Главные вкладки
Өләсәйемдә ҡунаҡта
план-конспект занятия по окружающему миру (младшая группа)
Ауыл көнкүрешенә сәйәхәт, ҡош-ҡорттар һәм өй ъайуандары тураһында һүҙлектәрен байытыу .
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 15.66 КБ |
Предварительный просмотр:
I кескәйҙәр төркөмендә йомғаҡлау белем биреү эшмәкәрлеге:
“Өләсәйем ҡураһында”
Тәрбиәсе: Хоҙайғолова Н.М.
Өфө – 2025
Маҡсат: йыл буйына алған белемдәрен нығытыу;
-балаларҙың йорт хайуандары һәм ҡоштар тураһында белемен нығытыу, кем нисек ҡысҡырғанын ҡысҡырып күрһәтеү;
- предметтарҙың ҙурлығын билдәләү;
-балаларҙың телмәрен, иғтибарын, хәтерен үҫтереүҙе дауам итеү;
-хайуандарға һөйөү тәрбиәләү, бер-береңә ярҙам итеү, төркөмдә күтәренке кәйеф булдырыу.
Һүҙлек эш: бутый-бутый, атай, әсәй, өләсәй, ҡартай,мин,ғаилә,әтәс, тауыҡ, ат, һыйыр, ҡаҙ,машина, себеш.
Интеграция: танып белеү, телмәр үҫтереү, социаль-коммуникатив, художестволы-эстетик үҫеш.
Йыһазландырыу:
-Өләсәй битлеге менән алъяпҡыс;
-уйынсыҡтар: әтәс, тауыҡ, ат, һыйыр, ҡаҙ,машина, себеш,шалтырауыҡтар;
-һандыҡ, музка колонкаһы;
-себештәр һүрәте, пластилин,таҡта, салфетка.
Белем эшмәкәрлегенең барышы.
Тәрбиәсе балалар менән төркөмгә инәләр һәм түңәрәккә баҫалар.
Тәрбиәсе: Балалар, бөгөн шундай матур ҡөн, әйҙәгеҙбер-беребеҙгә йылмайып күрешеп алайыҡ.
Был мин. (Р.Ураҡсина)
Бына танауым,
Был минең ҡашым,
Күҙем ҡолағым,
Ә бына башым.
Тәрбиәсе: күмәкләшем өләсәйҙең ҡураһын ҡарап киләйек.Ултырғыстарҙы автобус формаһында теҙеп,машина тауышын сығаралар. Тәрбиәсе өләсәй битлеге менән алъяпҡысты бәйләй.
Өләсәй: һаумыһығыҙ, балалар!
Балалар: Һаумы!
Өләсәй: Әйҙәгеҙ минең ҡурама, ниндәй ҡоштарҙы күрәһегеҙ?
-Әтәс.
-Әтәс нисек ҡысҡырыра?
-Ки-ки-ри-күк.
-Тағын ниндәй ҡоштарҙы күрәһегеҙ?
- Тауыҡ.
- Тауыҡ нисек ҡысҡыра?
-Ҡыт-ҡыдаҡ.
-Был ниндәй хайуан?
-Ат
-Ат ниндәй тауыш сығара?
-И-һа-һа.
-Был ниндәй хайуан?
-Һыйыр
- Һыйыр ниндәй тауыш сығара?
-Мө-мө-мө
-Был ниндәй хайуан?
-Һарыҡ
-Һарыҡ ниндәй тауыш сығара?
-Бә-бә-бә.
Өләсәй: Һай, афарин. Әйҙәгеҙ был хайуандарҙы машинаға урынлаштырайыҡ, бәләкәй машинаға һыймай. Балалар ҙур машинаны төркөмдә табып уйынсыҡтарҙы урынлаштыралар, һәм һандыҡҡа тап булалар.
Өләсәй: Әйҙәгеҙ, эсен асып ҡарағыҙ әле.
Балалар һандыҡ эсенән шалтырауыҡтарҙы ҡулдарына алалар өләсәй менән бергә йырлайҙар.
Физкультминутка:
“Яҙ саҡыра “ Н. Дәүләтҡолова музыкаһы, А. Әхмәтғәлиева һүҙҙәре.
Тамсы тама: “Тып-тып,– тип,-
Көн йылынды”, - тип-тип-тип.
Тамсы тама: “Тып-тып,– тип,-
Миңә-тышҡа сыҡ-сыҡ” –тип.
Ҡоштар һайрай :”Сут-сут, - тип.-
Яҙҙар етте”, -тип-тип-тип.
Ҡоштар һайрай :”Сут-сут, - тип.-
Тыуған яҡҡа ҡайттыҡ”,-тип.
Балалар шалтырауыҡты урындарына урынлаштыралар.
Өләсәй:Ишетәһегеҙме илаған тауышты? Был бит минең тауығым, себештәре асыҡҡан икән. Балалар, әйҙәгеҙ миңә ярҙам итегеҙ,зинһар, себештәргә тары армаһы бирергә кәрәк. Әйҙәгеҙ пластилиндан йомарлап ярмалар эшләйек.
Балалар өҫтәлдәргә ултыралар(өҫтәлдәрендә себеш һүрәттәре, таҡта, пластилин) Бергәләшеп ярма тәгәрәтеп себештәрҙе ашаталар.Өләсәй менән хушлашып, автобуска ултырып балалар баҡсаһына ҡайталар.
Йомғаҡлау: Тәрбиәсегә өләсәйҙә нимә эшләгәнен ҡабаттан һөйәйҙәр.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Әсәйемдең байрамы»
Мероприятие посвящено празднованию 8 Марта и проходит с приглашением мам и бабушек. Дети рассказывают стихотворения, поют песни, показывают инсценировки, танцуют. Вначале мероприятия учени...
Кескәйҙәрҙе ауыҙ тел ижады менән таныштырыу:Өләсәйемдең йомғағы.
Маҡсат:Кескәйҙәрҙә ауыҙ тел ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.Тел төҙәткестәр аша балаларҙың телмәрендә башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтелешен нығытыу.Хәтерҙе яҡшыртыу,төркөмдә йылы мөхит тыуҙырыу.Бер-береңә я...

"Өләсәйемдең һандыҡ сере"
quot;Өләсәйемдең һандыҡ сере" Уртансылар төркөмө өсөн яҙ байрамына арналған сценарий....


