асыҡ дәрес "Эт нисек хужа тапҡан",инсценировка
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа) по теме

Ильясова Наиля Ибатулловна

 

Эт урманда йөрөй. Бүре эткэ осрай. Айыу бер кемдән дә ҡурҡмай. Арыҫландан айыу ҡурҡып ҡаса.

Эй, кешенән дә көслөһө юҡ икән был донъяла!.. Батыр хужаға тоғро хеҙмәт итергә, уның менән йәшәргә була.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл инсценировка16.82 КБ

Предварительный просмотр:

                                                                                                             А. Йәғәфәрова

ЭТ НИСЕК ХУЖА ТАПҠАН

(Башҡорт халыҡ әкиәтенән)

Ҡатнашалар:  Э т.            Бүре.          Айыу.          һунарсы.

ШАРШАУ АСЫЛА.

Урман араһында Эт йөрөй, уға күңелһеҙ.

Э т. Урман эсендә яңғыҙым йөрөйөм дә йөрөйөм. Кем менән йәшәргә лә белмәйем. Берәй хужа кәрәк ине, мин уға намыҫлы хеҙмәт итер инем. Яңғыҙ йәшәү ялҡытты. Туҡта, берәйһе осрамаҫмы икән?

Уға ҡаршы Бүре килә.

Э т. Иҫәнме, Бүре?

Бүре. Нимә эшләп йөрөйһөң?

Э т. Бына, үҙемә хужа эҙләйем, мине үҙеңә ал!

Бүре. Дә... (Елкәһен тырнай.) Ярай, мин һинең хужаң булырмын. Әйҙә, бергә киттек.

Китеп баралар, ҡапыл ағас һынған тауыш ишетелә.

Бүре. Әйҙә, ҡасайыҡ, ана, Айыу килә!.. (Ҡасып китә.)

Э т. Их, һин!.. Ҡурҡаҡ икәнһең!.. (Айыу янына килә.) Иҫәнме, Айыу? Мине үҙеңә алһаңсы, мин хужа эҙләйем!

Айыу. Әйҙә, миңә хеҙмәт итерһең. Күптәнән һинең кеүек йәнлек эҙләй инем, бик яҡшы булды. Киттек.

Э т. Бына, исмаһам, хужа!.. Айыу, һин бер кемдән дә ҡурҡмайһыңмы?

Айыу. Мине урман хужаһы, тип йөрөтәләр. Тимәк, тирә-яҡта минән дө көслө хайуан юҡ.

Э т. Булды, ышаныслы хужа таптым.

Китәләр, бер аҙ барғас, Айыу шып туҡтай.

Айыу. Әйҙә, ҡасайыҡ, ана, Арыҫлан килә.

Э т. Ьин дә ҡурҡаҡмы ни, Айыу? Ниңә беҙ Арыҫландан ҡасырға тейешбеҙ?

Айыу. Ул беҙҙе ашаясаҡ.

Э т. Их, ҡурҡаҡ!., һинең менән дә йәшәп булмаҫ, ахыры...

Айыу алпан-толпан атлап китеп бара, Эт Арыҫлан янына килә.

Э т. Иҫәнме, Арыҫлан? һин бөтәһенән дә көслө икәнһең. Миңә хужа була алмаҫһыңмы?

Арыҫлан. Эйе, мин йәнлектәр батшаһы! Минән дә көслө йән эйәһе юҡ тирә-яҡта. Юҡ!..

Эт (шатлана). Хужа таптым, хужа!.. Ул бер кемдән дә ҡурҡмай!

Китәләр, бер аҡланға барып сыгалар, унда кеше йөрөй.

Арыҫлан (аҡырып ебәрә). Ана, кеше килә, беҙҙе үлтерәсәк! Әйҙә, ҡасайыҡ!

Э т. Их, һин, йәнлектәр батшаһы!.. Хужа булһаң да кешенән барыбер ҡурҡа икәнһең!

Арыҫлан урман араһына инеп китә. Эт һунарсы янына килә.

Э т. Мине үҙеңә алсы, зинһар!..

Һунарсы. Әйҙә, миңә хеҙмәт итерһең. Икәүләп һунарға йөрөрбөҙ, күңелле булыр.

Э т. Ә һин Бүре, Айыу, Арыҫландан ҡурҡмайһыңмы? һунарсы. Юҡ, ҡурҡмайым, ниңә уларҙан ҡурҡа, ти? Иптәшкә һин дә булдың, кешегә ғүмер буйы тоғро юлдаш бул!..

Э т. Эй, кешенән дә көслөһө юҡ икән был донъяла!.. Батыр хужаға тоғро хеҙмәт итергә, уның менән йәшәргә була.

Шаршау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

асыҡ дәрес "Эт нисек хужа тапҡан"

башҡорт халыҡ әкиәте менән таныштырыу; әкиәт­те тыңларға, схема ярҙамында һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү; диалогик телмәр үҫтереү, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу; йәмғиәт урынында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен ...

Уртансы төркөмдә көҙгө иртәлек "Ҡырмыҫҡа нисек итеп йәйҙе үткәргән"

Сценарий осеннего утренника для средней группы на башкирском языке...

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…

Баланы яҡшыраҡ аңлау һәм ыңғай тәрбиә биреү өсөн ата-әсәләргә түбәндәге ҡанундарҙы онотмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ:...

Йәнлектәр нисек ҡышлай?

Балаларға уҡығыҙ...

Баланы автомобилдә нисек дөрөҫ йөрөтөргә

Баланы автомобилдә нисек дөрөҫ йөрөтөргә      Ете йәштән кесерәк балаларҙы машина салонында яңғыҙ ҡалдырмағыҙ – туҡталыу урынында бала менән бергә бәлиғ кеше ҡалырға тейеш....