Кәкүк сәйе байрамы.
методическая разработка (подготовительная группа) на тему

Кәкүк сәйе байрамы.

 

Маҡсат:

1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.

2.     Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.

3.     Йолаларға ҡарата, башҡорт теленә,

4.     Тыуған илгә һөйөү  тәрбиәләү.

 

Йылға буйында, яланда. Тирәктәр үҫеп ултыра.

Ҡоштар һайрағаны ишетелә.

Әбей( сәскә йыйып йөрөй): эй, йәмле Дим буйҙары, ҡалай матур тирәк төбө, ниндәй күркәм ялан! Балаларҙы саҡырайым әле.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар әйҙәгеҙ әле Кәкүк сәйенә! (Самауыр ҡуйып ебәрә.)

Малайҙар һәм ҡыҙҙар килеп сығалар

Һаумыһығыҙ,  балалар!

Һаумыһығыҙ, инәй! (кәкүк тауышы ишетелә).

Гөлзәниә: Моңло кәкүк, әйтсе -әлүк.  Миңә  нисә йәш?

Кәкүк тауышын һанайҙар. Бер, икәү, өсәү……..

Кәкүк ете  тапҡыр ҡысҡырғас,балалар хор менән: Һиңә ете йәш!

Батыр : Моңло кәкүк, әйтсе кәкүк. Мин  нисә йәшкә тиклем йәшәйем? 

Кәкүк тауышын һанайҙар. Бер, икәү, өсәү……..

 Гөлзәниә : Оҙон ғүмерле булаһың! Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ әле.

Бөтәһе лә түңәрәккә  тотоношоп баҫалар.

                                    Кәкүк сәйе байрамына

                                   Беҙ аҡ ҡалас бешерҙек.

                                   Бына шулай ҡабарған

                                   Бына шулай бик бейек.

                                  Бына шулай киңерәк,

                                  Бына шулай түңәрәк. 

 

Ҡаласты түңәрәк буйлап йәшерәләр. Уртала Гөлзәниә  күҙен йомоп тора.   Ул ҡаластың кемдә икәнен дөрөҫ әйтмәһә, уға яза бирәләр. Бейергә.

 

 

Малайҙар таҡмаҡ әйтә:  Баҫыр ул, баҫыр ул,

                                     Баҫыр өсөн килгән ул

                                     Уйнап- көлөп  күңелдәрен

                                     Асыр өсөн килгән ул.                                  

 

Ҡыҙҙар:                         Бейеүсенең итәгенә

                                       Алма биҙәге төшкән

                                       Бейеүсегә һүҙ әйтмәгес

                                       Яңы бейергә төшкән.

 

Гөлзәниә : әйҙәгеҙ, "Аҡ тирәк, күк тирәк "уйының уйнайыҡ.

Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

Аҡ тирәк, күк тирәк

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Беҙгә Алмаз кәрәк. (бер нисә тапҡыр әйтәләр, уйнайҙар)

 Юлиә: әйҙәгеҙ ярышып алайыҡ!

 Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

(Ҡыҙҙар ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереп ярыша. Малайҙар тоҡ кейеп көс һынаша.)

Илида: әйҙәгеҙ, "Һәпәләк”  уйының уйнайыҡ!

Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

Кем ҡала? Маянһылыу ҡала. Малайҙы тоторға тейеш.Улар тауыш биреп йөрөйҙәр.

Ришат ҡала. Ҡыҙҙар сулпылары менән сыңлаталар. Тик Ришат тота алмай. 

Наҙгөл: булманы инде һинән, әйҙәгеҙ, "Ритайым” бейеүен  бейеп алайыҡ! Данияр башла. ( Бейейҙәр).

 

Әбей: уйнап, бейеп туйғанһыҙҙыр, сәй ҙә ҡайнаны, әйҙәгеҙ, балаҡайҙарым, Кәкүк сәйенә рәхим итегеҙ.

 

Аҡ тирәк, күк тирәк.

 Балалар икегә бүленеп, ике яҡҡа баҫалар.

 

 

Уйындар

"Аҡ тирәк, күк тирәк! Уйыны.

   

  Уйнаусылар ике төркөмгә бүленеп, етәкләшеп ике яҡҡа баҫалар. Беренсе төркөм башлай:

-         Аҡ тирәк – ти. Икенсе яҡ:

-         Күк тирәк – ти.

-         Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

-         Беҙгә Линара кәрәк!

