"Башкирские народные игры"
картотека

Хасанова Айгуль Камиловна
Башкирские народные игры сформировались в традициях кочевой культуры и связаны с историей башкир, их трудовой деятельностью, бытом и обычаями. Игры воспитывают, развивают в человеке силу, выносливость, ловкость, умения обращаться с людьми, орудиями труда, боевым оружием. Часть игры построено на соперничестве, состязании участников, часть на показе умений , часть преследуют познавательные цели.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл uyyndar.docx38.5 КБ

Предварительный просмотр:

 

Башҡорт халыҡ уйындары

Аяна алтын, кейенә көмөш – балалар уйыны.

Уйнарға теләүселәр түңәрәккә баҫа. Һанашмаҡ әйтеп, бер көтөүсе һайлана. Уны уртаға сығарып, күҙен бәйләйҙәр. Түңәрәк ҡап уртаға бүленеп, ике рәт барлыҡҡа килтерә һәм ҡара-ҡаршы әйтешәләр:

– Күктә-күктә ниҙәр бар?

– Буҙ сәкмәнле йылан бар.

– Күкрәгендә ниҙәр бар?

– Тәңкә менән йофар бар.

– Тәңкәләрен бир миңә?

– Ниңә бирәйем һиңә.

– Йофарҙарын бир миңә?

– Ник бирәйем мин һиңә.

Ике рәт бер юлы: “Аяна алтын, кейенә көмөш”,- ти ҙә төрлө яҡҡа таралышып ҡаса. Шул ваҡытта күҙе бәйләнгән көтөүсе берәйһен тотоп ҡалырға тырыша. Тота алһа, тотолғандың күҙен бәйләйҙәр, тота алмаһа, үҙе тағы көтөүсе булып ҡала. Уйын яңынан башлана.

Алыш— балалар уйыны

Уйнаусылар сүкәйгән килеш тубыҡтарына ҡайыш йәки йүкәнән яһалған дүңгәләк кейәләр. Ҡулдар тубыҡ аҫтына ҡыҫтырыла. Балалар шул килеш һикергеләп йөрөй һәм бер-береһен, ҡулбаштары менән төртөп, йығырға тырыша. Йығылғаны уйындан сыға бара.

Кем аунамай ҡала, шул еңеүсе була. Был уйынды икегә бүленеп тә уйнарға була.

Аҡ тирәк-күк тирәк 

Балалар уҙаҡлашып икегә бүленеп бер-берһенән 20—30 метр йыраҡлыкта теҙелеп баҫалар. Уйнаусылар бер-берһе менән ҡулға-ҡул тотоношалар. Беренсе яктағылар икенсе яҡтағыларға ҡысҡырып таҡмаҡлайҙар:

Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,

Ат башында кимерсәк.

Аҡ тирәк- күк тирәк

беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Ҡаршы яҡтағылар яуап бирәләр:

Ҡап- ҡап ҡабырсыҡ,

Ҡабырсығым кимерсәк,

Уҡ аттым, батманы,

Һәмгелсәгем ҡатманы,

Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк,

Энә менән еп тә кәрәк,
Ҡашығаяҡ йыуылмаған,

Аҡ тирәк күк тирәк

Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк,

Беҙгә иң матур йырсыбыҙ

Алма атлы ҡыҙ кирәк.

Исеме сыҡҡан уйынсы ҡаршы яктар сафын йүгереп барып өҙөп сығарға тырыша. Өҙә алһа, бер уйынсыны эйәртеп үҙ яғына алып ҡайта. Өҙә алмаһа, шул яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә, бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә.

Бәшмәк йыйыу (урыҫ. Сбор грибов) — башҡорт милли балалар уйыны.

Балалар түңәрәккә баҫа. Уйынды ойоштороусы ике уйынсыны түңәрәк эсенә саҡырып сығара һәм уларҙың күҙҙәрен бәйләй. күҙе бәйләнгәндәрҙең аяҡ аҫтына "бәшмәк" рәүешендәге бер нисә әйбер ҡуйыла.

