Праздник "Нардуган" на башкирском языке
проект (средняя группа)

Аскарова Расима Халиловна

Нар - ул монголса Ҡояш тигәнде аңлата. Нардуған - Ҡояш тыуған көн. Борон-борон заманда ата-бабаларыбыҙ Ҡояшҡа оҙон-оҙаҡ төндәрҙә, иң ҡыҫҡа кәндәрҙә мөрәжәғәт иткәндәр: «Нар туған, йөҙөң менән беҙгә борол инде!» көн оҙая башлағас, Ҡояш кешеләрҙе тыңлап, йөҙө менән борола башланы, тип ышанғандар. Был байрам декабрҙең 25-е байрам ителгән.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл nardugan.docx32.22 КБ

Предварительный просмотр:

ҠЫШҠЫ НАРДУҒАН

Сәхнәгә бала-сағалар йүгерешеп сыға.

Балалар.

Нар-нар, Нардуғанға бар, бар!

Нардуғанға бармағандың күңеле булыр тар-тар.

1-се бала.

Нар-нар, нарына,

Бәхет бирһен барына!

2-се бала.

Мал-тыуарың түл йәйһен!

3-сө бала.

Бала-сағаң ит ейһен!

4-се бала.

Малың ашһын ҡуранан!

5-се бала.

Ашың ашһын буранан!

6-сы бала.

Илең-йортоң һил булһын!

7-се бала.

Күңелегеҙ киң булһын!

Хужабикәләр сыға.

1-се хужабикә. Һай, рәхмәт төшкөрҙәре! Изге теләктәрегеҙгә мең рәхмәт! Минән байрамға бер тауыҡ.

2-се хужабикә. Юрауығыҙ юш килһен, изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Минән әле генә мейестән сыҡҡан йылы икмәк.

3-сө хужабикә.

Минән  һеҙгә  бер  һарыҡ,

Етһен  һыйларға  барын,

Имен-аман,  байрам  итеп

Ҡышты  ҡышларға  яҙһын!

4-се хужабикә.

Бына  ете  баш  ҡорот,

Бергә-бергә  ултырып

Беҙгә  яҙһын  ашарға,

Нардуғанды  башларға!

5-се хужабикә.

Селлә  бабай  килеүгә,

Ҡышҡа  бит  Селлә  хужа,

Яман  сырхауҙар  булмаһын,

Әсетеп  ҡуйҙым  буҙа.

Минән  буҙа  бер  үнәк,

Бергә  эсер  беҙ  күмәк.

Бер күнәк сығарып тоттора.

Балалар.

Ҡот  килһен  малығыҙға,

Именлек  барығыҙға!

Донъялар  булһын  йәмле,

Ашығыҙ   булһын  тәмле,

Бала-саға   туҡ  булһын,

Сырхау, зәхмәт юҡ булһын!

        Байрамға  килеп, урынығыҙ  түрҙә  булһын,  апайҙар,  инәйҙәр!

Сәхнә өй итеп йыйыштырылған, түрҙә инәй ултыра. Ҡыҙҙар биҙәнеп-төҙәнгән була.

Ҡыҙҙар.

Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, Юлбарсы һайлайыҡ.

Бөтәһе бергә.

Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ. Нисек итеп һайлайбыҙ?

1-се ҡыҙ.

Әйҙәгеҙ, инәйебеҙ йомаҡ ҡойһон, кем дә кем бөтә йомаҡтарға  ла яуап  таба, шул  Юлбарсы  була.

Инәй.

Ярай, улай  булғас, тыңлағыҙ.

Тып-тып  бейей  сәпәккә,

Он  таҙарта  әпәккә.

Ауыҙы  юҡ, мороно  юҡ,

Үҙе  һәр  ваҡыт та  туҡ.

1-се ҡыҙ.

Иләк,  иләк.

Инәй.

Дөп-дөрөҫ.

Бабайым  килә  ҡағынып,

Аҡ  толобон   ябынып.

Был  кем  була  инде?

