Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.
план-конспект занятия (старшая группа)

Галимова Гульсибар Памировна

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл balalar_baksahynyn_olkndr_torkomond_hlki_2.docx24.77 КБ

Предварительный просмотр:

Балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема: “Тыуған ерем буйлап сәйәхәт”

Маҡсат: Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү.

Бурыстар:

Үҫтереүсе:балаларҙы тыуып үҫкән еребеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырыу.Балаларҙың фекерләүҙәрен,иғтибарҙарын,хәтерҙәрен,уйлау һәләттәрен үҫтереү.Белем алыуға ынтылыш формалаштырыу,бәйләнешле телмәр үҫтереүҙе дауам итеү.

Өйрәтеүсе:Тыуған илебеҙ байлыҡтарын өйрәнеү.

Тәрбиәүи:Балаларҙы үҙ-ара дуҫ булырға,татыу уйнарға өндәү,йылы мөнәсәбәт булдырыу,бер-береһенә ярҙам итеү теләге уятыу,эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу тойғолары уятыу,тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазлау: Салауат Юлаев фотоһы,Мәсетле районы картаһы, милли орнамент менән биҙәлгән һандыҡ,серле ҡумта,таштар,тәжрибә үткәреү өсөн үтә күренмәле һауыт менән һыу,киҫелгән бөжәк һүрәттәре,урманда нимә эшләргә ярай нимә ярамай .

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге барышы:

-Хәйерле көн,хөрмәтле коллегалар!Һаумыһығыҙ!

-Ҡыҙҙар,малайҙар,ҡарағыҙ әле,беҙгә бөгөн ҡунаҡҡа Мәсетле районындағы барлыҡ ауылдарҙан тәрбиәсе апайҙар ҡунаҡҡа килгәндәр.Ә хәҙер апайҙарға ҡарап йылмайып,матур итеп“Һаумыһығыҙ”-тип иҫәнләшәйек.

- Әйҙәгеҙ,ҡыҙҙар,малайҙар түңәрәккә баҫып,бер-беребеҙе сәләмләйек.

-Сәләмләйбеҙ ҡояшты беҙгә нур һипкән өсөн!(ҡулдар өҫтә)

-Сәләмләйбеҙ Ер әсәне беҙгә көс биргән өсөн!(ҡулдар аҫта)

-Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы беҙгә дуҫ булған өсөн!(етәкләшеп ҡулдарҙы һелкәбеҙ, ҙә бер-беребеҙгә ҡарап йылмаябыҙ)

-Ә хәҙер әйҙәгеҙ,түңәрәккә ултырайыҡ.

(Моңло көй яңғырай)

-Тыңлағыҙ әле,балалар,ҡайҙандыр сихри моң ишетелә.Бергәләп эҙләйек әле,ҡайҙан сыға икән был көй ? (эҙләйбеҙ,һандыҡ күреп ҡалабыҙ)Бына ҡайҙан сыға икән был серле көй(һандыҡ янына баралар)

-Был  һандыҡтың эсендә нимәләр бар икән ,ҡарайыҡ әле?

(Һандыҡ эсенән Салауат Юлаевтың  фотоһы һәм Мәсетле районының  картаһы килеп сыға.)

-Балалар,ә һеҙ беләһегеҙме,был һәйкәл кемгә һәм ҡайҙа ҡуйылған?

Балаларҙың яуаптары.

-Әйе,дөрөҫ.Салауат Юлаев башҡорт халҡының милли геройы.Һәйкәл Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярында иң бейек урында урынлашҡан.Ул Өфө ҡалаһына килгән һәр кешене ҡаршы ала һәм оҙатып ҡала.

-Был бик күп йылдар элек булған.Башҡорт халҡы бик ауыр тормошта йәшәгән.Әленән әле башҡорт халҡына дошмандар һөжүм итеп торған,ә иң ҡурҡыныс дошман –монгол-татарҙары булған.Улар башҡорт халҡын да ,урыҫтарҙы ла үҙҙәренә бойһондоророға теләгәндәр.Шул ваҡытта башҡорт халҡы урыҫ халҡы менән бергә татар-монголдарына ҡаршы көрәшкә сыҡҡан һәм еңгән.Әммә  урыҫ батшаларына башҡорттарҙың уңдырышлы ерҙәре оҡшап ҡалған һәм улар башҡорттарҙың ерҙәрен тартып ала башлағандар.Шул ваҡытта Салауат Юлаев халыҡты йыйып,башҡорт ерҙәре өсөн батша һалдаттарына ҡаршы  алышҡа сыҡҡан.