уйынды ойоштороксы күҙе бәйләнгәндәргә бер минут эсендә "бәшмәктәр"ҙе йыйып бөтөрөргә ҡуша. Түңәрәк эсендәгеләр төртөшә-төртөшә "бәшмәк" йыя башлайҙар. Кем билдәләнгән ваҡытта күп "бәшмәк" йыйып өлгөрә, шул еңе-се тип иғлан ителә. Түңәрәк эсенә башҡа уйнаусылар сыға.

Был уйынды ике тигеҙ төркөмгә бүленеп тә уйнарға була.

Ҡара-ҡаршы әйтешеп уйнау
— Һике аҫтында май ҡайҙа?
— Сысҡан ашаған.
— Сысҡан ҡайҙа?
— Һалам аҫтында.
— Һалам ҡайҙа?
— Үгеҙ ашаған.
— Үгеҙ ҡайҙа?
— Һаҙға батҡан.
— Һаҙ ҡайҙа?
— Һайыҫҡан соҡоған.
— Һайыҫҡан ҡайҙа?
— Кәртә башында. 
— Кәртә ҡайҙа?
— Утта янған.
— Ут ҡайҙа?
— Көл булған.
— Көл ҡайҙа? 

— Күккә осҡан.

Бәшмәк йыйыу (урыҫ. Сбор грибов) — башҡорт милли балалар уйыны.

Балалар түңәрәккә баҫа. Уйынды ойоштороусы ике уйынсыны түңәрәк эсенә саҡырып сығара һәм уларҙың күҙҙәрен бәйләй. күҙе бәйләнгәндәрҙең аяҡ аҫтына "бәшмәк" рәүешендәге бер нисә әйбер ҡуйыла.

уйынды ойоштороксы күҙе бәйләнгәндәргә бер минут эсендә "бәшмәктәр"ҙе йыйып бөтөрөргә ҡуша. Түңәрәк эсендәгеләр төртөшә-төртөшә "бәшмәк" йыя башлайҙар. Кем билдәләнгән ваҡытта күп "бәшмәк" йыйып өлгөрә, шул еңе-се тип иғлан ителә. Түңәрәк эсенә башҡа уйнаусылар сыға.

Был уйынды ике тигеҙ төркөмгә бүленеп тә уйнарға була.

Төлкө һәм тауыҡтар — балалар уйыны.

Балалар үҙҙәре араһыннан «төлкө», «әтәс» һайлап ҡуялар. Ҡалғандары «тауыҡтар» була. Төлкө бер ситкә китеп үҙенә оя билдәләй. Тауыҡтар ҙа шаҡмаҡ һыҙып һарай яһайҙар һәм шунда урынлашалар. Шул вакыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар уянып һарайҙан сығалар. Әтәс тауышына үҙ ояһында йоҡлап ятҡан төлкө уяна һәм тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Төлкөнө күргәс, әтәс тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө берәр тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы «әтәс» билдәләнә, алдағы әтәс тауыҡҡа әүерелә.

Төлкө булмайынса ҡалған тауыҡ еңеүсе була.

Кикрикүк – балалар уйыны.

Был уйынды урамда йәки яланда уйнарға мөмкин. Уйнаусылар ике рәт булып бер-бер артлы баҫалар, алда ишһеҙ бер бала була. Ул: “Аҡтыркүктер, бөтәгеҙ ҙә йүгеректер, кикрикүк!” – тип ҡысҡыра.

Был һүҙҙәрҙән һуң иң арттағы иш икеһе ике яҡтан алға йүгерә, ә “кикрикүк” тигән бала уларҙың береһен тоторға тейеш. Теге иш тоталмай яңынан ҡауышһа, баҫтырған бала яңынан көтөүсе була булып ҡала. Көтөүсе береһен тотһа, тотолғаны менән рәттәр алдына барып баҫа, ә ишен юғалтҡан бала, көтөүсе булып, иң алда тора һәм уйынды дауам иттерә.

