Һүрәт төшөрөү .Белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.
план-конспект занятия по рисованию (младшая группа)

Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна
Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә һүрәт төшөрөү белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Темаһы : " Ҡар бөртөктәре "

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ikense_keskyzr_oson_dres_konspekty.docx14.67 КБ

Предварительный просмотр:

Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн дәрес конспекты.

Тема: Ҡар бөртөктәре. (рәсем төшөрөү)

Маҡсат: Яңы материал, мамыҡ менән танышыу; ҡар бөртөктәрен бумала менән эшләргә өйрәнеү; ритмға эйәреп хәрәкәттәр эшләү, ябай йомғаҡлау эшләргә өйрәнеү.

Ҡулланылған әйберҙәр: бумала, мамыҡ, төҫлө буяу, аҡ краска, һыу, ҡар һалынған биҙрә, ҡағыҙҙын эшләнгән ҡар бөртөктәре.

Дәрес барышы:

- Һаумыһығыҙ балалар! Кәйефтәр нисек?

Әйҙәгеҙ һәйбәт кәйефтәрҙе апайҙар менән бүлешәйек.

Афарин! Йылы булып китте, рәхмәт балалар.

Әйтегеҙ әлә балалар, ни эшләп тышта һыуыҡ, ҡар яуа? Ниндәй миҙгел етеп килә?

Эйе, дөрөҫ. Ҡыш етеп килә. Схемала күрһәтеү.

(Биҙрә менән ҡар индереү).

Балалар, әйтегеҙ әле минең ҡулымда нимә икән? Эйе, биҙрә.

Уның эсендә ҡар индерҙем һеҙгә.

Кем әйтә ҡар ниндәй төҫтә?

Тотоп ҡарағыҙ әле, ҡар тағы ла ниндәй?

Ҡарҙы ашарға яраймы? Эйе, юҡ, сөнки ул бысраҡ һәм һыуыҡ.

Ә яҡындан ҡараһаҡ, ҡар бөртөктәре ниндәй икән? Кем белә?

Төрлө-төрлө бер береһенә оҡшамаған селтәрҙәр. Тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, матурмы? (Ҡағыҙҙын эшләнгән төрлө ҡар бөртөктәре эленгән).

Ҡыш пейзажы менән һүрәттәр күрһәтеү.

Ағастар ап-аҡ. Ҡар бөртөктәре ни өсөн ағастарҙың өстөнә ятҡан икән? Эйе, ағастар ҡыш көнө өшөмәһен өсөн.

II. Балалар, һеҙ ҡар бөртөктәренең һауала нисек осҡанын күргәнегеҙ бармы? Әйҙәгеҙ әле, апайҙарға ла күрһәтәйек. (Балалар өйрөлә, ел ыңғайына осалар һәм ергә түшәлеп ятауҙы күрһәтәләр ).

Уй, ҡарағыҙ әле балалар, минең ҡулыма ҡар бөртөгө килеп төштө. (Мамыҡ). Балаларға таратып биреү.

Әйҙәгеҙ өрөп ҡарайыҡ, осорҙар микән. Афарин.

Шиғыр уҡыу:

Тау өҫтөндә ҡар-ҡар,

Тау аҫтында ҡар-ҡар,

Шыршы өҫтөндә ҡар-ҡар,

Шыршы аҫтында ҡар-ҡар.

Ә ҡар аҫтында, айыу йоҡлай.

Тш-тш, тауышланмайыҡ.

III. Ә хәҙер балалар, ҡар бөртөктәрен эшләйек.

Кем әйтә, ниндәй төҫ менән эшләйбеҙ? Эйе, аҡ. (Күк ҡағыҙға, аҡ төҫ менән ҡар бөртөктәрен эшләү). Тәүҙә эшләп күрһәтеү. Балаларға ярҙам итеү.

Балаларҙың эшенә анализ эшләү. Маҡтау.

Балалар, ә беҙҙең эшләгән ҡар бөртөктәре ирейме? – Юҡ, сөнки был һүрәт.

Әйҙәгеҙ әле, биҙрәләге ҡарҙы ҡарайыҡ әле. Ҡар иреп бөтөп бара. Ни өсөн икән? – Эйе, сөнки группала йылы.

Иғтибарығыҙ өсөн, ҙур рәхмәт!!!!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт" . Тирә - яҡты өйрәнеү, белем биреү эшмәкәрлеге өсөн конспект.

                Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт Маҡсат: - балалар менән  берлектә йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу:- балаларҙың...

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Халыҡ -ара берҙәмлек көнөнә белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

В преддверии Дня народного единства в нашем ДОУ прошли тематческие мероприятия,объединенные одной темой-"День народного единства".В ходе мероприятий дети в доступной форме познакомились с ис...

Белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. " Серле ҡурай "

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Темаһы " Серле ҡурай " ( телмәр үҫтереү )...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....