Ә һеҙ беләһегеҙме ,ошо батша һалдаттары менән алышҡан ваҡытта Салауат батыр мин йәшәгән Ләмәҙтамаҡ ауылында ла булып киткән?Һеҙгә ошо хаҡта риүәйәт һөйләп ишеттерәйем әле.Салауат батыр Әй буйында ла үҙ дошмандары менән алышҡан.Әй башҡорттары уның яуына ҡушылып азатлыҡ яулаған.Урындағы халыҡ Салауат ғәскәренә аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән.

Салауат  үҙе тирә яҡ ауылдарҙа йөрөп,ғәскәрҙәрен аҙыҡ,башҡа кәрәк –яраҡ менән тәмьин итеү эшен юлға һалаған.

Ләмәҙ Тамаҡ ауылында Салауат ғәскәренә кәрәк-яраҡ йыйыусы итеп,бәһлеүән кәүҙәле,көрәшсе Динекәй тигән кешене тәғәйенләй.Динекәй йыйылған әйберҙәрҙе  Дыуан Мәсетле ауылына Салауаттың  казначейҙарына алып барып тапшырған.Шунда ул Салауат Юлаев менән бер нисә тапҡыр осрашҡан.Салауат беҙҙең яҡтарҙа оҙаҡ тормаған,Красноуфимскийға ғәскәр алып киткән.Ошо киткәнендә Салауатты батша һалдаттары тотҡандар.Уны тотҡас,кемдәр Салауатҡа ярҙам иткән,уларҙы ла эҙәрлекләй башлайҙар.Тотҡандарын ҡамсы менән һуҡтырып язалайҙар.Ләмәҙ Тамаҡ ауылы халҡы Салауат Юлаев яҡлы 40 лап кешене Ләмәҙ йылғаһы янында  урынлашҡан тауҙа ,Әгәрәү тигән мәмерйәгә йәшереп алып ҡалып өлгөрәләр .Ҡыш буйы уларға аҙыҡ ташып,батша һалдаттарынан алып ҡалалар.

Ә һеҙ,беләһегеҙме,ошо Әгәрәү тауында  мәмерйә әле лә бар.Ниндәй генә сәскә,ниндәй генә үлән үҫмәй ул тау битендә!Беҙ йәй көнө унда дарыу үләндәре,еләк,ҡыр сейәһе йыйырға йөрөйбөҙ.

-Әйҙәгеҙ,бөгөн мин һеҙҙе Әгәрәү мәмерйәһенә сәйәхәткә саҡырам.Ә беҙгә  серле һандыҡтан сыҡҡан карта ярҙамға килер. Картала Ләмәҙ Тамаҡ ауылы ҡайҙа урынлашҡан  икән ҡарайыҡ әле.(картала ҡыҙыл менән билдәләнгән). Һеҙ ниндәй ауылда йәшәйһегеҙ?

Балаларҙың яуаптары.

  • Эйе,һеҙ Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәйһегеҙ.Оло Ыҡтамаҡ ауылы картала бына ошонда,ә Ләмәҙ Тамаҡ ауылы бына ошонда урынлашҡан .Беҙ карталағы һандарға ҡарап хәрәкәт итергә тейешбеҙ.Иң беренсе ниндәй һан тора?

Балалар:Бер  

-Әйе,бер һаны .Беҙ Оло Ыҡтамаҡ ауылынан сәйәхәт итә башлайбыҙ.Ә хәҙер,әйҙәгеҙ,юлға сығайыҡ.Мин һеҙгә һауа шарына ултырып осорға тәҡдим итәм.Һеҙ әҙерме?

Тын алыу күнегеүе “Һауа шарында осоу”

Түңәрәккә торҙоҡ,

Ҡулдар менән тотондоҡ,

Тынды алабыҙ-түңәрәк эсенә киләбеҙ,

Тынды сығарабыҙ-түңәрәкте ҙурайтабыҙ.

Шарыбыҙ әҙер булды (ҡулдар өҫкә)

осоп та киттек беҙ!(сүкәйеп ултырабыҙ)

-Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа килеп төштөк?

                     (Аҡлан һүрәте )

Балалар:Аҡланға.

-Ҡарағыҙ әле,тирә яҡта ниндәй матурлыҡ.Ҡояш ҡарай,ҡар ирей башлаған ,тирә-яҡта яҙ һулышы һиҙелә.Тик бер ниндәй ҙә тереклек күренмәйсе.Ҡайҙа бөжәктәр,ҡайҙа күбәләктәр?Ни өсөн улар осоп йөрөмәйҙәр?

Балаларҙың яуаптары.

-Әйе,балалар,дөрөҫ.Сөнки бөжәктәр көҙ көнө ағас ҡайырыларына инеп йәшенәләр ҙә,ҡышҡы йоҡоға талалар.Әлегә улар ҡышҡы йоҡоларынан уянып сыҡмағандар.Әйҙәгеҙ,беҙ һеҙҙең менән һүрәттәр төҙөйбөҙ һәм был аҡланда ниндәй бөжәктәр йәшәгәнлеген беләбеҙ.