Ыҫмалабаш – балалар уйыны.

Ҡаҙ ҡанатынан ике ҙур ҡауырһынды алып, уларҙы һырттары менән бергә ҡуйып бәйләйҙәр. Йоҙороҡтай ыҫмаланы йомарлап, уға ҡауырһындарҙың башын теркәйҙәр. Был уйын ҡоралы тулайым ыҫмалабаш тип атала. Уны сәпкә атып, алыҫҡа ташлап йәки һауаға сөйөп уйнайҙар.

Кем ыҫмаланы сәпкә тейгеҙә йәки иң алыҫҡа ырғыта, йә булмаһа иң бейеккә сөйә, шул иң мәргән һәм көслө уйнаусы була.

“Гуси-гуси”, “Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар ҡайтығыҙ” 

-  Гуси,  гуси!   -Ҡаҙҙар,  ҡаҙҙар,  ҡайтығыҙ!

-  Га – га – га.    – Беҙ  ҡайтырға  ҡурҡабыҙ.

-  Есть  хотите? -  Һеҙ нимәнән ҡурҡаһығыҙ?

-  Да – да – да!         -  Яман  күҙле бүренән!

-  Ну,  летите!    -  Бүре  ни  эшләп  ултыра?

-  Нет!  Нет!  Не -  Тешен  ҡайрап  ултыра,

-  Серый  волк             Беҙҙе тешләп  үлтерә.

     Под горой                    -  Дәртегеҙ  булһа,

     Не  пускает             Осоғоҙ ҙа ҡайтығыҙ!

     Нас  домой!

-  Ну,  летите,

    Как хотите,

    Только  крылья

    Сбрегите!

Осто-осто
Уйынсылар теҙелешеп ултыра йәки баҫып тора. Алып барыусы оса торған һәм осмай торған нәмәләрҙе буташтырып әйтә лә ҡулын күтәрә:
-Осто-осто – торналар осто.
-Осто-осто – тырмалар осто. 
-Осто-осто – ҡарғалар осто.
-Осто-осто – арбалар осто.
Башҡалар тик осоусы әйбер әйтелгәндә генә ҡул күтәрергә тейеш. Кем осмай торған әйбер әйтелгәндә ҡулын күтәрә, шул йә алып барыусыны алмаштыра, йә уйындан сығарыла, йә берәй “яза”ға тарттырыла: йырлай, бейей, шиғыр уҡый һ.б.

Сөрәкә уйыны.

-Был уйын өсөн ике таяҡ кәрәк була. Береһен һалаһың, ә икенсеһе менән шул таяҡҡа һуғаһың. Әгәр шул һуҡҡан таяҡ ике тапҡыр әйләнеп сыҡһа, һин еңеүсе булаһың. Шулай итеп, таяҡты әйләндергән һайын берәр мәрәй йыйыла.

Уйындың әһәмиәте:

Уйын баланы көслө итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән. Физик яҡтан ыңғай тәьҫир иткән

Йөҙөк һалыш. Теҙелешеп ултыраһың. Һәр кемдең алдына һалған һымаҡ итәһең дә, берәүһенә генә һалып китәһең. Шанан:
— Йөҙөк кемдә? Әйт, — тиһең, көтөүсе эҙләй. Тапмаһа, уйын дауам итә, тапһа, кемдән таба, шал кеше — көтөүсе була, һин уның урынына ултыраһың.

Ҡырҡташ.

        40 таш алына. Нисә кеше була, улар һәр береһе үҙҙәренә ат алалар. Улар бер-береһенән аттарын алырға тейештәр. Әгәр берәйһе икенсеһенең атын ала икән, шул атынан яҙған кеше атын һатып ала. 40 таштың әҙерәген усына ала һәм ҡулының һыртын ҡуя. Һибелгән таштарҙың бөтәһен дә ҡул һырты менән кире алырға тейеш була. Әгәр берәйһен төшөрһә, икенсе кеше дауам итә. Бер кеше бөтәһенең дә аттарын алып бөтмәйенсә һәм 40 ташты ла бөткәнсе алмайынса уйын бөтмәй. Кем 40 ташты ла йыя, шул был уйындың еңеүсеһе була. Иҫкәрмә: 40 таш та аҡ төҫтә булырға тейеш.

