"Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт" . Тирә - яҡты өйрәнеү, белем биреү эшмәкәрлеге өсөн конспект.
методическая разработка по окружающему миру (подготовительная группа) на тему

                  Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт

 

Маҡсат:

 - балалар менән  берлектә йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу:

- балаларҙың  йыл миҙгелдәренең төп билдәләрен әйтә белеү, һорауҙарға тулы яуап бирә белеүҙәрен,  һорауҙарға бәйләнешле яуап бирергә өйрәтеү,  коллективта эшләй белеү алымын үҫтереү:

- логик фекрләй белеү алымын  үҫтереү:

 - тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Эш төрҙәре: уйын, дидактик уйындар, бармаҡтар өсөн гимнастика,

Белем биреү өлкәләре : познание,  речевое,  физическое развитие(безопасность)

 

Йыһазландырыу: компьютер, интерактив таҡта, хайуандар илюстрацияһы , музыка.

  Ойоштороу моменты:

I.   Тәрбиәсе: - Беҙ бөгөн һеҙҙең менән беҙҙең яҡтың тәбиғәте тураһында һөйләшәбеҙ. Һеҙҙең менән йыл миҙгелдәре буйлап  сәйәхәткә сығабыҙ.

       Сәйәхәткә беҙ автобус менән барабыҙ.

Артикуляцион һәм бармаҡтарға күнегеү:

-тәгәрмәстәрҙе һауа менән тултырҙыҡ: (пш-пш)

- бензин багын астыҡ:(ҡулдар менән бороу хәрәкәтен эшләү)

- бензин ҡоябыҙ:(ш-ш-ш)

- бензин багын яптыҡ: :(ҡулдар менән бороу хәрәкәтен эшләү)

 

- машинаны тоҡандырабыҙ :(машинаны тоҡаныу тауышы сығарыу)

-рульдарҙы тоттоҡ ҡуҙғалдыҡ:

 

II. Тәрбиәсе:- 1слайд күрһәтә һәм шиғыр уҡый:

                                         Ерҙең өҫтө ап – аҡ, ап – аҡ,

                                         Эй, ҡар яуған да яуған.

                                         Яландар, ҡырҙар, урмандар

                                         Шул ҡар аҫтында ҡалған.

- Әйтегеҙ әле был ниндәй миҙгел.

Әйҙәгеҙ балалар беҙ һеҙҙең менән йомаҡтар сисеп алайыҡ.

•      2слайд – тәрбиәсе йомаҡ уҡый

•       Булдыра ул тултыра ул

•        Сәтләүек менән өйөн.

•        Беләһеңме был йәнлекте,

•        Исеме уның ....... (тейен) слайдтан тейен һүрәте күрһәтелә.

3-слайд

•      Ана бара хан,

•      Ауыҙы – мороно ҡан(бүре) слайдтан бүре һүрәте күрһәтелә.

 

4– слайд

•      Алпан толпан атлай ул,

•      Ҡышын гелән йоҡлай ул.

•      Теләге – балға байыу,

•      Йә, әйт, ул кем?

•      Ул .......(айыу) слайдтан айыу һүрәте күрһәтелә.

5 –слайд

•      Ҡыҙыл билле ҡыҙ килде,

•      Ҡыланды ла юғалды

•      Был нимә     .....    ? (төлкө) слайдтан төлкө һүрәте күрһәтелә.

6 –слайд

•      Кем үҙенең башында урман йөрөтә ? (мышы) слайдтан мышы һүрәте күрһәтелә.

III.   Тәрбиәсе:(слайдта йомаҡта сискән хайуандар күрһәтелә) Балалар әйтегеҙ әле ниндәй хайуанды ҡышҡы урманда күреүе мөмкин түгел.

 

7 – слайд (дөрөҫ яуаптар).

Әйҙәгеҙ мин һеҙгә тағы бер йомаҡ ҡояйым:

•      Ҡайсы һымаҡ ҡолаҡтары

•      Ҡар шикелле аҡ туны.

