Юл хәүефһеҙлеге буйынса ойоштороу эшмәкәрлеге
план-конспект занятия по обж (старшая группа)
Юл хәүеҙлеге буйынса ойоштороу эшмәкәрлеге
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 16.45 КБ |
Предварительный просмотр:
Юл хәүефһеҙлеге буйынса ойоштороу эшмәкәрләге
өлкәндәр төркөмө
Маҡсат: балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу.
Бурыстар:
-балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, билдәләре тураһында белемен нығытыу;
-бәйләнешле телмәрҙе,фекерләүҙе, хәтерҙе, күреү иғтибарын, арауыҡта ориентирлашыу һәләтен үҫтереү;
-юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса ата-әсәләрҙең компетентлығын арттырыу;
-урамда балаларҙы тәртипле, иғтибарлы һәм һаҡ булырға өйрәтеү.
Сюжетлы уйындар: “Гараждар һәм автомобилдәр”, “Шофёр”, “Светофор”
Йыш ҡына юл транспорт ваҡиғаларының сәбәбе булып балалар тора. Был юл хәрәкәт ҡағиҙәләренең нигеҙҙәрен белмәү һәм өлкәндәрҙең балаларҙың тәртибенә битараф ҡарауы килтерә.Икенсе сәбәп-мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың үҙ тәртибен тейешле кимәлдә идара итә алмауы, уларҙың ҡурҡыныс янауын алдан күҙаллау һәләте булмауы арҡаһында, балалар юлға йүгереп сыға.Бала сағында нығытылған ғәҙәттәрҙең ғүмер буйына һаҡланып ҡалыуы билдәле, шуға күрә Юл Хәрәкәте Ҡағиҙәләрен өйрәнеү бөгөнгө көндә төп бурыстарҙың береһе булып тора.
Дәрес барышы:
Тәрбиәсе: Мин һеҙгә бөгөн үҙебеҙҙең музейыбыҙға барып килергә тәҡдим итәм.
Балалар тәрбиәсе менән балалар баҡсаһында ойошторолған “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә” арналған музейға баралар.
Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен беләһегеҙме?Балаларҙың яуаптары.
Тәрбиәсе:Юлда үҙ ғүмереңде һаҡлап ҡалыуҙың иң яҡшы ысулы-был Юл Хәрәкәте Ҡағиҙәләрен үтәү. Бөгөн беҙ юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Тәрбиәсе: Хәҙер мин һеҙгә ҡыҙыҡлы хәл тураһында һөйләйем.
Бер матур, иҫке ҡалала юл сатында өс ут осрашҡандар.Ҡыҙыл, Һары, Йәшел. Улар араһында ҡайһы яҡтыртҡыстың иң мөһим булыуы тураһында бәхәс башлана. Ҡыҙыл төҫ: “Мин иң мөһиме, усаҡ, янғын төҫө, кешеләр мине кургәс тә, алда хәүефлелек барлығын беләләләр. Һары төҫ: Юҡ, мин иң мөһиме!Мин һары төҫ-ҡояш төҫө.Ул дуҫ та, дошман да була ала. Шуға күрә мин иҫкәртәм. Һак булығыҙ!Иғтибар! Ашыҡма! Йәшел төҫ әйтә икән: Дуҫтар уттар, бәхәсләшеүҙән туҡтағыҙ!Мин иң мөһим ут.Үлән, урман, япраҡ төҫө. Мин һеҙгә хәүефһеҙлек һәм тыныслыҡ тураһында иҫкәртәм.Шулай итеп, әгәр яңгыҙ герой ҡыҫылмаһа, ҡаланың киҫелешендә яратҡан яҡтырҡыстар бәхәсе дәуам итер ине.Уның өс күҙе булған, әммә уларҙың төҫтәре булмаған. Ул:”Дуҫтар, бәхәсләшеүҙе туҡтатығыҙ. Һеҙҙең һәр берегеҙ бик сағыу һәм мөһим төҫ.Әйҙәгеҙ, дуҫ булайыҡ! Ҡаланың юлдарында беҙ һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итәсәкбеҙ.” Ҡәҙерле яҡтыртҡыстар шатланғандар.Шул көндән алып, улар юлдарҙа кешеләргә, машиналарға ярҙам итәләр икән.