Уйындарҙың әһәмиәте: таштар менән уйнау иғтибарлылыҡты, сослыҡты үҫтерә.  Дөрөҫ һанарға, билдәле бер тәртипкә күнегеүгә өйрәтә.        

        

Себен уйыны.

Биш-алты утын ағасы оҙонлоғонда таяҡ алғандар һәм ергә тағы бер таяҡ ҡаҙап ҡуйғандар. Уның башына “себен” итеп тағы бер таяҡ ҡуйғандар. Шул  ергә ҡаҙалған таяҡтан алып 5-6 һыҙыҡ һыҙғандар. Һәм бер кеше таяҡтарының береһе менән иң яҡын һыҙылған һыҙыҡта тороп “себен”гә бәргән. Әгәр таяҡ “себен” торған таяҡҡа тейеп, “себен” төшә икән, һин мәрәй йыяһың һәм икенсе һыҙыҡҡа баҫып бәрәһең. Унда ла тейһә -  өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә һәм башҡаларына баҫып ташлайһың. Әгәр уйын ваҡытында таяғың тейеп “себен”де төшөрмәһә, икенсе кеше уйынды башлай. Тағы ла һиңә сират килеп етһә, туҡтаған ереңдән түгел, ә киренән башлайһың. “Себен” ҡуйылған таяҡ янында бер кеше торорға тейеш. Ул көтөүсе була. Уйын шулай дауам итә.

Уйындың әһәмиәте:

Был уйын шулай уҡ унда ҡатнашыусыларҙы йыйнаҡлыҡҡа, төҙ итеп бәрә белеүгә өйрәтә.

Бишташ

-Бишташ уйынын уйнар өсөн иң беренсе биш таш алырға кәрәк. Уларҙың берәүһен алаһың, ә ҡалған дүртәүһен иҙәнгә теҙеп һалаһың. Теҙгәндә дүрт ташты дүрт мөйөшкә һалыпға кәрәк. Шунан ҡулыңдағы ташты өҫкә сорғотаң* һәм шул ваҡытта икенсе ташты бергә алып өлгөрәһең. Шулай итеп дүрт ташты алып бөтәһең. Тағы таштарҙы икешәрләп һалып, тағы алаһың. Өсөшәрләп һалып тағы ла шулай алаһың. Дүртәүһен бергә һалып алаң. Ошоларҙы алып бөтөргәс, ул дүрт ташты кәртәгә индерәләр. Кәртәгә индереү шулай уҡ башҡарыла. Ошолайтып уйнайһың  инде был уйынды.

Кәнсир.

-Берәй кәнсир*  эсенә 12-24 таш һалаһың да өҫтөнә ҡуяһың, ә таҡтаны бүрәнә өҫтөнә һалаһың. Кәнсирҙе таҡтаның бер осона ҡуяһың да ҡалҡып торған икенсе  осона ныҡ итеп баҫаһың. Кәнсир эсендәге таштар төрлө яҡҡа тарала. Шуны берәйһе йыя, ә ҡалғандар йәшенәләр. Йыйыусы йәшенеүселәрҙе эҙләй. Әгәр йыйыусы эҙләгән ваҡытта, әле табылмаған берәй йәшенеүсе сығып кәнсирҙе туҙҙырһа, йыйыусы киренән эҙләй башлай. Һәр бер кеше тапҡан һайын таҡтаға һуға бара. Уйын шулай дауам итә.

