"Бармаҡ уйындары"
картотека по развитию речи
Предварительный просмотр:
Гномдар
Йәшәгәндәр был өйҙә
Бәләкәй генә гномдар:
Токи, Бики, Лики, Чики, Микки.
(бәләкәй бармаҡтан бөгөп күрһәтә башла).
Берәу, икәү,өсәү, дүртәү, биш
Кер йыуыу иң яратҡан эш.
(ҡулды ҡулға ышҡып күрһәтәбеҙ).
Токи-күлдәк, (бармаҡтарҙа күрһәтәбеҙ)
Тики-ҡулъяулыҡ,
Мики-салбар,
Чики-носки,
Иң аҡыллы Микки
Һәр берһенә һыу ташый.
Әфлисун
Әфлисунды бүләбеҙ
(һулаҡай йоҙроҡто уң ҡул менән ҡаплайбыҙ)
Ул берәү- ә беҙ күмәк
Был өлөш – терпегә,
Был өлөш – сәпсеккә,
Был өлөш – бесәйгә,
Был өлөш – өрәккә,
Был өлөш – ҡондоҙға
Ә бүрегә – ҡабағы.
(бармаҡтар менән ҡулды ҡағабыҙ).
Кәмәлә
Һыу буйлап йөҙә кәмә
Ул йөҙә бик йыраҡтан.(дулҡындар эшләйбеҙ)
Дүрт ҡыйыу моряк унда( дүрт бармаҡ күрһәтәбеҙ).
Ҡолаҡтары түбәлә,( ҡулды баш осона ҡуябыҙ).
Артта оҙон ҡойроҡтар,( ҡойроҡ күрһәтәбеҙ)
Ҡурҡа улар тулҡындан,(уңдан һулға бәуеләбеҙ)
Ҡурҡалар бесәйҙәрҙән.(тырнаҡтарҙы күрһәтеп шшшшш тиҙәр).
Аҙна көндәре
Дүшәмбелә кер йыуҙым ,(ышҡып күрһәтәбеҙ)
Шишәмбе иҙән һеперҙем,(һепереп күрһәтәбеҙ)
Шаршамбы күмәс бешерҙем,(ҡамыр баҫабыҙ)
Кесаҙнала туп эҙләнем,(ҡулды маңғайға ҡуябыҙ)
Йома йыуҙым сынаяҡтар,(круговые движения)
Шәмбе торт һатып алдым,(ике ҡул менән икмәк тотҡан һымаҡ)
Йәкшәмбе ҡунаҡ саҡырҙым.(ҡулдарҙы ике яҡҡа йәйеп ебәрәбеҙ).
Бәшмәк
Бер,ике, өс,дүрт,биш
Бәшмәккә китеп барабыҙ.
Был бармаҡ урман китте,
Был бармаҡ бәшмәк тапты,
Был бармаҡ уны йыуҙы,
Был бармаҡ уны бешерҙе,
Быныһы ашап туйҙы,
Бармағын ялап ҡуйҙы!
(һәр һөйләмдән һәрәкәттәр курһәт).
Балыҡтар
Балыҡтар һыуҙа йөҙә,(устар менән балыҡ күрһәтәеү һәм бәүелдереү)
Эх күңелле уларға!
Балыҡ, балыҡ шаярма (бармаҡ янап күрһәт)
Хәҙер мин һине тотам. (ипләп кенә атлайҙар)
Балыҡ берҙе һикерҙе лә,(һикерәләр)
Алыҫҡа йөҙөп китте.(ҡулды һелтәп күрһәтәбеҙ).
Тайыш табан
Урман буйлап йырлай- йырлай
Тайыш табан атланы.(айыу булып атлау)
Тубырсыҡтар йыйған саҡта (эйелеп тубырсыҡ йыйыу)
Маңғайына сәпене.(ус менән маңдайға һуғыу)
Асыуынан сыҙай алмай
Дөп тә дөп ул һикерҙе.(аяҡтар менән тыпырлау)
Һороҡай
Һоро ғына ҡурҡаҡ ҡуян
Ҡолаҡтарын уйната.(ҡулдарҙы баш осона ҡуябыҙ)
Һороҡайға һыуыҡ ҡышын
Ҡулын һуғып йылыта (ҡулды ҡулға һуғабыҙ)
Сәп-сәп,сәп-сәп.
Тик тороуы һыуыҡ уға
Шуға һикереп йылына( һикерәбеҙ)
Һоп-һоп,һоп-һоп.
