Путешествие в башкирское телевидение
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа) по теме

БАШҠОРТОСТАН ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫНА СӘЙӘХӘТ Белем биреү эшмәкәрлеге интеграцияһы: танып белеү, коммуникатив эшмәкәрлек, социаль үҫеш, нәфис әҙәбиәт уҡыу, һаулыҡ, музыка, художестволы эшмәкәрлек. Маҡсат: балаларҙың әкиәттәр тураһында белемдәрен дөйөмләштереү. Программа эстәлеге:  балаларҙың башҡорт, рус халыҡ әкиәттәре тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү, әкиәт геройҙарына ҡылыҡһырлама бирергә, һорауҙарға тулы һөйләмдәр менән яуап бирергә өйрәтеү, танграм уйынын уйнап, әкиәт геройҙарын һалырға өйрәтеү. Яуап бирергә, яуабыңды дәлилләргә өйрәтеү.  балаларҙың телмәрен, телмәрҙе тойоу һәләтен, күҙәтеүсәнлеген, уйлау һәләтен, фекерләүен үҫтереү.  башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу, нәфис әҙәбиәтте өйрәнеүгә ынтылыш, балаларҙа үҙ ара килешеп эшләү сифаттары тәрбиәләү. Йыһазландырыу: әкиәттәргә иллюстрациялар, һандыҡ, телетапшырыуҙарҙың баш өлөштәре (заставкалар), һүрәттәр, ноутбук, проектор, экран, аудиояҙмалар, танграм, уйынсыҡтар, микрофон, фотоаппарат, саҡырыу ҡағыҙы, “Тамыр” проектының эмблемаһы, театр өсөн атрибуттар – айыу, төлкө, турғай. Алдан үткәреләһе эш: әкиәттәр уҡыу, әкиәтте ролләп һөйләргә өйрәтеү, танграм уйыны уйнау, геройҙарға ҡылыҡһырлама биреү, “Тамыр” проекты тапшырыуҙары тураһында һөйләшеү. Һүҙлек эше: ҡылыҡһырлама, хәйләкәр, көнсөл, яуыз, етеҙ, йылғыр, ҡурҡаҡ, алпан – толпан, реклама, студия, тапшырыу. Методик алымдар һәм саралар: аудиояҙма тыңлау, һорауҙарға яуаптар биреү, һүрәттәр ҡарау, һүрәтләү, йомаҡтар сисеү, төркөмсәләрҙә үҙ аллы эш, һығымта яһау, проблемалы һорау ҡуйыу, шиғыр ятлау, ролләп һөйләү. Дәрес барышы: “Тамыр” тапшырыуынан музыка яңғырай. Балалар тәрбиәсе янына килә һәм ирекле тора. Инеш әңгәмә. (Саҡырыу ҡағыҙы күрһәтеп) - Балалар, беҙҙе бөгөн Башҡортостан телевидениеһына ҡунаҡҡа саҡыралар. Унда балалар өсөн төрлө студиялар бар һәм уларҙа һеҙҙең өсөн тапшырыуҙар әҙерләнә. - Әйтегеҙ әле, “Тамыр” каналының ниндәй тапшырыуҙарын беләһегеҙ? (Яуаптар: Сәңгелдәк, Семәр, Сулпылар, Әкиәт китабы, Башҡорт теоен өйрәнәм ) - Балалар, һеҙҙең телестудияға ҡунаҡҡа барғығыҙ киләме? Әйҙәгеҙ улайһа. Беренсе өҫтәл эргәһенә барабыҙ. “Әкиәт китабы” тапшырыуының заставкаһы күренә. - Балалар, беҙ һеҙҙең менән “Әкиәт китабы” студияһында. Балалар урындарына ултыра. - Бында нимә тураһында һөйләшеүҙе белер өсөн иғтибар менән тыңлағыҙ. (Бер бала “Әкиәт” шиғырын һөйләй.) Бәләкәй генә саҡтан Әкиәт өйрәтә беҙҙе Тыңлап үҫәбеҙ әкиәт. Изгелеккә – игелеккә. Әкиәттәр тыңлаһаң Шуға ла беҙ әйтәбеҙ Күңелдәргә бик рәхәт. Ҙур рәхмәт әкиәткә. - Балалар, уйлап ҡарағыҙ әле, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәбеҙ икән? (Балаларҙың яуаптары). - Ниндәй әкиәттәр була? (Батырҙар, хайуандар, ҡоштар тураһында, тылсымлы әкиәттәр, тормош – көнкүреш әкиәттәре). - Һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы? Һеҙгә уларҙы кем һөйләй, уҡый? (Яуаптар) - Был студияла “Серле һандыҡ” уйыны тәҡдим ителә: һеҙгә һандыҡ эсенән һүрәт алып әкиәт геройын һүрәтләргә кәрәк. Ә ҡалғандар ниндәй герой тураһында һүҙ барыуын һәм ниндәй әкиәттән булыуын билдәләй.  