"Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре"
статья по обж (младшая группа)

ИСМАГИЛОВА ФИЛЮЗА НИГМАТОВНА

Балалар баҡсаһында ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу мөһим урындарҙа тора һәм ул хәүефһеҙ бала-саҡты булдыра ла. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу балалар баҡсаһынан башлана һәм был тема ҡабатланып, балаларҙың иҫтәренә яңынан-яңы төшөрөлөп торола. Юлда һаҡ булыр кәрәк! Беҙ тиҙлек заманында йәшәйбеҙ. Шуға күрә юл ҡағиҙәләрен белергә кәрәк. Бала өсөн юлда үҙ-үҙеңде тота белеү уның теләү-теләмәүенән тормай. Юл хәрәкәтендә ул иң һаҡланмаған ҡатнашыусы, күп осраҡта баланың юлда үҙен тотошо юлдағы хәлде үҙенсә аңлауынан тора. Юл - машиналар өсөн тәғәйенләнгән, ә тротуар – йәйәүлеләр өсөн. Урамда транспорттарҙың һәм йәйәүлеләрҙең хәрәкәте светофор йәки урам хәрәкәтен көйләүсе ярҙамында тәртипкә һалына. Йәмғиәт транспорттарында тәҙрәнән һонолма, ҡулыңды йәки берәй әйберҙе тәҙрә аша һуҙма. Кескәйҙәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу системалы һәм уларҙы йөҙәтмәй алып барылһа, был төшөнсәләрҙе балалар ныҡлап үҙләштерер. Бының өсөн юлда, урамда, ишек алдында ярашлы хәлдәр ҡулланығыҙ. Бала менән урамда йөрөгәндә юлдағы транспорттар, йәйәүлеләр менән нимә булғанын аңлатыу файҙалы.