2-се ҡыҙ.

Ҡыш  була, инәй.

Инәй.

Дөрөҫ, ҡыҙым.

Йәй  ҙә  егет, ҡыш  та  егет,

Йөрөй  йәшел  кейем  кейеп.

1-се ҡыҙ.

Шыршы, йәшел  шыршы.

Инәй.

Һай, афарин,  балам,  дөрөҫ.

Ишектән  керә, түргә  уҙа,

Ҡулһыҙ  һүрәт  төшөрә,

Телһеҙ  тешләй.

3-сө ҡыҙ.

Һалҡын  була.

Инәй.

Дөрөҫ, ҡыҙым, тап  шулай.

Шәкәр  тиһәң, шәкәр түгел,

Һөт  тә  түгел - үҙе  аҡ,

Мамыҡ  тиһәң - мамыҡ  түгел,

Йә, был  нимә? Уйлап  тап.

1-се ҡыҙ.

Ҡар, инәй,  ҡар.

Инәй.

Ай,  Алла , дөп-дөрөҫ!

Утта  янмай, һыуҙа  батмай,

Тышта  таш  була,

Өйгә  инһәң, һыу  була.

4-се ҡыҙ.

Боҙ,  боҙ,  эйеме,  инәй?

Инәй.

Дөрөҫ,  балам,  дөрөҫ.

Ҡолаҡтарҙы  семетә,

Көй  ҙә  түгел,  бейетә,

Юрғалатып  йүгертә,

Бейәләйҙәр   кейҙертә.

1-се ҡыҙ.

Һыуыҡ,  ҡыш,  инәй,  шулаймы?

Инәй.

Тап  шулай, балам. Йә, кемегеҙ йомаҡтарға  күберәк яуап бирҙе?

Ҡыҙҙар. Гөлзәйнәп, Гөлзәйнәп.

Инәй.   Тимәк, Гөлзәйнәп Юлбарсы була. Ҡотлайым һине, ҡыҙым!

1-се ҡыҙ. Юлбарсы, Юлбарсы, Юлбарсыға кем ҡаршы?

Ҡыҙҙар.

Гөлзәйнәп - һин Юлбарсы,

Юлбарсыға   юҡ   ҡаршы.

Юлбарсы.

Ағастарҙы   япраҡ  биҙәй,

Сәскә  биҙәй  аҡланды,

Төндәрҙе   көмөш ай биҙәй,

Сулпан  биҙәй  сал  таңды.

Йылғаны  тулҡын   матурлай,

Ҡояш   нурлай   көндәрҙе.

Минең  дә гөл иткем килә

Тыуып   үҫкән   ерҙәрҙе.

2-се ҡыҙ. Булғас булһын, Юлбарсыға - матур күлдәк, тәңкәле камзул, башына ике яулыҡ. Береһен   алға, икенсеһен   артҡа   ҡайырып   бәйләйбеҙ.

Ҡыҙҙар Юлбарсыны кейендерә.

Инәй.  Егет-елкенсәк  килгәнсе, фал һалып алығыҙ әле, балалар.

Юлбарсы. Әйҙәгеҙ, өлкәндәр килгәнсе, фал һалып алайыҡ әле.

3-сө ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ! Кемдең күҙе кемгә төшкән, кемде ни нәмә көтә, барын беләйек эле, шаяртып көләйек әле.

Фалды ҡояш һымаҡ итеп түңәрәкләп ҡырҡылған ҡатырғаға йәки йоҡа таҡтаға һалалар. Балсыҡ урынына пластилин ҡулланырға мөмкин. Фал һалып уйнайҙар.

Юлбарсы.  Инәй, нимә  аңлата ул «Нардуған» һүҙе?

Инәй. Нар - ул монголса Ҡояш тигәнде аңлата. Нардуған - Ҡояш тыуған көн. Борон-борон заманда ата-бабаларыбыҙ Ҡояшҡа оҙон-оҙаҡ төндәрҙә, иң ҡыҫҡа кәндәрҙә мөрәжәғәт иткәндәр: «Нар туған, йөҙөң менән беҙгә борол инде!» көн оҙая башлағас, Ҡояш кешеләрҙе тыңлап, йөҙө менән борола башланы, тип ышанғандар. Был байрам декабрҙең 25-е байрам ителгән.