Был герой ике бөркөттөң аяҡтарына тотоноп бейек ҡаянан төшә. (Оморҙаҡ, “Ирәндек”)  Был геройҙың өйө боҙҙан һәм ул салғылы әтәстән ҡурҡа (Төлкө, “Ҡуян менән әтәс”)  Был ҡош тауыҡтарҙы һаҡлай. (Төлкө, “Ҡуян тиреһе ябынған төлкө”)  Ул алтын йомортҡа һала (Сыбар тауыҡ, “Сыбар тауыҡ”)  Был геройҙы айыу кәрзиндә алып бара (Машенька, “Айыу менән ҡыҙыҡай”)  Был хайуан бал ярата, шуға ла ҡойроҡһоҙ ҡала (Айыу, “Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?”)  Ул кешенең башында бер мөгөҙө бар. (Хан, “Ҡурай”)  Был герой баланы бүренән ҡотҡара (Һарыбай, “Һарыбай”) - Бик һәйбәт, һеҙ әкиәт геройҙарын танынығыҙ. “Әкиәт китабы” студияһы тағы ла әкиәттәрҙән өҙөктәр тыңларға тәҡдим итә. Ниндәй әкиәттән өҙөк икәнен кем белә, ҡул күтәреп кенә яуап бирә. Аудиояҙманан әкиәттәрҙән өҙөктәр тыңлау, ниндәй әкиәттән булыуын билдәләү. (“Бүре менән кәзә бәрәстәре”, “Төлкө менән торна”, “Йомарт ҡуян”, “Үгәй ҡыҙ Гөлбикә”) Һәр әкиәтте тыңлағандан һуң һорауҙар бирелә. “Бүре менән кәзә бәрәстәре”  Әкиәттең аҙағында бүре ниндәй яза ала? (Һыулы мискәгә батып үлә һәм эсенән кәзәнең бәрәстәре сыға)  Ысын шулай буламы? Ни өсөн әкиәттә бәрәстәр тере? (Улай булмай, был тылсымлы әкиәт, шуға ла бәрәстәр тере ҡала)  Ни өсөн кәзә бәрәстәрен бүре ашай? (Сөнки улар әсәләрен тыңламаған, бүрегә ишек асҡандар)  Тимәк, нимә эшләргә ярамай? (Сит кешеләргә ишек асырға ярамай) “Төлкө менән торна”  Был әкиәттә нимә тураһында һүҙ бара? (Төлкө һәм торна бер - береһен ҡунаҡҡа саҡырышалар)  Төлкө менән торна дөрөҫ эшләгәндәрме? (Юҡ, ҡунаҡты улай һыйламайҙар)  Әкиәттең аҙағында “Ашҡа – аш, ташҡа – таш” тип әйтелгән. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме? (Яуаптар. Юҡ, сөнки берәйһе насарлыҡ эшләһә лә, уға яҡшылыҡ эшләргә кәрәк, насарлыҡ менән яуап бирергә ярамай) “Йомарт ҡуян”  Ни өсөн ҡуян малайға ярҙам итә? (Сөнки ҡуян ауырығанда малай уны ҡарай, ашата һәм урманға ебәрә).  Был әкиәт нимәгә өйрәтә? (Ауыр саҡта бер – береңә ярҙам итергә кәрәк, йәнлектәргә ярҙам итергә кәрәк, иғтибарлы булырға, яҡшылыҡ эшләргә кәрәк) “Үгәй ҡыҙ Гөлбикә”  Ни өсөн урмандағы әбей Гөлбикәгә алтын – көмөштәр тултырылған, ә Миңлебикәгә йыландар тултырылған һандыҡ бирә? (Сөнки Гөлбикә әбейҙе һәйбәт ҡарай: тәмле итеп ҡоймаҡ бешерә, мунса индерә, сәй эсерә, ә Миңлебикә әбейҙе насар ҡарай)  Әкиәт һеҙҙе нимәгә өйрәтә? (Гел яҡшылыҡ эшләргә кәрәк)  Әкиәт нимә менән тамамлана? (Үгәй әсәй менән ҡыҙын йыландар сағып үлтерә, Гөлбикә менән эте тере ҡала) - Афарин, балалар, “Әкиәт китабы” студияһы әҙерләгән эштәрҙең бараһын да эшләнегеҙ. Был тапшырыу һәр шишәмбе күрһәтелә. Унда төрлө – төрлө әкиәттәр һөйләнелә. - Балалар, арып та киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ “Борсаҡ” студияһына барып, ял итеп алайыҡ. (Музыкаль заставка, картина). Беҙ әкиәттәге йәнлектәргә әйләндек. Ял минуты. Йомшаҡ ҡына ҡуяндар Ҡулдар алда Йоҡонан уянғандар. Кирелеп, һуҙылыу. Ниндәй рәхәт уларға, Һикерәләр яланда. Һикереү. Тик бүрене