Уйындың әһәмиәте:

Йәшенмәк уйынының бер төрө булараҡ, уйын баланы иғтибарлылыҡҡа өйртһә, икенсе яҡлап һибелгән таштарҙы йыйғанда уйынсыларға тағы ла әүҙемерәк булыуҙы талап итә, яй ҡуҙғалыусан, ололар әйткәндәй, аяҡ өҫтө йоҡлап йөрөй торған кеше булһаң, был уйында йәшенгәндәрҙе эҙләүсе булып тик йөрөйһөң.

Туп – соҡор уйыны:

Туп – соҡор уйынын уйнар өсөн иң тәүлә һыйырҙың баҡтаһын* алып туп эшләйҙәр. Шунан һәр бер уйнаусы тигеҙ урында бәләкәй генә итеп соҡор ҡаҙый, аҙаҡ тупты тәгәрәтәләр, кемдең тубы шул соҡорға төшә - шул  кеше уйындан сыға бара, кемдеке төшмәй - шул кеше үҙенә мәрәй йыйып бара. Кемдеке күберәк мәрәй - шул еңеүсе.

Уйындың әһәмиәте:

Был уйын да ҡатнашыусыларҙың әүҙем һәм етеҙ булыуҙарын талап итә. Тубыңды тәгәрәтеп ебәргәндә, тиҙлек менән иҫәпләшеү кәрәк: шәп барған туп  соҡорға төшмәй, уйынысыға мәрәй килтерәсәк.

Йәмле таш:

 -Бүрәнә алып, шуның өҫтөнә таҡта һалаһың, шул   уҡ таҡтаның да бер яҡ осона  күп  кенә итеп таш һалаһың. Бер кеше таҡтаның теге яҡ осона баҫһа, таштар тирә - яҡҡа һирпелә, шунан таштарҙы һирпкән кеше, кире йыйып һалырға тейеш. Уйындың шарты: һанап һәр ташты һалырға кәрәк.
           -Беҙ ошо уйындарҙы уйнаһаҡ, малайҙар ҡышын сәкән һуғып уйнай торғайнылар, ә йәйен инде йүгерек уйындар уйнаныҡ.

Уйындарҙың әһәмиәте:

Ҡурсаҡтар тормошҡа әҙерләһә, таштар менән уйын иғтибарлылыҡты, йылғырлыҡты  үҫтергән.

Мәскәй – әбей.

- Бер кеше әсәй, бер кеше Мәскәй әбей, ҡалғандары балалар булып бүленәләр һәм түңәрәккә торалар, әсә кеше  балаларҙы уратып йөрөй:

«Тимер ситән үрәйем

Мәскәй әбей инмәҫкә»,-  тип һамаҡлай ҙа һөткә китә, шул  ваҡыт Мәскәй әбей тыңлап тора ла балаларҙы баҫтырып тота башлай, кем тотола - шул Мәскәй әбей затына  әүерелә бара. Уйын шулай дауам итә.

Уйындың әһәмиәте:

Шулай уҡ тормошсан уйын. Яуыз заттарға ышанмаҫҡа, юҡһа үҙең дә шундай хәлгә ҡаласағыңды төшөндөрә. Етеҙлек, көс, иғтибарлылыҡ талап ителә был уйында.

«Һуҡыр тәкә» уйыны
Бер баланың күҙен яулыҡ менән бәйләйһең. Ҡалғандар бүлмә буйлап унан ҡасып йөрөй. Күҙе бәйләнгән кеше уларҙы тоторға тырыша. Тотолған кеше үҙе һуңынан «һуҡыр тәкә» булып ҡала. 
Һәпәләк
Был уйынды өс-дүрт бала ла уйнарға мөмкин. Берәүҙе, күҙҙәрен бәйләйҙәр ҙә, ишек тотҡаһына тотондоралар. Тотондороп:
Һуҡыр ағай, көтөп тор,
Ишек бауын тотоп тор.
Әбей бутҡа бешерә,
Бабай ашап бөтөрә,
Һыйырҙары баҡыра,
Быҙауҡайын саҡыра,
Үгеҙҙәре үкерә, 
Кәзәләре һикерә,
Дөбөр-дөбөр дөптәтеп,
Тир-тир титәтеп.., —
тип арҡаһынан ҡаға-ҡаға, һамаҡлайҙар ҙа ҡасып китәләр. Күҙҙәре бәйләнгән бала уларҙы тоторға тейеш. Иң беренсе тотолған бала уйынды дауам итә        .