Юлбарсы.

Бөгөн   Ҡояш  тыуған  көн,

Оло  байрам  -  Нардуған.

Әйҙә,  бергә  әйләнәйек,

Барыбыҙ  ҙа  бер  туған.

Ҡулға-ҡул тотоношоп башҡорт халыҡ йыры «Нардуған»ды башҡаралар.

Һин  уртала, ә беҙ  ситтә

Әйләнәбеҙ   Нардуған,

Әйҙә, бергә әйләнәйек,

Нардуғанға   кил, туған!

Нардуған, Нардуған,

Нардуғанға кил, туған!

Ҡояшыбыҙ  берәү  генә,

Әсәйемдәй  йылы  ул,

Беҙҙе   иркәләй  ҙә  һөйә,

Нурҙар   уның  ҡулы  ул.

Нардуған, Нардуған,

Нардуғанға кил, туған!

Нар- Ҡояшым, нурлы бул,

Нардуғаным, йырлы бул.

Табыныбыҙ, һыйлы бул,

Матур шиғыр, көйлө бул!

Нардуған, Нардуған,

Нардуғанға кил, туған!

Ҡыҙҙар. Инәй, ноҡот һал әле. Кем килер икән беҙҙең байрамға?

Инәй ноҡот һала.

Инәй.

Оҙон-оҙаҡ  юл  булыр,  Беҙгә  кем  килә булыр?

Ноҡотҡа   берәүҙең   һыны  төшә:  үҙе ҡарт, үҙе дәрт,

Уның  байрамда   булыуы - шарт.

Селлә бабай килеп инә.

Селлә бабай. Бына, Нардуған байрамына   ашыға-ашыға  килеп  еттем.

Юлбарсы. Әйҙәгеҙ, Селлә бабайҙы бейетеп алайыҡ әле.

Балалар. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.

Бөтәһе бергә таҡмаҡ әйтәләр. Селлә бабай бейей.

Баҫ әле, Селлә бабай,

Оҫта баҫаһың ҡалай,

Беҙҙең менән йырлап-бейеп

Күңелең ас бер талай.

Баҫ, баҫ иҙәнгә,

Иҙәнебеҙ имән дә,

Рәхмәт һиңә байрамыбыҙ

Нардуғанға килгәнгә!

Селлә бабай бейеп туҡтай. Уны балалар ихтирам итеп иң түргә, инәй  эргәһенә, ултырталар. Сәхнәгә  балалар сыға.

Юлбарсы.

Нардуған, Нардуған,

Һөнәрең   күрһәт,  туған!

Нар-Ҡояш   нурға  тулған,

Йыр-бейеү  күрһәт,  туған!

Юлбарсы. Инәй, ә борон-борондан башҡорт халҡы тәбиғәткә табынған, тиҙәр. Нисегерәк булған ул?

Инәй. Борон-борондан халҡыбыҙҙың тәбиғәте һәм уның айырым күренештәрен йәнләндереп кенә ҡалмаған, бәлки һәр күренештең үҙ «хужаһы», үҙ  «эйәһе» бар тип уйлаған. Бына тыңлағыҙ әле, ер-һыу нисек күрһәтелә:

Ер-һыу - йөрәк тибешем,

Ер-һыу минең төп ишем,

Атайымдың төҫө ул,

Беләгемдең көсө ул,

Йөрәгемдең хисе ул,

Зиһенемдең көсө ул…

Ер-һыу тәне - кеше ул,

Ер-һыу кешенең ише ул,

Ер-һыуҙың ише - кеше ул!

Балалар. Ҡайһылай матур һүҙҙәр, эйе бит?

Инәй. Тап шулай, балалар.