Ялминуты
Ял минуты
“Мин шофер”
Мин еләм, еләм юлдан еләм (урында атлайҙар)
Мин - шофер, мин - шофер (рулде боралар)
Моторым геүләп эшләй (ҡулдарҙы тәгәрмәс кеүек өйрөлтәләр)
Педалгә баҫып алам да (ярым сүкәйеп алалар)
Алыҫ офоҡтарға еләм (урында йүгерәләр)
Балалар музейҙан төркөмгә ҡайта.
Тәрбиәсе: Бәхәсһеҙ, светофорҙы тыңларға, Хәрәкәт ҡағиҙәләрен ҡаршылыҡһыҙ үтәргә кәрәк.
Тәрбиәсе ҡулына уйынсыҡ светофор ала. –Балалар, светофорҙың төҫтәре тураһында кемден һөйләһе килә? Бер бала сыға һәм һөйләй. Тәрбиәсе: Афарин, яҡшы һөйләнең Ильяс!
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ әле .Балалар түңәрәккә баҫалар, тәрбиәсе туп ала. –Мин һеҙгә тупты ырғытам һәм һорау бирәм, һеҙ тупты тотоп, яуап бирәһегеҙ, тупты кире ҡайтарырһығыҙ.
“Фразаны дауам ит”
1.Юлдан атлап кем килә? ( пешеход-йәйәүле) 2.Юлдан нимә бара? ( машина) 3.Автобусты кем йөрөтә?(водитель) 4. Кайҙа уйнайбыҙ?( балалар майҙансығында) 5.Светофорҙың күҙе нисәү?(өсәү) 6.Автобусты ҡайҙа көтәбеҙ? ( туҡталышта) 7. Светофорҙың йәшел төҫө нимәне аңлата? (юл асыҡ) 8. Ҡыҙыл төҫ нимә әйтә?( юл ябыҡ)
- Афарин, барыгыҙ ҙа дөрөҫ яуап бирҙегеҙ!Юл ҡағиҙәләрен яҡшы бәләһегеҙ икән. Мин һеҙҙең өсөн борсолмаһам да була.
- Әйҙәгеҙ, “Светофор” тигән уйын уйнап алайыҡ. (Уйын «Светофор»). Тәрбиәсе ҡыҙыл түңәрәк күрһәтһә, тик торалар, һары түңәрәк – әҙерләнәләр, йәшел түңәрәк - урында атлайҙар.
Рефлексия.
-Балалар, һеҙгә бөгөн нимә оҡшаны? Ауырлыҡтар булдымы?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҒА УЙЫНДАР ОЙОШТОРОУ БУЙЫНСА КӘҢӘШТӘР
Беренсе ҡағиҙә: уйын баланың һаулығына бер нисек тә хәүеф янамаҫҡа тейеш....

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.
Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...

«Тыуған ауылым- Красноусол» темаһына мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә танып-белеү буйынса белем эшмәкәрлеге
Белем эшмәкәрлеге...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.
Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн ИЗО белем биреү эшмәкәрлеге буйынса конспект
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн ИЗО белем биреү эшмәкәрлеге буйынса конспектТема: Рус матрешкаһыМаҡсат: - балаларҙы рус халҡының ғөрөф ғәҙәттөре,й орттарының биҙәлеше, милли кейемдәре...

Һүрәт төшөрөү буйынса тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге Тема: «Шыршыҡай-ҡупшыҡай»
Эшмәкәрлек ярҙамында балаларҙа ҡышҡы күренештәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу; күҙәтеүсәнлекте үҫтереү, тәбиғәттә ғәҙәти булмаған күренештәрҙе билдәләргә һәм уларҙы һүрәттә сағылдырырға өйрәтеү; һүрәт төшөрөү һә...

