Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү
консультация по развитию речи (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа) по теме

Каримова Ямиля Сайфулловна

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге  балаларҙың телмәрен үҫтереү

Маҡсат:  тәрбиәселәрҙең диалогик телмәр үҫтереү буйынса белемдәрен камиллаштырыу.

Бурыстар:

1.Бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса тәрбиәселәрҙең профессиональ оҫталыҡтарын  үҫтереү;

2. Диалогик телмәр үҫтереү буйынса сериялы сюжетлы  һүрәттәр менән ҡулланырға өйрәтеү;

3. Бер – береңә ярҙам итеү, төркөмсәләр менән эшләгәндә үҙ – ара кәңәшләшеп эшләргә өйрәтеүҙе дауам итеү.

I.“Мейе атакаһы”

1.Телмәр үҫтереү буйынса  Федераль дәүләт белем биреү стандарттары бурыстарын һанап әйтегеҙ;

2. Бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса эш төрҙәрен һанап китегеҙ (предметты тасуирлап һөйләү,предметлы һүрәт буйынса һөйләү, картина – һүрәт буйынса тасуирлап һөйләү, сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләү, сериялы һүрәттәр буйынса һөйләү, ижади һөйләү)

3. “Бәйләнешле телмәр” аңлатмаһына хәрәктеристика бирегеҙ.

4. Нимә ул монологик телмәр һәм диалогик телмәр?

Монологик телмәр психологик яҡтан диалогик телмәргә ҡарағанда ауырыраҡ. Монолог хәтреҙең үҫешенә, телмәрҙең йөкмәткеһенә һәм формаһына иғтибар  талап итә. Монологик телмәр аңлайышлы булһын өсөн тулы һөйләмдәр төҙөй белергә һәм кәрәкле һүҙ менән ҡуллана белергә кәрәк.  Һөйләү белеү аралашыуҙа ҙур роль уйнай. Бала өсөн  ул танып белеү сараһы, үҙенең белемдәрен тикшереү  һәм баһалау ысулы.

Ә  хәҙер төркөмсәләргә бүленеп   һүрәткә ҡарап һөйләү методикаһын иҫкә төшөрәбеҙ.

II. Төркөмсәләр менән эш (2 төркөмгә бүленеп эшләйҙәр. 10минут ваҡыт бирелә. Команданың етәксеһе теманы асып сығыш яһай)

1.“ Йәш үҙенсәлектәренә ярашлы предметлы һүрәт буйынса һөйләү методикаһы”

2. Сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләү методикаһы

Шулай итеп, мәктәпкәсә йәштәге балалар  менән ике төрлө һөйләү телмәре бар: үҙ һүҙҙәрең менән  ҡабатлап һөйләп биреү (пересказ), хикәйә төҙөү.  

Хикәйә –  ниндәй ҙә булһа хәлде үҙ аллы төҙөп һөйләү.

Формаһы буйынса хикәйләр тасуирлы һәм сюжетлы булыуы мөмкин.  

Тасуирлап һөйләү – ниндәй ҙә булһа предеметтың йәки күренештең айырым үҙенсәлектәрен асып һөйләү.  

Тасуирлап һөйләҙең үҙ структураһы бар.

  • Иң башта предмет тураһында әйтелә,
  • аҙаҡ  предметҡа хас булған сифаттар һанап үтелә.
  • Предметтың  өлөштәре атап әйтелә,
  • тәғәйенләнеше асыҡлана, һәм уның менән нимә эшләргә була икәне асып күрһәтелә.  

Һүрәткә ҡарап һөйләү

Кескәйҙәр төркөмөнән әҙерлек эше башлана. 3-4 йәшлек балалар үҙ аллы тасуирлап һөйлә белмәйҙәр. Шуның өсөн тәрбиәсе ярҙамсы һорауҙар бирә. Тимәк, һүрәттең мәғәнәһенә ҡағылышлы һөйләү тәрбиәсе әҙерләгән һорауҙар ярҙамында билдәләнә.  Һүрәт төркөмдә 2-3 аҙнаға күренгән урынға эленп ҡуйыла.  