Селлә бабай. Шуға күрә лә беҙҙең халҡыбыҙҙа ғына Йәйге Нардуған байрамы, йәки Аяу байрамы бар. Аяу айы тип июнь айы йөрөтөлгән. Был айҙа һунарға йөрөргә, балыҡ тоторға, ағас-урман ҡырҡырға, ҡош-ҡорттоң ҡанын ҡойорға рөхсәт булмаған. Был ваҡытта бар тәбиғәт бала үҫтерә, үрсей.

Юлбарсы. Рәхмәт, инәй, рәхмәт, Селлә бабай, ошондай бай мәғлүмәттәр өсөн.

Балалар. Рәхмәт, Селлә бабай, рәхмәт, инәй!

Юлбарсы. Ҡыҙҙар, малайҙар, әйҙәгеҙ, «Осто, осто» уйынын уйнап алайыҡ әле.

Балалар. Әйҙәгеҙ , әйҙәгеҙ.

Юлбарсы. Осто, осто торналар. Осто, осто мендәрҙәр. Осто, осто бураҙналар. Осто, осто тырмалар. Осто, осто сәүкәләр. Остолар ап-аҡ ҡаҙҙар. Остолар мамыҡ ҡарҙар. Осоп китер ҡышыбыҙ, осоп килер яҙыбыҙ. . Әйҙәгеҙ, ҡыш тураһында йырҙар йырлайыҡ әле. (йыр)

Әйҙәгеҙ, Ҡояшыбыҙға мөрәжәғәт итеп дан әйтәйек:

Нар-Ҡояшым сыҡ инде,

Һинән нурлы юҡ инде,

Ас һин яҡты күҙенде,

Күрһәт нурлы йөҙөндө!

Бөтәһе бергә.

Миһырбанлы   Ҡояшым,

Барына   нур  ҡояһың.

Донъялағы   бар   йәнлегең

Иркәләйһең,   һөйәһең.

Юлбарсы.

Малдарыбыҙға   һөт   килһен,

Йот    килмәһен, туҡ к илһен,

Ҡортобоҙ  осһон  кейәнән,

Ҡолон  тыуһын   бейәнән.

Тай-тулағыбыҙ   туҡ   булһын,

Тауығыбыҙ   күп   булһын,

Барыбыҙға - һаулыҡ,

Һаулыҡ  үҙе  ҙур  байлыҡ!

Селлә бабай. Киң ризыҡ, киң дәуләт бирһен, иҫләмәгән, уйламаған ерҙән ғәйеп ҡаҙналығы ризыҡтары бирһен, һәр ике бәндәгә киләсәген имен күреү насип булһын!

Бөтәһе бергә. Амин, шулай булһын!

Юлбарсы. Байрамыбыҙ урамда дауам итә. Рәхим итегеҙ урамға: ҙур байрамға!

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Скороговорки на башкирском языке

Для развития речи дошкольников, для правильного произношения башкирских звуков на занятиях всегда пользуюсь скороговорками...

Загадки на башкирском языке

Для развития наблюдательности,мышления,воображения, умения видеть сущность предмета применяю на занятиях загадки...

Пословицы на башкирском языке

Пословицы на башкирском языке с переводом на русский язык...

Мамин день (сценарий праздника матерей на башкирском языке)

Әсәйҙәр байрамы “Әсәкәйем – күҙ нурым” Маҡсат:  балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,  балаларҙың телмә...

НОД по формированию целостной картины мира. Мой папа (на башкирском языке)

НОД по формированию целостной картины мира в младшей группе ДОУ...

Методические рекомендации для педагогов и родителей по обучению башкирскому языку в ДОУ

Представлены методические рекомендации для педагогов и родителей по следующим темам:- Обучение башкирскому языку в ДОУ;- Обучение башкирским обрядам и играм в ДОУ;- Использование л...

КОНСПЕКТ интегрированного занятия в группе с изучением башкирского языка «Путешествие по Башкортостану»

Цель: Углубить знания детей об истории и культуре родного края — Республики Башкортостан....