Күҙбәйләш» уйыны
Уйынсылар түңәрәкләп баҫа. Урталағы икәүҙен күҙе бәйләнә. Уйынсылар шым ғына тора. Урталағының береһе: «Һин ҡайҙа?» — тип, икенсеһен эҙләй. Күҙе бәйләнгән уйынсыны түңәрәктән ситкә сығарырға ярамай. Ҡалған уйынсылар уны кәрәкле йүнәлешкә бороп ебәреп торалар. Тоторға тырышыусы уйынсыларҙы уларҙың аяҡ тауышы, тын алыш буйынса эҙләй. Күҙе бәйләнгәне кемде тота, артабан шуның күҙен бәйләйҙәр: һуҡыр килеш башҡаларҙы ул эҙәрләй башлай. Уйын шулай дауам итә. Иң ҡыҙығы шунда: тегеләр бер-береһен эҙләгәндә, түңәрәк яһап тороусы уйынсылар ҡасып китеп бөтөргә лә мөмкин. 

Йәшерәм яулыҡ. 
Балалар түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар. Бер бала яулыҡ ала ла йөҙҙре менән түңәрәк эсенә ҡарап ултырған иптәштәрен тирәләп көйләп йөрөй. 
Йәшәрәм яулыҡ,

 Йәшәрәм яулыҡ 
Йәшел ҡайын аҫтына. 
һиҙҙермәйсә һалып китәм 
бер иптәшем артына. 
шул арала яулыҡты берәйһенең артына һиҙҙермәйсә һалып китә. йыр бөтөп, яулыҡ һалыусы туҡтағас, барыһы ла үҙ тйрәләрен ҡарай. яулыҡ кем янына һалып ҡалдырылған - шул кеше яулык һалыусы булып ҡала. ә тегеһе уның урынына ултыра. уйын шул рәүешле дауам итә.

Гөргөлдәк - йәшенер алдынан әйтелгән һанашмаҡҡа бәйле рәүештә барлыҡҡа килгән уйын исеме:гөр-гөр гөр әтәс, ике тауыҡ бер әтәс тип һанашмаҡ әйтелгән арала уйында ҡатнашыусылар йәшенеп бөтөргә тейештәр.

 Һәпәләк - эҙләүсенең күҙен бәйләп  баҫҡан урынында бер –икене өйөрөлтөп,башҡалар эргәһенән китә,эҙләүсе тотолоусының кем икәнлеген әйтергә тейеш була.

Ашыҡ- эре мөгөҙлө малдың тояғынан алынған һөйәк

Бура һуғыу- бер тигеҙ генә,утын ағасы кеүек ағастарҙы теҙеп ҡуйып алыҫтан тороп икенсе бер ағас менән бәреп йығыу.

Сәкән  һуғыу - хоккей уйыны һымаҡ

Сорғотаң - өҫкә сөйөү тигәнде аңлата

 Кәнсир - консерва ҡалайы

Сүрәтендә - төҫлө,һүрәтендә тигән һүҙ

Баҡта - малдың яҙғыһын ҡойола торған “ҡышҡы туны.

        


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башкирские народные игры

башкирские игры...

Башкирские народные игры

Башкирские народные игры...

Башкирские народные игры.

Консультация для родителей....

Башкирские народные игры

Актуальность данной работы в том, что в последние годы было утеряно много культурных традиций, ранее общепринятых, ушли из жизни многие обряды, обычаи, сопровождающие человека в течение жизни. На сего...

Башкирские народные игры.

Представляювашему вниманию башкирские народные игры....

Башкирские народные игры.

Поиграйте с детьми в игры нашей замечательной республики....

Картотека: «Башкирские народные игры»

Картотека: «Башкирские народные игры»...