Ике бәрәс
Ике бәрәс шат һикереп
Уйнай йылға буйында
Прыг-скок,прыг-скок.(ырғыйҙар).
Иртә таңдан һикерә-һикерә,
Ерҙән күккә,
Күктән ергә
Ырғый-ырғый
Ҡоланылар йылғаға.
Кәзә
Кәзә килә мөгөҙлө(маңдайға мөгөҙ күрһәтеп атлау)
Балаларҙың артынан.
Аяҡтары тып-тып-тып,(тыпырлап күрһәтеү)
Ҙур күҙҙәре сырт-сырт-сырт,
,,кем бутҡаны ашамай?
Кем һөтөн дә эсмәй?
Мин шуны һөҙәм-һөҙәм-
Һөҙәм....
Машина
Машинала, машинала
Шофер килә елдереп.(ҡулдар рулде тотҡан)
Машина, машина,
Машина тауыш бирә:
Би-би-би,(танауҙарға баҫыу)
Би-би-би.
Төлкөбикә
Төлкөбикә, һылыубикә (ҡулдар менән төлкөнө күрһәтеү)
Ниңә һиңә матур ҡойроҡ?
,,Эҙҙәремде һеперә-һеперә,(Һепергән булып күрһәтеү)
Һунарсынан ҡасырға,,.(урында йүгереү)
Ҡыҫала
Күҙҙәре йомро төймәләй (ҡулдар менән күрһәтеү)
Ҡарай ҡурҡып һаҡ ҡына.
Һыу аҫтынан ауа-ауа,
Атлай инде саҡ ҡына.
Күбәләк
Сәскә кеуек матур ғына (ҡулдар менән күбәләк күрһәтеү)
Йоҡлай ине һабаҡта.
Ҡапыл тертләп уянды ла(осоп китеү)
Осоп китте йыраҡҡа.
1460536830
Йоҙаҡ
Ишектәге ҙур йоҙаҡты (Бармаҡтар менән йоҙаҡ эшләү)
Кем уны асыр икән?
Туҡылдаттылар! (туҡылдау)
Өрөлттөләр! (өрөлтөү)
Тарттылар! (тартыу)
Асылды!!!!!! (асыу)
1177290137160
Ҡуянҡай
Ҡуянҡайым, бәләкәйем,
Ҡолаҡтарың һаҡ ҡына.(баш осонда ҡолаҡтар күрһәтеү)
Ҡойроҡҡайың ҡыҫҡа ғына,(ҡойроҡ күрһәт)
Танауың төймә генә.(танауға төртөү)
186309033655
Терпе
Ямғыр яуа башлағас та (бармаҡтар менән терпе күрһәтеү)
Эшен ташлап терпе ҡасты(бармаҡтарҙы йомоу)
Йомарланып йомғаҡҡа.
Ямғыр тынып, ҡояш сыҡҡас(бармаҡтарҙы торғоҙоу)
Тағы эшен башланы.
822960158750
Ағас
Ел өрә беҙҙең биткә,(биткә йелпетәбеҙ)
Ағастарҙы һелкетә.(ҡулдар өҫтә, уңға-һулға эйеләбеҙ)
Ел тыма,тыма, тыма,(яйлап ҡулдар төшә)
Ағастар тыныслана.(ҡулдар төшөп бөтә).
196215218440
Тумыртҡа
Көнө буйы тумыртҡа(бер усҡа икенсе бармаҡ менән туҡылдау)
Туҡ та туҡ, туҡ та туҡ.
Төшкө ашҡа ҡорт ашаны
Кисен бөжәккә туҡ булды.
539115145415
Гөбөргәйел
Ҡурҡышынан башын тыға (бармаҡтар менән эшләү)
Гөбөргәйел панцирға.(бармаҡтарҙы бөкләү)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Бармаҡ уйындары
Бутыр-бутыр бутҡа бешә, Ҡарға бутҡа бешерә. Баш бармаҡ әйтә: -Әйҙә бутҡа бешерәйек. Имән бармаҡ әйтә: -Утын ҡайҙан алайыҡ?...

МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ"
МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ" , сделанное как методическое пособие для родителей для игр с малышами дома....
Ата-әсәләр өсөн консультация "Бармаҡ уйындары"
Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан». Бармаҡ уйындары баланың ҡул мускулдарын нығытыуға, иғти­...
Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары
Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары.Баланың мәктәпкәсә йәштәге осоры – тирә – йүнде йонтолоғоп өйрәнеү, күп кисерештәрҙе үҙенә тәплау һәм кеше шәхесе формалашыуында иң мөһи...