күрмәйҙәр, Ситтәнерәк йөрөмәйҙәр. Ирекле һикереү. Яланға бүре етә, Хәрәкәт менән бүрене күрһәтеү Ҡуянды ҡыуып китә. Ҡуяндар шәп һикереп ҡаса. - Артабанғы студияны заставкаһына ҡарап танығыҙ әле. (Музыкаль заставка, картина - “Сәңгелдәк” тапшырыуы). Был студияла беҙ һеҙҙең менән әкиәт ҡарайбыҙ. Ә артистарыбыҙ - төркөмөбөҙҙөң балалары. “Айыу менән төлкө” әкиәтен ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Өҫтәл театры (бирсәткә театры) ярҙамында күрһәтелә. - Балалар, беҙ ниндәй әкиәт ҡараныҡ? (“Айыу менән төлкө” әкиәтен) - Әйҙәгеҙ, айыуға ҡылыҡһырлама бирәйек: айыу был әкиәттә ниндәй? (Тиҙ ышана, маҡтансыҡ, һ.б.) - Төлкө ниндәй? (Хәйләкәр, аҡыллы, ерән, һ.б.) - Беҙ инәсәк һуңғы студия ниндәй? (Балалар музыкаль заставка буйынса үҙҙәре әйтә.) Дөрөҫ, беҙ “Семәр” студияһында. - Был студияла нимәгә өйрәтәләр? (Һүрәт төшөрөргә) - Бында беҙ ҙә рәссамдарға әйләнәбеҙ һәм танграм ярҙамында әкиәт геройҙарын теҙәсәкбеҙ. (Талғын музыка яңғырай. Балалар фигураларҙан әкиәт геройҙарын төҙөйҙәр) Ҡуян, төлкө, айыу, арыҫлан, кеше, эт. Төҙөп бөткәс балаларға һорауҙар бирелә: Һәр герой буйынса.  Һин ниндәй геройҙы төҙөнөң? (Төлкө)  Ул ниндәй әкиәттәрҙә осрай? (Әкиәттәрҙең исемдәрен әйтәләр: “Төлкө менән айыу”, “Төлкө менән ҡуян”, “Төлкө менән әтәс”, “Төлкө менән бүре”, “Йомарт ҡуян”, һ.б.) • Ерән, хәйләкәр, сос, етеҙ, аҡыллы – был ниндәй геройға характеристика? • Ҙур, алпан – толпан, ҡурҡыныс, аҡылһыҙыраҡ, тиҙ ышаныусан, көслө; • Ҡурҡыныс, асыулы, һаран, һоро, көслө, әкиәттәрҙә гел алдана; • Йылғыр, етеҙ, ҡурҡаҡ, аҡыллы - Балалар, ҡарағыҙ әле, һеҙҙең менән журналистар ҙа һөйләшергә теләй. (Журналист – бала һорауҙар бирә) - Һеҙ бөгөн нимәләр тураһында һөйләштегеҙ? (Әкиәттәр тураһында) - Беҙҙең тапшырыуҙарҙы ҡарайһығыҙмы? Ниндәй тапшырыу оҡшай? Ни өсөн? (Яуаптар) - Балалар, беҙҙең “Тамыр” студияһының эмблемаһы һәм әкиәттәр буйынса буямдар һеҙгә бүләккә. Йомғаҡлау. Хушлашыу.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

КОНСПЕКТ интегрированного занятия в группе с изучением башкирского языка «Путешествие по Башкортостану»

Цель: Углубить знания детей об истории и культуре родного края — Республики Башкортостан....

Конспект занятия на тему: «Путешествие по башкирским народным сказкам»

Чтение детям башкирских сказок: «Лиса-плотник», «Медведь и пчёлы», «Лиса – сирота», «Лесная девочка», «Гюльгизар», «Заяц у медве...

Проект "Путешествие за вкусным и полезным башкирским мёдом"

Продуктом жизнедеятельности пчёл - является  мёд - ценейший продукт, который дарит нам природа. Башкирский мёд это не только высококалорийный продукт, но и  лечебный продукт используется при...

Картотека «Путешествие по башкирским народным сказкам» для детей

Цель: формирование эмоционального отношения к башкирским наролным сказкам. Задачи:Обучающие: Учить узнавать детей знакомые  башкирские народные сказки, героев сказок с помощью загадок.Формировать...

Интегрированное занятие в старшей группе "Путешествие на луну" (на башкирском языке).

Интегрированное занятие в старшей группе "Путешествие на луну" (на башкирском языке)....