•      Эт, ҡоштарҙан аяҡтары

•      Йәһәт ҡотҡара уны.(слайдтан ҡуян һүрәтен күрһәтеү)

Был ҡуян бик асыҡҡан, уға ярҙам итәбеҙме?Әйҙәгеҙ, ҡырпаҡ ҡарҙан саңғылар менән артабан сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Ҡарағыҙ әле, беҙҙең бөтә йәнлектәр ҙә асыҡҡандар, сөнки ҡыш көнө ҡыр хайуандарына аҙыҡ табыуы еңел түгел. Әйҙәгеҙ ярҙам итәйек, ярҙам итәһегеҙме? (хайуандарҙың һүрәттәре төшөрөлгән иллюстрациялар ята, уларҙың алдында ашаған аҙыҡтары буталған , балалар шул аҙыҡтарҙы һәр береһенең алдына һалырға тейеш).

Тәрбиәсе:

- ҡуян нимә ашай?

- мышы нимә ашай?

- терпе нимә ашай?һ.б

- Һай, афарин! Балалар!Хайуандарҙың тамаҡтары туйҙы.

IV. Күҙгә гимнастика.

    Балалар күҙҙәрен йомған ваҡытта йылға тауышы ишетелә.

Тәрбиәсе: - был ниндәй миҙгелгә килеп сыҡтыҡ балалар?

Эйе, ҡыштан һуң яҙ миҙгеле була.

Беҙҙең йылғабыҙға нимәлер булған! Ул бысранған, таҙартабыҙмы?(сүп – сар һауыты бирелә, унда йыйып ситкә сығарып ҡуялар).

Тәрбиәсе: - йылғаны таҙалағас сылтырап ағып китте, һыу төбөндә төрлө таштар ята, әйҙәгеҙ әле, ниндәй геометрик фигураларға оҡшағандар(өсмөйөш, квадрат, тура дүрт мөйөш, түңәрәк һанап сығалар).

V. – Балалар, беҙҙең ауыл эргәһенән дә йылға аға, кемегеҙ уның исемен белә?

- Ул таҙа булһын өсөн беҙ ниндәй эштәр башҡарырға тейеш?(балалар һанап сығалар).

 

      VI.   Балалар артабан сәйәхәт итәбеҙме?Күренмәгән велосипедттың рулен тоттоҡ, киттек сәйәхәткә.(физминутка ,балалар иҙән балаҫҡа ятып велосипедта йөрөү хәрәкәттәре яһайҙар.)

VII.     Тәрбиәсе: - балалар, беҙ һеҙҙең менән ниндәй миҙгелгә килеп еттек

9- слайд .

Йәй  һүрәте. (шиғыр уҡыу):

Йәй - ул сәскә.

Ялан ҡырҙың

Йәйғор төҫөн һайлар саҡ.

Сәскә һутынан йыйылған

Балы менән һыйлар саҡ.

Йәй миҙгеле ниндәй төҫтәргә бай миҙгел? Матур – матур сәскәләр күп, ҡоштар һайрауы  тынмай  урманда.

Иғтибар менән ҡарағыҙ әле (интерактив таҡтала) сәскә һүрәте төшөрөлгән, тик ул күңелһеҙ генә йылмаймай тора.Ул йылмайһын өсөн таждарында ҡуйылған һандарҙы дөрөҫ ҡуйырға кәрәк.(сиратлап сығып  сәскә тажын төҙөйҙәр).

    VIIl.   Балалар сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ,  йылға буйлап икенсе миҙгел көҙ миҙгеленә барабыҙ.Кәмәләргә ултырҙыҡ.(физминутка).

Бер бала шиғыр ятлай

Көҙ миҙгеле.

Көҙгө урман.  Ағастарҙан

Алтын  япраҡ  ҡойола.

Зәңгәр күктән парашюттар

Төшкән кеүек тойола.

 

 Төҫтәргә бик бай миҙгел. Һанап сығайыҡ әле төҫтәрҙе.

