Музыканттар менән осрашыу
материал (подготовительная группа)

Ҡаҙырова Рүзилә Назиф ҡыҙы

 Район балалар ижады үҙәгенән өҫтәлмә белем биреү педагогы Йәнбирҙен Нәфис Радик улы балалар менән осрашыуға килде.Педагог гитарала уйнау буйынса белгес ҡыҙыҡлы осрашыу үткәрҙе.Сара йылы һәм дуҫтарса мөхиттә барҙы:музыка һәм ижад донъяһына сумдырҙы. Нәфис Радик улы гитарала уйнау техникаһының нигеҙҙәрен күрһәтте, оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште һәм йәш  музыканттарҙы үҙ йырҙары менән рухландырҙы. Балалар гитара тауыштарының сихрилеген тойоп, көйҙәрҙе тыңланы, хатта ҡайһы берҙәре үҙ аллы тәүге аккордтар сығарырға ла тырышты.

Осрашыу ысын сәнғәт байрамына әүерелде, ҡатнашыусыларға күп кенә ыңғай тойғолар бүләк итте .Педагог бәләкәс саҡтан музыкаль һәләттәрҙе үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне,,хәрәкәттәр координацияһын һәм ритм тойғоһон ярҙам итеүен ассыҡланы.

Беҙ Нәфис Радик улына бындай матур осрашыуға килеүе өсөн рәхмәтлебеҙ һәм тәрбиәләнеүселәребеҙгә музыкаль ҡоралды үҙләштереүҙә уңыштар теләйбеҙ.Был осрашыу музыкаль бейеклектәргә юлдың тәүге аҙымы булһын!

Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Изге осрашыуҙар даирәһе

Иртәнге сәләмләү картотекаһы ...

ГИБДД инспекторы менән осрашыу

Өлкән лейтенант Алтапова Гөлнара Фәнил ҡыҙы, оло һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөм балалары менән мауыҡтырғыс һәм файҙалы  һөйләшеү үткәрҙе. Уның килеүе балалар өсөн мөһим ваҡиға булды, сөнки осрашыу...