Уртансылар төркөмөндә предметлы һүрәттәр бик киң ҡулланыла.Был йәш төркөмөндә балаларҙың үҙ аллы тасуирлап һөйләү күнекмәләре үҫешә һәм артабан өлкәндәр төркөмөндә камиллаштырыла. Һүрәткә ҡарап балалар бер төрлө йөкмәткеле  бер – нисә һөйләм төҙөйҙәр. Балалар тәрбиәсе өлгөһөн иғтибар менән  тыңлайҙар

Ә инде өлкөндөр төркөмөндә балалар үҙаллы хикәйә төҙөй алалар. Тәрбиәсе өлөгөһөнә ярашлы һөйләргә тырышалар. Тәрбиәсе  һүрәттә  балалар һиҙмәгән  өлөшкә ныҡ иғтибар бирәләр. Башҡалары тураһында балалар үҙ аллы тасуирлап һөйләйҙәр.  

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә лә һүрәттәр бик актив ҡулланыла. Уҡыу йылы барышында балаларҙың телмәрҙәре байый, арта бара.

Тик ҡулланылған һүрәттәргә айырым талаптар бар икәнен онотмайыҡ.

Һүрәттәргә талаптар :

  • Һүрәт тормошсан булырға тейеш, йәғни ысынбарлыҡты сағылдырыусы;
  • Һүрәт юғары сифатлы;
  • Һүрәттең йөкмәткеһе аңлайышлы булырға тейеш;
  • Балаларҙың йәш үҙенсәлеген иҫәпкә алырға тейеш.

Балаларҙың белемдәрен системаға һалыу өсөн һүрәттәрҙе төркөмсәләп һаҡлау мөһим. Мәҫәлән: йорт һәм ҡырағай хайуандар, йәшелсәләр, емеш – еләктәр, һауыт – һаба, йорт йыһаздары, кейем – һалым  һ.б.

Картина менән эш итеүгә дөйөм талаптар:

1. Картиналар буйынса эште кескәй төркөмдәрҙән башларға;

2. Сюжет һайлап алғанда  һүрәттәге объекттар һанына иғтибар итергә кәрәк. Кескәйҙәр төркөмөндә һүрәтләнгән объекттарҙың һаны әҙ булырға тейеш;

3. Картина буйынса беренсе уйындан һуң һүрәт төркөмдә 2-3 аҙнаға ҡалдырыла;  

4.Уйындар төркөмсәләр менән йәки индивидуаль ойошторолоуы мөмкин; картина рассказ мышление речь

Сюжетлы һүрәттәр менән эш ике ойошторлған эшмәкәрлектә алып барыла. Беренсе эшмәкәрлектә балалар һүрәт менән  танышалар. Икенсе эшмәкәрлектә балалар хикәйә төҙөйҙәр.  

Сюжетлы һүрәттәр ярҙамында  һөйләргә өйрәтеү түбәндәге этаптарҙан тора:

1.Балаларҙы һүрәттең  йөкмәткеһен ҡабул итеүгә әҙерләү (әңгәмәләр, нәфис әҙәбиәт уҡыу һ.б.) 

 2.Йөкмәткеһен тикшереү.

3. Хикәйә төҙөргә өйрәтеү.

4. Балаларҙың хикәйәләренә анализ.

Методик алымдар:

  • тәрбиәсенең өлгөһө;
  • һүрәт фрагменттары буйынса хикәйә төҙөү;
  • хикәйәнең планын төҙөү;
  • хикәйә төҙөү буйынса коллектив эш.

Сюжетлы картина менән эш һөҙөмтәле үтһен өсөн тәрбиәсе  төрлө уйындар һәм күнегеүҙәр индерә ала. Мәҫәлән:

·  уйын күнегеүе «Кем күберәк күрер?» (бала һүрәттә бирелгән төҫтәре, тәғәйенләнеше, ниндәй материалдан эшләнгәне буйынса һүрәттәге предметтарҙы таба);

·  уйын - күнегеү «Кем яҡшыраҡ иҫтә ҡалдырыр?» (Бала һүрәттәге персонаждар ниндәй хәрәкәттәр эшләгәнен иҫләргә тейеш  була);

