Һөнәрҙәр
картотека по развитию речи (младшая, средняя, старшая группа) на тему

Ахмедьянова Гульнара Наиловна

 Телмәр үҫтереү дәреслегенә  башҡортса  һөнәрҙәр тураһында  шиғырҙар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл honrzr.docx13.91 КБ

Предварительный просмотр:

Ниндәй һөнәр эйәһе?   Гөлфиә Юнысова

Кем була?

ңы өйгә стена яһап,

Кирбестәрҙе теҙеүсе.

Һылаусы ла, буяусы ла,

Кем була ул?....се.

Закон сығара.

Халыҡ уны һайлай уны,

Түгел беҙгә һис тә ят.

Эше-закондар сығарыу,

Вазифаһы-депутат.

Дирежер

Ҙур сәхнәгә сығып баҫҡан

Күмәк йырын һуҙа хор,

Хор менән идара итә

Таяҡ тотҡан дирежер.

Фудболист

Йүгерә ул, һикерә ул,

Әкрен йөрөй белмәйсе.

Һайлаған эш-туп тибеү

Вазифаһы-футболсы.

Кемдәр именлек һағында?

Ватан именлеген ҡурсап,

Һалдаттар тора һаҡта.

Хеҙмәт иткәс һағынышып

Ҡайтырҙар тыуған яҡҡа.

Маҡтап һата

Уға килгән кешеләрҙән

Юҡтыр буш ҡул ҡайтыусы.

Аҙыҡүлек кейемдәрҙе

Маҡтап һата һатыусы.

Балыҡ менән һыйлай.

Сабаҡ, йәйен, суртандарға

Ау, йә ҡармаҡ һалыусы,

Ҡурған балыҡ менән, һурпа менән

Һыйлай беҙҙе балыҡсы.

Туйындыра

Үҙ эшеңдең оҫтаһы ул,

Ни бешерһә лә шул яҡшы.

Аҡ ҡалпаҡлы, йөҙө яҡты,

Туйындыра ашнаҡсы.

Сәйәхәт ярата

Арҡаһына рюкзак(биштәр) аҫҡан,

Арымай, талмай һис,

Юл, сәйәхәт яратыусы

Оптимист кеше-турист.

Көй яҙа

Өр-яңы моң ишетелә,

Тын ғына тыңлап ултыр.

Онотолоп, илһамланып

Көй яҙа композитор.

Көндәлек тормошто яҙа

Ҡаҙан таба бөтмәҫ илһам,

Ҡайҙан ала рухи көс?

Кеше, ил, донъя хәлдәрен

Яҙып сыға журналист.

Таңдан китә, кис ҡайта.

Таңдан алып кискә тиклем

Ялан, ҡырҙар үтеүсе.

Туҡ малдарын өйгә әйләп

Ҡайтып килә көтеүсе.