҙ әле нимәнән эшләнгән ул?

-Боҙҙан

-Ул, һыуыҡ, еүеш

-Әйҙәгеҙ, әле БОҘ, МУНСАҠ һүҙен әйтеп ҡарайыҡ (ҡабатлау)

-Кем юғалтты икән был матур мунсаҡтарҙы, балалар? Нисек хужаһын табырға? (яуаптар)

-Ярай, һалып алайыҡ әле үҙебеҙ менән, бәлки юлда осратырбыҙ мунсаҡтың хужаһын.

-Балалар, әйҙәгеҙ әле мин һеҙгә бер йомаҡ әйтәм. Яуабын табығыҙ әле

Ағас башында туп һымаҡ,

Ул һикерә шаяра

йә тубырсыҡ эҙләп йыя,

йә ул сәтләүек яра.

Ағасҡа ҡора өйөн,

Ниндәй йәнлек ул? (тейен)

-Эйе, балалар, тейен. Бына тейенде лә осраттыҡ.

-Һаумы тейен.

-Һаумыһығыҙ, балалр.

-Балалар, ҡарағыҙ, әле тейен ниндәй? (бәләкәй)

-Тейендең туны ниндәй? (йомшаҡ, йылы, йөнтәҫ)

-Ә тейендең өйө ҡайҙа?(ағаста)

-Тейен ҡышҡылыҡҡа үҙенә аҙыҡ әҙерләй. Ә нимә әҙерләй икәнен һеҙ әйтегеҙ, әле (бәшмәк, сәтләүек, тубырсыҡ)

-Балалар, беҙҙең кәрзиндә лә тейенгә күстәнәс бар (кәрзиндән тубырсыҡ алып тейенгә бирә)

-Рәхмәт, балалар.

-Тейен, ә ошо мунсаҡты һин юғалтманыңмы?

-Юк, минеке түгел.

-Ярай, балалар, тейен менән хушлашайыҡ та артабан китәйек.

-Барабыҙ, барабыҙ,

Ялан буйлап барабыҙ.

Уң яҡҡа ла ҡарайбыҙ,

Һул яҡҡа ла ҡарайбыҙ.

Нндәй матур мөғжизә,

Тирә – яҡ ап – аҡ төҫтә

-Бәй, бында шыршы аҫтында нимә ултыра ул? (ҡуян)

-Эйе, ҡуян ултыра.Әллә беҙҙән ҡурҡҡан инде, ана нисек ҡойроғо һелкенә.

-Әйҙәгеҙ күрһәтәйек әле, нисек ҡуяндың ҡойроғо һелкенә? (телде уңға – һулға)

Артикуляционная гимнастика.

-Балалар, әйҙәгеҙ ҡуян менән һаулыҡ һорашайыҡ.

-Балалар, ҡуяндың туны ниндәй? (аҡ, йомшаҡ, шыма, йылы)

-Ҡуян ни өсөн ағас аҫтында ултыра? (ул ағас аҫтында бүренән йәшенә. Аҡ булғас ҡарҙа ҡуян күренмәй)

-Ҡайҙа әле, беҙҙең кәрзиндә ҡуянға күстәнәс бар микән? Ул нимә ярата, балалар? (кишер)

-Эйе, кишер (кәрзиндән алып кишер бара)

-Әйҙәгеҙ, ҡуян менән уйнап алайыҡ.

Аҡ ҡуянҡай ултыра,

Ҡолаҡтарын һелкетә.

Бына шулай, бына шулай,

Ҡолаҡтарын һелкетә.

Ҡуян туңа башлаған

Тәпәйҙәрен йылыта

Бына шулай, бына шулай,

Тәпәйҙәрен йылыта.

Ҡуян һаман да өшөй,

Һикергеләп тә ала,

Бына шулай, бына шулай

Һикергеләп тә ала.

-Ҡуянҡай был һинең мунсаҡ түгелме?

-Юҡ минеке түгел.

-Ярай, улай булғас, ҡуян менән хушлашайыҡ, балалар һәм артабан китәйек.

-Ҡарағыҙ, әле балалар был ояла нимә йәшәй икән? (төлкөнө сығара)

-Һаумы төлкө.

-Һаумыһығыҙ балалар.

-Төлкө, ә ниңә һин бойоҡһоң?

-Мин үҙемдең боҙҙан эшләнгән муйынсағымды юғалттым.

-Ҡайғырма төлкө, беҙ балалар менән һинең мунсағыңды таптыҡ бит, эйе бит, балалар.

(кәрзиндән һыулы тоҡсай сығара)

-Бәй, мунсаҡтар ҡайҙа булған? (иреп бөткән)

-Ни өсөн иреп бөткән? (боҙ йылыла ирей)

(Төлкө илай)

-Илама төлкөкәй. Нисек һиңә ярҙам итәйек икән?

-Минең мунсаҡтарым бар ул, тик йыя белмәйем уларҙы.