· уйын - күнегеү «Кем иң иғтибарлы?» ( Педагог башлаған һөйләмде мәғәнәһе буйынса һүҙҙәр ярҙамында һөйләп бөтөрәләр);

·  уйын  «Тылсымлы сылбыр» (балалар берәр яңы һүҙ өҫтәп һүрәткә ҡарап һөйләмдәр төҙөйҙәр);

·  уйын күнегеү «Һөйләм төҙө» ( балалар һүрәткә ҡарап бирелгән һүҙ йәки һүҙбәйләнеш  яраҙмында  һөйләмдәр төҙөйҙәр);

·  уйын «Эмоциялар кубы» (балалар бирелгән эмоция билдәһе ярҙамында картинаға ҡарап һөйләмдәр төҙөйҙәр);

·  ижади уйын «Уйлап тап» ( һорауҙар һәм күрһәтмәләр ярҙамында картинаның ябып ҡуйылған өлөшө йөкмәткеһен  күҙ алдына килтереп һөйләйҙәр);

·  уйын «Хатаһын тап» (тәрбиәсе  һүрәт буйынса хикәйә төҙөгәндә юрамал хата ебәрә. Балалар хатаны табып хикәйәне төҙәтәләр);

·  картинаға “инеү” алымы  ( тәрбиәсе балаларға үҙҙәрен һүрәттәге персонаж итеп күҙ алдына килтерергә тәҡдим итә. “Һүрәт йәнләнде икән, ти. Һеҙ нимә ишетер инегеҙ?” );

·  “Ябыҡ экран” алымы  (һүрттең бер фрагменты ғына күрһәтелә. Ҡалған өлөштәре  экран менән ябылған. Балалар һөйләмдәр төҙөйҙәр.Бындай эш һүрәттең бөтә фрагменнтары буйынса лә эшләнелә. Аҙаҡ һөйләмдәр хикәйәгә берләштерелә) ;

·  уйын «Һорау бир». (һүрәт йөкмәткеһен тикшергән ваҡытта тәрбиәсе балаларға күрһәтмә һорауҙар бирә. Был һорауҙарҙан план килеп сығырға тейеш. Тәүҙә тәрбиәсе һорауҙар бирә, һуңынан балалар. Был эш һүрәт йөкмәткеһен нығытырға ярҙма итә һәм балаларҙы  һорауҙар бирергә өйрәтә).

III. Сериялы һүрәттәр буйынса һөйләргә өйрәтеү

Эш формаһы - коучинг

Этаптар: (таҡтала яҙыла)

  1. Нимә белергә теләр инегеҙ? (мотивация)
  2. Нисек белә алабыҙ? (план төҙөү)
  3. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? (планды тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләү)
  4. Ниндәй һөҙөмтәгә ирештек? (үҙбаһа)

Хөрмәтле коллегалар! Һеҙ балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү буйынса  төрлө алымдар өйрәндегеҙ. Беренсеһе – предметлы һүрәткә ҡарап һөйләү, икенсеһе – сюжетлы һүрәткә ҡарап һөйләү.  Сюжетлы һүрәттәр ниндәй булыуы мөмкии? (яҙыла)

  • бер һүрәт;
  • бер нисә сериянан торған сюжетлы һүрәттәр.

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса нимә белергә теләр инегеҙ? (таҡтала яҙылып бара)

  • Нимә ул сериялы һүрәттәр?
  • нисек ҡулланырға?
  • ниндәй төркөмдәрҙә ҡулланырға?

Был турала нисек белем алырға була? (таҡтала яҙылып бара)

  • методик ҡулланмаларҙан уҡып белергә
  • коллеганан һорарға
  • интернет ресурстары аша

Был теманы мин һеҙгә асырға ярҙам итәм. Беҙгә нимә эшләргә кәрәк инде? (таҡтала яҙылып бара)

  • сериялы һүрәттәр  нимә икәнен аңларға;
  • сериялы һүрәттәр менән йәш үҙенсәлегенә ярашлы эш итергә өйрәнергә.

Шулай иткәс ниндәй һөҙөмтәләргә ирешергә була?