Көҙ көнө кешеләр ниндәй эш башҡаралар. Эйе, уңыш йыялар, ҡырҙарҙан иген, баҡсаларҙан  картуф, помидор һ.б. бик күп йәшелсә, емеш – еләкте йыйып алалар.

IX. “Уңыш йыйыу”    уйын – ярыш.

Бер бала кәрзиндән картуф алып сәсеп китә, икенсе бала йыя.

Балалар менән алдан әҙерләп ҡуйған плакатка киптерелгән япраҡтар йәбештереп көҙгө урман эшләү.

Коллектив эш «Көҙгө пейзаж». Япраҡтар йәбештереү.

X. “Йыл эсендә дүрт миҙгел” йырын коллектив менән башҡарыу.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ktp_attestatsiya_no_3.doc475.5 КБ

Предварительный просмотр:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн ИЗО белем биреү эшмәкәрлеге буйынса конспект.

Тема: “Рус матрешка”.

Маҡсат: -балаларҙы рус халҡының ғөрөф ғәҙәттәре, йорттарының биҙәлеше, милликейемдәре, матрешка уйынсығы менән таныштырыу.

Мәсъәлә:

 - матрешканы пластилин менән биҙәгән ваҡытта рус халҡы биҙәктәрен дөрөҫ итеп сағылдыра белеү.

- рус фольклорын сағылдыра белеү.

- пластилин менән эшләгән ваҡытта уны дөрөҫ әүәләй белеү, биҙәй белеү.

- рус халыҡ уйынсығы менән ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

- башҡарған эштәр балаға ғына түгел бүтәндәргә лә ҡыуныс булырлыҡ итеп башҡарыу.

Эш өсөн материалдар: төшөрөлгән йөҙ менән картондан ҡырҡылған матрешкалар ,төрлө төҫтәге пластилиндар, салфеткалар,стека.

Ойоштороу моменты.

Балалар зал уртаһында ярым түңәрәк яһап ултыралар.

- Бармаҡтар өсөн күнегеүҙәр.

Т: Беҙҙең башҡортостанда күп милләтле халыҡ йәшәй .Шуларҙың береһе рус халҡы.Бөгөн беҙ һеҙҙең менән рус халҡының тормош көн күреше, ғөрөф ғәҙҙәттәре менән танышасаҡбыҙ.

    - бының өсөн үҙҙебеҙҙең баҡсала булған мини – музейға экскурсияға барабыҙ.(балалар менән музейға барыу).

  - Рус халҡының йортона барып инһәң унда ҙур ғына булып мейес күҙгә ташланып ултыра.

-Ҡыштың ҡаты һыуыҡтарында балалары өшөмәһен өсөн шунда йоҡларға һалалар.

  • Өҫтәл артында ултырған ҡурсаҡтар нимә кейеп алғандар?
  • Ул уларҙың милли кейемдәре сарафан. Сарафандар байрамға кейә торғандары айырыуса матур була, уларҙы рус халҡына хас булған биҙәктәр арнаменттар менән биҙәлгән була бына уларҙы таҫтамалда күрәбеҙ ,ҡурсаҡтың башында кейгәне кокошник тип атала, егеттәре сәскә ҡуйылған фуражкалар кейәләр.Беҙҙең башҡорт ирҙәре баштарына нимә кейәләр(түбәтәй).
  • Һауыт һабалары ла бик матур һүрәттәр арнаменттар менән биҙәлгән була мәҫьәлән самауыр.

Рус халҡының милли уйынсығы ла бар:йомаҡ сисеү

Шалҡан кеүек тумалаҡ

      Матур биҙәкле яулыҡ аша,

                                              Йылмая көләс йөҙө.

Матур сарафан кейеп,

Шатландыра көн буйы.

Эсендә бөтмәҫ сер бар...

Т: был рус матрешкаһы.Матрешкаларҙы ҡарау. Уларҙың сарафанындағы биҙәктәрҙе ҡарау , яулыҡтарына иғтибар итеү.

     Физминутка. Рус халҡының уйындары бар улар ут аша һикерергә яратҡандар.