-Балалар, әйҙәгеҙ йыйып күрһәтәйек әле төлкөгә. (һәр бала епкә берәр мунсаҡ кейҙерә һәм төҫөн әйтә)

-Бына, төлкө, ҡара әле, нисек матур килеп сыҡты. Ҡайғырма йәме, ал ошоно, беҙ һиңә бүләк итәбеҙ.

-Ҙур рәхмәт һеҙгә балалар. Ә, быныһы минән һеҙгә күстәнәс(күстәнәс бирә)

-Рәхмәт төлкө.

-Балалар, һеҙгә бөгөнгө сәйәхәт оҡшанымы? Беҙ ҡайҙа килдек?

-Нимәләр күрҙек?

-Ҡыш көнө рәхәтме урманда?

-Эйе, тик беҙгә ҡайтырға ваҡыт балалар.

Самоанализ занятия «Путешествие в лес»

Занятие проводилось с детьми среднего дошкольного возраста, хотя возраст половины группы детей подходит как вторая младшая группа, в количестве 10 человек на протяжении 20 минут, что соответствует нормам СанПина.
Было подготовлено помещение в соответствие с санитарно-гигиеническими требованиями, продумано расположение демонстрационного и наглядного материала к занятию. Занятие построено с учетом интегративного подхода, предполагающего реализацию задач образовательных областей : социально-коммуникативного, речевого, познавательного, физического, художественно-эстетического развития.

Разрабатывая данный конспект, я прежде всего учитывала: возрастные, психические и индивидуальные особенности детей средней группы. Учитывая все это, определила: цели ,задачи, содержание, форму проведения образовательной деятельности, методы, приемы и средства, необходимые для положительных результатов.

Цель: способствовать накоплению знаний детей о зимнем лесе и дать представлений о жизни диких животных зимой.

Задачи:

1. Социально-Коммуникативное развитие:

• Формировать у детей чувство сплоченности, единства, положительного эмоционального настроя внутри коллектива;

• Учить высказывать свою точку зрения, слушать сверстников и поддерживать беседу.

2. Познавательное развитие:

• Закрепить в сознании детей признаки зимы, сезонные изменения в природе.

3. Речевое развитие:

• Активизировать словарный запас детей;

4. Художественно-эстетическое развитие:

• Развивать чувство прекрасного через зимний пейзаж

5. Физическое развитие:

• Способствовать сохранению и укреплению физического и психического здоровья детей средствами физминутки;

• Способствовать развитию бережного отношения к своему здоровью.

С детьми: - мы наблюдали за сезонными изменениями в природе зимой во время прогулок: читали стихотворения и рассказы о зиме, -рассматривали иллюстрации на зимнюю тематику.- проводили дидактические игры “Выбери правильный ответ”,«Что лишнее?», «Чей след?». “Запомни, назови”; игры и упражнения “Улетают – не улетают”, “Кто, где и как зимует”
По своей структуре занятие построено таким образом, чтобы вызывать и поддерживать познавательный интерес детей.

Первая часть занятия заключалась в создании положительного психологическического настроя на восприятие материала.

В основной части непосредственно (организованная) образовательной деятельности

дети отправились в путешествие в зимний лес.

На занятие была создана атмосфера доброжелательности и эмоционально-положительной отзывчивости детей. С целью сохранения и укрепления физического и психического здоровья детей проводилась динамическая пауза. Встречались

с игрушечными зверушками. Выполняли с ними какие – то задания: отгадывали загадку о белке, игра с зайцем, артикуляционная гимнастика, собирали бусы (для мелкой моторики).

Третья часть-заключительная, подведение итогов.

Методы и приемы работы, используемые на занятие, подобраны в соответствии с образовательными, развивающими и воспитательными задачами.

Основной метод, используемый на занятии – игровой. Также использовались и другие методы: наглядные, словесные и практические.

Готовясь к занятию, я выбирала такие задания, чтобы они были посильны, интересны и выполнимы воспитанниками. Создание положительного эмоционального настроя, последовательная смена видов деятельности, использование физкультурной паузы позволили не допустить физической и эмоциональной перегрузки детей. Поставленные цели и задачи на занятие были реализованы.

....


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Матур да соң кышкы урман

Максат:1.Балаларны кышкы үзгәрешләр,кышкы табигать,кыргый җәнлекләр тормышы белән таныштыру.             -балаларны сәнгать әсәрләренең тагын бер төре-пейзаж белән танышт...

Кышкы урман

Тема:Кышкы урманда.Бурычлар:1)балаларның олылар белән аралашу теләген хуплау,исем һәм сыйфатларны кулланырга өйрәтү:озын колаклы куян,соры бүре;кыргый хайваннарның тышкы билгеләрен һәм гадәтләре...

"Урман кырларга, килде матур көз!"

Урман, кырларгакилде матур көз.Җәй үтте дипҮкенмибез без....

Дәрес-конспект: УРМАН - ЗУР БАЙЛЫГЫБЫЗ.

Максат: Балаларны Татарстан урманнарында яшәүче җәнлекләр белән таныштыру, табигатьнең гаҗәеп бер сихри дөнья булуын төшендерү һәм аңа сакчыл караш тәрбияләү, табигать кочагында  үз-үзеңне дөрес ...