  • сериялы һүрәттәр ярҙамында балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫешә;
  • фекерләү,  уйлау операциялары үҫешә;
  • үҙ – аллы  хикәйә төҙөп һөйләргә өйрәнәләр;
  • һүҙлек запасы арта;
  • грамматик яҡтан дөрөҫ, тулы һөйләм төҙөй башлайҙар.
  • иғтибар, хәтер үҫешә.

Шулай итеп, беҙ сериялы һүрәттәр буйынса балалар менән эш итеү планын төҙөнөк.

Һеҙгә баланс тәгәрмәсен тултырырға тәҡдим итәм. Ул  бер нисә өлөшкә бүленгән: хикәйә төҙөү структураһы; сериялы һүрәттәр буйынса һөйләргә өйрәтеү маҡсаты; сериялы һүрәт буйынса һөйләү методикаһы; һөйләргә өйрәтеү этаптары. (тәрбиәселәр баланс тәгәрмәстәрен тултыралар) 

1. Сериялы һүрәт нимә ул? (таҡтала яҙып бара)

Сериялы һүрәттәр – бер сюжетҡа ҡоролған һүрәттәр теҙмәһе. Уларҙың айырым тематикаға бәйле булыуы мөһим.

2. Нисек итеп сериялы һүрәтәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтерегә? Бының өсөн эште нимәнән башларға? (яҙып бара)

     -   Хикәйә төҙөү структураһын бергәләп иҫкә төшөрөргә йәки бирергә (хикәйәнең башы, уртаһы һәм аҙағы була);

  • Тема һайларға;
  • Темаға ярашлы сериялы һүрәттәр табырға;
  • Һүрәттәрҙе мәғәнәһе буйынса теҙеп һалырға;
  • Балалар менән һүрәт темаһы буйынса әңгәмә ойошторорға: һүрәттә нимә төшөрөлгән?  Һүрәткә исем уйлағыҙ. Беренсе һүрәттә нимә күрәһегеҙ? Икенсе һүрәттә? Һ.б. Шарт:  һүрәттәр буйынса балаларға аңлайышлы һорауҙар бирергә.
  • Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөргә тәҡдим итергә: (беренсе һүрәт буйынса һөйләргә тәҡдим итергә; икенсе һүрәт буйынса һөйләргә;

      өсөнсө һүрәткә ҡарап һөйләргә тәҡдим итергә);

  • Һөйләү өлгөһө бирергә;
  • балаларға өлгөгә ҡарап һөйләргә тәҡдим итергә.
  • Коллектив менән һөйләргә тәҡдим итергә.

Был беренсе этап.

Икенсе этапта нимә эшләргә мөмкин? (таҡтала яҙып барыла)

  • Бер темаға бәйле сериялы һүрәттәр тәҡдим итергә. Балалар үҙҙәре һүрәттәрҙе эҙмә - эҙ һалып һөйләйҙәр;
  • Тәрбиәсе башын һөйләй, балалар дауам итәләр йәки киреһенсә тәрбиәсе уртаһын һөйләй, балалар башын һөйләйҙәр.
  • балалар һәр һүрәтте айырым – айырым һөйләйҙәр (берәү башлай, ҡалғандары дауам итә)

Өсөнсө этапта нимә эшләйбеҙ? (таҡтала яҙып барыла)

Таҡтаға сериялы һүрәттәр эленә, уларҙың берәүһе генә асылған, ҡалғандары асылмаған:

  • бер бала асылған сюжет буйынса һөйләмдәр төҙөй;
  •  башҡалар асылмаған һүрәттәр буйынса һөйләмдәр уйлап сығарып һөйләйҙәр;
  • аҙаҡ бөтә һүрәттәр ҙә асыла һәм балалар  асылған сюжеттарға ҡарап  хикәйә төҙөйҙәр.

Ниндәй йәш төркөмөндә сериялы һүрәттәр   менән ҡулланырға мөмкин? (өлкәндәр төркөмөнән башлап)

Нисек итеп балаларҙы активлаштырырға була?

Ижади хикәйәләр төҙөү аша:

  • Тәрбиәсе хикәйәнең башын һөйләй башлай,бала уйлап сығарып дауам итә;
  • тәрбиәсе биргән план буйынса уйлап сығарып һөйләү;
  • тәрбиәсе тәҡдим иткән тема буйынса уйлап сығарып һөйләү.