  • Интерактив таҡтанан рус халҡының уйындары (бейергә, ярышырға, төрлө уйындар уйнарға яратҡандар)
  • Рус халҡының милли уйынсығы ла бар:йомаҡ сисеү

                      Шалҡан кеүек тумалаҡ

                       Матур биҙәкле яулыҡ аша,

                                 Йылмая көләс йөҙө.

                      Матур сарафан кейеп,

                      Шатландыра көн буйы.

                     Эсендә бөтмәҫ сер бар...

  • Т: был рус матрешкаһы.Матрешкаларҙы ҡарау. Уларҙың сарафанындағы биҙәктәрҙе ҡарау , яулыҡтарына иғтибар итеү.
  • Слайдтар аша матрешкалар һүрәттәрен ҡарау.
  • Балалар миндә матрешкалар бар тик улар ниңәлер моңһоу ни өсөн тип уйлайһығыҙ.
  • Эйе дөрөҫ сарафандары биҙәлмәгән, шуның өсөн. Ярҙам итәбеҙме биҙәргә.

Бармаҡтар өсөн физминутка.

Оҫтаханаларҙағы урындарҙы алдыҡ.

                - матрешканың яулығын биҙәйбеҙ

- Сарафанынына таҡтанан ҡарап оҡшаған биҙәкте төшөрәбеҙ

       - сарафандарға ниндәй биҙәктәр төшөрөргө мөмкин,

-эйе төрлө сәскәләр, емештәр,япраҡ һүрәттәре.

  • Матрешканың яулығын пластилин менән биҙәйбеҙ
  • Балалар пластилиндан калбасалар әүәләйбеҙ.Уларҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп һалабыҙ.Уларҙан сәскәләр һәм япраҡтар яһайбыҙ.
  • Мин һеҙҙе яңы элемент еләк эшләп өйрәткем килә, ҡыҙыл пластилинды өҙөп алып әүәләйбеҙ.

Балалар беҙҙең бик матур матрешка килеп сыҡты. Һеҙҙең был эштәрегеҙҙе мин үҙебеҙҙең мини музейыбыҙға ҡуйып ҡуям бөтә кешеләр ҙә ҡарап шатланһындар.

Һеҙ бөгөнгө көндә үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡтар алдығыҙ.

http://ped-kopilka.ru/upload/blogs/16682_85bb5825de8a74866c79a5cf170b7c6a.jpg.jpg

http://ped-kopilka.ru/upload/blogs/16682_d4e09ad089c736567e81c7384cf7b9e7.jpg.jpg

http://ped-kopilka.ru/upload/blogs/16682_9759f89b067d28e4ef68d6f4c9166414.jpg.jpg

http://ped-kopilka.ru/upload/blogs/16682_7ca1863c3e3c521ac0bcc12bc70a5fd8.jpg.jpg

http://ped-kopilka.ru/upload/blogs/16682_4d99dd4713459fe46774e86d834bc54e.jpg.jpg

http://ped-kopilka.ru/upload/blogs/16682_7d1d0c29c0586e983af77b54f55ee596.jpg.jpg

http://ped-kopilka.ru/upload/blogs/16682_820ff32c77a4b37934ebdd303f1dd5c7.jpg.jpg

http://ped-kopilka.ru/upload/blogs/16682_bb544d0efe351f12a80ff22e4027bcc1.jpg.jpg

http://ped-kopilka.ru/upload/blogs/16682_66b2b9f606bc29ab7d9446e842c74679.jpg.jpg


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Халыҡ -ара берҙәмлек көнөнә белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

В преддверии Дня народного единства в нашем ДОУ прошли тематческие мероприятия,объединенные одной темой-"День народного единства".В ходе мероприятий дети в доступной форме познакомились с ис...

Белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. " Серле ҡурай "

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Темаһы " Серле ҡурай " ( телмәр үҫтереү )...

Һүрәт төшөрөү .Белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә һүрәт төшөрөү белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Темаһы : " Ҡар бөртөктәре "...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....