Линара ҡаршы яҡҡа йүгереп, бөтә көсө менән ҡулдар сылбырын өҙөргә тейеш. Өҙһә, бер уйнаусыны үҙенең төркөмөнә алып китә. Ҡулдарын ысҡындыра алмаһа, Камилә был төркөмдә ҡала. Ә хәҙер икенсе төркөм башлай. Уйын шулай дауам итә. Ҡайһы төркөмдә уйнаусылар күп була, шул еңеүсе була.

 

"Һәпәләк” уйыны.

 

Уйнаусылар түңәрәккә баҫалар, ә берәү уртала күҙен бәйләп ҡала. Ҡыҙ ҡалһа, егеттәр "кә-күк” тип тауыш бирә. Әгәр ҙә малай ҡалһа, ҡыҙҙар сулпыларын сыңлаталар. Малай уларҙы тоторға тейеш. Кем тотола, шул ҡала. Кем тота алмай, шул еңелә.

 

"Ритайым” бейеүе.

 

Бейеүселәр түңәрәккә баҫалар. Береһе бейеүҙе башлай, ул үҙенең күңеленә хуш килгән бейеүсе янына бара ла, тыпырлап бейергә саҡыра ла, үҙе менән бейергә төшә. Ҡалған бейеүселәрҙе шулай уҡ тыпырлап, береләп бейергә саҡыра.

   Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр. Һуңынан дүрт яҡҡа ҡулдары менән тотоношоп, ҡапҡа яһап баҫалар. Ҡаршы торғандары менән урындарын алышалар. Урындарында бейеүселәр бер-береһенең арҡаһына ҡулдарын ҡуйып, тыпырлап әйләнәләр. Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр.

 

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kkuk_sye_bayramy.docx19.29 КБ

Предварительный просмотр:

Кәкүк сәйе байрамы.

 

Маҡсат:

1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.

2.     Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү.

3.     Йолаларға ҡарата, башҡорт теленә,

4.     Тыуған илгә һөйөү  тәрбиәләү.

 

Йылға буйында, яланда. Тирәктәр үҫеп ултыра.

Ҡоштар һайрағаны ишетелә.

Әбей( сәскә йыйып йөрөй): эй, йәмле Дим буйҙары, ҡалай матур тирәк төбө, ниндәй күркәм ялан! Балаларҙы саҡырайым әле.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар әйҙәгеҙ әле Кәкүк сәйенә! (Самауар ҡуйып ебәрә.)

Малайҙар һәм ҡыҙҙар килеп сығалар

Һаумыһығыҙ,  балалар!

Һаумыһығыҙ, инәй! (кәкүк тауышы ишетелә).

Ғәлиә: Моңло кәкүк, әйтсе -әлүк.  Миңә  нисә йәш?

Кәкүк тауышын һанайҙар. Бер, икәү, өсәү……..

Кәкүк ете  тапҡыр ҡысҡырғас,балалар хор менән: Һиңә ете йәш!

Виталий: Моңло кәкүк, әйтсе кәкүк. Мин  нисә йәшкә тиклем йәшәйем? 

Кәкүк тауышын һанайҙар. Бер, икәү, өсәү……..

 Ғәлиә: Оҙон ғүмерле булаһың! Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ әле.

Бөтәһе лә түңәрәккә  тотоношоп баҫалар.

                                    Кәкүк сәйе байрамына

                                   Беҙ аҡ ҡалас бешерҙек.

                                   Бына шулай ҡабарған

                                   Бына шулай бик бейек.

                                  Бына шулай киңерәк,

                                  Бына шулай түңәрәк. 

 

Ҡаласты түңәрәк буйлап йәшерәләр. Уртала Ғәлиә  күҙең йомоп тора.   Ул ҡаластың кемдә икәнен дөрөҫ әйтмәһә, уға яза бирәләр. Бейергә.

 

 

Малайҙар таҡмаҡ әйтә:  Баҫыр ул, баҫыр ул,

                                     Баҫыр өсөн килгән ул

                                     Уйнап- көлөп  күңелдәрен

                                     Асыр өсөн килгән ул.                                  

 

Ҡыҙҙар:                         Бейеүсенең итәгенә

                                       Алма биҙәге төшкән

                                       Бейеүсегә һүҙ әйтмәгес

                                       Яңы бейергә төшкән.

 

Ғәлиә: әйҙәгеҙ, "Аҡ тирәк, күк тирәк "уйының уйнайыҡ.

Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

Аҡ тирәк, күк тирәк

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Беҙгә Никита кәрәк. (бер нисә тапҡыр әйтәләр, уйнайҙар)

 Ғәлиә: әйҙәгеҙ ярышып алайыҡ!

 Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

(Ҡыҙҙар ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереп ярыша. Малайҙар тоҡ кейеп көс һынаша.)

Ғәлиә: әйҙәгеҙ, "Һәпәләк”  уйының уйнайыҡ!

Бөтәһе лә: әйҙәгеҙ!

Кем ҡала? Эльмира ҡала. Малайҙы тоторға тейеш.Улар тауыш биреп йөрөйҙәр.

Әмир ҡала. Ҡыҙҙар сулпылары менән сыңлаталар. Тик Әмир тота алмай. 

Ғәлиә: булманы инде һинән, әйҙәгеҙ, "Ритайым” бейеүен  бейеп алайыҡ! Илья башла. ( Бейейҙәр).

 

Әбей: уйнап, бейеп туйғанһыҙҙыр, сәй ҙә ҡайнаны, әйҙәгеҙ, балаҡайҙарым, Кәкүк сәйенә рәхим итегеҙ.

 

Аҡ тирәк, күк тирәк.

 Балалар икегә бүленеп, ике яҡҡа баҫалар.

 

 

Уйындар

ҡ тирәк, күк тирәк! Уйыны.

   

  Уйнаусылар ике төркөмгә бүленеп, етәкләшеп ике яҡҡа баҫалар. Беренсе төркөм башлай:

-         Аҡ тирәк – ти. Икенсе яҡ:

-         Күк тирәк – ти.

-         Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

-         Беҙгә Камилә кәрәк!

Камилә ҡаршы яҡҡа йүгереп, бөтә көсө менән ҡулдар сылбырын өҙөргә тейеш. Өҙһә, бер уйнаусыны үҙенең төркөмөнә алып китә. Ҡулдарын ысҡындыра алмаһа, Камилә был төркөмдә ҡала. Ә хәҙер икенсе төркөм башлай. Уйын шулай дауам итә. Ҡайһы төркөмдә уйнаусылар күп була, шул еңеүсе була.

 

"Һәпәләк” уйыны.

 

Уйнаусылар түңәрәккә баҫалар, ә берәү уртала күҙен бәйләп ҡала. Ҡыҙ ҡалһа, егеттәр "кә-күк” тип тауыш бирә. Әгәр ҙә малай ҡалһа, ҡыҙҙар сулпыларын сыңлаталар. Малай уларҙы тоторға тейеш. Кем тотола, шул ҡала. Кем тота алмай, шул еңелә.

 

"Ритайым” бейеүе.

 

Бейеүселәр түңәрәккә баҫалар. Береһе бейеүҙе башлай, ул үҙенең күңеленә хуш килгән бейеүсе янына бара ла, тыпырлап бейергә саҡыра ла, үҙе менән бейергә төшә. Ҡалған бейеүселәрҙе шулай уҡ тыпырлап, береләп бейергә саҡыра.

   Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр. Һуңынан дүрт яҡҡа ҡулдары менән тотоношоп, ҡапҡа яһап баҫалар. Ҡаршы торғандары менән урындарын алышалар. Урындарында бейеүселәр бер-береһенең арҡаһына ҡулдарын ҡуйып, тыпырлап әйләнәләр. Түңәрәк яһап, тыпырлап бейейҙәр.

 



Әҙәбиәт исемлеге.

 

1.     Ғәләүтдинов И. Ғ. Балалар фольклоры. 1-се китап. Бала - саҡ – уйнап-көлөп үҫер саҡ. Өфө: "Китап” -  1994 й.

2.     Ғәләүтдинов И.Ғ.Башҡорт халыҡ балалар уйындары. Өфө:"Китап” – 2006й.

3.     Нагаева Л.  Башкирская народная хореография. Уфа: "Китап”  -  1994 й.

4.     Сөләймәнов Ә. М., Солтанғәрәева Р. Ә. Йыйындар (Башҡорт халҡының йола байрамдары). Өфө - 1995

5.     Сөләймәнов Ә. М. Бала–сағының уйын фольклоры. Өфө: "Китап” -  2007 й.

6.     Ураксина Р.    Тәмле –тәмле тәмлекәс. Уйын - йола күренештәре. 

Өфө: "Китап” -  1996 й.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Шежере-байрамы

«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Сәскәләр байрамы

Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...

Бал байрамы

Данный  сценарий  будет  интересен  музыкальным  руководителям, воспитателям и педогогам  дополнительного  образования...

Нардуған байрамы

Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...

КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»

познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического  народа Крыма. Познакомить с культурой,  с ремеслами крымс...

Бал байрамы

Сценарий праздника пригодится для музыкальных руководителей, воспитателей башкирских детских садов....