Тәрбиәсе ниндәй методик алымдар ҡуллана ала?

  • “картинаға инеү” алымы;
  • метафоралар һәм йомаҡтар төҙөү алымы. Метафораны тәрбиәсе үҙе төҙөй һәм балаларға уйлап табырға тәҡдим итә.(”Һүрәттә нимә йәки кем тураһында метафора төҙөлдө?”)  Йомаҡты балалар картиналағы объектҡа ҡарата үҙҙәре төҙөйҙәр;
  • ТРИЗ  технологияһы буйынса объекттарҙы ваҡыт буйынса үҙгәртеү.Был хикәйә - фантазия төҙөү. Конкрет объект алына һәм  хәҙерге ваҡыт буйынса уны тасуирлап һөйләргә тәҡдим ителә. Аҙаҡ , ул элек нимә булған, киләсәктә нимә булыуы мөмкинлеге тураһында һөйләмдәр уйлап сығарыла;
  • Каталог алымы. Тәрбиәсе ҡағыҙ биттәренә төрлө мәҡәлдәр яҙып сыға.Балаларға ниндәй ҙә булһа мәҡәлде тартып сығарырға тәҡдим итә. Бала мәҡәлде тартып сығарғас, тәрбиәсе уны уҡый һәм ни өсөн картина шулай  атала икәнен асыҡлай.  

Шулай итеп, сериялы һүрәттәргә ҡарап һөйләргә өйрәтеү һөҙөмтәле булһын өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ:

  • Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын һаҡлаҡ маҡсатында һөҙөмтәле эш алымдары ҡулланыу;
  • сериялы һүрәттәр буйынса һөйләрәгә өйрәтеү эшмәкәрлектәренә һүҙлек запасын байытыу, грамматик яҡтан дөрөҫ һөйләмдәр төҙөү  буйынса күнегеүҙәр  индерергә кәрәк;
  • Кәрәк булһа аныҡ план төҙөү мөһим;
  • сериялы һүрәттәр буйынса хикәйә төҙөү өсөн асыҡ төҫлө, аңлайышлы эре артыҡ деталдәре булмаған  һүрәттәр тәҡдим итергә;
  • Сериялы һүрәттәр буйынса хикәйә төҙөү өсөн хикәйә төҙөүҙең төрлө варианттарын тәҡдим итергә. Был балаларҙың логик фекерләүен, фантазияһын үҫтерә.

Практик эш. Сериялы сюжетлы һүрәт буйынса хикәйә төҙөү (тәрбиәселәргә төрлө темаларға ҡағылышлы сериялы һүрәттәр тәҡдим ителә)

Педагогтарға баланс тәгәрмәсен тултырырға тәҡдим ителә. (тәгәрмәс секторҙары буйынса түңәрәк формаға әйләнә. Тимәк тәрбиәселәр кәрәкле белемдр ала алған)  

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...

Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүсе уйындар.

Башҡорт балалар баҡсаһында балалар өсөн бармаҡ уйындары...

Түбән Йәркәй “ Баланы үҫтереү үҙәге - балалар баҡсаһы”ның уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш

Уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш планы...

«Музыка аша балаларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү»

Музыка эшмәкәрлеге әлбиттә  сәләмләү менән башлана:   Хәйерле иртә алһыу таңдарғаХәйерле иртә зәңгәр һыуҙарғаХәйерле иртә зифа талдарғаХәйерле иртә барлыҡ дуҫтарғаХәйерле иртә наҙл...

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү хикәйә "Көсөк"

Маҡсат: тәрбиәләнеүселәрҙең монологик телмәрен үҫтереүБурыстар:1.Бәйләнешле телмәр үҫтереү2. Могологик телмәр үҫтереү буйынса сериялы сюжетлы  һүрәттәр менән ҡулланырға өйрәтеү,хикәйәне тулы...

“Музыка аша балаларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү” темаһына мастер-класс.

ldquo;Музыка аша балаларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү” темаһынамастер-класс....