Киҫелгән һүрәтте йыйыу”Бөжәкте төҙө”(ҡамҡа,ҡырмыҫҡа,ҡарышлауыҡ,күбәләк)

-Ә хәҙер әйҙәгеҙ бергәләп һығымта яһайыҡ.Был бөжәктәрҙе нисек һаҡларға була?

Балалар:бөжәктәрҙе тапарға,үлтерергә ярамай.

-Балалар,әйҙәгеҙ артабан юлды дауам итәйек.Картаға карайыҡ әле,беҙгә ҡайҙа юл күрһәтә икән карта?

Балалар:Ике һанына күрһәтә.

Ике һаны артында нрндәй сер йәшерелгәнен белер өсөн артабан атлайбыҙ.

-Барабыҙ,барабыҙ(атлайҙар)

Ялан буйлап барабыҙ.

Уң яҡҡа ла ҡарайбыҙ,(уңға ҡарайҙар)

Һул яҡҡа ла ҡарайбыҙ,(һулға ҡарайҙар)

Һикереп тә алабыҙ,(һикереү)

Сүкәйеп тә алабыҙ(сүкәйеү)

Ниндәй матур мөғжизә,(ҡулдарҙы ситкә йәйеү)

Тирә-яҡ сағыу төҫтә.

(Урман һүрәтен ҡарау)

-Нимә күрәһегеҙ?

Балалар:Урман.

-Урман икәнен ҡайҙан белдегеҙ?

Балалар:Ағастар күп.

-Урманда ниндәй йәнлектәр йәшәй икән?

Балалар:Айыу,төлкө,ҡуян,бүре.

-Бер һүҙ менән нисек атайбыҙ уларҙы?

Балалар:Ҡырағай йәнлектәр.

-Һай афарин,маладистар.Балалар,һеҙ нисек уйлайһығыҙ,урманда тауышланырға яраймы?

“Урманда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре”карточкаларын ҡарап, һәр бер бала нимә ярай,нимә ярамай икәнен мольберт янына килеп әйтеп әйтеп үтә.

-Афариндар,әйҙәгеҙ хәҙер бергәләп һығымта яһайыҡ:урмандағы йәнлектәрҙе,ағастарҙы,үләндәрҙе бергәләп һаҡларға кәрәк.

-Әйҙәгеҙ,картаға күҙ һалайыҡ әле тағын.Картала ниндәй һан ҡалды беҙҙең?

Балалар:Өс һаны.

            (Атлап китеү,тау һүрәтен ҡарау)

-Балалар,беҙ һеҙҙең менән Ләмәҙ Тамаҡ ауылында урынлашҡан Әгәрәү тауына ла килеп еттек. Әгәрәү мәмерйәһенә керә торған урынды күрер өсөн беҙ һеҙҙең менән тау үренә,өҫкә менергә тейешбеҙ.Беҙ һеҙҙең менән әле шул тау итәгендә торабыҙ.

-Ҡарағыҙ әле,бында ниндәйҙер ҡумта ултыра.Тотоп ҡарағыҙ әле,ҡумта ниндәй ауыр.Ҡарайыҡ әле ҡумтала нимә икән?

Балалар:Таштар.

-Дөрөҫ әйттегеҙ.Әйҙәгеҙ ошо таштар менән бәләкәй генә тәжрибә эшләп ҡарайыҡ .

          Тәжрибә “Ташты һыуға һалыу”

-Таштарҙы һыуға һалып ҡарайыҡ .Таш нимә эшләй.Йөҙәме,батамы?Ә  ни өсөн бата?(сөнки таштар ауыр,шуға бата)

-Балалар, бына беҙ һеҙҙең менән Әгәрәү тауынан алынған  таштың сифаты менән дә таныштыҡ.Афариндар.

-Беҙҙең Әгәрәү тауына сәйәхәтебеҙ ошоноң менән тамам.Йәй көнө ата-әсәйҙәрегеҙгә:” Әйҙәгеҙ,Ләмәҙтамаҡ ауылында урынлашҡан Әгәрәү тауына барып,Салауат батыр эҙҙәрен күреп ҡайтайыҡ”-  тип әйтерһегеҙ һәм бергәләп килеп,үҙ күҙегеҙ менән күреп ҡайтырһығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

"Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт" . Тирә - яҡты өйрәнеү, белем биреү эшмәкәрлеге өсөн конспект.

                Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт Маҡсат: - балалар менән  берлектә йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу:- балаларҙың...

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн ИЗО белем биреү эшмәкәрлеге буйынса конспект

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн ИЗО белем биреү эшмәкәрлеге буйынса конспектТема:  Рус матрешкаһыМаҡсат: - балаларҙы рус халҡының ғөрөф ғәҙәттөре,й орттарының  биҙәлеше, милли кейемдәре...